
XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.
Йүгерештән һуң бик оҙон һәм шыма ҡолғаға үрмәләү буйынса ярыш башланды. Кем уның осона тиклем үрмәләп менә, шуға ниндәй ҙә булһа бәләкәйерәк бүләк тапшырыла. Бында үҫмерҙәр иң оҫта үрмәләүселәр булып сыҡты. Ошо ярыштар барған саҡта өйҙәрҙән алыҫ түгел урында йәш ҡатындар һәм ҡыҙҙар түңәрәкләп йөрөп йырланылар.
Әммә бындай байрамдарҙа иң ҡыҙыҡлыһы - көрәш. Ярышҡа тик бер ауылдың ғына түгел, бер нисә ауылдың көрәшсеһе сыға - һәр бер ауыл үҙ көрәшсеһен сығара. Көрәште иң тәүҙә бәләкәй балалар башлап ебәрә, шунан үҫмерҙәр көрәшә. Уларҙан аҙаҡ ысын көрәш башлана.
Көрәшселәр түңәрәкләп ултырышҡан тамашасылар уртаһына сығып баҫа. Улар көрәш башланғанға тиклем эске кейемдәренән һәм күлдәктәренән башҡа барса әйберҙәрен сисеп һала, билбауҙары менән бер-береһен уратып тота. Улар, билбауҙарына тотоноп, алға табан эйелә һәм бер-береһен йығып һалырға йә иһә, күтәрә биреп, үҙҙәре аша ырғытырға тырыша. Ҡайһы берҙә көрәш бик оҙаҡҡа китә һәм еңеүсеһеҙ генә бөтә. Еңеүсегә приз бирелә.
Көрәштән, йүгерештән һ.б. һуң йырсылар сыға. Башҡорттар йырҙарын оҙон көйлө һәм тиҙ йырлана торғанға бүлә. Улар араһында айырым йыраусылар һәм бигерәк тә ҡурайҙа уйнаусылар бар. Башҡорттар, башлыса, берәмләп йырлай; хор менән йырлауҙы ҡышҡы кисәләрҙә ултырғанда, туйҙарҙа һәм ҙур байрамдарҙа ғына ишетергә мөмкин.
Башҡорттарҙа, йырҙар менән бер рәттән, хатта уларҙан да алдымыраҡ, инструменталь музыка ла үҫешкән. Музыкаль инструменттарҙан иң ныҡ таралғаны - "ҡурай" тип атала.
Ул - һыҙғыртҡыстың бер төрө, уны яланда үҫкән, бармаҡ йыуанлығындағы бер үҫемлек һабағынан яһайҙар. Һабаҡты ике осонан киҫеп алалар, шунан һуң бер яғынан 4 тишек, икенсе яғынан бер тишек яһайҙар. Был инструменттың тауышы шым һәм яғымлы. Ҡурайсылар халыҡ араһында киң танылыу таба, уларҙы туйҙарға, кисәләргә, байрамдарға һәм башҡа ошондай сараларға саҡыралар. Һуңғы ваҡытта башҡорттар араһында гармоника ла осрай башланы, уны төпкөлдә ятҡан Башҡортостанға хеҙмәтен тамамлаған һалдаттар алып ҡайта.
Урман башҡорттары тормошоноң мәҙәни-көнкүреш яғын ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлағандан һуң, уларҙың әлегә тиклем тулыһынса ултыраҡ тормошҡа күсеп бөтмәйенсә, ярым күсмә йәшәү рәүешен дауам итеүҙәрен билдәләп, физик типтары хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтәйек. Бында башҡорттарҙың дала һәм урман (йәки тау) башҡорттарына бүленеше хаҡындағы мәсьәләне ентекләп ҡарап тормайбыҙ, сөнки ул һуңғы ваҡытта антропологтар араһында күп кенә бәхәстәр тыуҙыра, шулай ҙа, беҙҙең күҙәтеүҙәребеҙгә ярашлы, ошо икегә бүленеште берләштереп ҡарарға ярамай: антропологик һәм этнографик яҡтан улар араһында, туғай һәм таулы черемистарҙағы кеүек үк, айырмалар бар.
Беҙҙең күҙәтеүҙәребеҙ тау башҡорттарының тән төҙөлөшөнөң яҡшы булыуын, уның өлөштәренең пропорционаллеген, тире аҫтындағы май ҡатламының йоҡалығын һәм мускулдарының үҫешкәнлеген күрһәтә. Йыуандарға ҡарағанда сандырҙар йышыраҡ осрай. Күкрәк әйләнәһе һәр саҡта ла буйҙарының яртыһынан оҙонораҡ. Дөйөм алғанда, буйҙары уртасанан оҙонораҡ, шулай ҙа урта буйлылар ҙа байтаҡ ҡына осрай. Асыҡ урындарында тән тиреләре ҡара һөрөнкө, һорғолт сағылышлы, йыш ҡына май биҙҙәренең үҫешкән булыуы арҡаһында ялтырабыраҡ тора. Баш формаларына килгәндә, урман башҡорттарын түңәрәк башлыларҙан бигерәк оҙонса башлыларға индереп була; биттәре оҙонсараҡ, бигерәк тә профилдән ҡарағанда; бит һөйәктәренең диаметры ҙур түгел. Бик һирәк, хатта ҡағиҙәнән тыш тип әйтергә кәрәк, киң, табаҡ битлеләр осрай. Маңлайҙары бейек, тура. Танауҙары йышыраҡ тура һәм бейек, ҡайһы берҙә ҙур булмаған, уртаса көмрө танаулылар осрай. Ирендәре ҡалын түгел; ауыҙ һыҙаттары гоизонталь. Ҡаштары йә дуғалы, йә тура һәм ҡуйы; күҙҙәре тура киҫелешле, түңәрәгерәк формалы. Күҙ ҡаралары йышыраҡ һоро йә иһә ҡара төҫлө, күгерәк күҙлеләрҙе ғәҙәттән тыш, тип әйтергә була. Сәстәре, башлыса, ҡуңыр йә иһә ҡара төҫтә; һаҡалдары һирәк, мыйыҡтары ҡырып йә иһә йолҡоп алынған була. Ҡолаҡтары ҙур, ҡарпыҡ. Тештәре йышыраҡ эре һәм тура, кариеслы тештәренең проценты байтаҡ (күптәре тәмәке тарта). Ишетеү һәм күреү органдары яҡшы үҫешкән.
Бындағы ҡатын-ҡыҙҙар, даланыҡылар менән сағыштырғанда, оҙонораҡ буйлы, кәүҙә төҙөлөштәре яҡшы, оҙонсараҡ ҡуңыр йөҙлө, оҙон һәм тар танаулы, ҙур булмаған ауыҙлы һәм ҡара-һоро күҙле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшәү шарттары һәм кейәүгә иртә сығыу башҡорт ҡатындарын тиҙ арала, ситтән ҡарағанда, ҡарт итеп күрһәтә. Йыйылған мәғлүмәттәр башҡорт ҡатындарының әллә ни күп балалы булмауына дәлил - ғәҙәттә уларҙың балалары дүрт-биштән артмай. Климактерик халәттәре 40-45 йәштәр араһында башлана, ә ир-аттар ҡайһы берҙә ҡартайғансы дәртле һәм көслө булып ҡала. Башҡорттарҙа балалар үлеме бик ҙур һәм йыш ҡына 70 процентҡа тиклем етә.
Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Аҙағы. Башы 3-10-сы, 13-15-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА