
Тыныслыҡ, хеҙмәт, еңеү символы булып күңелгә һеңгән май айын яҡшы хәбәрҙәр көтөп ҡаршылау үҙен аҡламаны: ил-ара ҡапма-ҡаршылыҡтар, үлем сәсеүсе һуғыштар дауам итә.
1 һәм 2 майҙа Украина Ҡораллы көстәре Рәсәй өҫтөнә хаттин ашып йөҙәрләгән дрон яуҙырҙы, ләкин беҙҙең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона саралары (ПВО) ошо ике тәүлек эсендә 600-ҙән ашыу пилотһыҙ осоусы дошман аппаратын бәреп төшөрҙө. Дошман был ике көндә Брянск, Курск, Белгород, Запорожье, Херсон өлкәләренән алып, Мәскәү, Новгород, Ленинград һәм Свердловск төбәктәренең тыныс халыҡ йәшәгән биләмәләренә, аэропорттарға, энергетика объекттарына тоҫҡап һөжүм итте. 3 май кис Мәскәүгә һөжүм иткән ете дрондың берәүһе баш ҡаланың Мосфильм урамындағы торлаҡ комплексына төшөп шартлаған. Байрам көндәрендә бигерәк тә Туапсе ҡалаһы ҙур хәүеф аҫтында ҡалды: һуңғы аҙна эсендә дошман был ҡалаға дүртенсе тапҡыр шартлатҡыстары менән һөжүм итте һәм был осраҡлы түгел ине: Туапсе нефть эшкәртеү заводы - Ҡара диңгеҙ ярындағы йылына 12 млн тонна нефть эшкәртеүсе мөһим объект булараҡ, диңгеҙ терминалы менән берлектә эшләй һәм 90 процент продукцияһын сит илдәргә оҙата. Завод территорияһы һәм диңгеҙ терминалына ҡабынған янғын өйөрмәһе дөйөм көстәр менән тулыһынса һүндерелгән.
Дошман үҙенең яуыз ниәттәрен балалар уйынсыҡтары һәм туп эсенә миналар итеп һалып китә, ләкин беҙҙең саперҙар уларҙың бындай ғәҙәтен яҡшы белгәнлектән, "тоҙаҡҡа" эләкмәй һәм алыҫ аралыҡтан уҡ шартлата бара. Әйткәндәй, "Көньяҡ" ғәскәр төркөмөнөң 238-се артиллерия бригадаһы саперҙары ошо көндәрҙә Донецкиҙағы граждандар объекты өҫтөнә төшөп, шартламай ҡалған самолет рәүешендәге FP-1дронын торлаҡ йортҡа һис бер зыянһыҙ зарарһыҙландырыуға өлгәште. Ә "Көнсығыш" төркөмөнөң пилотһыҙ осоусы аппараттар операторҙары һауа разведкаһы үткәреп, дошман дрондары маршруттарын асыҡлағас, уларға ҡаршы истребитель дрондар ебәреп, Запорожье өлкәһенә яуҙырыласаҡ дошман шартлатҡыстарының юлын бүлде. Яугирҙарыбыҙҙың хәрби оҫталыҡ күнекмәләре күптән көндәлек батырлыҡ өлгөһөнә әүерелде инде. Хәҙер беҙҙең егеттәр Донбасс күген контролдә тотоуҙа ҡеүәтле "Мерлин" разведдронын файҙалана. Был аппарат сәғәттәр буйына Украина Ҡораллы көстәре позициялары өҫтөндә "эленеп" тора ала һәм дошмандың теләһә ниндәй йәшерен объекттарына хәтлем күҙәтергә һәләтле.
Халыҡ-ара хәлдәргә килгәндә, Яҡын Көнсығыш буйынса ыңғай хәбәр ишетелә биреп ҡуйғайны, уныһы ла ялғанлау һәм ике йөҙлөлөк һөҙөмтәһе булып сыҡты. АҠШ президенты Дональд Трамп тәүҙә үҙенә хас тотороҡһоҙлоҡ һәм ҡапма-ҡаршылыҡ менән ил Конгресына Иранға ҡаршы һуғыштың туҡтатылыуы хаҡында хәбәр итте, ләкин хәүефһеҙлек маҡсаттарында Ҡушма Штаттар ғәскәре Иран биләмәһендә ҡалдырыла, тип өҫтәне. АҠШ сенатындағы демократтар партияһы вәкилдәре Аҡ йорт хужаһының был хәбәрен "буш һүҙ бутҡаһы" тип атаны һәм һуғыштың дауам ителеүендә, шул арҡала илдәге тәртипһеҙлек, хаҡтар артыуында республикасыларҙы ғәйепләне. Әлеге ваҡытта десант кораблдәре төркөмө, 2 меңләп десантсы, шулай уҡ самолет, вертолет һәм башҡа саралар Иранға табан юл тотто. Трамптың төп маҡсаты - Иран уранын ҡулға төшөрөү. Үҙ сиратында ул Ирандың һуғышты туҡтатыу тураһындағы 14 пункттан торған документын һанға ла һуҡмай, уны ҡарап та сыҡмаған әле һәм шул уҡ ваҡытта әлегә хәрби хәрәкәттәр тынып торған арала ла Ормуз боғаҙын биктә тотоуҙы дауам итә.
Иран менән һуғыш Ҡушма Штаттарҙың үҙе өсөн дә юғалтыуҙарһыҙ үтмәне: CNN тикшереүҙәре буйынса Яҡын Көнсығыштағы 16 америка хәрби объекты ярайһы ныҡ зыян күргән, ҡиммәтле системалар - ПВО радарҙары, радиолокация станциялары эштән сыҡҡан. Тегерандың тыныслыҡҡа аҙымын һанламайынса, Вашингтон был конфликттан үҙенә отошлораҡ шарттар көҫәй, ул ғына етмәгән, Кубаға яҫҡыныуын дауам итә. Аҡ йорт лидерының энергияһы Германия канцлеры Фридрих Мерцтан үс алыуға ла етә хатта: канцлерҙың Вашингтонды Иранға ҡарата стратегияһы юҡлыҡта ғәйепләүенән һуң Трамп Германияла урынлашҡан ғәскәрҙәре составынан 5 мең хәрбиҙе был илдән сығарырға ҡарар иткән.
Ә бит һуңғы ваҡыт Мерцтың да шашыныуҙары сиктән аша бара. Етенсе тиҫтәһен ҡыуған был әҙәмде былтыр уҡ әле "ГФР-ҙы дүртенсе рейх итеп тергеҙмәксе Мерц Гитлерҙы ҡабатларға маташа һәм Европаны Рәсәйгә ҡаршы ҡоторта" тип яҙып сыҡҡайнылар инде. Ваҡытында экс-канцлер Ангела Меркель дә уның кем икәнен үтәнән-үтә күреп, "яман әҙәм" тип ҡылыҡһырлама биргәйне. Һәм, ысынлап та, ул Германияны баштан-аяҡ ҡоралланыу һәм оборона йүнәлешенә бороп, иҡтисади-социаль мәсьәләләрҙе икенсе планға күсерҙе. Илдә ризаһыҙлыҡ арта, меңәрләгән халыҡ урамдарға сыға һәм Мерцтың отставкаға китеүен талап итә.
Үткән аҙналағы тағы бер яңылыҡ: Әзербайжан Исламға ҡаршы йүнәлеш тотҡан, сикләнгән һәм бер яҡлы ҡараштағы Европарламент менән хеҙмәттәшлекте өҙөргә ҡарар итте. Европарламенттың күрәләтә Әрмәнстан яҡлы булып, Әзербайжанға, киреһенсә, нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәр ташлауы мөнәсәбәттәр ахырына һуңғы тамсы булды.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 8 - 14 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА