«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
КЕШЕЛЕК БИТ ХЕҘМӘТТӘН БАШЛАНА!
+  - 


Боронғо дини риүәйәттәргә ярашлы, әҙәми заттар ер йөҙөндә тереклек итә алһын өсөн уларға бер шарт ҡуйыла: ул да булһа - ейер ризыҡ табыу маҡсатында маңлай тирен түгеп, төрлө эштәр башҡарыу.

Ошо күҙлектән ҡарағанда, мәҫәлән, Тәүрат тәғлимәтендә, кешенең хеҙмәт менән йәшәргә мәжбүр ителеүе уға бирелгән яза, тип тә аңлатыла. Әгәр хеҙмәт яза ысулы икән, кеше унан ҡурҡырға, яфаланырға, ғазапланырға тейеш бит. Ә ысынбарлыҡта кешеләрҙең күпселеге үҙҙәре һайлаған, теләп башҡарған эш-шөғөлдәренән ҡәнәғәтләнеү таба, уның һөҙөмтәләрен күреп ҡыуана, хатта ләззәт тойғоһон да кисерә.
Ҡыҙыҡлы бер фекер хасил була: барса хайуандар, ҡош-ҡорттар, хатта бө-жәк-һәжәге лә билдәле бер биологик әүҙемлек һөҙөмтәһендә генә йәшәү, үрсеү әмәлен таба. Һәр тере йәндең гендарына һалынған тәбиғәт программаһы һис бер тотҡарлыҡһыҙ ғәмәлгә ашырыла: ҡайһылары үлән, еләк-емеш менән туҡланһа, йыртҡыс йәнлектәр, ҡоштар һәм балыҡтар үҙҙәренсә "һунар" итергә лә һәләтле. Тик улар, кешеләрҙән айырмалы, эш башҡармай, тәбиғи инстинкттары һәм үҙҙәренең күнекмәләре ярҙамында йәшәүен дауам итеү мөмкинлеген таба. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡасандыр беҙгә коммунизмдың бер принцибы итеп иғлан ителгән "Кем эшләмәй - шул ашамай" лозунгы, кешеләрҙән бигерәк, хайуандарға хас икән. Ҡыр хайуандары, ҡош-ҡорттар үҙ ғүмерҙәренең ахырына тиклем хәрәкәттә ҡала, улар "эштәре" туҡтау менән йәшәүҙән дә туҡтай.
Кешеләр йәмғиәтен хайуандар донъяһы менән сағыштырыуҙан әллә ниндәй фәтеүә юҡ һымаҡ, әммә уларҙың йәшәү рәүеше ҡай сағында шундай камил булып күренә, әйтерһең дә, ошондай биологик программалар үҙенә күрә бер теүәл яһалма интеллект итеп яратылған. Белеүебеҙсә, изге Ҡөрьән-Кәрим китабында "Бал ҡорто" тип аталған сүрә бар. Унда төрлө еләк-емеш ағастарының, хайуандарҙың, бал ҡорттарының кешеләргә файҙа килтереүе хаҡында аяттар бирелә. Тере заттар тәбиғәттән һалынған программаға ҡаршы килмәй, үҙҙәренә тәғәйен "хеҙмәтте" теүәл башҡара.
Кешелек тарихын кешеләрҙең хеҙмәт тарихы, тип тә нарыҡларға була. Ғалим-антропологтар фаразлауынса, иң боронғо, кешеләргә оҡшаш заттарҙың 2,6 миллион йыл элек йәшәүе мөмкин. Ә беҙҙең Homo sapiens (аңлы кеше) тип аталған ата-бабаларыбыҙҙың бынан 200 мең элегерәк хасил булыуы инҡар ителмәй. Нисек кенә булмаһын, аяҡтарына тура баҫып йөрөп, тирә-яҡты танып белә башлаған, көнитмештәрендә эш ҡоралдары ҡулланған кешеләрҙән ҡалған артефакттарға таянып, археологтар кешелек тарихының иң боронғо эпохаларын таш, бронза һәм тимер быуаттарына бүлеп ҡарай. Таштан, бронзанан һәм тимерҙән эшләнгән яһалма предметтар һәм, әлбиттә, эш ҡоралдары күпләп табылған һәм өйрәнелгән, улар - кешелек тарихының өнһөҙ шаһиттары.
XIX быуат философы Фридрих Энгельс үҙенең бер яҙмаһында хеҙмәт тураһында бына нисек итеп яҙа: "Хеҙмәт - һәр төрлө байлыҡ сығанағы, тип раҫлай политэкономдар. Ысынлап та, ул тәбиғәт аша шундай, һуңғыһы уны байлыҡҡа әйләндерерлек материал менән тәьмин итә. Әммә ул бынан иҫәпһеҙ ҙурыраҡ нәмәгә тиң. Хеҙмәт - кешенең бөтә тормошоноң төп шарты булып тора, һәм шундай кимәлдә - беҙ билдәле бер мәғәнәлә шулай тип әйтергә тейешбеҙ: хеҙмәт кешенең үҙен яралтҡан". Иң боронғо кешеләр - тәбиғәт балалары. Уларҙың йәшәй алыуы ла, үлеме лә тәбиғәт шарттарының йә уңайлы, йә иһә катастрофик торошо менән бәйле. Ошо тәү эпохаларҙы күҙ алдына килтереп булһа, әҙәми заттарҙың төрлө үҫемлектәр, үлән тамырҙары, еләк-емеш йыйып ҡына көн итеүҙәрен күрер инек. Боронғо кеше вегетарианец булған, тип фараз итәйек. Уларҙың көнитмеше хайуандарҙыҡынан әллә ни айырылып тормағанын күҙалларға була. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы һығымта: үҙҙәре йыйып алып ҡайтҡан үҫемлек орлоҡтарының шытып, үҫә башлауын күҙәтеү, төшөнөү һөҙөмтәһендә кешеләр үҫемлекселек, игенселек менән шөғөлләнә башлаған. Бына нисек бит ул - ауыл кешеләренең төп хеҙмәте булған игенселек, баҡсасылыҡ, еләк-емеш үҫтереүҙең йөҙәр мең йыллыҡ тарихы бар икән дәбаһа!
Ваҡыттар үтә килә һунарсылыҡ осоро башлана, ҡырағай йәнлектәрҙе ҡулға эйәләштереү малсылыҡ шөғөлөн хасил итә. Игенселәр, һунарсылар, малсылар - кешелекте йәшәтә һәм үҫтерә алыусы хеҙмәт эйәләре булып китә. Ут табыу серен асыу бронза һәм тимер быуаттарында кешеләргә руда иретеү ысулын уйлап табыу мөмкинлеген бирә, шулай итеп, кешелек үҫешенә яңы, көслө ынтылыш биргән металл иретеүсе һәм тимерсе һөнәрҙәре барлыҡҡа килә.
Кешелектең һәр бер тарихи эпохаһында, кешеләрҙең аң һәм матди мәҙәниәт үҫеше менән бәйле яңы хужалыҡ итеү ысулдары, бығаса булмаған эш ҡоралдары, хәҙергесә әйткәндә, яңы технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһендә йөҙәрләгән төрлө хеҙмәт төрҙәре лә хасил була. Ағас һәм балсыҡтан һауыт-һаба эшләү, тире эшкәртеү, туҡыма туҡыу, өҫ һәм аяҡ кейемдәрен тегеү, торлаҡ төҙөү, бысаҡ, балта, һөңгө, уҡ-йәйә етештереү, ҡырағай атты эйәләштереү, тәгәрмәс һәм арба эшләргә өйрәнеү, ел һәм һыу тирмәндәрен уйлап табыу һәм башҡа шундай меңәрләгән аң һәм хеҙмәт емештәре кешелек тарихының баһалап бөткөһөҙ ҡаҙаныштарын хасил итә.
Йәнә бына нимә мөһим. Матди яҡтан етеш дәүләттәрҙә айырым бер элитар төркөмдәр барлыҡҡа килә - дин әһелдәре, философтар, шағирҙар, рәссамдар, композиторҙар, йыраусылар һәм артистар, уҡытыусы-остаздар, табиптар һ.б. Улар ябай физик хеҙмәттән айырылып торған интеллектуаль хеҙмәт менән шөғөлләнә, ә былар барыһы лә кешелектең ижади ҡеүәһен бермә-бер үҫтерә бара.
Әле иҫкә алынғандар XIX - XXI быуаттарҙа кешелек үҫешенә бығаса хыялға ла инмәгән мөмкинлектәрҙе аса, ә хәҙерге заманда йәшәйешебеҙҙең барса өлкәләрендә лә цифрлы технологиялар киң ҡулланыла башланы, XX быуатта тик фантастик әҫәрҙәрҙә генә күҙалланған робот техникаһы һәм яһалма интеллект ысынбарлыҡ күренешенә әйләнеп тә өлгөрҙө.
Техник яҡтан ни тиклем йылдам үҫеш кисергән хәлдә лә, хеҙмәт даирәһе һәр кешенең, бер яҡтан, аң кимәленең юғары, икенсе яҡтан, ҡулдарының, билдәле бер хеҙмәт формаһына ярашлы, теге йәки был эшкә яраҡлы ғәмәлдәр башҡарыуға күнеккән булыуын талап итә. Шул уҡ роботтарҙы һәм яһалма интеллектты кеше үҙенең аҡылы һәм оҫта ҡулдары ярҙамында хасил итә. Аҡыл һәм ҡул берлеге үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй, ул балаларға белем биреү һәм тәрбиә процестары аша формалаша. Тимәк, йәш быуындарҙың интеллектуаль үҫеше менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, уларҙы махсус ойошторолған хеҙмәт ғәмәлдәрен башҡарыуға өйрәтеү әле лә бик тә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Унан һуң, һәр баланың физик һәм интеллектуаль үҫешенә хеҙмәт процестарының ыңғай йоғонто яһауы донъя педагогикаһында иҫбатлауҙы талап итмәгән аксиома булыуы күптән билдәле.
Йәмғиәт тә, дәүләт тә һәр кемдең билдәле бер һөнәргә эйә булыуын талап итә, ә хәҙерге шарттарҙа кешенең бер юлы бер нисә һөнәрҙе башҡара алыуы тормоштағы социаль конкуренция шарттарында уға өҫтөнлөк бирә. XX быуатта философтар кешенең физик һәм интеллектуаль хеҙмәтен камиллаштырыу, уны үҙенә күрә бер гармониялы халәткә индереү тураһында хыялланған. Хужалыҡ итеү, етештереү өлкәләрендә яңы технологиялар ҡулланыу һөнәрмәндәрҙең эш ваҡытын ҡыҫҡарта бара, ә унан ҡалған сәғәттәрҙе "буш", йә иһә бер файҙаһыҙға уҙғарылған ваҡыт, тип ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Был ял итеү, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу, походтарға йөрөү өсөн мөмкинлектәр аса. Әгәр ҙә ки кемдерҙең билдәле бер ижади ынтылыштары бар икән, ул үҙенең әлеге буш тип аталған ваҡытын ижади һәләттәрен асыуға һәм үҫтереүгә сарыф итә ала. Ҡәҙимге хеҙмәт ғәмәлдәрен башҡарыу менән бер рәттән, үҙ тормошонда ижади ҡаҙаныштарға өлгәшкән замандаштарыбыҙ артҡандан-арта бара хәҙер.
Хатта ғүмерҙәре буйына ғаиләләренә, иленә, халҡына хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан оло быуын кешеләре лә үҙ теләктәренә һәм мөмкинлектәренә ярашлы эштәр башҡара, ысынбарлыҡта улар үҙҙәренә генә хас хеҙмәт юлын дауам итә.

Шулай итеп...
Хеҙмәт - кешенең ғүмерлек юлдашы, унан башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Башҡарған эшеңдән ҡәнәғәт булып, өлгәшелгән уңыштарыңа ҡыуанып, уның татлы емештәренән ләззәт табып йәшәүгә ни етә, хөрмәтле замандаштарыбыҙ!

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.26 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru