
Үткән аҙнаның шәмбе иртәһенә шул мәғлүм булды: Рәсәй штурмлаусылары Харьков йүнәлешендә Зыбино ауылынан украин һалдаттарын бәреп сығарҙы һәм ошо тораҡ пунктын яуланы.
Рәсәй Ҡораллы Көстәре Курск һәм Сумы өлкәләрендә 160-тан ашыу украин боевигын, шулай уҡ М-113 америка БТР-ын, гаубица һәм минометтарын, инженер техникаһы һәм дрондарын юҡ иткән.
Донецк Халыҡ Республикаһының Константиновка ҡалаһы промзонаһындағы цинк заводы янында Украина Ҡораллы көстәренең төп оборона төйөнөндә һуғыштар бара. Дошман Константиновканы нығытмаға әйләндергән: танк һөжүменә ҡаршы соҡорҙар ҡаҙылған, заводтар ут нөктәләренә әүерелдерелгән, юлдар өҫтөнә дрондарға ҡаршы селтәр һуҙып сығылған.
Уның ҡарауы, Рәсәй ғалимдарының бер төркөмө пилотһыҙ осоусы аппарат менән компьютер "сысҡаны" аша идара итеү ысулын эшләгән. Был дрондар менән идара итеүҙе һәм операторға ҡарата квалификация талаптарын күпкә ябайлаштыра һәм еңелләштерә. 19 апрелгә ҡарай тәүлек эсендә Рәсәйҙең һауа һөжүменә ҡаршы оборона саралары дошмандың 280 һауа сәбен юҡ итеүгә өлгәште. Улар араһында "Нептун" ракетаһы, алты авиация бомбаһы, HIMARS америка системаһының реактив снаряды бар ине.
Бынан өс көн алда иһә Рәсәй Ҡораллы Көстәре йөҙләгән дрон һәм тиҫтәләгән юғары аныҡлыҡтағы ракеталар менән төнгө Украинаның хәрби һәм яғыулыҡ-энергетика объекттарын, шулай уҡ Днепропетровскиҙағы Хәүефһеҙлек советы идаралығы (СБУ) бинаһын көслө утҡа тотто, Киев режимы күген ҡара һөрөм ҡапланы. Әйткәндәй, был ваҡыт СБУ-ла уның хеҙмәткәрҙәре генә түгел,Үҙәк разведка идаралығы (ЦРУ) кәңәшселәренең дә булыу ихтималлығы хаҡында хәбәр ителә.
19 апрелгә ҡарата 51 көн инде дауам иткән АҠШ менән Иран мөнәсәбәттәре көсөргәнешле хәлдә ҡала килә. Иран үҙенең акваторияһын АҠШ тарафынан миналарҙан таҙартыу ниәтен килешеүҙе боҙоу тип иҫәпләй. Иран Ҡораллы Көстәре АҠШ тарафынан һалынған бик (блокада) арҡаһында Ормуз боғаҙына хәрби контроль режимын ҡабаттан тергеҙҙе. "Хатам әл-Анабия" Иран хәрби командалығының үҙәк штабы вәкиле Ибраһим Зөлфәғәри һөйләүенсә, Иран Ислам Республикаһы, Ливан менән Израиль килешеүенә бәйле, иҫәпле һанда коммерциялағы нефть танкерҙарына юлды асҡайны, ләкин Америка яғынан пиратсылыҡ менән шөғөлләнеүҙе дауам итәләр. Әгәр Ҡушма Штаттар Ормуз боғаҙын диңгеҙ бигендә тотоуҙы дауам итһә, Иран яуап сараларына барырға мәжбүр буласаҡ, тип аңлатма бирҙе Иран Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле.
Был белдереүҙәргә ҡаршы АҠШ президенты Дональд Трамп, Тегеран менән 100 процент килешеүгә өлгәшмәйенсә тороп, Ирандың хәрби-диңгеҙ порттарын биктә тотоуҙы дауам итәсәге хаҡында белдерҙе. Үҙ сиратында Иран Сит ил эштәре министрлығы конфликтты көйләү сиктәрендә Тегерандың байытылған уранды Вашингтонға тапшырырға йыйыныуы хаҡындағы имеш-мимеште ҡәтғи кире ҡаҡты һәм: "Байытылған уран ниндәй генә хәлдә лә илдән сығарылмаясаҡ. Иран ере беҙҙең өсөн Ирандың үҙе кеүек үк, берҙәй мөһим һәм изге,"- тине.
19 апрель kp.ru сайты яҙып сығыуынса, Иран менән АҠШ килешеүгә яҡынлашҡандай ҙа тойолоп китә. Төркиә мәғлүмәт сығанаҡтарына ҡарағанда, ядро темаһының 80 процентҡа яҡын мәсьәләһе буйынса килешеүгә өлгәшелгән. Һүҙ бында Ирандың байытылған уран яҙмышына ҡағылышлы бара. Уның күләме илдә 440-450 кг иҫәпләнә, һәм ул өсөнсө илдәр тарафына - Төркиә йә Пакистанға сығарылыуы ихтимал.
Шул уҡ ваҡытта яҡтар ҡалған шарттар буйынса "һатыулашыу"ҙы дауам итә. Хәлде мәғлүмәти һуғыш та ныҡ ҡатмарландыра: Вашингтон яғы Ирандың Ормуз боғаҙын ябыуҙан баш тартыуы хаҡында хәбәр таратһа, Тегеран был имеш-мимеште кире ҡаға һәм Ислам революцияһы һағы корпусының Ормуз боғаҙын контролдә тотоуын белдерә.
Бындай ҡапма-ҡаршылыҡтар һөйләшеүҙәр барышын ҡатмарлаштыра һәм конфликттың һуҙылыуына килтерә. Үткән аҙналағы һуңғы яңылыҡтарҙан күренеүенсә, АҠШ Хәрби-диңгеҙ көстәре Ормуз боғаҙын блокадалау сиктәрендә Иран менән бәйле 23 сауҙа судноһын ҡулға алған. Ошо ваҡиғалар барышында АҠШ менән Израилдең үҙҙәрендә эске сәйәси көсөргәнештең көсәйә барыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, Израилдә аҫтан баҫым барыуы, йәғни Тель-Авивта Биньямин Нетаньяху хөкүмәте сәйәсәтенә ҡаршы барған күп һанлы протест сығыштары хаҡында хәбәрҙәр килә. Митинг һәм демонстрацияларҙа ҡатнашыусы Израиль халҡы Яҡын Көнсығыш конфликтын туҡтатыу, илдә властарҙың курсын ҡайтанан ҡарап сығыу һәм ваҡытынан алда һайлауҙар ойоштороуҙы талап итә.
Йыйып әйткәндә, айҙың 19-20-ләренә ҡарата Яҡын Көнсығышта хәлдәр билдәһеҙлек нөктәһенә килеп терәлде: бер яҡтан, дипломатик һөйләшеүҙәр хәл ителеү алдында; икенсе яҡтан, төп логистик объекттарға контроль өсөн көрәш дауам итә. Өҫтәүенә, Иран, Вашингтон тарафынан ҡуйылған сиктән тыш талаптар арҡаһында, АҠШ менән Исламабадта буласаҡ һөйләшеүҙәрҙең икенсе раундында ҡатнашыуҙан баш тартты.
Венгрияның парламент һайлауҙарында еңеүсе "Тиса" партияһы лидеры Петер Мадьяр май айында премьер-министр вазифаһын башҡарыуға тотонасаҡ. Уның белдереүенсә, "Венгрия иҡтисады Евросоюз аҡсаһынан башҡа йәшәй алмаясаҡ", шунлыҡтан, элекке премьер Виктор Орбанға ҡарата дәғүәләр арҡаһында Евросоюз бюджетында тотҡарландырылған тиҫтәләгән млрд евроны Мадьяр "Венгрия халҡына ҡайтарырға" иҫәп тота. Виктор Орбан властан киткән осраҡта ла Мадьяр, уның кеүек үк, иң тәүҙә милли мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртасаҡ, ти сәйәси күҙәтеүселәр.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА