«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЕҢЕҮСЕ БУЛҒАНБЫҘ. ЕҢЕҮСЕ БУЛЫРБЫҘ...
+  - 


Башҡорт милләтен тарихтың уникаль феномены тип атарға була: беҙҙә үҙ ырыуыңды белеү һәм уға хас булған сифаттарҙы һаҡлау хәҙерге көндәргә тиклем күҙәтелә. Бынан һис бер ғәйеп эҙләү кәрәкмәҫ: ырыуыңды, тарихи сығышыңды онотмау -башҡортлоҡтоң бер аҫыл сағылышы ул.

Милләттәрҙең килеп сығышы, уларҙың боронғо тарихы тураһында фекер йөрөткәндә этностың төп нигеҙен тәшкил иткән ниндәйҙер ырыу-ҡәбиләләрҙең бергә уҡмашыуы, берҙәм халыҡ булып тупланыуы өсөн билдәле бер тарихи сәбәптәр булыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Әлбиттә, ырыуҙарҙың иң көслөһө, абруйлыһы үҙе тирәһенә башҡаларын йыя алырға тейеш. Халҡыбыҙҙы мин даръя менән сағыштырыр инем: инештәре булмаһа, даръя ла булмаҫ ине. Башҡорттоң эреле-ваҡлы ырыуҙары бер нисә тиҫтәгә етә, ә әүәлерәк 12 оло ырыу булғанлығы тураһында мәғлүмәт бар. Ә ниндәйҙер айырым ырыуҙың башҡорт тип аталыуы тураһында беҙ бер ни ҙә белмәйбеҙ. Миңә ҡалһа, башҡорт әлмисаҡтан Урал тауҙары тирәләй таралып йәшәгән ҡәүемдәрҙең уртаҡ атамаһы булып, тора-бара ошо исем аҫтында тирә-йүндә иң ҡеүәтле, ҡыйыу, ғәййәр һәм ғорур халыҡ, тип танылып, үҙе тирәләй башҡортлоҡто үҙҙәре теләп ҡабул иткән төрки телле ырыу-ҡәбиләләрҙе туплаусы һәм, З. Вәлиди яҙғанса, һис бер йыһангиргә баш бирмәүсе, еңеүсе этнос булып формалашҡан.
Башҡорттар иҫкә алынған ниндәй генә боронғо тарихи сығанаҡтарҙы алма, уларҙа беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың яугирлығы, бойондороҡһоҙлоғо, саялығы кеүек сифаттары һаналып, донъя тарихында ҡалдырған эҙҙәре ярылып ята. Миләди йыл иҫәбенә тиклемге быуаттарҙа барлыҡҡа килгән риүәйәттәрҙе үҙ эсенә алған Уғыҙ дастанында, башҡа төрки ҡәүемдәре менән бер рәттән, иң ҡеүәтлеләре иҫәбендә башҡорттар ҙа телгә алына. Беҙҙең эраға тиклем үк төрки донъяһында башҡорттар тап үҙенең исеме аҫтында еңелеү белмәҫ бер ҡәүем була тороп, ошо данлы тарихҡа күҙ йомоп ҡарауҙы мин башҡорт тарихын күрәләтә боҙоп, ямап-ялғап күрһәтеүгә тиңләр инем. Ошо фекерҙе раҫлар өсөн X быуат башындағы ғәрәп хәлифе Моҡтадир тарафынан Булғар ханы Алмушҡа ебәрелгән илселек сәркәтибе ибн Фаҙландың башҡорттар тураһында тарих биттәренә үҙ ҡулдары менән яҙып ҡалдырған мәғлүмәтен иҫкә төшөрөү ҙә етерлектер.
922 йылдың йәй башында Яғынды йылғаһына (хәҙерге Ҡаҙағстандағы Явинди йылғаһы) етеп килгән ғәрәп ҡаруаны башлыҡтары, йөҙәрләгән ҡораллы һаҡсылары булыуына ҡарамаҫтан, ҡаты ҡурҡыуға төшә. Ибн Фаҙлан яҙыуынса, уларҙы алдан уҡ былай тип иҫкәртеп ҡуйғандар икән: "Башҡорттарҙан ҡурҡығыҙ. Улар төрк ҡәбиләләре араһында иң уҫалы, иң көслөһө. Инсан үлтереүҙе һис бер нәмәгә ҡуймау яғынан иң алда йөрөүселәрҙән". Ғәрәп уҡымышлыһының был һүҙҙәрен нисек аңларға һуң? Ҡаҙағстандағы Моғажар тауҙарынан Яйыҡ йылғаһы аша үтеп, Соҡ, Кижлеү йылғаларынан арыраҡ ятҡан Һамар башҡорттары йәйләүҙәренә тиклем илселек ул замандағы башҡорт ерҙәренең көньяҡ сиген ашанан-аша үтеп сығыуына ҡарамаҫтан, ҡаруанға бер башҡорт та һөжүм итмәгән бит. Теләһәләр, шундай бай ҡаруанды ҡулға төшөрөү башҡорттарға бер ни ҙә тормаҫ ине. Тимәк, улар бер ҙә юҡҡа яуызлыҡ ҡылырға теләмәгән.
Еренә ҡорал тотоп килгән илбаҫарға ысынлап та башҡорттан да аяу булмағаны хаҡтан-хаҡтыр. Йәнә бына нәмә иҫкә төшә: ибн Фаҙлан менән аралашҡан башҡорттар, үҙҙәренең торналарҙы изгеләштереүе айҡанлы, уға "Сыңрау торна" риүәйәтен һөйләп ишеттерә. Бынан мең йылдан ашыу элегерәк һөйләнгән легенда беҙҙең көндәргә килеп еткәне менән һүҙмә-һүҙ тап килә. Лев Толстой дөрөҫ яҙған бит: башҡорттарҙан ысынлап та Геродот еҫе аңҡый! Был риүәйәт килеп сығышы буйынса бик боронғолор, сөнки ул ата-бабаларыбыҙҙың тотемистик ҡараштары формалашҡан дәүерҙең бер сағылышы. "Сыңрау торна" исемле боронғо көйөбөҙ - еңеүселәр гимны. Эйе, эйе, гимны! Ҡурайҙа "Сыңрау торна" көйөн тыңлаған ҡайһы башҡорттоң йөрәге тетрәнмәһен дә, күңеле аңлатып та булмаҫлыҡ хистәр менән тулышып, илаһи йыһан һулышын тоймаһын! Хоҙай үҙе ҡурсалаған еңелеү белмәҫ башҡорт рухына бағышланған мәңгелек һәйкәлдер ул ошо сихри көй.
Эйе, башҡорт тарихы - еңеүсән рух антологияһы, һәм уны тарих биттәренән һис кем юйып ташлай алмаҫ. Заманында тарихи яҙмыш башҡорттарҙың бер өлөшөн Дунай ярҙарына, алыҫ Паннония ерҙәренә алып килә. Ошо хаҡта киң мәғлүмәтле олуғ тарихсыбыҙ З. Вәлиди бына нисек яҙған: "Мысыр авторҙары Франция короле Луи IX етәкселегендә тәре йөрөтөүселәрҙең Тунис һәм Аҡаяға (1269-1270 йылдар) яһаған бөйөк походынан христиан башҡорттарҙың ғәйрәте һәм батырлығы тураһында һөйләй. Ошо хаҡта мәғлүмәт биреүсе Каратай Хазинадар христиан башҡорттарҙың барыһы ла төркисә һөйләшеүен, тәре йөрөтөүселәр араһында иң яуыз һәм уҫал булыуын, үҙҙәренең етди дәүләт тәшкиләте юҡлығын, бай сауҙагәр венециандар ҡаршыһында фәҡир, әммә, аяуһыҙ һуғышсанлығы менән танылған милләт булыуҙары арҡаһында, ҡайһы падишаһҡа буйһонһалар, шул падишаһтың еңеү ҡаҙанғанлығын, изге ер өсөн үлемде донъяла йәшәүгә ҡарағанда хәйерле һәм сауаплы күреүҙәрен аңлата".
Тағы ла бер тарихи факт. Монгол-татар яуы осоронда башҡорттарҙың ошо бәрелештәрҙә ҡатнашыуы хаҡында мәғлүмәт бик наҡыҫ. Монголдарҙың "Йәшерен тарих"ына ҡарағанда, башҡорттар Сыңғыҙ ханға итәғәт итеп, уның союздашы булып киткән. Һәр хәлдә лә, "Сыңғыҙнамә" дастанына ярашлы, башҡорт ырыуҙары бейҙәре үҙ биләмәләре менән идара итеү мөмкинлеген бөйөк хандың үҙ ҡулынан алған. Тәүге монгол баҫҡынсылары, 1223 йылда Калка йылғаһы буйында урыҫ ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, илдәренә кире ҡайтып барғанда башҡорт һәм булғарҙарҙың берләштерелгән көстәре тарафынан ҡыйратылыуы тураһында ла мәғлүмәт бар. Нисек кенә булмаһын, башҡорттар Алтын Урҙала еңелеүсе сифатында түгел, ә билдәле бер мөхтәриәтле ҡәүем рәүешендә көн иткән. Тимәк, ғәйрәтле йыһангирҙар ҙа, башҡортто үҙенә тиң күреп, еңеүселәр рәтенә ҡуйған түгелме һуң?
Әгәр халҡыбыҙҙа еңеүселек ҡото булмаһа, лидерлыҡ тәрбиәләнмәһә, йыраҡ-йыраҡ илдәргә барып көн иткән башҡорттар араһынан күренекле хәрби етәкселәр, дәүләт эшмәкәрҙәре сыҡмаҫ ине. XIII быуат аҙағында Иранда илһаниҙар хеҙмәтендә булған башҡорт генералы Ғазан хан бөйөк әмирҙәрҙән һаналһа, XIV быуатта Олжайту хан ғәскәрендә Джучи улусынан килгән башҡорт генералы Сыраҡан Башҡурт телгә алына. Мысырҙа һәм Сирияла мәмлүктәр хеҙмәтендә булған башҡорттарҙан Насретдин әл-Насыри әл-Башҡурди, Сәнжәр әб-Рукны әл-Башҡурди, Алаитдин Башҡурд әл-Насыри, Ғилметдин Башҡурд әл-Насыри, Ғилметдин әл-Башҡурди Беркундар бөйөк әмирҙәр булып танылған. 1322 йылда Дамаскта вафат булған әмир һәм ғалим Насретдин әл-Насыри ғәрәпсә гүзәл шиғырҙар һөйләп дан ҡаҙанһа, мәмлүктәрҙең падишаһы Каратай Хазинадар Ғилметдин әл-Башҡурдиҙы ғәйәт аҡыллы дәүләт кешеһе, ғалим һәм әхлаҡи йәһәттән өлгө булырлыҡ шәхес, тип баһалай. Башҡорттарҙың Рәсәй батшалығына саҡырылып, үҙ теләктәре менән урыҫ хакимлығын таныуы ата-бабаларыбыҙҙың көсһөҙлөгө йә ҡурҡаҡлығы һөҙөмтәһе түгелдер. Был тарихи ваҡиға ул замандағы Рәсәй хакимдарының башҡорттарҙың рухи ныҡлығын, бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышын иҫәпкә алыуын күрһәтә. Рәсәй батшалары ла тәүҙәрәк башҡорттар менән яулашып түгел, ә килешеп йәшәү юлын һайлаған, сөнки артыҡ күп һанлы булмаған ошо ҡәүемдең яугирлыҡ ҡеүәте менән улар кенәзлектәр осоронан уҡ таныш булған бит.
Ысынлап та, башҡорттарҙың түләгән яһағынан бигерәк, айырым ғәскәр ойошторорлоҡ хәрби көс рәүешендә Рәсәйгә ҡиммәт булғаны раҫ. Тиҫтәләгән башҡорт полктары Рәсәй империяһы армияһының тос ҡына йоҙроғо булып, уның дошмандары өсөн хәүеф-хәтәр сығанағына әүерелгән. Болалы XVII быуат башында башҡорт һыбайлылары, Минин һәм Пожарский ғәскәрҙәре менән бергәләп, Мәскәүҙе поляк хакимлығынан азат итһә, уларҙың ейәндәре 1813 йылда Париж урамдарынан еңеүселәр сифатында уҙған. XVII-XVIII быуаттарҙағы халыҡ ихтилалдары башҡорттоң һис тә баҫылырға, кәмһетелергә, еңелеү халәтенә төшөргә теләмәгән рухының сағыу балҡышы ул.
XX быуат башындағы инҡилабта әүҙем ҡатнашҡан халҡыбыҙ милли мөхтәриәткә өлгәшеү ниәтендә яңы рухи күтәрелеш кисереп, ҡанлы граждандар һуғышы йылдарында иҫ китмәле ҡаһарманлыҡ өлгөләрен күрһәтте. Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы составында автономия яулауы башҡорт рухының еңеүе рәүешендә ҡабул ителде. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышын да башҡорт халҡы өсөн етди һынау тотоу, тип баһаларға була. Был ҡырылыш осоронда халҡыбыҙ, күп юғалтыуҙар кисерһә лә, фашизмды еңеүгә булған ышаныс, рух ныҡлығы фронтта ла, тылда ла тиңһеҙ сыҙамлылыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләре булып кәүҙәләнде. Дошман менән батырҙарса алышҡан тиҫтәләрсә мең башҡорт яугиры СССР орден һәм миҙалдарына лайыҡ булды, 261 яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геройы тигән иң юғары исем бирелде.
Халҡыбыҙ тарихы - быуаттар дауамында барған көрәш тарихы. Ул - азатлыҡ өсөн, киләсәк быуындарҙың имен-аман көн итә алыуы өсөн барған көрәш. Азат рухлы ҡәүемдәр генә заманаларҙың ҡанлы бәрелеш-ҡыйралыштарына, сәйәси катастрофаларына бирешмәйенсә, ҙур юғалтыуҙарға дусар ителһә лә, үҙаллы милләт булып йәшәүен дауам итә. Кешелек өсөн һуғыштарҙан да ҡәһәрлерәк башҡа нәмә юҡтыр ул. Әммә, нисек кенә парадоксаль булмаһын, яуҙарҙа, һуғыштарҙа ҡатнашыу - халыҡ рухын нығытыусы фактор. Байтаҡ йылдар дауамында тыныс хеҙмәт шарттарында йәшәгән халҡыбыҙ күп ҡорбандар килтерелеп яуланған Бөйөк Еңеү рухын быуындан-быуынға тапшыра килде. Үҙенең ерҙә йәшә-үенең мәғәнәһен тапмай, ҡыҫҡа ғүмерен маҡсатһыҙ һәм файҙаһыҙ уҙғарған әҙәм балаһы үҙен-үҙе юғалтһа, көслө, еңеүсән рухынан яҙған йәмғиәттең дә киләсәге ҡараңғылыр. Еңеүсе - хужа, азат һәм хоҡуҡлы кеше булһа, еңелеүсенең ҡолға әйләнеүен тормош ҡануны итеп ҡабул итеү зарур. Тап ошо ҡанунды яҡшы үҙләштергәне һәм ҡуллана белгәне өсөн башҡорт атлы халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ данлы тарихы бар. Киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө булһын, тиһәк, йәш быуындарҙы еңеүселәр рухында тәрбиәләү фарыз.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 8 - 14 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.26 | Ҡаралған: 44

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru