САЛАУАТТЫҢ НӘҪЕЛ ТАМЫРҘАРЫ...
аҡтамырҙай ҡалҡты ҡабаттан
Үҙенең башҡорт халҡына яҙған хушлашыу хатында Әхмәтзәки Вәлиди милләтте аҡтамыр киҫәгенә тиңләп, бер тамыры ғына ҡалғанда ла уның ҡабат ишәйеүен күҙаллай. Ысынбарлыҡта, сүп үләне һаналған аҡтамырҙа йәшәү көсө иҫ китмәле ҙур! Ә инде уның орлоҡтары көтмәгәндә күҙгә сүп булып ҡаҙалырға ла мөмкин. Башҡорт халҡының ғына түгел, күп милләтле Башҡортостандың ҡаһарманы, азатлыҡ символы булған Салауат Юлаев та ҡасандыр Рәсәй батшалығы күҙенә төшкән сүп булып, уның хаҡында иҫкә алыуҙы, һүҙ һөйләүҙе махсус указ менән тыйһалар ҙа, халыҡ хәтере уның хаҡындағы иҫтәлектәрҙе беҙҙең көндәргәсә алып килеп еткерҙе, ул ғына ла түгел, тоҡомдары ишәйҙе. Бөгөнгө әңгәмәселәребеҙ - "Салауат Юлаев вариҫтары" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, техник фәндәр кандидаттары Виктор ХӘКИМОВ, "Салауаттың шәжәрәһе" китабы авторы Радик ВАХИТОВ менән Салауаттың аҡтамырҙай таралған тамырҙарын барларға ниәт иттек.
Үҙегеҙҙең милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың вариҫы икәнлегегеҙҙе нисек асыҡланығыҙ һәм тамырҙарығыҙҙы юллау эшенә ҡасан тотондоғоҙ?
Виктор Хәкимов: Уҙған быуаттың 90-сы йылдары булғандыр, "Башҡорт халыҡ ижады" китабының бер томында Хәйрулла Ҡолмөхәмәтовтың шәжәрәһенең бер өлөшөн күреп ҡалдым. Унда Кинйәбикә, Гөлсафия, Хәлимә, Сәлим (уҡытыусы) һәм Ғәбделхаҡ тигән исемдәр бар ине. Ошо шәжәрәлә атайымдың да исеме булғас, унан Салауат Юлаев менән нисек нәҫелдәш булыуыбыҙ тураһында һораным, әммә ул анығын ғына белмәй ине. Артабан был хаҡта крайҙы өйрәнеүсе Вельмир Сафин менән һөйләштем. Ул да шәжәрәбеҙҙең Салауатҡа барып тоташыуын раҫланы, ләкин шәжәрә ағасын аныҡ ҡына белмәй булып сыҡты. Ҡыҙыҡ булып китте: барыһы ла нәҫел ебенең Салауатҡа барып тоташҡанын белә, әммә аныҡ ҡына аңлата ла алмайҙар. Радик Вахитовтың "Салауаттың шәжәрәһе" китабы сыҡҡас ҡына барлыҡ һорауҙарыма яуап алдым. Унда Кинйәбикә Салауаттың улы Сөләймәндең ҡыҙы тип күрһәтелгән. Гөлсафия - уның тыуасары (праправнучка) булып сыға. Вельмир Иштимер улы менән ҡабат осрашып һөйләшкәс, ул Ҡаратаулыла Гөлсафияның ейәнсәрҙәре йәшәүен әйтте. Шулай итеп, Динә апайға, Вәғиз Байрамғолов ағайға инеп, мәғлүмәттәр йыйҙым. Вәғиз атаһының Баязит булыуын раҫланы (Баязит - Гөлсафияның беренсе улы). Артабан башҡалар менән осраштым. Үҙем төҙөгән шәжәрәгә ингән кешеләрҙең күбеһен күреп йөрөй инем быға тиклем дә, әммә уларҙың ниндәй дәрәжәлә нәҫелдәш икәнлектәре хаҡында уйланғаным булманы.
Гөлсафия өләсәйҙең балалары күп булған, уларҙы күреп белә инем, әммә өләсәйҙең үҙен күрмәнем. Мин Шағанайҙа үҫтем, бәләкәй саҡта атайым менән үткән-һүткәндә генә Яңы Ҡаратаулыға Байгилде ағайға (Баязиттың туғаны) инеп сыға торғайныҡ. Бер саҡ әсәйем, Салауат Юлаевтың тоҡомонан булған Гөлсафия - атайыңдың өләсәһе бит, тип әйтеп ҡуйҙы. Гөлсафия өләсәйеңдә ниндәйҙер ҡағыҙҙар булған, барыһын да яндырған, тине. Әммә Динә апай Әсмәндиәрова быны раҫламаны, ундағы ниндәйҙер ҡағыҙҙарҙы алып киттеләр, кемдәр икәнлеген белмәйем, тине. Ул ваҡыттарҙа этнографик, фольклор экспедициялары йыш ойошторолған булған. Силәбелә ул экспедицияларҙың эҙен юллап ҡараным, унда, Ленинград университетына мөрәжәғәт итеп ҡарағыҙ, улар шундай материалдар йыйып йөрөнө, тип кәңәш бирҙеләр. Әммә әлегәсә улар менән бәйләнешкә инә алғаным юҡ.
Радик Вахитов: Бәләкәй сағымдан өләсәйемдән тыуған яғымдың Салауатҡа бәйле урындарының атамаһына ҡағылышлы легенда-риүәйәттәр ишетеп үҫтем. Әммә совет заманында милли батырыбыҙҙың вариҫтары ҡалмаған, документтарҙа иҫкә алынған ҡатындары һәм балалары, йәнәһе, эҙһеҙ юғалған, тигән ҡараш йәшәне. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙы эҙләүсе лә булманы. Ләкин был яуап мине ҡәнәғәтләндермәй ине һәм уның нәҫел ептәрен эҙләү теләге бер ваҡытта ла тынғы бирмәне. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһына, бер нисә йыл архивтарҙа эҙләнгәндән һуң, Салауат Юлаевтың шәжәрәһен төҙөнөм. Ҡайһы бер тармаҡтарҙа ул бөгөн йәшәгән замандаштарыбыҙға барып тоташты. Шуға ла исемдәре шәжәрәгә ингән замандаштарыбыҙға ошо хаҡта белдерергә теләп, иң элек ул ваҡыттағы Һалым полицияһы департаменты етәксеһе, генерал-майор Энгельс Ҡолмөхәмәтовҡа барҙым. Ул бер аҙ шикләнеберәк тә, кеше нимә уйлар, тиеберәк тә ултырҙы ла, Ҡыйғылағы Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов тигән бабайының Салауат темаһы менән ҡыҙыҡһыныуын, ҡыҙы Әминәлә атаһының ҡулъяҙмалары ҡалыуын һөйләне. Шулай итеп, эҙләнеүҙәрем мине Ҡыйғыға алып килде. Хәйрулла Ҡолмөхәмәтовтың эш дәфтәрендә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр күрше ауылдарҙа йәшәүселәрҙең шәжәрәһе менән аралаштырып алып барыла ине. Үҙемдең шәжәрәмде, унда атайым Шакирйәнде, бабайым Ҡазыханды, башҡа туғандарымды күргәс, аптырауымдың сиге булманы. Ул был шәжәрәне Гөлсафия Исламованан яҙып алған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: шәжәрәләге яҙмалар архив документтары менән тап килә.
Бөгөнгә һеҙ Салауат Юлаевтың вариҫтары тип күҙалланған дүрт сылбырҙы беләһегеҙ. Тота һалып ҡына, һин Салауат тоҡомо, тип әйтеп булмай бит инде. Был сылбырҙарҙың бер-береһе менән бәйләнешен нисек асыҡланығыҙ?
Виктор Хәкимов: 2011 йылда "Салауат Юлаев вариҫтары" тип аталған төбәк йәмәғәт ойошмаһы булдырҙыҡ. Уның төп маҡсаттарының береһе - хәҙерге фәнни ысулдарҙы ҡулланып һәм архив материалдарына нигеҙләнеп, батырҙың вариҫтары исемлеген киңәйтеү маҡсатында генеалогик тикшеренеүҙәр үткәреү ине. Шундай ниәт менән янып йөрөгәндә Радик Шакир улы генетик анализдар эшләргә ярҙам итә алған Пермдәге бер эшҡыуар егеттең телефонын бирҙе. Уның менән бәйләнешкә инеп, биоматериал өсөн тәғәйенләнгән махсус комплект алып, Американың Хьюстон ҡалаһына ебәреп, генетик анализ эшләттек. Шағанайҙа йәшәүсе, Салауаттың тоҡомо, тип күҙалланыусы Револют Исмәғилев генетик анализды саҡ ҡына алдараҡ эшләткән булған икән. Минең биоматериалдарҙы тикшергәндән һуң, уның менән икебеҙҙең туған булыуыбыҙ тураһында белдереп, генетик карта ебәрҙеләр. Ундағы төп факторҙар тура килә. Йәғни беҙ Сөләймәндең (Салауаттың улы Рәхмәтулланың улы) тыуалары булып сығабыҙ. Рәхмәтулланың икенсе улы Ғабдрахман яғынан Салауат районының Урмансы ауылында тыуып, уҡытыусы булып эшләгән, әле 90 йәшлек Мәрфуға Ғиззәтова ла туған килеп сыға. Уның менән беренсе тапҡыр осрашҡанда, "Мин үҙемдең Салауат тоҡомо икәнемде 14 йәшемдә белдем", тине.
Радик Вахитов: Башҡортостан Республикаһының Үҙәк архивы хеҙмәткәрҙәре 90 йәшкә етеп барған Мәрфуға исемле әбейҙең нәҫеле Салауат Юлаевҡа барып тоташҡан шәжәрәһен законлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүе хаҡында әйткәс, уны табып, "Салауаттар" яҡташтар ойошмаһының сираттағы йыйылышына саҡырҙыҡ. Атайым Шакирйән һәм олатайым Йомаҙил хаҡында һүҙ башлап, ул атайым менән бер мәктәптә уҡыуы тураһында белдерҙе. Мин уның шәжәрәһен уҡып шаҡ ҡаттым. Был шәжәрә "Салауаттың шәжәрәһе" китабына инмәгән, сөнки ул китап донъя күргәндән һуң төҙөлгән.
Мәрфуға әбей 8-се синыфта Ҡаратаулы мәктәбендә уҡый һәм фатирҙа йәшәй. Атайым Шакирйән дә ошо мәктәптә 7-се класта уҡый. Улар бик йыш мәктәптән бергә ҡайталар. Юл ҡарт олатайымдың өйө эргәһендә Шәрҙәле йылғаһы аша һалынған күпер аша үтә. Бер ваҡыт олатайым уларҙы ҡапҡа алдында ҡаршы ала ла, уҡыуҙары тураһында һораша. Һуңынан ҡайһы ауылдан булыуы менән ҡыҙыҡһына башлай.
- Урмансынан, - тип яуаплай Мәрфуға.
- Кем ҡыҙыһың? - тип һорай олатайым.
- Хәбибулланың ҡыҙы, - тип яуаплай ҡыҙыҡай.
- Ҡайһы Хәбибулланың? Урмансыла улар икәү.
- "Партизан"дыҡы, - тип Мәрфуға атаһының ҡушаматын әйтә.
- "Партизан"дыҡы! Ә һин, ҡыҙым, Салауат Юлаевтың тоҡомо икәнеңде беләһеңме?
Һуңынан Йомаҙил олатайым уларға "партизан" Хәбибулланан Салауаттың улы Рәхмәтуллаға тиклемге уның бөтөн шәжәрәһен һөйләп: "Балалар, онотмағыҙ, һеҙ - Салауат тоҡомдары! Ғорурланығыҙ!" - тип һүҙен йомғаҡлай. Мәрфуға әбей шул саҡта олатайыма аҡыллы һорау биргән: "Ә һеҙ быларҙы ҡайҙан беләһегеҙ?" Йомаҙил олатайым уға үҙенең ҡатыны Фатиманың, йәғни минең өләсәйемдең дә Салауат Юлаев тоҡомонан булыуын һөйләгән. Үкенескә күрә, атайым Шакирйән был һөйләшеүҙе хәтерендә ҡалдырмай, Мәрфуға, киреһенсә, һөйләшеүҙе онотмай, атаһынан ҡабат-ҡабат һорашып, шәжәрәһен ғүмергә иҫендә һаҡлай. Ул шулай уҡ Урмансыла Салауат Юлаевтың бик оло йәштәге бүләһе Аллаяр йәшәүен дә иҫләй. Ул йыш ҡына эргәһенә бала-сағаны йыйып, уларҙың арҡаларынан ҡағып:
- Бына былар Салауат тоҡомдары! Батырыбыҙҙы онотмағыҙ! - тиер булған.
Минең өсөн былар көтөлмәгән мәғлүмәттәр ине. Әммә Аллаярҙың шәжәрәһенең дауамына күҙ һалыу менән Мәрфуға әбейҙең һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа әүерелә барҙы. Эш шунда: Аллаярҙың Хәбибулла тигән бүләһе булған һәм Урмансыла йәшәгән. Күрәһең, ул тап минең ҡарт олатайым Йомаҙил 1939 йылда Мәрфуға менән һөйләшкәндә иҫкә алған Хәбибулла булғандыр. Аллаяр 1839 йылда Шағанайҙа тыуа һәм Мәрфуғаның бала сағында уға 90 йәш самаһы була. Ул ваҡытта 100 йәшкә етеү ғәҙәти хәл булған бит.
Мәрфуға Ғиззәтова үҙенең атаһы аша Салауат Юлаевтың улы Рәхмәтулла менән туған булыуын раҫлай. Был беҙҙең замандаштың Салауат Юлаевтың улының исемен, уның тоҡомон ғаилә риүәйәттәре аша белгән бер осраҡ.
Виктор Хәкимов: Мәрфуға апайҙың улы Айраттың да биоматериалдарын генетик экспертизаға ебәрҙек. Күптән түгел генә килгән һығымта уның да сығышы беҙҙең менән бер тамырҙан булғанлығын күрһәтә. Малаяҙҙа йәшәүсе Рузит (Розет) Баһауетдиновтың биоматериалының экспертиза һөҙөмтәләре әле килмәгән.
Бында шуны ла әйтеп китергә кәрәк: Минйәрҙә лә легенда буйынса үҙҙәрен Салауаттың вариҫтары тип йөрөтөүселәр булған икән. Уларға барып таныштым. Әммә былтыр генетик экспертиза эшләттерергә ниәтләһәм, әбейе лә, бабайы ла ҡапыл ғына вафат булғандар. Өлкән улдары ата-әсәһенән алда баҡыйлыҡҡа күскән. Кесе улдары Сергейҙың (Коряков) Пермдә хәрби училище тамамлап, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеүен генә беләм. Ауылдаштары, таныштары аша уны табып, мәсьәләне аңлатҡас, ул генетик анализ өсөн биоматериал бирергә ризалашты. Әммә һығымта уның беҙҙең менән бер ниндәй ҙә генетик бәйләнеше булмауын асыҡланы.
Салауаттың вариҫтары араһынан республикаға билдәле замандаштарыбыҙҙың бер нисәһен атап китмәһәк, хилаф булыр кеүек...
Радик Вахитов: Атайым Вахитов Шакир Ҡазыхан улы 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр кандидаты, 27 йыл БАССР Юғары суды рәйесе була. Бабайым - Вахитов Ҡәнзәфәр Йомаҙил улы оҙаҡ йылдар партия һәм совет органдарында эшләй, БАССР Дәүләт именлеге комитеты рәйесе була, полковник. Уның ағаһы Вахитов Заһирйән Йомаҙил улы Салауат районында Лағыр башланғыс мәктәбенең беренсе директоры була, Мәскәүҙә КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай, "Совет Башҡортостаны", "Ҡызыл таң" гәзиттәренең баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
Салауат районы халҡының күптәренә Йомаҙилов Фәрит Мырҙағаян улы билдәлелер. Ул урындағы халыҡты ашығыс операцияларға санавиация менән Өфөгә алып килгән. Оҙаҡ йылдар баш ҡаланың 6-сы дауаханаһының баш табибының хирургия буйынса урынбаҫары булып эшләгән.
Дыуан районының Арый ауылында тыуған һәләтле бейеүсе, билдәле "Перовский" бейеүенең заманса варианты авторы, оҙаҡ йылдар Өфө авиация институтында уҡытҡан Әнүәр Әхмәҙиев Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу инициаторҙарының береһе булды һәм маҡсатына өлгәште. Әлбиттә, һанай китһәң, күп улар Салауат вариҫтары.
Виктор Сәлим улы, һеҙгә исемде Салауаттың Франциялағы вариҫы, Гөлсафияның өлкән улы Баязиттың улы хөрмәтенә ҡушҡандар. Үҙегеҙҙең аҙашығыҙ, уның атаһы хаҡында ла мәғлүмәт биреп китһәгеҙ, яҡшы булыр ине.
Виктор Хәкимов: Ул 1896 йылда Ҡаратаулы ауылында Гөлсафия менән Байрамғол Исламовтар ғаиләһендә донъяға килә. 1915 йылда батша армияһына, 6-сы Гренадер Таврический полкына 8-се рота һалдаты итеп алына. Бер йылдан инде Рәсәй экспедиция корпусына алалар һәм 30 мең һалдат һәм офицерҙан торған корпус батша Хөкүмәте тарафынан ҡоралланыуға алмаштырылып, пароходтар менән Францияға, Марсель ҡалаһына килтерелә. Йәғни Николай Икенсе үҙ граждандарын Германияға ҡаршы һуғышыр өсөн пушкаларға һәм снарядтарға алмаштыра.
Шул уҡ йылдың сентябрендә Грецияның Солоники ҡалаһы эргәһендә Рәсәй һалдаттары Германия ғәскәрҙәре менән алышта ҡатнаша. Баязит яраланып, Грецияла дауалана һәм Италия аша кире Францияға ҡайта.
Рәсәйҙәге Бөйөк Октябрь революцияһынан һәм Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Франциялағы Рәсәй һалдаттарын төрлө маҡсатта файҙаланалар. 1920 йылда демобилизациялайҙар. Улар ирекле йәшәй башлай, әммә тыуған илдәренә ҡайтармайҙар. Баязит Безансон ҡалаһында төпләнә. Водолаз эштәрендә йөрөй, һуңынан электрик һөнәрен үҙләштерә. Рәсәйгә легаль рәүештә сығырға тырышып ҡарай, эшкә сығыуҙан баш тарта, тыуған иленә ҡайтыуға рөхсәт талап итә. Әммә үҙ талаптары өсөн бер ай төрмәгә ябыла. Швейцария аша ҡасып ҡарай, ләкин Дулей ҡалаһында тотола һәм өс айға төрмәгә ябыла. 1927-1935 йылдарҙа Париж ситендә йәшәй һәм электрик булып эшләй, электр линиялары төҙөй. Уға Франция гражданлығын алырға тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта. Һөҙөмтәлә уны эшенән сығаралар һәм ул француз эшһеҙҙәре сафын тулыландыра. 1932-1933 йылдарҙа яҙмыш уны француз коммунисы Травер Морис менән осраштыра. Баязит коммунистарҙың йәшерен йыйылыштарында ҡатнаша, Травер Мористың ғаиләһе менән яҡындан таныша. Уның ҡыҙына өйләнә (беҙҙең уйлау буйынса) һәм тиҙҙән уларҙың улы һәм ҡыҙы тыуа. Коммунистарҙың йәшерен йыйылыштарында ҡатнашҡаны өсөн 1935 йылда полиция күҙенә эләгә. Совет шымсыһы, тип ҡулға алыу хәүефе килеп тыуа һәм ул майҙа Совет консуллығына тыуған иленә сығыуға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. Ҡатынын да үҙе менән барырға өгөтләй. Июндә улар совет пароходында СССР-ға сығырға документ ала һәм 20-һендә Марселгә килә. Әммә ҡатыны һуңғы мәлдә генә СССР-ға сығыуҙан баш тарта. Шулай итеп, уның балалары - Виктор менән Нелли Францияла тороп ҡала.
Радик Вахитов: Салауаттың улдары кеүек үк, ул да оҙаҡ йылдарға тыуған иленән айырыла, алыҫта, Көнбайыш Европала йәшәй, әммә барыбер Йүрүҙән ярҙарына, ата-әсәһенә, ағай-һеңлеләренә, ата-олатайҙар ҡәберенә юл табып, тыуған яғына ҡайта. Өйләнә, тағы бер уланға ғүмер бирә. Туғандары менән осрашҡанда Франциялағы тормошо тураһында һөйләй, ҡатынының һәм балаларының фотоларын күрһәтә, балаларын Виктор һәм Нелли тип исемдәре менән атай. Әммә ҡатыны Фатима көнләшеп, был фотоларҙы утҡа яға. Бары тик Баязиттың дуҫтары араһында төшкән бер генә фотоһын ҡалдыра. Ләкин был тоҡомда Франциялағы туғандары хаҡында онотмайҙар һәм Баязиттың туғаны Сәлим улар хөрмәтенә балаларына Виктор һәм Нелли тип исем ҡуша.
Әммә 20 йыл сит илдә йәшәгән Баязит Байрамғоловтоң яҙмышы ғәҙәти генә дауам итә алмай. Бойондороҡһоҙ, Салауат характерына эйә ир иртәме-һуңмы барыбер каратель органдарының ҡулына эләгергә тейеш була. Һәм 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы быға этәргес бирә лә инде. Фронтҡа эшләй алырлыҡ ирҙәрҙең барыһы ла оҙатыла. Баязитты хәрәкәттәге армияға алмайҙар, тылда ла ҡалдыра алмайҙар. Ундайҙарға бер генә юл ҡала: РСФСР-ҙың Енәйәт кодексының 58-се статьяһы буйынса сәйәси яза - һуңынан йә лагерҙарҙа каторга хеҙмәте, йә штраф батальоны составында фронтҡа оҙатыу. Уны 1941 йылдың көҙөндә ҡулға алалар. "Юҡҡа ғына Франциянан ҡайттым, СССР халыҡтар өсөн төрмә", "Элекке йылдарҙа яҡшыраҡ ине, ә 1940 йылда бигерәк тә хөртәйҙе, бер нәмә юҡ, шәкәр юҡ, кәнфит, хатта тоҙ ҙа юҡ. Йылдан-йыл насарыраҡ, колхозда хатта икмәк тә ала алмайбыҙ, малдарҙы, кейемдәрҙе һатып бөттөк. Әгәр Финляндия менән һуғыш дауам итһә, СССР-ға хана булыр ине", - тигән һүҙҙәрен дә иҫенә төшөрәләр. Ул үҙенең ғәйебен танымай һәм был уға бик ҡиммәткә төшә.
Уны 7 йылға лагерға ебәреүгә хөкөм итәләр, әммә 1941 йылдың һуңында ул Бәләбәй төрмәһендә вафат була, күрәһең, ғәйебен таныуын талап итеп туҡмап, эске ағзаларын иҙгәндәрҙер. Салауат Юлаевтың француз тармағындағы вариҫтарының яҙмышы, үкенескә күрә, билдәһеҙ.
Шағанайҙа боронғо ҡәбер бар, уның кемдеке булыуы һаман асыҡланмаған. Шулай ҙа ике версия йәшәй: Салауаттың ағаһы Раҡайҙыҡы һәм улы Рәхмәтулланыҡы. Һеҙгә ҡайһы фараз яҡыныраҡ?
Виктор Хәкимов: Уҙған быуаттың 50-се йылдары тирәһендә олатайым, ул уҡытыусы ине, ошо ҡәберҙе күрһәтеп, бында Салауаттың ағаһы ята, тине. Уның ике ағаһы булған: Сөләймән менән Раҡай. Ул ваҡытта был хәбәргә бик иғтибар итмәнем, ләкин иҫемдә ҡалдырҙым. Әле ул, таш менән буралған булһа ла, ныҡ ултырған, ергә һеңеп бөтөп бара. Бынан тиҫтә йылдар самаһы элек, әйҙәгеҙ, ошо ҡәберҙе ҡаҙып ҡарайыҡ, тип, Вельмир Сафин менән Нияз Мәжитовҡа ла мөрәжәғәт иткәйнек. Әммә эш ни сәбәпле алып барылмағандыр - уныһы билдәһеҙ. Ләкин бөгөн мәғлүм булыуынса, боронғо ҡәберҙәр республиканың мәҙәни мираҫы булып тора һәм был эш менән шөғөлләнеүҙе Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-производство үҙәге үҙ өҫтөнә алған һәм унда эш алып барыла. Әгәр шулай була ҡалһа, тимәк, ҡәберҙән алынған һөйәктәрҙе тикшереп, уларға молекуляр экспертиза үткәреп, ҡалдыҡтарҙың кемдеке булыуын асыҡлай алабыҙ. Йәғни молекуляр-генетика тикшеренеүҙәр һөйәктәрҙәге мәғлүмәтте "уҡып", ерләнеүсенең ниндәй осорҙа, ниндәй йылдарҙа йәшәүен асыҡлай, уның тарихын тергеҙә ала. Антропологтар иһә баш һөйәге буйынса уның йөҙөн "эшләй" аласаҡ. Был осраҡта инде Салауат Юлаевтың яҡынса йөҙ һыҙаттарын да төҫмөрләргә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ бөгөн милли батырыбыҙҙың һуңғы төйәге булған Эстонияның Палдиски ҡалаһында каторжандарҙыҡы булған ике ҡәбер урыны билдәле, тиҙәр. Унда ла тикшеренеү эштәре алып барғанда, молекуляр-генетик мәғлүмәт аша, бәлки, Салауаттың ҡәбере лә табылыр.
Бөгөн күп милләтле Башҡортостан халҡы өсөн Салауат Юлаевтың исеме азатлыҡ символы ғына түгел, ә йәшәү рәүеше булырға тейеш һымаҡ. Сөнки батыр образы тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә лә сағылыш таба. Шул уҡ ваҡытта республика буйынса күпме кеше Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күпмеһе Салауат Юлаев ордены кавалеры. Әммә, ысынбарлыҡта, бөгөн улар ҡасандыр республиканы шаулатҡан "Салауат йыйыны"ның район кимәленә генә ҡалдырылыуын да, Салауат районының социаль-иҡтисади хәленең насарланыуын да күрмәй ҙә, белмәй ҙә, өндәшмәй ҙә. Халыҡ әйтмешләй, батырмын тип кем әйтмәҫ, яу килгәндә өнө юҡ...
Виктор Хәкимов: Ҡайһы бер ваҡыт Салауат Юлаевтың исеме республика өсөн шаршау, уның исеме артына ышыҡланыу өсөн генә кәрәк кеүек күренә башлай һәм шундай тойғо ҡалдыра. Ирекһеҙҙән, "Салауат Татарстанда тыуған булһа, улар нимә эшләр ине икән?", тигән фекер тыуа. Моғайын да, мөнәсәбәт бөтөнләй икенсе төрлө булыр һәм улар был исемде доға урынына ҡабатлап, уның тыуған төйәген икенсе Мәккәгә әйләндерер ине.
Радик Вахитов: "Салауат йыйыны" уҙғарыла башлаған йылдарҙа Салауат һәм уның арҡаҙаштарына бағышлап, ҡорбан салына торғайны. Һуңынан был йола онотолдо, әммә "Салауат Юлаев вариҫтары" ассоциацияһы, "Салауаттар" Салауат районынан сыҡҡан яҡташтар ойошмаһы ҡатнашлығында йыл һайын район һабантуйынан һуң Салауат Юлаевтың тыуған ерҙәренә барыу, уның тыуған ауылы Тәкәйҙә дини йолаларҙы үтәү буйынса яҡшы традиция барлыҡҡа килде. Шулай итеп, Салауаттың һәм уның атаһы Юлайҙың үлеменән һуң 200 йыл үткәс, беҙ, уның вариҫтары, уларға бағышлап ҡорбан салдыҡ.
Былтыр Виктор Сәлим улы ҡарт өләсәһе, үҙенең тоҡомдарына Салауат Юлаевҡа барып тоташҡан шәжәрәне еткереүсе Гөлсафия Исламованың ҡәберенә һәйкәл (авторы - Гөлсафияның икенсе бүләһе, Салауаттың вариҫы, рәссам Камил Буҙыҡаев) ултыртыуҙы ойошторҙо һәм финансланы.
Ләкин, дөрөҫөн әйткәндә, милли батырыбыҙға, уның тыуған районына ҡарата республика етәкселеге яғынан иғтибар юҡ кимәлендә, тиер инем.
Шулай итеп...
Милләтен аҡтамырға тиңләп, ни тиклем хаҡлы булған Әхмәтзәки Вәлиди! Бөгөн арабыҙҙа Байыҡтарҙың, Салауаттарҙың, Вәлидиҙәрҙең, Бабичтарҙың, Рәмиҙәрҙең һ.б. тоҡомо дауам итә, уларҙың рухы, моңо, һүҙе алға әйҙәй, исемдәре йондоҙ булып балҡып юл яҡтырта икән, батыры бар илдең бер нисек тә бахыр булырға хаҡы юҡ!
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА