БАШҠОРТ АТЛЫЛАРЫНАН...
тарихтарға һыймаҫ дан ҡалған
Мөхтәрәм яҡташыбыҙ генерал Шайморатовтың алдан күрә белеүсәнлегенә, еңеүгә сикһеҙ ышанысына таң ҡалырлыҡ. Был байраҡ менән дивизия бик күп бәрелештәрҙә булды һәм бөтәһендә лә еңеүгә өлгәште. Байраҡ Берлинды яулауҙа ҡатнашып, Эльбағаса барып етте. Бөйөк Еңеүҙән һуң илгә әйләнеп ҡайтты. Был көндәрҙә лә ул туҙған хәлендә Рәсәй Ҡораллы Көстәре үҙәк музейы фондында ҡәҙерләп һаҡлана. Уның күсермәһе Республика Хәрби дан музейына ҡайтарылды. Был турала тәфсирләп яҙыуымдың сәбәбе: тарихты белмәгән әҙәмдәр уҫал ниәттән дивизия байрағына бәйле уйҙырмалар яҙып, матбуғатта баҫтырыуҙы дауам итә.
...1942 йылдың 11-30 апрелендә дивизия тимер юл эшелондарына тейәлеп, юлға сыға. 1 майға иһә ул тейешле урынға барып етә. Дәүләт Оборона комитеты ҡарарына ярашлы, илдә 20 дивизия ойошторолорға тейеш, тигәйнек. Бында 97-се һәм 98-се төркмән дивизиялары, 90-сы, 100-сө, 102-се, 103-сө - үзбәк, 104-се - тажик, 96-сы, 105-се, 106-сы - ҡаҙаҡ, 110-сы, 111-се - ҡалмыҡ, 114-се - чечен-ингуш, 115-се - ҡабарҙы-балҡар атлы дивизиялары ойоштороу күҙҙә тотола ине. Күренекле тарихсы М.Ә.Бикмәев яҙмаһынан күренеүенсә, барлыҡ союздаш һәм автономиялы республикалар ҙа үҙәктән ҡуйылған бурысты үтәп сыға алмай. 1942 йылда беренсе булып тулы составта фронтҡа 110-сы ҡалмыҡ, 115-се ҡабарҙы-балҡар, 112-се башҡорт атлы дивизиялары һәм 225-се чечен-ингуш полкы китә. Башҡорт халҡының, республика етәкселегенең был саманан тыш ауыр, ҡатмарлы һәм үтә яуаплы бурысты үтәп сыға алыуы ул ваҡыт өсөн оло әһәмиәткә эйә ваҡиға була.
1942 йылдың 1 июнендә Брянск фронтына барып эләккән дивизия частары ул ваҡытта Курск өлкәһенә ҡараған (әлеге Липецк) Раздолье ауылы эргәһендә урынлаша. Фронт яҡында. Шайморатов дивизияһы 38-се армияға ҡараған 8-се кавалерия корпусында. Ашығыс рәүештә оборона һыҙығы төҙөлә. Хәрби бурыс нимәлә? Немец дивизиялары беҙҙекеләрҙе тапап үтеп, Воронеж ҡалаһына йүнәлергә ниәт тота. Баш командование был һыҙыҡта таштай тороп, дошмандың алға барыу юлын тотҡарларға бойора.
Аҙ һанлы атлыларҙың немецтарҙың ҡеүәтле һөжүме аҫтында ла уңышҡа өлгәшә алыуы тураһында Үҙәк органдарҙа мәғлүм була. "Красная Звезда" гәзите 8 июлдә (1942), "Хәҙер алғы пландарҙа аяуһыҙ һуғыштар бара. Был һуғыштарҙа танк көстәренән ҡала кавалерия частары ҡатнаша. Улар немец пехотаһына һөҙөмтәле һөжүм итә. Кавалеристар танкка ҡаршы ла ҡыйыу ташлана. Немецтарҙың бер нисә танкыһы һәм батальон пехотаһы юҡ ителде. Башҡорт кавалеристары Шайморатов иптәш командалығында немец пехотаһына көслө һөжүм ойоштора", тип яҙа.
Был көндәрҙәге аяуһыҙ бәрелеш Константин Симонов яҙмаларында ла сағылдырыла. "Красная Звезда" гәзитенең 1942 йылғы 31 июль һанындағы "В башкирской дивизии" исемле мәҡәләһендә ул беҙҙең ир-егеттәрҙең батырлығын һүрәтләй: "Боронғо батырҙар әкиәтен тоҫмаллаған был һуғыш шулай тамамланды: майор Нафиҡов үлер алдынан да туҡтамай һуғышты. Ә уның һуғышсан дуҫы майор Таһир Күсимов икенсе төндө үҙе өсөн дә, дуҫы өсөн дә һуғышты. Яу яланын дошман мәйеттәре ҡаплағайны..."
...112-се дивизия 1942 йылдың 9 октябрендә корпус составында 550 километрлы маршта булып, Урта Дондағы Слащевская ауылы тирәһендә туплана. Сталинград һуғышы көндәрендә тимер юл буйындағы немец ғәскәрҙәренә емергес һөжүм итеүҙә ҡатнаша, күп юғалтыуҙарға дусар ителә. 1942 йылдың 10 ноябрендә генерал-майор званиеһы алған Шайморатов иң оҫта, булдыҡлы командирҙарҙың береһе булып таныла. Танылған журналист һәм яҙыусы Илья Эренбург Сталинград һуғышы барған көндәрҙә дивизияла булып, "Башкиры" тигән эссе яҙып баҫтыра. Фаразлауымса, уны "Красная Звезда" һәм "Правда" гәзиттәрендә генә түгел, сит ил матбуғат баҫмаларында ла баҫып сығарған булырға тейештәр.
8-се кавалерия корпусы 1943 йылдың февралендә Ворошиловград өлкәһендә дошман тылында тәрән рейдта була. Ул көндәрҙә 3-сө армия (генерал Д.Д. Лелюшенко) Ворошиловград ҡалаһын азат итеү һуғыштарын тиҙ арала, 14 февралдә, тамамлай. Был ваҡиғаны данлап, Мәскәүҙә салют була. Ә тимер юлдарҙа вермахт эшелондарын ҡолатҡан башҡорт атлылары дивизияһына "гвардия" исеме бирелә. Ошо көндән башлана ла инде 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тарихы.
* * *
...Был юлы дошмандың оборона һыҙығын өҙөүҙе танк һәм механизацияланған корпустар башҡарырға тейеш була. Ләкин улар был һыҙыҡҡа килеп етә алмай ҡала. Оборона һыҙығын үтеү Шайморатов дивизияһына йөкмәтелә. Атлы ғәскәр фашист дивизиялары ҡамауында. Көн һайын тиерлек һауа һөжүме. Тыл хеҙмәте булмағанлыҡтан, аҙыҡ-түлек юҡ, аттар ҡаралты башындағы һаламды кимерергә мәжбүр. Снарядтар һанаулы, патрондар бөтөргә тора. Көньяҡ-көнбайыш фронт, "Көтөгөҙ, ярҙам киләсәк", тип вәғәҙә бирә, ләкин ярҙам юҡ. Корпус командиры генерал Борисов ғәскәрҙе үҙ ҡулында тота алмай. Бөтә көс Шайморатовҡа төшә. Шайморатовтың талап итеүе буйынса был көсөргәнешле хәл хәрби совет ултырышына ҡуйыла. Уны Шайморатов алып бара. Хәрби совет ҡамауҙан сығыуҙы Шайморатовҡа тапшыра. Бер кис эсендә эшләнгән хәрби планға ярашлы, атлы ғәскәр 19 февралгә ҡаршы төндә бер аҙнанан артыҡ биләп торған Чернухинонан сығып китә. Немецтар, ниһайәт, һемәйеп ҡала. Атлылар таң атыуға арыу ер үткән булалар.
23 февраль иртәһендә генерал Борисов ғәскәрҙе алға алып барыуҙы ашыҡтыра һәм күрәләтә дошман тоҙағына баш тығырға мәжбүр итә. Ҡыҫҡаһы, Шайморатов бойороҡто үтәй, әммә ғәскәрҙе немецтарға туранан-тура барыуҙан һаҡлап ҡала. Был уның тағы бер батырлыҡ дәлиле.
Күп кеше ҡырыла. Һуңынан "хәбәрһеҙ юғалдылар" исемлегенә яҙыла. Шулай уҡ Шайморатов та ошо исемлеккә эләгә. 1943 йылдың көҙөнән башлап атлылар Украинаны, Белоруссияны азат итеү һуғыштарын уңышлы алып бара. Варшава, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. 1945 йылдың 7 майында Эльба йылғаһы ярына етеп, ситкә ҡасырға йыйынған немец хәрбиҙәренең юлын өҙөп тора. 16-сы атлылар дивизияһының почетлы Чернигов исеменә Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, 2-се дәрәжә Суворов һәм 2-се дәрәжә Кутузов ордендары өҫтәлә, уның сафтарында 78 Советтар Союзы Геройы һәм 5 Дан орденының тулы кавалеры үҫеп сыға. Яугирҙар үҙҙәрен, "беҙ шайморатовсылар", тип ғорурланғанда, дивизияға Шайморатовтан һуң килгәндәр ҙә ҡушыла тора.
Дивизия сафтарында иң башта 5,5 мең кеше була. Яу яланында һәләк булғандарҙы алыштырыу, өҫтәмә көс туплау Туймазылағы 9-сы запас кавалерия полкында әҙерлек үткән яҡташтарыбыҙ иҫәбенә атҡарыла. Дивизия ветерандары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, дивизияға Башҡортостандан ғына ла 15 мең самаһы кеше өҫтәп саҡырыла. Унан тыш та дивизияға ҡушылыусылар була. Әйтәйек, Сталинград һуғышы алдынан төркмән милләтенән булған күпмелер һалдат дивизия сафына баҫа. Белая Калитва ҡалаһын азат итер алдынан дошман тоҙағын емереү бурысын үтәгәндә 30 кешенән ойошторолған удар төркөмдә 6 милләт вәкиле ҡатнаша. Шулар араһынан төркмән милләтле А. Атаев Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була (үлгәндән һуң). Дивизияны төрлө милләт кешеләре тулыландырғас, саф башҡорт телендә нәшер ителгән "Ҡыҙыл атлылар" гәзите сығыуҙан туҡтай.
Фәрит ВАХИТОВ.
(Дауамы. Башы 9-сы һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА