«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТАҒЫ ЛА ҺӘЙКӘЛ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Башҡортостандың баш ҡалаһы символы - Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле ярты быуаттан ашыу ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡаршы алып, оҙатып ҡала ине. Хәҙер Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге махсус цехта һүтеп алынған һәйкәлде реставрациялау эштәре бара.

Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ҡарамағындағы Күҙәтеү советының "Салауат Юлаев һәйкәле" федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау (реставрациялау) мәсьәләһе буйынса сираттағы ултырышы реставрациялау оҫтаханаһында үтте. Билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренән, йәмәғәтселәрҙән торған совет вәкилдәре өсөн цех буйлап экскурсия ойошторолдо.
Реставраторҙар әлеге ваҡытта тикшереү эштәре алып бара. Улар һәйкәлде буяуҙан таҙартҡан һәм бығаса күҙгә салынмаған етешһеҙлектәрҙе тапҡан. Һәйкәлдең торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел, ҙур ярыҡтар барлыҡҡа килгән. "Салауат Юлаев һәйкәлен буяуҙан таҙартҡас, ҡойолған металдың ниндәй хәлдә икәнен күрҙек. Һәйкәлдең торошо беҙ уйлағандан насарыраҡ, - тип билдәләне Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе, Күҙәтеү советы рәйесе Салауат Ҡолбахтин. - Ысынлап та, республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбировтың һәйкәлде тиҙерәк яңыртырға тигән ҡарары ни тиклем мөһим икәне бөгөн йәнә раҫлана. Эксперт әйтеүенсә, металдың сифаты ҙур шик тыуҙыра. Унда ҡойоу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән бушлыҡтар, шлак күп, ә ошо шлак тулған бушлыҡтар эшкәртелмәгән. Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле күңелһеҙ асыштар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп. Тәүҙән үк сифатлыраҡ металл, сифатлыраҡ ҡойолған суйын булһа, тейешенсә хеҙмәтләндергән осраҡта һәйкәл оҙағыраҡ торор ине".
Реставрация төркөмө етәксеһе урынбаҫары Пётр Волков әйтеүенсә, эштәрҙең күләменә ҡарап, теге йәки был белгестәр йәлеп ителә, әлеге мәлдә алты кеше эшләй. Цех махсус техник ҡулайламалар менән йыһазландырылған. Һәр кәмселекте компьютер программаһы анализлаясаҡ. Һуңынан артабан нисек эшләү тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн белгестәр советы йыйыласаҡ.
Рәсәй һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөлөш академияһы скульптура факультетының скульптура кафедраһы мөдире, профессор, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы, Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләһе буйынса Күҙәтеү советы ағзаһы Салауат Щербаков та үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Башҡортостанда тарихи экспонаттар, милли башҡорт кейемдәре, кәсептәре, шул иҫәптән ҡамыт-дуғалар кеүек башҡорт аты кәрәк-яраҡтары менән Салауат Юлаев музейын ойошторорға була. Унда үҙенең тарихы булған ошо суйын һәйкәл лайыҡлы урын биләр ине. Әллә нисәмә быуын башҡорттар уны күреп үҫте. Уны быуаттар буйына һаҡлау өсөн Салауат Юлаев үҙәге булдырылырға һәм төп урында, бина эсендә, ошо һәйкәл торорға мөмкин.
Донъяла тотош халыҡ өсөн әһәмиәтле булған ҡиммәтле шедеврҙың музейға әүерелгән осраҡтары етерлек тип уйлайым. Бындай миҫалдар бар. Мәҫәлән, бар донъяға билдәле Давид статуяһы. Майҙанда уның аныҡ күсермәһе ҡуйылған, ә ысыны Флорентия академияһында көмбәҙ аҫтында урынлашҡан, барыһы ла Микеланджело яһаған ысын скульптураны ҡарарға килә. Өҫтәүенә, Давидтың бронзанан ҡойолған өсөнсө скульптураһы бар, ул йылғаның икенсе ярында тора. Петербургтың Йәйге баҡсаһында ла шундай уҡ хәл. Ысынлап та, Хрущёв һәм Брежнев ваҡытында һәйкәлдәрҙе суйындан яһағандар - ул заман билдәһе. Хатта Донбасстағы Саур-Могила ла суйындан ҡойолған.
Башлыса һәйкәлдәр бронзанан ҡойола, сөнки бронза яҡшыраҡ, уға атмосфера йоғонто яһамай. Ғөмүмән, бронза ваҡытҡа бирешмәй. Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан эшләү идеяһы булған, скульптор Тавасиев үҙе лә уны бронзанан ҡойорға теләгән. Мин шул һәйкәлде күрҙем. Уның гипстан яһалған моделе Мәскәү өлкәһендәге элекке сиркәүҙә урынлашҡан цехта оҙаҡ торҙо. Беҙ уны ҡарарға барҙыҡ, ошо моделде - сиркәү эсендәге ғәйәт ҙур һыбайлыны иҫләйбеҙ.
Шуға күрә һәйкәлде бронзанан ҡойоу идеяһын дөрөҫ тип уйлайым, бынан һуң ул Ағиҙел ярында мәңге торасаҡ. Белеүемсә, Башҡортостан Башлығы ла был идеяны хуплай, әлбиттә, халыҡ менән дә кәңәшләшергә теләй. Минеңсә, был дөрөҫ, яҡшы башланғысты хупларға кәрәк.

"БАШИНФОРМ".
"Киске Өфө" гәзите, №18, 8 - 14 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.26 | Ҡаралған: 41

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru