Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
|
|
афарин!
|
ШАЯРТА ТОРҒАС...
оҫтаралар түгелме былар?
Башҡорт милли юморын тергеҙеү, үҫтереү, башҡортса шаяртыу маҡсатын алға һөргән Башҡорт асыҡ КВН лигаһының финал уйындарын тамаша ҡылыусылар йәштәребеҙҙең илдәге һәр үҙгәрешкә ҡарата үҙ ҡарашы барлығына шаһит булды, тиһәк, яңылышмабыҙ. Уйында ҡатнашыусы һәр дүрт команда ысын сәхнә түренән башҡорт юморын яңғыратты, юғары кимәлдә сығыш яһаны.
Финалда уйнау өсөн быйыл бөтәһе 17 команда көс һынашҡан. Шулар араһынан көсөргәнешле һайлап алыу турҙары аша үткән дүрт төркөм: Ейәнсура районы йәштәрен берләштереүсе "Бытбылдыҡ", БДУ-ның Сибай филиалынан "Еңмештәр", БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан "Страйк", Өфөнән тик бер генә кешенән торған "Кәкре сүкеш" командаһы сәхнәгә сыҡты. Элеккеләренән айырмалы, быйылғы ярыштан бер генә лә күңелһеҙ хәтирә ҡалмауы, уның ойошторолоу кимәле юғары булыуы, командаларҙың ныҡлы әҙерлеге, хатта "Урал Кәримов мөйөшкә баҫтырып ҡуйған вахтерҙың" да ҡағыҙға яҙылғандарҙы тасуири итеп уҡыуы күңелгә май булып ятты. Баһалама ағзаһы, яҙыусы Зөһрә Бураҡаева фекеренсә, быйылғы финал уйындарында ҡатнашыусы командалар Александр Масляковтың КВН-ында сығыш яһарлыҡ кимәлгә күтәрелеүгә табан ҙур аҙым яһаған. Алдағы йылдарҙа әйтелгән иҫкәртеүҙәр иҫәпкә алынған, билдән түбән шаяртыуҙар "ҡыҫҡартылған", иң мөһиме, көнүҙәк ижтимағи-сәйәси проблемаларға арналған көләмәстәр өҫтөнлөк алыуы ла күҙгә ташлана.
Финал уйындарында икенсе урын яулаусы "Еңмештәр" командаһы был юлы тамашасыны барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы кимәлдә үтеүе менән ҡыуандырҙы. Уларҙың һәр хәрәкәте, һәр көләмәсе урынлы ине. Әммә, үҙҙәре әйтеүенсә, финал уйындарына тиклем "быт-быт-быт" тип килеп етеп, финалда "дыҡ!" итә торған холоҡтары булған "Бытбылдыҡ" командаһы "Музыкаль өйгә эш" ярышында Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев менән бергә уңышлы сығыш яһап, "Еңмештәр"ҙең танауына сиртеп ҡуйҙы. Әйтергә кәрәк, "Музыкаль өйгә эш" ярышы сиктәрендә сәхнәгә йондоҙ менән бергә сығыу шартын "Бытбылдыҡ"тарҙан да уңышлыраҡ файҙаланыусы булманы. Абруйлы актерҙың балерина юбкаһы кейеп, сәхнә иңләп бейеп йөрөүен күреү күптәр өсөн көтөлмәгән хәл шул. Командалар менән бергә сығыш яһарға ризалашыусы Вәхит Хызыров, Венер Камалов, Заһит Ҡунафин, Заһир Ишкинин, Рәил Өмөтбаев та уйынға ниндәйҙер яңылыҡ индерҙе, мәртәбә өҫтәне.
Уйын аҙағында "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы режиссеры Ләйсән Мәзитованан финал уйындарына һығымта яһап китеүен үтенгәс, ул: "Күңелемдә халҡым өсөн ғорурлыҡ хисе кисерҙем. Беҙҙең йәштәр бөтәһенең дә танауына сиртә ала - уларҙа ташып торған дәрт, дарман, рух бар. Артабан да Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ошо темп менән эшен дауам итһә, иманым камил, өҫтә ултырыусылар ҙа уларҙың фекеренә ҡолаҡ һала башлар, тип уйлайым", - тигән ышаныс белдерҙе. Башҡорт асыҡ КВН лигаһының финал уйындары ошолай тамаланды: I урын - "Бытбылдыҡ", II урын - "Еңмештәр", III урын - "Кәкре сүкеш", IV урын - "Страйк" командаһына бирелде.
Камила ҒӘЛИЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 26.04.14 | Ҡаралған: 1981
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|