
- Бөгөн ауыл советында ултырышта теге оҙаҡ йылдар бер кем килмәгән, бер кем йәшәмәгән йорттарҙы емерергә кәрәк, тигәндәр, эйе! -Һәр икеһе сөкөр-сөкөр һөйләшеп, һәүетемсә генә сәй эсеп ултырған инәй-апайҙар, өҫтәлдең тәҙрә яҡ ситендә ултырған Разия апайҙың был хәбәрен ишетеп, ашауҙан туҡтап, уға текләнеләр. Беләм, Разия апай ярата ул хәбәрҙе матур итеп, еренә еткереп, тәмләп һөйләргә. Ҡайһы берәүгә был да оҡшамай.
- Йә, шунан, емерһәләр ни була? Алама булып, ауылды йәмһеҙләп, йыйын эскесе ояһына әйләнгән иҫке йорт нимәгә? Ризыҡ тәмен ебәреп ултыра шунда... - тип Разия апайҙы тыймаҡ булыпмы, әллә мин бар икәнде онотмағыҙ, типме, Шәмсиә апай икенсе яҡҡа әйләнеп, сәйен шурпылдатып һура башланы. Уның янындағы Бибикамал апай, күршеһенә ризаһыҙ ғына күҙ ташлап, әйҙә, эсә бир сәйеңде, тигәндәй, алдындағы тәмле бәлеш киҫәген Шәмсиә апай яғына этә бирҙе һәм:
- Һөйлә, һөйлә, Разия күрше, нимә тигәндәр инде? - тип, ҡалған ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡ хәбәр тыңларға өндәне. Разия апай Шәмсиә апайға үпкәсел ҡараш ташланы ла, тулҡынланыуын тыя алмай, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ултырған ерендә таушанып алды. Ниңә башланым икән тигән үкенес тә сағыла биреп ҡуйҙы йылы, ихлас ҡарашында...
- Нимә тип ни: райондан да әйткәндәр икән. Буш йорттар ун йылдан ашыу тормаһын, емерегеҙ, тигәндәр.
- Ыста, ул йорттарҙың хужаһы юҡтыр шул. Төп хужаһы булмаһа ни, балалары бар, ана, аҡса эшләп булмай ауылда, тип, ҡалаға сығып киткән күбеһе... - тип уны тағы ла бүлде теге Шәмсиә апай. Башҡалар ҡыҙығып тыңлағанды күргән Разия апай был юлы туҡтап торманы. Теҙҙе генә.
- Бына беҙҙең урамда ғына өс йорт эйәһеҙ тора. Инде емерелеп бөтөп баралар. Бер кемгә лә кәрәкмәй улар. Аҫҡы урамда Әптерәй менән Зилараның йорто ла буш. Нисәмә йыл гүр эйәһе булғандарына? - тип әйтеүе булды, аятҡа йыйылған табын "гөж" итеп ҡалды.
- Үрге урамда ла бар ундай йорттар. Емереп, урынына емеш баҡсаһы ултыртһаң, күпме файҙа? - тигән сәскәле яулыҡлы апайға тағы әллә кемдәр ҡушылды. "Беҙ риза! Үҙем үлһәм, ана шул силсәүиткә яҙыу ҡалдырам әле, бер кемем юҡ, хәҙер элекке кеүек йәш уҡытыусы килеп йәшәр тиер инең, мәктәпте лә яптылар. Алығыҙ йортомдо. Емерһәләр ҙә ярай, тиермен...", "Берәй закон сығарһындар атыу, тота килеп емереп, ҡом түләүле буламы силсәүит?", "Балалары беҙгә йорт кәрәкмәй тип отказ яҙһындар...", "Ҡасан емерәләр икән бынау күршенең йортон? Буш тора бит. Исмаһам, мунсалыҡ йә кәртә тоторлоҡ бүрәнә алып ҡалыр инем әле..." тиештеләр аяттағылар кемуҙарҙан.
...Минең ни "әллә кемдәр" тигәнемдең сәбәбе шул: мин - Гөлбикә, мәктәпте тамамлағас та, уҡырға тип, ҡалаға сығып киткәйнем. Шунан бирле йылына бер тапҡыр ике-өс көнгә генә ҡайтып йөрөнөм тыуған йортҡа. Әле әсәйем ауырыҡһына башлағас, ике айға бер ҡайта башланым. Бик күп ауылдаштарҙы күреп белһәм дә, исемдәрен онотҡанмын. Үҙҙәренән һорашыуы уңайһыҙ. Былай ҙа бер хәбәр башлаһаң, "Шуны ла белмәйһеңме" тип оятҡа ҡалдырырға әҙер торалар. Бер үпкәм юҡ үҙҙәренә, тормош бит, үҙҙәре генә миңә үпкәләмәһен.
Бына әле лә, мин ҡаланан ҡайтып инеү менән әсәйем "Аятҡа күршеләрҙе саҡырайыҡ" тип, өмөтлө ҡарашын төбәне. Их, белһә икән, иртәнән ҡара кискәсә хөкүмәт эшендә эшләп, яңғыҙың ғына бала үҫтереү ыҙаларын! Бер генә төн булһа ла тыныста йоҡлап, аҙ ғына ял итеп, бер тапҡыр тау башына тәбиғәткә сығып әйләнергә ине лә...
- Ярай, әсәй, ҡасан саҡырайыҡ? Миңә бер көндән кире юлға, - тинем
- Алай икән дә... Шылтырат хужаңа, тағы бер көн ял бирһен!
Белә шул әсәйем, ҡунаҡҡа әҙерләнеү өсөн ваҡыт кәрәк. Хужанан бер көн генә өҫтәп һорарға тура килде. Отпускы иҫәбенә. Башҡа сара юҡ. 80 йәште үткән ғәзиз әсәйеңдең үтенесен кире ҡағып булмай. Кем белә, бәлки, башҡа шулай күршеләрен, таныштарын ҡунаҡҡа саҡыра ла алмаҫ...
Кисә көнө буйы, хатта төнгө өскә тиклем әҙерләнем төрлө тәмлекәстәр. Ит бар, һалма бар, һалдың - бешерҙең. Тик аятта барыһы ла ҡатын-ҡыҙ, сәй ярата. Ҡамыр ризығынан башҡа табын буш була... Өлгөрҙөм шикелле: бәлештәрем дә өс төрлө, май икмәк тә бар, хатта "ҡош теле" тигәне лә... Ашап бөтмәһәләр ни, күстәнәскә апҡайтырҙар.
...Табын ҡыҙа ғына. Колхоз йыйылышымы ни. Инде ниндәй йортта ҡасан кем йәшәгән дә, хәҙер ҡайҙа сығып киткәнен, был йортто боҙорға яраймы, юҡмы, балалары уҫалмы, йыуашмы икәнен дә барлай башланылар. Тиҙҙән, моғайын, был аят-советтың ҡарары ла әҙер булыр, ахырыһы: ниндәй йортто ҡалдырырға, ниндәйен һүтергә...
Бәй, бәй, самауыр тынған да, һыуы ла насар аға башланы. Инәй-апайҙар шулай һөйләшә торғансы, самауыр яңыртып инәйем әле, тип, инде генә самауыр ҡолағына тотонғайным, тәҙрәгә күҙем төштө. Урам салт күренеп тора. Тау яғынан бер оло йәштәге, ҡара бушлат кейгән инәй, һәлмәк кенә атлап, беҙҙең ҡапҡа яғына ыңғайланы... Әлеге лә баяғы Разия апай, минең тәҙрәгә ҡарағанды күреп, башын борҙо ла:
- Аһ, аһ, бынау әбейҙе һис танымайымсы? Кемгә килә икән? - тип ҡуйҙы. Башҡалар, уның хәбәре бөтмәҫ, тигәндәй, урамдан үтеүсене ҡарап, тикшереп торманы. Табындағы хәбәрҙәр ҡыҙығыраҡ бит.
...Әсәйем ниңәлер оҙаҡланы. Көн кисләп бара, тауыҡтарға ем һибеп кенә инәйем, тип, сыҡҡайны ла. Әллә бер-бер хәл булдымы, тип уйлай-уйлай тышҡа сыҡтым. Әсәйем дә күренде кәртә ҡапҡаһы янында. Самауырҙы йорт янындағы йәйге таҡта аласыҡ янындағы оло тигеҙ ташҡа ултырттым да, һыу алырға тип, кире йорт соланына табан атланым. Һыу алып сығып килгәнемдә, ҡапҡа яғындағы баҡса мөйөшөндә, бер кеше пәйҙә булды. Ниңәлер йөрәгемде шом баҫты, һалҡын ел иҫкәндәй, ҡалтыранып ҡуйҙым. Кем булыр икән? Оҙон ҡара бушлат кейгән, башына зәңгәр яулыҡ ябынған, сиған ҡатынына ла оҡшамаған... Әсәйем, ҡунаҡҡа берәй кемдең килмәүе хаҡында өндәшмәгәйне. Әллә алдан әйткән дә, үҙе саҡырғанын онотҡан микән? Ни тиһәң дә 80 йәш. Хәтере самалы. Ул арала мин танымаған инәй тупһаға яҡынлашты.
Күкрәктән сыҡҡан моңло бер тауыш менән инәй: "Һаумы, ҡыҙым!" - тине лә кәртә яғына ҡараны. Ул да әсәйемде шәйләгән икән. Мин: "Һаумыһығыҙ! Әйҙә, инегеҙ өйгә!" - тип һыулы биҙрәне сайпылтмаҫка тырышып, самауыр янына ашыҡтым. Әсәйем беләлер әле үҙен. Бая тәҙрәнән күренгән кешенең тап ошо инәй булыуына шигем ҡалманы.
Әсәйемдең килеп еткәнен сабыр ғына ҡарап, үҙеме, әллә башҡа берәү таҙа итеп юнып биргән муйыл таяғына таянып көтөп торҙо инәй. Үҙе шат йылмая. Бик күптән килмәгән, ахыры. Әсәйемдең күҙҙәре насар күрә хәҙер. Яҡыныраҡ килмәйенсә, бер кемде лә танымай. Шуға бер-ике аҙым ҡалғас, инәйгә бер аҙ ныҡ итеп текләп торҙо. Оҙон ғүмере буйы күргән-белгән меңләгән кешене барлап, алдында торған ҡатынды шуларҙың береһенә оҡшатырға тырышыуы. Ниһайәт, шулай оҙаҡ тороуҙы килештермәй, ҡулдарын күлдәк итәгенә һыпырып, әлегә таный алмаған инәйгә ҡулдарын һуҙҙы ла: "Һаумы! Әйҙә, әйҙә, үт бындараҡ!" - тине. Теге инәй ниңәлер ҡул бирергә ашыҡманы:
- Һаумы, Рәшиҙәм! Ҡояшбикәм! Һаумы! Мине танымаһаң да һис үпкәм юҡ, оҙаҡ килә алманым яныңа, - тип әкрен генә атлай башланы. Әсәйем һуңлап килгән ҡунаҡты өйгә, табынға индерергә тейеш һымаҡ тойолдо миңә. Әммә ул инәйҙе үҙе артынан саҡырып, аласыҡ яғына әйҙәне. Ниңәлер, әсәйемдең былай ҙа аҡ йөҙө тағы ла ағарып киткәндәй, ҙур күҙҙәре тағы ла ҙурыраҡ асылғандай күренде миңә. Һаман да таный алмағанға күрә, уны аласыҡҡа саҡыралыр? Өндәшмәй атлауынан әсәйемдең ниндәй көсөргәнеш аша хәтер һандығын аҡтарыуы һиҙелеп тора ине.
"Ҡояшбикәм!" ти бит әле. Әсәйем элек һөйләгәйне, "Рә" һүҙе "Ҡояш" тигәнде аңлата, ауылда тик бер генә кеше мине шулай атаны, тине. Бына ошо инәй булған икән дә ул кеше...
Мин ҡуҙ алырға тип аласыҡҡа ингәндә әсәйем тәпәш урындыҡҡа яҡындағы бар һый-ниғмәттәрҙе теҙеп, теге инәйгә сәй эсерергә йыйына ине. Усаҡ алдында ҡайнап ултырған баҡырса ла, сәй сәйнүге лә әҙер. Табын ахырында ят кешене индереп, аят йәмен ебәрмәйем, тигәндер. Ысынлап та, саҡырылмаған, берәй йомош менән генә ингәндер был инәй. Минең мейес янында өйөрөлөп сөйөрөлгәнде күргәс: "Был ҡыҙ ҡайҙан килгән, кем балаһы?" - тиеүенә әсәйем: "Минең ҡыҙым ул, иң кесеһе, уны иҫләмәйһеңдер", - тип яуапланы ҡоро ғына. Әсәйемдең бик һөйләшкеһе килмәһә лә инәйҙең хәбәре йылға һымаҡ ағылды ғына...
- Ә-ә-әй, минең дә бар ине бит шундай сағым, Ҡояшбикәм, бар ине. Йәш инем, сая инем. Атайым, әсәйем әйткәнен ҡолағыма ла элмәнем... Хоҙай шуның өсөн язаланы мине. Язаланы. Туғандарыңды күрмәй, тыуған йортоңдан алыҫ китеп, ғүмерең буйы яңғыҙ йәшә, тине. Ҡояшбикәм, һин генә аңлай торғайның хәлемде, һин генә... Бына бөгөн дә ярҙамыңа өмөтләнеп килдем. Килтерҙеләр.... Ишетәһеңме? Минең ер йөҙөндәге берҙән-бер һәм ғәзиз тыуған йортомдо емерергә, юҡ итергә уйлайҙар. Шуны ишетеп килдем, - тине лә инәй кеҫәһенән ҡулъяулыҡ сығарҙы. Мин тышҡа йүнәлдем.
Самауырҙы итек ҡунысы менән борҡоттом да, ҡуҙы алынып, баҙлап киткәнсе көтөп торам. Аласыҡ ишеге асыҡ. Әсәйем инәйҙе йыуатып булаша. Инәй һулҡылдай-һулҡылдай илап, үҙенекен теҙә... Сит кешеләр хәбәрен йәшенеп тыңлау ғәҙәтем булмаһа ла, был юлы ирекһеҙҙән ишеттем уларҙың һөйләшкәнен.
"Беләһеңме, Көмөшбикә, мин йәшәгән ауыл янына һуғыш килде. Снарядтар беҙ йәшәгән йортто ла емерҙе. Өс бала, әсәйем урамда ҡалдыҡ. Атай һуғышта. Көҙ етеп килгән осор. Өшөйбөҙ. Асбыҙ. Беҙҙе күрше ауылдағы ағас аласыҡҡа индерҙеләр. Ваҡытлыса йәшәргә. Әсәйем мине көн һайын усаҡҡа сыбыҡ-сабыҡ килтер, тип, урманға ебәрә. Апайым әсәйемә йорт эштәрендә булыша, ҡустым бәләкәй, саҡ атлай башлаған. Ауыл янындағы урманда ҡурҡыныс, бер үҙем, тиҙ генә йыйған сатыр ботаҡтарҙы йөкмәйем дә, ауыл яғына елдерәм. Аяҡ кейеме юҡ, табандарым ҡанап бөтә. Ә бер көндө төпкәрәк инеп киткәнмен. Аҙаштым. Ярҙам һорап ҡысҡырырға ҡурҡам. Яҡында дошмандар отряды бар тигәйнеләр. Инде бар өмөтөм юйылып, йыуан бер ағас төбөнә ултырҙым да, шым ғына илай башланым. Көн кисләй. Шулай бүреләр генә ашар инде мине, тим. Шул саҡ артымда ботаҡ һынған тауыш ишетелде. Бар туғандарым, әсәйем менән бәхилләшеп өлгөрҙөм. Теге тауыш тынды ла ике, өс аҙым артта кемдеңдер: "Тор!" - тигән һаҡ ҡына өндәшеүе ишетелде. Ҡараңғылыҡ тауыштың эйәһе кем икәнен шәйләргә бирмәй. Шулай ҙа әйләнеп ҡараным. Ҡаршымда ике кеше. Мине эҙләргә сыҡҡандар, ауыл кешеләре, мылтыҡтарын да алғандар, тип ҡыуанам. Теге икәү үҙҙәре артынан әйҙәнеләр. Оҙаҡ ҡына атлағас, бер асыҡ яланға килеп сыҡтыҡ. Әле тегендә, әле бында кескәй усаҡтар яна. Һәр усаҡ тирәләй өсәр, дүртәр кеше ултыра. Барыһы ла ир-егет. Ҡурҡышымдан телһеҙ ҡалдым. Миңә йылы сәй, икмәк бирҙеләр. Эй шул икмәктең тәмлелеге! Мине тапҡан егеттең береһе янымдан китмәй. Барыһы ла үҙҙәренең телендә һөйләй, ә мин сәйер тойолһа ла, барыбер аңлайым. Барыһы ла мине яҡын күреп, үҙ һеңлеһе һымаҡ һөйләшкәс, ҡурҡыуым бөттө. Тирә-яҡ яҡтырғас та һине ауылыңа алып барырбыҙ, тинеләр..."
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА