
Тыуған ил. Тыуған ауыл. Тыуған өй. Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән күңеле тулмаған кеше һирәктер. Айырыуса, сит яҡтарҙа күпмелер ваҡыт ғүмер иткәндәр ошо хаҡта йышыраҡ уйланыусан. Төптәнерәк фекерләп ҡараһаҡ, беҙ, барыбыҙ ҙа тиерлек, тыуған өйөбөҙҙән ситтә йәшәйбеҙ, тыуған ауылыбыҙҙан да алыҫтабыҙ. Баш ҡалала йә иһә республикабыҙҙың бүтән ҡасабаларында йәшәһәк тә.
Башҡортостаныбыҙҙан ҡырҙағылар инде Тыуған илдән киткәнгә һанала. Рәсәй тип аталған ҙур илдең төрлө өлкәләрендә ҡасандыр оҙаҡ йылдар хәрби хеҙмәттә йөрөгән кеше булараҡ, бына шундай уйҙар гел генә башымда әйләнә. Миндәйҙәр, әлбиттә, меңәрләгән. Кемдер иленә ҡайтып йәшәргә тигән теләк менән ғүмере буйы янһа, икенселәр, "Исмаһам, ҡайтып үлергә яҙһа ине", тип кенә хыяллана. Башҡа халыҡтарҙы яҡшы белеп етмәйем, бына милләттәштәрем хаҡында бәғзе ваҡыт ана шундай тәрән генә уйҙарға бирелеп алам. Ҡайҙарҙа ғына олағып йөрөмәгән икән башҡортом, ниндәй генә ерҙә ятып ҡалмаған башҡорт башы. Тик бына ошо фактҡа иғтибар итәйек: башҡа ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, сит ерҙәрҙе баҫып алыу менән дә булышмаған бит беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ! Беҙгә башҡаларҙың бер ҡарыш ере лә кәрәкмәй. Һәр саҡ үҙ еренең именлеге өсөн генә көрәшкән ҡартатайҙарыбыҙ, шулай уҡ күрше, туғандаш халыҡҡа, уның сиктәрен яттарҙан һаҡларға ла ярҙам иткән.
Борон-борондан күпме яҡташ, милләттәштәребеҙ, туғандарыбыҙҙың Европа илдәрендә ятып ҡалғанын, әлбиттә, бер кем дә һанамаған… Француздарға ҡаршы һуғышып, Парижғаса барып еткән утыҙлап полк составында булған боронғо халҡыбыҙ улдарының күпмеһе сит тупраҡты үҙ иткәнен дә бер Аллаһ ҡына белә (Сағыштырыу өсөн: һәр бер полкта бер мең тирәһе һалдат булған хәҙерге мото-уҡсыларҙың утыҙлаған полкы яҡынса алты дивизияны тәшкил итә. Был - бик ҙур һан!). Беренсе бөтә донъя һуғышы, шулай уҡ башҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандарҙы ҡуша башлаһаҡ, уларҙың иҫәп-хисабының осона бер ҡасан да сыға алмаҫ инек. Бөгөнгө көндә Махсус операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙе тыуған ҡасабаһына алып ҡайтып ерләһәләр, һикһән бер йыл элек кенә тамамланған, тарихыбыҙҙа булып үткән иң ҙур яуҙарҙың береһе - Бөйөк Ватан һуғышында юғалған бихисап яҡташтарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың береһен дә илгә алып ҡайтып ерләмәгәндәр бит. Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш сиктәрен азат итеүҙә ҡатнашып, япон самурайҙарына ҡаршы һуғышта, утыҙынсы йылдар Себер тайгалары тупрағында башын һалған ата-бабаларыбыҙ ҙа әллә күпмелер әле…
Баймаҡ районы Мәмбәт ауылынан Юнысбаев Исхаҡ исемле олатайым (әсәйемдең бер туған ағаһы) һуғыштан үҙенең хаттарында йыш ҡына бәйеттәр яҙып ебәрер булған. Әсәйемдән отоп алған шул бәйеттәрҙең бер аҙы хәтеремдә ҡалған.
Ҡулымдағы мылтығымды
блиндажға һөйәнем.
Тыуған-үҫкән илдәремә
ҡайтыр микән һөйәгем?..
Ошо юлдарҙы һағышланмай уҡыусы бер кеше лә табылмаҫтыр. Ҡайһы илдәрҙә генә йөрөүенә ҡарамаҫтан, тиҫтә быуаттар Ислам динендә булған ҡартатайҙарыбыҙҙың һәммәһе иманына тоғро булып ҡалырға тырышҡан. Иленә ҡайтып үлергә яҙмаған хәлдә лә, тик мосолмандарса ғына ерләүҙәре хаҡында хыялланыуын уларҙың бәйеттәрендә сағылған уй-хистәре аша беләбеҙ:
Аҡҡош оса, йөнө туҙа,
уның йөнөн кем йыйыр?..
Сит илдәрҙә вафат булһаң -
йыназ(а) уҡып кем ҡуйыр?..
Был шиғыр юлдары ла әлеге Исхаҡ олатайымдың фронттан яҙып ебәргән хаттарынан. Түшенә Ҡыҙыл йондоҙ ордены тағып, Аллаһ Тәғәлә ихтыяры менән тыуған иленә һау-сәләмәт ҡайтып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, күпмелер ғүмер кисереү бәхете тейгән олатайыма…
Һикһән бер йыл үтеп китеүенә ҡарамаҫтан, Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары хаҡындағы хәтирәләр күптәребеҙҙең йөрәк түрендә кисәгеләй генә һаҡланып ҡалған. Атайымдың бер туған ҡустыһы Һөйөндөков Заһитулла ағайым - Балтик диңгеҙе буйы илдәренең береһендә, ә ағаһы Хәкимйән олатайым Сталинградта (хәҙерге Волгоград) ята… Хәкимйән олатайымдың исеме "туғандар ҡәберлеге"ндә табылған булһа, Заһитулла ағайымдың ҡайҙа ерләнгәнен дә белмәйбеҙ.
Бер генә булһа ла туғанын һуғышта юғалтмаған берәй ғаилә бармы икән илебеҙҙә? Юҡтыр. Бына шулар хаҡында - ил именлеге өсөн ҡорбан булғандар тураһында әленән-әле иҫләп алыу кәрәк. Мосолман булып был донъянан киткән яҡындарыбыҙ, милләттәштәребеҙ өсөн, уларҙың тереклектә ҡылған гонаһтарын ярлыҡауын һорап, изге ғәмәлдәрен, ғибәҙәттәрен ҡабул итеүен Аллаһ Тәғәләнән һәр саҡ үтенеп, ана шул әруахтарыбыҙ исеменән мохтаждарға саҙаҡа биреп тороу ҡушылған беҙгә. Уларҙың барыһының да ғәмәл дәфтәре ябылған, шуға күрә уларға беҙ - әлегә иҫән булғандар ана шулай ғына ярҙам итә алабыҙ. Үҙебеҙ йәшәгән илебеҙҙә генә түгел, бөтә Ер шарында һәр саҡ тыныслыҡ булыуын, яуҙа йөрөгөн егеттәребеҙҙең һау-сәләмәт тыуған илгә әйләнеп ҡайтыуын Раббыбыҙҙан ялбарып һорап торорға ла онотмайыҡ, ҡәҙерле туғандар.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 8 - 14 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА