«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
"ТЕАТРҺЫҘ МИЛЛӘТ ЮҠ..."
+  - 


Театр - үҙе бер башҡа ғәжәйеп донъя, меңәр йылдар дауамында үҫешкән һәм үҙгәрә барған иң боронғо һәм мауыҡтырғыс сәнғәт төрө. "Әгәр театрҙың асылы күңел асыу тамашаһында ғына булһа, бәлки, уға шул тиклем ҙур көс һалырға ла кәрәкмәҫ ине. Әммә театр ул - тормош көҙгөһө", - тигән бөйөк театр реформаторы Константин Станиславский.
Сираттағы әңгәмәбеҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Зиннур Фәрит улы СӨЛӘЙМӘНОВ менән.

Һеҙ сығышығыҙ менән сәнғәткә бирелгән, уға хеҙмәт иткән ғаиләнән. Ҡартатайығыҙ Әһлей Фазлый улын, атайығыҙ Фәрит Әһлей улын күреп белергә лә насип булғайны. Һөнәр һайлағанда икеләнеп тормағанһығыҙҙыр, тим. Үҙегеҙ һәм ижад баҫҡыстарығыҙ тураһында әйтеп үтһәгеҙ ине...

- Баймаҡ ҡалаһында тыуып-үҫтем. Атай-әсәйем Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан. Эйе, ғаиләбеҙ сәнғәткә бик яҡын, уға хеҙмәт иткән кешеләр. Атайым Фәрит Әһлей улы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеген етәкләне. Мин ҡартатайым ҡурайы, скрипкаһы моңо аҫтында үҫтем, тип әйтә алам. Әлбиттә, сәнғәткә яҡын торҙом. Баймаҡтың 3-сө мәктәбендә уҡыным, үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, сценарийҙар яҙа инем. Шулай ҙа мин тарихсы булырға хыялландым. Мәктәптә уҡыуҙың һуңғы ике йылында тарих уҡытыусыһы менән имтихандарға ныҡ әҙерләнеүем хәтерҙә ҡалған. Ул заманда юридик белем модала булды бит. Атайым да әйткәс, ошо һөнәр буйынса имтихан тотоп ҡараным. Конкурс бигерәк юғары ине, инә алманым. Был хәл 1995 йылда булды. Икенсе йылына документтарымды хыялымдағы БДУ-ның тарих бүлегенә алып барҙым. Тарихты һәйбәт белгәс, имтиханды яҡшы бирҙем, тик, конкурстан үтә алмай, тағы тороп ҡалдым. Ҡайтып, аңҡы-тиңке йөрөгәндә ул саҡта Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда баш режиссер булып эшләгән Земфира Алтыншина Өфө сәнғәт академияһына барырға кәңәш итте.
Шулай итеп, яҙмышым мине сәнғәт өлкәһенә килтереп бәйләне. Күңелдәге ижадҡа ынтылыш үҙенекен итте, бирелеп уҡыным. Стәрлетамаҡ студияһының (беҙҙең төркөмдө Стәрлетамаҡ театры өсөн әҙерләнеләр) художество етәксеһе Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова булды, белемде Рафил Рәүил улы Нәбиуллин кеүек данлыҡлы сәхнә оҫталары бирҙе. Артислыҡҡа уҡыһам да, гел режиссер булырға теләнем. Уҡыуҙы тамамлап, 2000 йылда эшкә килгәс, Стәрлетамаҡ театрының художество етәксеһе Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясованың, миңә спектакль ҡуйырға рөхсәт итегеҙ, тип теңкәһенә тейеп бөттөм. Ниһайәт, ике йыл үткәс, балалар өсөн Яңы йылға әкиәт эшләргә фатихаһын бирҙе ул. Шулай итеп, режиссерлыҡҡа юл ярҙым. Яйлап өлкәндәр өсөн дә спектаклдәрем сәхнәгә сыҡты. Артабан Мәскәүҙә Щукин исемендәге театр институтын тамамлап, дипломлы режиссер булып киттем. Александр Поламишев, Сергей Яшин кеүек ҙур шәхестәрҙең ҡулында уҡыуы - үҙе ҙур бәхет булды. Артабан мине Стәрлетамаҡ театрында режиссер итеп күсерҙеләр. Курсташым, продюсер Әлиә Яхина менән 2014 йылда "Заман драматургияһы һәм режиссураһы үҙәге"н ойошторҙоҡ. Үҙәккә бәйле эштәр менән йыш ҡына Өфөгә йөрөргә тура килде. Төрлө театрҙарҙа спектаклдәр ҡуйҙым, Татарстанға ла барып еттем. Былтыр Ҡаҙандың Тинчурин театрында 50-се спектаклем донъя күрҙе.

"Заман драматургияһы һәм режиссураһы үҙәге"нә ентеклерәк туҡталып китәйек әле. Ниндәй маҡсат тотҡайнығыҙ был эште башлап, уның һөҙөмтәләре булдымы, хәҙер уны дауам итеү зарурлығы юҡмы икән?

- Пьесалар, сәхнәгә сығарырлыҡ материал юҡ, тип йыш зарланабыҙ. Әлиә менән, һүҙҙән эшкә күсәйек әле, тип, "Заман драматургияһы һәм режиссураһы үҙәге"н булдырҙыҡ. Уның сиктәрендә ун йыл дауамында драматургтар өсөн махсус семинар-лабораториялар үткәрҙек, райондар буйлап экспедициялар ойошторҙоҡ, спектаклдәр сығарҙыҡ. Үҙебеҙҙән дә, ситтән дә күренекле белгестәрҙе саҡыра инек. Мәҙәниәт министрлығынан ярҙам күп булды, грант конкурстарында ҡатнаштыҡ. Барлыҡ проекттарыбыҙ үҙебеҙҙең халыҡ өсөн эшләнде. Ун йыл эсендә иллегә яҡын сара үткәрҙек. Әлбиттә, драматургияла яңы исемдәр ҙә астыҡ.
Милли театр сәнғәте һуңғы йылдарҙа драма әҫәрҙәренә ҡытлыҡ кисерә. Көн ҡаҙағына һуҡтырған яңы темалар юҡ. Үҙәк булдырып, беҙ милли драматургияны тергеҙеү маҡсатын күҙҙә тоттоҡ. Проза яҙғандар драмаға ла иғтибар итә башланы. Әйтәйек, Мөнир Ҡунафин, Зөһрә Бураҡаева, Шәүрә Шәкүровалар драматургияға килде, Сәрүәр Сүрина менән байтаҡ проекттар эшләнек. Яңы исемдәрҙән шулай уҡ Ангизә Ишбулдинаны билдәләп китергә мөмкин. Артабан ул Екатеринбургта драматургия курстарында уҡыны, пьесалары ҡуйыла. Әлеге көндә Санкт-Петербургта магистратурала уҡып йөрөй.
"Заман драматургияһы һәм режиссураһы үҙәге" башҡарған эшмәкәрлеккә бөгөн дә мохтажлыҡ бар һәм, әлбиттә, уны дауам итергә кәрәк. Театрыбыҙ янында драматургия мәктәбен булдырыу планы бар, тик нисек килеп сығырын ваҡыт күрһәтер.

Документаль материалға, тормош күренештәренә ҡоролған вербатим тәжрибәһен башҡорт театр сәхнәһенә башлап һеҙ сығарҙығыҙ шикелле, яңылышмаһам. Был һеҙҙең ижади эҙләнеүҙәрегеҙме, әллә репертуар төрләндереү маҡсатын тотоп эшләнгән эшегеҙме?

- Вербатим, йәки документаль театр - үткән быуатта барлыҡҡа килгән тамаша төрө. Типологик яҡтан ул уйлап сығарылмаған (нон-фикшн) әҙәбиәткә тап килә. Спектакль кешеләрҙең тура телмәрен һүҙмә-һүҙ ҡабатлау нигеҙендә төҙөлә. Рәсәйҙә вербатим күптән барһа, Башҡортостанда уны беҙ башланыҡ.
Өйҙә генә ултырып, өҫтәл артында уйҙырма сюжет ҡороп яфаланмаҫ өсөн, яҙыусыға тере материал, персонаж типаждары кәрәк. Райондар буйлап драматургтар өсөн экспедицияларҙы беҙ сюжеттар эҙләү, ысын булған ваҡиғалар тураһында белешеү, кешеләр менән аралашыу маҡсатынан ойошторҙоҡ. Балаҡатай, Күгәрсен, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил райондарына барҙыҡ. Институттың театр факультетынан Рима Харисова үҙенең студенттарын да ошо экспедицияларға ылыҡтырҙы. Улар материал туплау менән шөғөлләнде. Йылайыр районына Академтеатр менән бергә сыҡтыҡ. Һөҙөмтә булараҡ ике өлөштән торған "Ете быуын... Һаҡлаусылар" һәм "Ете быуын... Йәштәр" вербатимы сәхнәгә сыҡты. Улар тамашасыны аптыратып һәм һоҡландырып ҡына ҡалманы, тетрәндерҙе лә, уйландырҙы ла.

Зиннур Фәрит улы, театр сәнғәтенең бөгөнгө хәле нисек? Үҙем журналист һәм яҙыусы ла булараҡ, баҫма киң мәғлүмәт сараларының, әҙәбиәттең һәм китап нәшриәтенең бөгөн тәрән көрсөктә икәнен беләгүрә бирәм был һорауҙы.

- Халыҡ булғанда, минеңсә, әҙәбиәт бер ҡасан да бөтмәйәсәк. Матбуғат, ысынлап та, формаһын үҙгәртә, сөнки заман үҙгәрә. Заман менән бергә үҙгәрмәһәгеҙ, ни хәл итәһең, ғәйеп үҙегеҙҙә, тигәндәй. Төрлө техника барлыҡҡа килгән һымаҡ, мәғлүмәт сараларының да элеккеләре юғала бара, электрон рәүешкә күсә. Виртуаль донъяға инеп бөтөп барабыҙ хәҙер. Яһалма интеллектты, нейроселтәрҙе инҡар итеү мөмкин түгел. Улар бөгөн журналист эшен дә, композитор, рәссам эшмәкәрлеген дә тулыһынса үҙ өҫтөнә алырға һәләтле. Ошоларҙы иҫәпкә алмаһаҡ, әлбиттә, киләсәк юҡ. Интернет ҡанундары аяуһыҙ. Шул уҡ ваҡытта ижади эшкә эксклюзивлыҡты - ваҡиғаларға, ул йәки был хәлгә ҡарата үҙенең ҡарашын, мөнәсәбәтен, хис-тойғоларын, йәғни индивидуаллекте - тик кеше генә бирә ала. Үкенескә ҡаршы, хәҙер матбуғат баҫмалары ҡалыплашыу юлына баҫты. Үҙ ҡарашлы, үҙ фекерле журналистар бик һирәк. Шул уҡ ваҡытта мода тигән нәмә лә бар бит әле: иртәнсәк кофе эсеп, ҡулға шыптырҙатып гәзит тотоп ултырыу яңынан ғәҙәткә инеп китмәҫ тип, кем әйтер. Тормош хәҙер тиҙ үҙгәреүсән, барыһы ла булыуы ихтимал. Кеше раритетҡа ла тартылыусан икәнен онотмайыҡ.
Театрға килгәндә, хәл икенселәй. Театр - мәңгелек, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Сәхнә сәнғәтенә ике мең ярым йылдан ашыу һәм ул һаман йәшәй. Ошо үткән дәүерҙәрҙә Ер шары, кешелек ниҙәр генә күрмәне, ә театр һаман бар. Сөнки кеше тере сәнғәтте ярата. Уны хатта кино ла, башҡаһы ла алыштыра алмай. Сәхнәнән тере диалог, йыр, музыка инструменттарында уйнау, бейеү арбау көсөнә эйә. Заманса иң камил аппаратураны тоҡандырып йыр тыңлау, бәлки, ниндәйҙер ҡәнәғәтләнеү бирәлер, ләкин барыбер мәжлестәрҙә, концерттарҙа йырланған йырҙарҙан, артист уйнауынан тәьҫирләнеүгә етмәй инде ул.
Театрға кеше үҙен таныу, күңелен өйкәгән һорауҙарға яуап алыу, ҡайһы саҡ ял итеү ниәте менән дә бара. Сәхнәлә тере уйын, тормош күренештәре сағылдырыла һәм һин үҙеңде уның эсендә кеүек тояһың - был, ысынлып та, театрҙың мәңгелеге билдәһе. Беҙ йәмғиәттә йәшәйбеҙ, кеше кешегә мохтаж. Фатирҙарыбыҙға инеп бикләнһәк тә, сығып аралашҡыбыҙ килә. Театр нәҡ ошо мохтажлыҡты ҡәнәғәтләндерә. Бәлки, сәхнә үҙенең консервативлығы менән дә алдыралыр. Заманса алымдарҙы ҡулланып ҡарайбыҙ ул, мәҫәлән, бер мәл спектаклдәр барышында экран ҡуйыу ғәҙәткә инеп китте. Хәҙер ул мода үтеп бара, сөнки тамашасы, шоуҙан бигерәк, кешенең ябай аралашыуын, фәлсәфә ҡороуын, кеше яҙмышы тарихын ҡарағыһы килә, шунан кинәнес ала.
Ғөмүмән, бөгөн театр сәнғәте республикала юғары үҫеш кимәлендә, тип әйтә алам. Островский, театрһыҙ милләт юҡ, тигән. Милли театр булһа, халыҡ юғары сәнғәткә ынтыла.
Әлбиттә, үҙебеҙгә генә хас проблемаларыбыҙ ҙа бар. Тәү сиратта был милли драматургияға ҡағыла. Ул булмаһа, милли театрға юғалыу ҡурҡынысы янай. Дөйөм алғанда, театр йәшәй һәм йәшәйәсәк, ә бына милли театрҙар яҙмышы үҙебеҙҙән тора. Драматургтар аҙ, уның ҡарауы, прозаиктарыбыҙ күп. Театрыбыҙҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов, яҡшы пьесаларға ҡытлыҡ булғас, әйҙәгеҙ, прозаны сәхнәләштерәйек, тип, Таңсулпан Ғарипова, Гөлсәриә Гиззәтуллина һәм башҡа авторҙар әҫәрҙәрен сәхнәгә сығарҙы һәм был эште дауам итә.

Бөгөн республика театрҙары сәхнәһендә барған спектаклдәр теҙмәһенә күҙ һалам да, жанр ҡытлығы юҡмы икән, тигән уйға ҡалам. Сөнки күпселек пьесалар "комедия", "моңһоу комедия", "лирик комедия", "музыкаль комедия" билдәһе менән ҡуйыла...

- Кеше театрға ял итер өсөн дә йөрөй, тип әйткәйнем үрҙә. Бигерәк тә бөгөнгө ҡатмарлы ваҡытта, ысынлап та, комедия һорау менән файҙалана. Беҙҙең театрға килгәндә, жанрҙар төрлөлөгөн тотабыҙ. Бөгөнгө репертуарға күҙ һалһаҡ, "Ай тотолған төндә" - трагедия, "Ҡара йөҙҙәр" - драма, "Бөйрәкәй" - трагедия, "Ат уйнатып алдан бара" - патриотик сәхнә әҫәре, "Амеля" - драма, "Һинһеҙ килгән яҙҙар" - мелодрама. Комедиялар иһә - "Мөхәббәт ҡоштары", "Кейәүҙәр", "Фарман ханым". Беҙҙә тәрән темалар, ҙур проблемалар күтәргән спектаклдәр байтаҡ. Мәҫәлән, әлеге заманда трагедия юғалып ҡалған жанрҙар иҫәбендә. Рәсәй театрҙарында бик һирәк уйнайҙар трагедияны, ә беҙҙә ул бар. Эйе, халыҡ күберәк комедияны, мелодраманы үҙ итә. Репертуар тамашасыға яраҡлашып төҙөлә, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Тамашасы менән бергә йәшәйбеҙ, сөнки театр - бөгөнгө йәмғиәттең көҙгөһө. Беҙ бит айырылғыһыҙ бер бөтөн. Репертуар дәүләт заданиеһы, спектаклдәр һаны, касса йыйымы пландарын да иҫәпкә алып төҙөлә. Бер-бер артлы драмалар ҡуйылһа, зал бушап ҡала, тимәк, улай ярамай, комедия менән аралаштырырға кәрәк. Шундай нескәлектәре күп репертуар төҙөүҙең.

Республикала исемдәре билдәле драматургтар бармаҡ менән генә һанарлыҡ бит. Йыш ҡына, театрҙар үҙебеҙҙең авторҙарҙы ҡуймай, тигән зарланыу һүҙҙәрен ишетергә лә тура килә...

- Ә ҡайҙа һуң авторҙар, драматургтар? Беҙ үҙебеҙ ҙә аптырайбыҙ: нишләп заман менән бергә атламай яҙыусылар, нишләп театрға аҙ йөрөйҙәр, нишләп режиссерҙар менән аралашмайҙар, яҙыу кимәлен камиллаштырмайҙар? Аптырағас, үҙебеҙгә эҙләнергә, юҡты бар итергә тура килә. Пьеса сәхнәгә сыҡһын өсөн бер нисә шарт тап килергә тейеш. Ул иң элек театрға тап ошо ваҡытта һәм ошо труппаға ярашлы булырға, бөгөнгө көн һорауҙарына яуап бирергә тейеш. Кимәле тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уйнар өсөн характерҙар, образдар, сюжет кәрәк. Характеры булмаған персонажды кәүҙәләндереү, тамашасы алдына сығып, һүҙ бутҡаһы бешереү артист өсөн ҡыҙыҡ түгел. Драматургия - ул иң ҡыйын жанр. Ул пазлдар кеүек ҡорола. Тамара Искәндәрийә әйтмешләй, юғары математикаға тиң ул драматургия. Прозаны меңәрләп бит итеп яҙырға мөмкин, ә сәхнә әҫәре идеяһын иң күбендә ҡырҡ биткә һыйҙырырға кәрәк, һәр һүҙ ҡәҙерле, уны тейешле урында ғына мәғәнәле итеп ҡулланыу фарыз. Кульминация, образдар үҫеше һәм башҡаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ошо талаптарға еңел ҡараған драматургтар күп ул. Тик беҙ һәр саҡ яңы әҫәрҙәр, яңы авторҙар көтәбеҙ.

Шаулап-гөрләп "Театр яҙы - 2026" үтеп китте. Ул республиканың театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, профессиональ бәйләнештәрҙе нығытыу һәм сәхнәнең көнүҙәк тенденцияларын асыҡлау маҡсатын күҙҙә тотто. Ошо маҡсатына өлгәштеме икән фестиваль?

- "Театр яҙы" фестивале һуңғы тапҡыр 2017 йылда үткәйне. Туғыҙ йыл арауыҡ - байтаҡ ваҡыт. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән бынан ары фестиваль йыл һайын булырға тейеш. Ҡуйған маҡсаттарҙың барыһына ла өлгәштек, тип әйтеү, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер, иң мөһиме, эш башланды. Уҡыу программаһы, театрҙарҙың спектаклдәрен ҡарау, баһалау, тәнҡит һүҙҙәре ишетеү, үҙ-ара аралашыу - барыһы ла ижад, эш өсөн файҙаға ғына. Ғөмүмән алғанда, "Театр яҙы" Башҡортостан театрҙарының бөгөн нимә менән йәшәүен, режиссерҙарҙы һәм актерҙарҙы ниндәй мәсьәләләр борсоуын, сәхнә үҫешен нимә билдәләгәнен күреү мөмкинлеген бирҙе. Беҙҙең өсөн республиканың театр йәмәғәтселеген берләштереү һәм ижади аралашыу мөхитен булдырыу бигерәк тә мөһим ине.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республикабыҙҙың театр сәнғәте флагманы булды һәм, дәрәжәһен төшөрмәй, бөгөн дә уңышлы эшләп килә. Ижади коллектив ниндәй пландар менән йәшәй?

- Эйе, театрыбыҙ тотороҡло эшләп килә. Труппа көслө. Баш режиссерыбыҙ Айрат Әхтәм улы Абушахманов дәрәжәле, ҙур абруй ҡаҙанған ижади шәхес. Ул Рәсәй кимәлендә үткән төрлө театр сараларында даими ҡатнаша. Репертуарыбыҙ бай, жанрҙар төрлөлөгө менән дә алдырабыҙ. Башҡорт дәүләт академия драма театры Рәсәйҙең билдәле коллективтары иҫәбенә инә. Ике тапҡыр "Алтын битлек" Рәсәй милли театр премияһы лауреаты булды, йыл һайын номинант булараҡ билдәләнә, йә иң әһәмиәтле спектаклдәрҙең лонг-лист исемлегенә инәбеҙ. Былтыр Санкт-Петербургтың Александринский театры сәхнәһендә уйнаныҡ. Бындай мөмкинлек һәр коллективҡа ла бирелмәй. Шулай уҡ Мәскәүҙә, Ҡаҙанда, Венгрияла, Ҡаҙағстанда гастролдәрҙә булдыҡ. Милли театрҙар ассоциацияһында торабыҙ, коллегабыҙ Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин - уның Совет ағзаһы. Былтыр ситтән саҡырылған ике режиссер менән эшләнек. Улар - Санкт-Петербургтан Степан Пектеев һәм Ҡырғыҙстандан Уланмырҙа Ҡарыпбаев. Уланмырҙа менән тағы бер спектакль ҡуйырға иҫәп. Ғөмүмән, алға ҡарап, заман һулышын тойоп эшләйбеҙ, ҙур пландар менән йәшәйбеҙ.

Шулай итеп...
Зиннур Фәрит улы әңгәмәне "Театрға йөрөгөҙ!" тигән саҡырыу менән тамамланы: "Театрға йөрөргә, театр менән йәшәргә кәрәк. Ә драматургтарҙы бергә эшләргә саҡырам. Яҡшы пьеса яҙырға өйрәнергә иһә беҙгә килегеҙ, театрға йышыраҡ йөрөгөҙ, театр мөхитенә башкөллө сумығыҙ. Театр бит - ҡыҙыҡлы, уйҙырмалы, хыялдар менән бәйле айырым донъя. Аллаға шөкөр, башҡорт театры йәшәй һәм, әлбиттә, бында тамашасыларыбыҙҙың да өлөшө бик ҙур".

Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru