«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ӘҘӘМ ЫШАНМАҪТАЙҘЫ ЫСЫН БУЛҺА ЛА ҺӨЙЛӘМӘ
+  - 

"Кем ялғансы? Ишеткәнен һөйләүсе" тигән башҡорт халыҡ мәҡәле бар. "Бәндә һөйләр, тәҡдир көлөр" тигән әйтемдә лә шундай уҡ йөкмәткеләге хәҡиҡәт ята. Башҡорт телендә ошондай аҡыллы ла, халҡыбыҙҙың асылын, холҡон, йәшәйеш рәүешен, йола-ҡағиҙәләрен үҙ эсенә алған мәҡәл-әйтемдәр ифрат күп. Ә хәҙер был мәҡәлдәрҙәге аҡылды тормошта булған бер ваҡиға менән нығытып ҡуяйыҡ.

Бынан бер нисә йыл элек бер районда (быныһы сер булып ҡалһын) һикһәнен ҡыуалаған бер ҡарттың ҡырҡ йәшлек ҡатынға өйләнеүе һәм уларҙың малайҙары тыуыуы тураһында ишеткәйнем. Әлбиттә, был хәл уларҙың ауылдаштары тарафынан бер төрлө генә итеп баһаланмаған. Сабый тыуыуын ҡырынға һаплаусылар ҙа шул саҡ бигерәк күбәйеп киткән икән. Ҡапылғарай ғына ышанмаҫлыҡ булып тойолған был ваҡиғаға әллә күпме нарыҡлама-баһа бирелгән. Күпселек яңы тыуған сабыйҙың ҡарттыҡы булмауы, был мәсьәләгә шикләнеп ҡарауы хаҡында белдергән. Хатта сабыйҙы ауылдағы башҡа ирҙәргә сырамытып йөрөүселәр ҙә булған. Был хаҡта ҡарттың йөҙөнә бәреп әйтеүсе лә табылған.
- Ҡатының һиңә тиклем ҡулдан-ҡулға йөрөнө бит. Уның ҡапҡаһын төндәрен ел генә шығырлатҡан тиһеңме? Беҙгә ышанмаһаң, ана ДНК анализ үткәртеп ҡара, һинеке кеүек йәштә әле беҙҙең яҡта берәүҙең дә атай була алғаны юҡ, фәлән-фәсмәтән, - тигән был хаҡта әйтергә ҡыйыулығы еткән теге кеше.
Дөрөҫтөрмө-юҡмылыр, яңы ғына атай булыу шатлығын кисереп, ҡанатланып йөрөгән ҡарт, имеш, шулай тип яуап биреп, тегенең ауыҙын шапылдата япҡан, тиҙәр:
- ДНК анализы үткәреп, гонаһҡа батырғамы ни миңә? Ул баланы бит миңә ҡартайған көнөмдә йыуанысым булһын өсөн Аллаһы Тәғәлә бүләк итеп бирҙе. Шулай булғас, анализды Аллаһы Тәғәләнән алырғамы хәҙер миңә, уның изге ғәмәлдәрен шик аҫтына ҡуйырғамы? Юҡ, ундай гонаһҡа батасағым юҡ...
Бына шундай яуап ауылды шымып ҡалырға мәжбүр иткән. Хәйер, әгәр ҙә уларҙың балаһы тыумаған булһа, был никах хаҡында бер ниндәй ҙә ғәйбәт һүҙ һөйләнмәҫ ине лә, был хаҡта, моғайын, беҙ ҙә бер нәмә лә белмәҫ инек. Ә бит кешелек тарихына боролоп ҡараһаң, һикһән йәшлек әбейҙәрҙең дә бәпәйләүе, йөҙөн тултырған ҡарттарҙың да атай булыуы хаҡында бихисап миҫалдар бар. Шуға күрә бында һүҙ кешенең нисә йәшендә атай йә әсәй була алыуы йә алмауы хаҡында түгел, ә дәлилләнмәгән, сәбәбе булмаған хәл-ваҡиғаларҙың, ҡылыҡтарҙың һәм ғәмәлдәрҙең ни рәүешле халыҡҡа һөйләнелеүе, күптәргә еткерелеүе тураһында барырға тейештер. Ҡарттың зирәклегенә лә шаһитбыҙ беҙ был осраҡта.
Беҙҙең яҡта мәрхүмдең өсөнә, етеһенә, ҡырҡына, йылына аят башҡарғанда һәр ваҡыт "фәлән-фәләндең улы", "фәлән-фәләндең ҡыҙы" тигән саҡта әсәй кешенең исеме әйтелә. Башҡа яҡтарҙа, һәр ерҙә лә атай кешенең исеме телгә алына. Ошо хәлдең асылын белер өсөн бер мәл атайым мәрхүмдән һорай ҡуйҙым.
"Әүәле бер гонаһһыҙ саф ҡыҙ бала күлдә һыу ингәндән һуң ауырға ҡалып, бала тапҡан. Кешене донъяға тыуҙырған әсәй кешенең кем булғаны бер ниндәй ҙә шик ҡалдырмай. Тик бала табыу йорттарындағы үтә һирәк яңылыш бала алмаштырыу осраҡтарын ғына иҫәпләмәгәндә, кешене донъяға тыуҙырған әсәй кешене икенсе кеше менән бутау мөмкин түгел. Ә атайҙарға килгәндә, хәл ҡатмарлыраҡ, йәғни балаһы кемдән тыуғанын тик әсәй кеше белгән осраҡтар бихисап. Һуғыш мәлендә бындай хәлдәр күп булған. Шуға күрә лә мәрхүмдең рухына доға, аят һүҙе тәғәйен барып етһен, уны теге донъя ғазаптарынан аралаһын, йәннәткә өлгәшергә ярҙам итһен өсөн дә беҙҙең атай-олатайҙар мәрхүмдең әсәһенең исемен атап доға башҡаралыр инде, күрәһең", - тип аңлатҡайны атайым миңә был ҡыҙыҡлы йола хаҡында. Беҙҙә әле булһын аят мәрхүмдең әсәһенең исемен әйтеп башҡарыла.
Ҡыҙыҡ, ә бит тап ошо йола Ҡөрьәндең "Әл-Әхзәб" сүрәһендәге 5-се аятында яҙылған шартты үтәүгә булышлыҡ итә кеүек. Унда бер кешене икенсе кешенең атаһының исеме менән әйтергә бер кешенең дә хаҡы булмауы хаҡында әйтелә. Тик кешенең ысын атаһын белмәгән осраҡта ғына икенсе кешене уның атаһы тип күрһәтеп яңылышыу унда гонаһҡа тиңләнмәй. Әгәр ҙә был хаҡта күңелдәге насар ниәт менән һүҙ әйтелһә, ул гонаһҡа тиңләнә. Был осраҡта ҙур яза бирелеүе тураһында ла әйтелә был сүрә аяттарында. Хәҙер инде ошо сүрәлә әйтелгән гонаһлы ғәмәлде башҡармаҫ өсөн мәрхүмдең әсәһенең исемен әйтеп, яңылышыуға юл ҡуймауҙы тәьмин итеүгә килһәк, беҙҙең яҡта һаҡланып килгән дини йоланы тик хупларға ғына ҡала. Ошо урында йәһүҙиләрҙең силсиләһе әсә яғынан төҙөлөүе юҡтан ғына килмәгәнлеге лә аңлашыла төшә кеүек. Бында уларҙың хәҡиҡәтте һаҡлар өсөн ошо юлға барыуҙары бәхәсһеҙ тойола.
"Бәндә һөйләр, тәҡдир көлөр" әйтемен икенсе төрлө ябайлаштырып "Тел һөйәкһеҙ, ни уйлаһаң да, һөйләй инде" тип тә әйтәләр. Әйтемдең ябашлаштырылған вариантын ишеткәнен һөйләүсенең аҡланыуы итеп тә ҡабул итергә булалыр. Ысынлап та, нимә ишетәһең, шуны башҡаларға таратаһың да, үҙең быларҙың барыһында ла "телеңдең һөйәкһеҙ булыуына" һылтанаһың. Әммә ишеткәнеңде ни рәүешле итеп кемгә генә һөйләмә, хәҡиҡәтте таныған тәҡдирең бар бит әле. Ул һинең ялғанлауыңа тамаша ҡылып, рәхәтләнеп көлә генә бирә. Кеше хаталана, яҙмышы яҙлыға, ә бына тәҡдир тигәнең һис үҙгәрешһеҙ. Кеше ни тиклем ялғанлай, ни тиклем күп алдаша, уның тәҡдире лә шундай уҡ кимәлдә көләкәс булалыр, күрәһең.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.26 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru