«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ПОЧТАЛЬОНДАРҒА ҠЫТЛЫҠМЫ?
+  - 

Беҙҙең быуын кешеләре өсөн һәр йорт өҫтәлендә гәзит-журналдар ятыуы ғәҙәти күренеш ине. Бөгөн ошо матур күренештең юҡҡа сыға барыуы борсолдора.

Хәтеремдә, Ишембай районы Һайран ауылы мәктәбендә эшләгән тәүге йылдарҙа почтальондың юлдан ҡайтыуын көтөп, өйөнә барып тора инек. Почтальоныбыҙ Хәнә апай һәр өйгә инер, хәл-әхүәл белешеп, шатландырып сығып китер ине. Рәхмәт яуғыры! Бөгөн ҡағыҙ баҫмаларыбыҙҙың һәр уҡыусыға барып етә алмауында, тираждары кәмеүендә ошо хәл - почта бүлексәләре ябылыуы, почтальон булып эшләргә теләүселәрҙең кәмеүе лә сәбәпсе икәне берәүгә лә сер түгел.
Мәҫәлән, беҙҙең Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш почта бүлексәһе хеҙмәткәре пенсия йәшендә. Уға ял итергә ваҡыт еткән, ләкин уның урынына эшкә килеүсе юҡ. Почтальон юҡлыҡҡа һылтанып, күп урындарҙа почта бүлексәләре лә ябылыуы тураһында ишетеп торабыҙ. Почта эше еңелдән түгел, әлбиттә, ә эш хаҡы түбән. Йәш кеше 10 мең һум аҡсаға эшкә килмәйәсәк. Бөгөн һәр тарафта һәр хеҙмәткәрҙең эш хаҡы кәмендә 25 мең булғанда, ни эшләп почта хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы түбән булырға тейеш икән?
Мин бер нисә башҡорт баҫмаһын алып уҡыйым. Шулар араһында һәр беребеҙ күңеленә халҡымдың рухи хазинаһын еткереүсе "Киске Өфө" гәзите лә бар. Быйыл ейәнемә бүләк итеп, "Аҡбуҙат" журналына ла яҙылдым. Почта бүлексәһе ябылып, почтальонһыҙ ҡалһаҡ, бына шул баҫмаларҙан мәхрүм буласаҡбыҙ бит.
Тағы шуны өҫтәп әйтеп китәйем. Былтыр сентябрь айында Сочиҙа үткән журналистар йыйынында Антон Евгеньевич тигән кеше шундай фекер яңғыратты тип уҡыным: "Журналистарҙың репортажы, тапшырыуҙары телевизор эфирына бер-ике тапҡыр сыға ла, "елгә оса", онотола. Ә гәзит-журналдарҙағы яҙмалар ташҡа баҫыла, улар ғүмерле". Ысынлап та, гәзит-журналдарҙағы мәғлүмәттәрҙе ҡат-ҡат уҡырға, уйланырға, хатта бәхәскә инергә була. "Киске Өфө"нөң, мәҫәлән, бынан әллә нисәмә йыл элек сыҡҡан һандарын да бөгөнгөләй күреп уҡыйым, унда яҙылғандар һис иҫкермәй.
Шулай итеп, тел һағында ла тороусы почта хеҙмәткәрҙәренең финанс хәлен яҡшыртыу өсөн сара күрелергә, был сарала Хөкүмәт вәкилдәре лә, баҫма мөхәррирҙәре лә туранан-тура ҡатнашырға тейеш тип иҫәпләйем.

Фәрхәнә СУРАҠОВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.

"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.05.26 | Ҡаралған: 196

Киске Өфө
 
Күңелһеҙ кешеләрҙе тыңлап, өмөтһөҙ әҙәмдәрҙе төҙәтергә тырышып, алтын ваҡытыңды әрәм итмә. Был - ауырыу маҡсаттар һәм алдатҡыс ынтылыштар.

(О. Уайльд)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru