
Улар икеһе лә - Ишембай районында тыуып үҫкән шағирҙар Яҡуп Ҡолмой ҙа, Риф Мифтахов та яҡты донъяларҙа юҡ инде хәҙер. Ә бына яҡташтары күңелендә лә, республика халҡы хәтерендә лә улар иң ихлас әҙиптәр булараҡ һаҡлана. Риф ағай Мифтахов бер ваҡыт беҙҙең гәзиткә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, кавалерист ағайыбыҙ Яҡуп Ҡолмой тураһында яҙма алып килгәйне. Беҙ уны баҫып та сығарғайныҡ. Хәҙер гәзиттәрҙә бындай иҫтәлектәр бик үк күренеп бармай, иҫтәлек яҙыусы авторҙар ҙа юҡ кимәлендә, тип уйлап, уны гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тағы тәҡдим итмәксе булдыҡ әле.
"Ихласлыҡ һәм алсаҡлыҡ - Яҡуп Ҡолмойҙоң үҙенә лә, йыр-шиғырҙарына иң характерлы сифаттар булды, шулай булып ҡала. Ошо хаҡта уйлаһам, бер ваҡиға иҫкә төшә.
"Башҡортостан" китап нәшриәтендә хеҙмәт итеп йөрөгән саҡ ине. Бергә эшләгән шағир Ғәлим Дәүләтовтың ғаиләһенә Өфөнөң Достоевский урамынан ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Беҙ, нашриәттәге дуҫтары, уларҙы яңы урынға күсерешеп ҡуйҙыҡ. Эш бөткәс, уйнарға ярай, тигән йола буйынса, кисен фатирҙы "йыуырға" ултырҙыҡ. Беҙҙең менән Яҡуп ағай ҙа бар ине. Баҡтиһәң, ул Ғәлимдәргә күрше генә йортта йәшәй икән. Бер ни тиклем "ҡыҙып" алғас, мин яҡташыма шундайыраҡ һүҙҙәр менән өндәштем:
- Хөрмәтле Яҡуп ағай, мин шиғырҙарығыҙ аша һеҙҙе бик күптән беләм, теләйһегеҙме, уларҙы яттан һөйләйем?
Яҡуп ағай, үтә ныҡ аптырауҙан, ахырыһы, аяғөҫтө тороп:
- Кит анан, булмаҫ! - тине.
Мин уңайлыраҡ урынға баҫтым да мөхәббәт хаҡындағы бер шиғырҙы яттан һөйләй башланым:
Мөхәббәтем ҡасан тыуғандыр ул,
Һиҙмәй ҡалдым хатта үҙем дә.
Йөрәгемде елкендереп бер ҡыҙ
Урын алды минең күңелдә.
Һиҙмәй ҡалдым, әллә тәүге тапҡыр
Ҡыймай һүҙ әйткәндә тыуҙы ул.
Һис тә тынғы бирмәй, хыялымда
Көлөмһөрәп һаман торҙо ул...
Яҡуп ағай, ике ҡулын да күкрәгенә ҡуйып, шаҡҡатып торҙо ла, ҡапыл ғына:
- Етте! - тине.
Мин аптырап туҡтап ҡалдым. Шул саҡ ағайыбыҙ салбар кеҫәһенән шыптырҙап торған биш һумды тартып сығарҙы ла:
- Мә, магазинға йүгер! - тип аҡсаны миңә һуҙҙы.
Ағайым әйткәненән кире сигенерлек түгел ине - йүгерергә тура килде.
Беҙ "ҡыҙа" барҙыҡ. Бына бер саҡ бергә эшләгән Фәнил Йомағужин менән икәүләп, минең яҡташтың һүҙҙәренә яҙылған, киң билдәле "Былбылым"ын һуҙып ебәрҙек. Был юлы ла ағайыбыҙ, йөрәгенә түҙә алмай, бүлмәлә йөрөй башланы ла, беҙ йырлап бөтөр-бөтмәҫтән, тағы ла яңы "бишлек"те тартып сығарып, беҙҙе магазинға йүгертте...
Яҡуп ағайҙың ихласлығы, йомартлығы, ғәжәп бер үҙенсәлекле кеше булыуын мин ошо кисәлә беренсе тапҡыр күрҙем. Әммә Яҡуп ағайҙың ғүмер һуҡмағы, үҙе яҙғанса, "оҙон да, бормалы ла һәм янар утлы ла, текә таулы ла. Уны үткәндә, тирең генә түгел, күҙ йәшең дә түгелә".
Эйе, Яҡуп ағайға был тормошта, күҙ йәше генә түгел, яу яланында ҡан ҡойорға, ут-дауылдар аша үтергә лә тура килә. Шуға ла уның шиғриәтендә һуғыш темаһының төп урын биләүе бик тәбиғи хәл. Был хаҡта ла оҙон-оҙаҡ һөйләргә булыр ине. Шуны ғына әйтке килә. 1939 йылда Яҡуп Ҡолмой Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүҙә Мәскәүҙе һаҡлауҙа, унан Әрмәнстанда ойошҡан атлылар дивизияһына эләгеп, ҡанлы яуҙарҙа ҡатнаша. Йәш шағир 1944 йылда Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә. Ҡыйыу кавалерист күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Дан ордены, һигеҙ миҙал менән наградлана. Уны белгән кешеләр, бигерәк тә ҡәләмдәштәре, яратып, "кавалерист" тип шаяртырҙар ине. Мин дә ҡыҫҡа ғына иҫтәлегемде шиғри етди шаяртыу менән тамамлайым:
Кәмһетмәйем һис,
Арттырмайым һис:
Һин булдың һәр саҡ
Ҡыйыу кавалерист.
Яу туҡтағанда
Һиндә - тойғо-хис.
Ут кисеп тыуған
Шағир-кавалерист.
Булманы һиндә
Алдау, нәфрәт, үс:
Ҡалдың саф килеш,
Яҡташ, кавалерист.
"Атлы Яҡуп" һин -
Ихласлыҡ һәм хис.
Күңелдән китмәҫ
Шағир-кавалерист!"
Риф МИФТАХОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 8 - 14 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА