«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЙӘШӘҮГӘ ЫНТЫЛЫШ БУЛҒАС...
+  - 


Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов 1911 йылдың 1 майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең (хәҙерге Баймаҡ районының) Темәс ауылында тыуған. Ул ике һуғышта, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында, ҡатнаша. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының 2-се эскадроны командиры булып хеҙмәт итә. Ленин, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, бер нисә миҙал менән бүләкләнгән. "РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы", "БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Мәмбәтҡолов Б.М. - Сибай педагогия училищеһына нигеҙ һалыусы, уның беренсе директоры. 1964 йылда мин шул уҡыу йортона уҡырға индем һәм 1968 йылда тамамланым. Сибайҙа эшләгән осоромда Бәҙри Мөжәүир улы миңә һәр ваҡыт кәңәштәре менән ярҙам итеп торҙо. 1981 йылда ул миңә һуғыш йылдарының ауырлыҡтарын һүрәтләгән иҫтәлектәрен биргәйне. Машинкала баҫылған ҡағыҙ биттәрен уҡып ултырғанда, Бәҙри Мөжәүир улының иҫ киткес ябай, түҙемле һәм ысын мәғәнәһендәге һуғышсы булыуын аңланым. Беҙҙең аранан ул 1999 йылда китте.
Утыҙ биш йыл ғүмеремде күренекле уҡытыусымдың ҡанаты аҫтында үткәрҙем. Уның иҫтәлектәрен беренсе затта, ул яҙғанса, биреү отошло булыр, тип уйланым. Йөкмәтке урыҫ теленән тәржемә ителде.
"Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет кавалеристары күберәк йәйәүле һалдат рәүешендә йөрөнө. Бер ат йөрөтөүсе (коновод) ун атҡа яуап бирҙе, ә һыбайлылар һуғышҡа инде. Улар мылтыҡ, автомат менән генә һуғышманылар - кавалерия частарының артиллерияһы ла, минометтары ла, танкыға ҡаршы пушкалары ла булды.
Атлы ғәскәрҙе яҙлы-көҙлө, юлдар ныҡ боҙолған саҡта, һуғышҡа индереү отошло булды. Урманлы, соҡор-саҡырлы, тау-ташлы урындарҙа ла атлыларға йыш мөрәжәғәт иттеләр. Илебеҙҙә 40-сы йылдарҙа шоссе, асфальт түшәлгән юлдар күп булманы. Европа илдәрен баҫып алғанда, немец танкылары шундай юлдарҙы файҙаланғанлыҡтан, Германияның фашист генералдары СССР-ҙағы хәлде тулыһынса иҫәпкә алмаған булып сыҡты. Юлдар яҡшы саҡта еңеүгә иҫәп тотҡанлыҡтан, көҙгө һуғыштар башланғас ҡына, аңланы улар үҙ хаталарын.
Сталинград фронтындағы һуғыштар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы өсөн ысын мәғәнәһендәге һынау мәктәбе булды. Блиновский утары йүнәлешендәге бәрелештәрҙән башланды дошман менән көс һынашыу. Беҙҙең 275-се полк дивизияның иң башында барҙы, ә полктың алғы һыҙатында мин етәкселек иткән эскадрон хәрәкәт итте. Беҙ аттарҙы тылда ҡалдырып киткәйнек, әлбиттә.
Утарҙың тирә-яғында дошмандың яҡшылап ҡоролған нығытмаһы булдырылғайны. Тышҡы траншеяның ҡулсаһы эсендә икенсеһе урынлашҡайны. Һуғышсыларым тышҡы окоптар теҙмәһенә яҡынлашыу менән дошман көслө ут асты. Уңайлы позицияны һайлап алып, беҙ ҙә ҡаршылыҡ күрһәтә башланыҡ. Төнгө алыш башланып китте. Беҙгә тиклем ошо йүнәлештә һуғышҡан 4-се эскадрон ниндәйҙер сәбәп арҡаһында алға бара алмаған икән.
Саҡырып алып, полк командиры Күсимов, бойороҡ бирҙе: "Эскадроның менән алға бар һәм яулап алған бейеклекте төп көстәр килгәнсе ҡалдырма!" Үҙе бейеклекте картала күрһәтте. Эскадроным, бөтәһе 120 кеше, төнө буйы туҡтауһыҙ һуғышып, Блиновский утарына ике-өс саҡрымға яҡынлаша алды. Әммә немецтәр көслө ут асҡанлыҡтан, беҙҙең һөжүм тотҡарланып ҡалды. Яугирҙар ергә ятырға мәжбүр булды.
Мин шуны яҡшы аңлай инем: бурысты мотлаҡ үтәргә кәрәк. "Ергә һырынып, дошман траншеялары яғына шыуышығыҙ", - тип бойороҡ бирҙем. Ҡараңғы төн беҙгә ярҙамға килде. Немецтарҙың позицияһына граната ташлау мөмкинлеге тыуыу менән мин: "Атакаға!" - тип һөрәнләнем. "Ура-а-а" ҡысҡырып, һуғышсыларым алға ташланды. Атыш оҙаҡҡа барманы, сөнки бәрелеш траншеяларҙағы ҡул һуғышына күсте. Пистолет тауыштары, ялт та-йолт итеп бысаҡ уйнағаны, йыртҡыс кеүек ҡысҡырып һуғышҡан ирҙәрҙең тауышына күмелде окоптар. Бәрелеш ҡыҫҡа, әммә ҡан ҡойошло булды. Гитлерсылар түҙмәне - сигенә башланы. Беҙ уларҙың артынан төштөк. Тик уңышлы һөжүм оҙаҡ дауам итмәне, сөнки оборонаның икенсе һыҙатындағы дошман ғәскәре беҙҙе ут менән ҡаршыланы. Вәғәҙә ителгән ярҙам, шулай уҡ төп көстәр иһә һаман күренмәне.
Төндөң икенсе яртыһында ғына Фитрат Абдуллин етәселегендәге ике тиҫтә автоматсы ярҙамға килеп етте. Беҙ шунда уҡ һөжүмгә күстек. Икенсе һыҙаттағы бәрелеш тә тиҙ арала ҡул һуғышына күсте. Ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә ҡаршы немецтар түгел, ә румындар һуғышыуын белдек.
Таң атыуға хәрби бурысты үтәнек: бейеклекте алып, окоптар ҡаҙа башланыҡ. Һөжүмде дауам итерлек көс ҡалмағайны. 140 һуғышсының тик яртыһы ғына сафта ине. Төп көстәрҙең килеүен көтөргә кәрәк, тигән ҡарарға килдем. Ҡан ҡойошло төнгө һуғыштан һуң старшина Ғафаровты, рядовой Сәлихйән Хоҙайғоловты (Күгәрсен районының Юлдыбай ауылынан), лейтенант Минниәхмәт Хәйруллинды (ТАССР-ҙың Саба районы Килдебәк ауылынан) һәм башҡа күптәрҙе эргәмдә күрмәнем. Улар һәләк булғайны. Ауыр йәрәхәт алғандар ҙа күп ине. Йөҙ ҙә ҡырҡ кешенең тик яртыһы ғына имен ҡалғайны.
Иртәнсәк фашистар атакаға күсте. Беҙ яулап алған бейеклекте кире ҡайтарыу ине уларҙың ниәте. Уң яҡтан танкылар яҡынлашты. Һул яҡтағы үҙәктән, туҡтауһыҙ ата-ата, пехота килгәне күренде. Сигенмәҫкә, һуңғы тыныбыҙға саҡлы һуғышырға, тигән бойороҡ биреп, дошманды ҡаршыларға әҙерләнергә ҡуштым.
Һуғыштың ҡыҙған мәлендә бәләгә тарыным: шартлағыс пуля һул билем аҫтындағы һөйәкте онтаны. Эскадронымдың ҡалған һуғышсыларын һаҡлап ҡалыу маҡсатында политрук Әхмәтовҡа кисекмәҫтән сигенергә ҡуштым. Политрук миңә һораулы ҡараш ташланы: һине алып китергәме? Юҡ, тигәнде аңлатып, башымды сайҡаным.
Һуғыш майҙанында мин яңғыҙым ятып ҡалдым. Һуңғы көсөмдө йыйып, наганымды ҡуйыныма тыҡтым. Дошманға тереләй бирелмәҫкә ҡарар иттем.
Күп тә үтмәне, эргәмдән фашистарҙың тәүге төркөмө үтеп китте. Шунан икенсеһе. Өсөнсөһө... Бер-бер артлы үтте лә үтте улар. Миңә берәүһе лә иғтибар итмәне. Һуғыштың барышын атыш, шартлау тауыштары аша ғына белеп яттым.
Көндөң тәүге яртыһы үтте, шунан - икенсеһе. Сигенеү ҡапыл булғанлыҡтан, миңә тәүге ярҙам күрһәтеп өлгөрмәгәйнеләр. Ҡанһырау, яраның түҙеп торғоһоҙ һыҙлауы арҡаһында көсөм кәмегәндән кәмене. Өҫтәүенә, тәүге ҡар яуҙы. Ныҡ ҡына һыуытты, өшөй башланым. Ваҡыты-ваҡыты менән аңымды юғалттым. Өҙөк-өҙөк булып, һөйөклө әсәйем, балаларым тураһындағы уйҙар килде башыма. Яраланыуыма ун бер сәғәт самаһы ваҡыт үтеп киткәйне инде.
Иҫемде инде юғалттым тигәндә, һуғыштың үҙемә яҡынлашыуын аңланым. Немецтар, төркөм булып, эргәмдән кире яҡҡа үтә башланы. Бер нисә һалдат, эргәмдә туҡтап, ҡолаҡсын бүркемде, йөндән бәйләнгән бирсәткемде үҙләштерҙе. Портупеямды ҡырҡып, сумкамды һәм ҡайышымды алды. Итегемде систереп торманылар, сөнки ҡышҡыһын уның файҙаһы булмаҫ, тип уйланылар, ахырыһы.
Мин һәләк булманым. Артиллеристар ярҙамында полкым мин ятҡан бейеклектән фашистарҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Күп тә үтмәне, иптәштәрем эргәмә килеп етте - политрук Әхмәтов ятып ҡалған урынымды иҫләп ҡуйған икән. Һаҡ ҡына плащ-палаткаға һалып, тылға алып киттеләр. Аҙаҡ еңел арбаға күсереп, санчаска килтерҙеләр. Юлда аңымды юғалттым.
Санчастә иҫемә килдем. Баш өҫтөмдә полк комиссары Әлибаевтың йөҙөн күрҙем. Уның эргәһендә полк табибы Хомяков тора ине. Хәлем насар булғанлыҡтан, ирекһеҙҙән күҙҙәремде йомдом. Әлибаев табибҡа: "Эскадрон командирына нисек ярҙам итергә була?" - тип өндәште. "Ни бары 15-20 минут ғүмере ҡалған уның, - тип яуапланы ул. - Артығына өмөт юҡ".
Был һүҙҙәрҙе мин дә ишеттем. Булған ғына көсөмдө йыйып: "Минең йәшәгем килә," - тип әйтә алдым. Минең һүҙҙәрем тәьҫир итте Хомяковҡа. Бер нисә мәртәбә энә ҡаҙап, мине һәм полк табибын дивизияның санитар эскадронына оҙаттылар. Барып еткәс, мине хирургия өҫтәленә һалдылар - өмөтләнеүемсә, операция яһау өсөн. Әммә дивизияның баш врачы ризалашманы: "Яралы операцияны кисерә алмаясаҡ, сөнки 20-30 минуттан йән бирәсәк", - тине. Хомяков баш врачҡа ҡаршы төштө: "Мотлаҡ дауаларға кәрәк", - тине ул. Ысынлап та, дауалауҙың һөҙөмтәһе булды: сәғәт самаһы ваҡыт үткәйне, минең хәлем бер аҙ яҡшырҙы.
Шул уҡ көндөң кисендә ауыр яралыларҙы - мине, Кусимовты, Макеевты һәм тағы бер нисә кешене - машинаға һалып, тылға оҙаттылар. Тимер юл станцияһына туғыҙ тәүлектән һуң ғына барып еттек, сөнки төнөн генә хәрәкәт иттек. Бөтә яралыларҙы, тауар вагондарына тейәп, Балашов ҡалаһына ебәрҙеләр. Унда йәрәхәт алған һуғышсыларҙы, яраларының еңел-ауыр булыуын иҫәпкә алып, төркөмдәргә бүлделәр, ялан госпиталенең вагондарына урынлаштырҙылар. Яралыларҙы һәм ауырыуҙарҙы Балашовта оҙаҡ тотмауҙары хаҡында белдек. Көн һайын госптиаль меңләгән кешене ҡабул иткән булып сыҡты.
Шул дауахананың табибы, ярамды ҡарағандан һуң, күрһәтмә бирҙе: "Яраһын эшкәртегеҙ ҙә етенсе палатаға һалығыҙ". Был палатаның үҙенсәлеген мин, әлбиттә, белмәй инем. Барып ятҡас ҡына уның тәғәйенләнешенә төшөндөм - өмөтһөҙ яралыларҙы ғына ебәрәләр икән шул бүлмәгә. Уларҙы тылға ебәреүҙең фәтеүәһе юҡ икәнде белгәндер инде табиптар. Ун өс кешегә иҫәпләнгән палатала көн һайын ике-өс кеше йән бирҙе, улар-ҙың урынына шунда уҡ икенселәрен һалдылар. Һуғыштың ҡанундары ҡаты - уларға ҡаршы барып булмай.
Тәүҙә миңә иғтибар булманы тиерлек - әйтерһең, үлеүемде көттөләр. Әммә ауыр һынауҙы үтеп сыҡтым: көндәрҙең береһендә табип мине иғтибар менән ҡарап сыҡҡандан һуң, ярҙам күрһәтегеҙ, яҡшыраҡ ашатығыҙ, тип күрһәтмә бирҙе. Етенсе палатала тағы бер ай яттым. Түҙҙем, үлмәнем. Хушлашыр алдынан шул уҡ хирург ярамды ҡарап сыҡты ла: "Йөрәгең ныҡ булып сыҡты һинең. Йәшһең бит. Түҙемлеһең дә. Тылға оҙатасаҡбыҙ", - тине.
Алыҫтағы тылға оҙаҡ барҙыҡ. Тәүҙә состав Ташкентҡа йүнәлеш аласаҡ, тинеләр. Бәхетемә күрә, ул Өфөгә юлланды. Мине баш ҡалабыҙҙың Ленин урамындағы 2575-се эвакогоспиталенә урынлаштырҙылар.
Госпиталгә ингәнемдә яраланыуыма ай ярым ваҡыт үтеп киткәйне. Ҡырҡ биш көн эсендә әсәйем, туғандарым минән бер генә хат та алманылар. Мин, әлбиттә, уларҙың борсолоуы, хәүефләнеүе хаҡында белеп йөрөнөм. Тик үҙем тураһында хәбәр ебәрергә мөмкинлегем булманы. Мине белгән ҡайһы бер яҡташтарым, Бәҙри һәләк булды, тип, ҡайһылары, ул дошман тылында ҡалды, тип яҙған булған икән.
Өфөгә килеү менән өйгә, именмен, Өфөлә дауаханала ятам, тигән телеграмма ебәрҙем. Әсәйем, Баймаҡ районы етәкселәре хәлемде белергә килделәр.
Туғыҙ ай эсендә ике госпиталдә дауаландым: бер ай Балашовола, һигеҙ ай - Өфөлә. Ярты йыл ҡыбырламай, бүлмәнең бер мөйөшөнә ҡарап ятырға тура килде, сөнки аяғыма 14 килолыҡ ауыртмаҡ элеп ҡуйғайнылар. 1943 йылдың авгусында, ниһайәт, ике ҡултыҡ таяғына таянып, өйгә ҡайтып индем.
Госпиталдән сыҡҡас, бер аҙнаға ҡалып, Өфөләге балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, завод-фабрикаларында сығыш яһаным.
Районыма ҡайтҡас, һаулығым бик яҡшы булмаһа ла, партияның район комитетына эшкә урынлаштым".

Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 8 - 14 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.26 | Ҡаралған: 44

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru