«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

ҠОШ СӨЙӨП ҺУНАР ИТЕҮ

Халҡыбыҙҙың боронғо һунар төрө менән тарих фәндәре кандидаты Мирза Ғизетдин улы МУЛЛАҒОЛОВ таныштыра.

Ҡош ҡулға бер аҙ өйрәнгәс, уны һунарға өйрәтә башлағандар. Бының өсөн һунарсы ҡошто таяҡҡа ҡуя ла, үҙе өс-дүрт аҙымға алға китә. Бер нисә тапҡыр һыҙғырып, ул бөркөткә ит киҫәге күрһәтә. Ас ҡош шунда уҡ хужаһының һуҙылған ҡулына осоп килә һәм ит киҫәген ала. Йыш ҡына беренсе тапҡырҙан был килеп сыҡмаған, ләкин ҡоштоң янына ит алып барып биреү тыйылған. Сөнки ул саҡта йыртҡыс ҡош бер ҡасан да һунарға өйрәнмәйәсәк икәнен оҫталар яҡшы аңлаған. Өйрәтеүҙең башланғыс этабы үткәс, һунарсы яйлап үҙе менән ҡош араһындағы араны алыҫлаштырған. Хәҙер инде эйәләштереү эше йорт ихатаһында барған, ҡошто кәртәнең бер һайғауына ултыртҡандар. "Был эште һунарсы ҡош уның һыҙғырыуына күнеп, беренсе сигнал буйынса үҙенең ҡулына килгәнсе бик күп тапҡырҙар эшләгән".
Һунарсы ҡошҡа биреләсәк сей итте майҙан һәм һеңерҙән таҙартҡан һәм һыуыҡ һыуҙа сылатҡан. Яйлап уның көндәлек ашау нормаһын кәметә барғандар, ул ябыҡһын өсөн ашатыуҙы өс тапҡырҙан ике тапҡырға ҡалдырғандар. Был йыртҡыс ауырлығын юғатҡанға ҡәҙәр дауам иткән. Әгәр ул һимерә башлаһа, майһыҙ иткә күскәндәр. Ныҡ ябыҡһа, уны ҡырағай йәнлек, ҡош, бәләкәй хайуандарҙың ите менән туҡландырғандар. Әлшәй районынан Абдулла Аҙнабаев һөйләүе буйынса, был яҡтарҙағы һунар ҡоштарын өйрәтеүсе Йәгәншә Мөхәмәтшин өйрәтелгән бөркөттөң физик хәлен яҡшы итеп тотоу өсөн уға йомран ите биргән.
Һунар алдынан һунарсы ҡошто осорға өйрәтеп, ашатмай һәм йоҡлатмай йонсотор булған. Һуңынан ул эт толобон алып, уға ит бәйләп, бүрәнәгә нығытҡан. Күпмелер ваҡыт бөркөттөң күҙҙәрен ҡаплап һәм уны ас көйөнсә тотоп, ҡошто ошо эт толобо ҡуйылған ҡураға сығарған. Бөркөттөң күҙҙәрен асҡас, ул ҡош ҡаптырғысты күреп, "ҡорбанына" ташланған, тәрән тырнаҡтарын батырып, уның итен ашай башлаған. Был эш бер нисә тапҡыр ҡабатланған. Билдәле булған мәғлүмәттәр буйынса, был ҡош өйрәтеү операцияһын тере эттәрҙә лә эшләгәндәр.
С.Т. Аксаков һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорттар бөркөттө эйәрҙең ҡашына ҡағылған таяҡта йөрөткән. Һунарсының иптәштәре аҡландан ҡуян йәки төлкөнө ҡыуып сығарған. Һунарсы, ҡырағай йәнлекте күргәс тә, бөркөттө күккә сөйгән. Йыртҡыс ҡош, бейеккә күтәрелгәс, ҡорбанына уҡтай ташланған. Был процесс И. Казанцевтың тикшеренеүҙәрендә яҡшы күрһәтелгән. "Һунарсы ебәргән бөркөт, йәнлектең һигеҙгүҙенә ултырып, тәрән тырнаҡтарын ҡаҙап, ҡорбанының башына һәм күҙҙәренә суҡышының көслө һуғыуҙары менән йәнлекте үлтермәһә лә, уны ныҡ яралай, һунарсының ихтыярына бирә", тип яҙа тикшеренеүсе. Килеп еткән һунарсы хәлһеҙләнгән йәнлекте һуғып үлтергән, ә бөркөттө үлтерелгән йәнлектең итенән бер өлөш алып һыйлаған.
Алдан әйтеүемсә, XIX быуатта - XX быуат башында башҡорттар бөркөт менән ҡырағай хайуандарға әҙ һунар итәләр. Шул уҡ ваҡытта ҡош сөйөү башҡорттарҙа бөтә барыуға ҡарамаҫтан, ҡырағай ҡоштарҙы ҡулға эйәләштереү, һунарға өйрәтеү, улар менән кәсеп итеү бөтмәй әле. Киреһенсә, әйтелгән осор һунар ҡоштарын һатыу кәсебенең киң таралыуы менән характерлана. Тап ошо ваҡытта тау башҡорттары ҡанатлы йыртҡыс балаларын табып өйрәтеү менән шөғөлләнһә, дала башҡорттары уны һатыуҙа ҡатнаша. Ырымбур ҡалаһының һәм Ор ҡасабаһының урманлы райондарҙан йыраҡ булыуы сәбәпле, ҡоштарҙы ауыр юл шарттарында һатырға йөрөтөү ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуға күрә башҡорттарҙың мөрәжәғәте буйынса Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында һатыу эшен ойоштороу яйға һалына. Йәрминкә көндәрендә Юлыҡта йыртҡыс ҡоштарҙы һатыу өсөн махсус рәттәр эшләй. Бында төрлө яҡтарҙан, башлыса Урта Азия, Ҡаҙағстан далаларынан сауҙагәрҙәр, һунарсылар килә. Бер сығанаҡта йәрминкә көндәре тураһында: "Иртән йәрминкә йәнләнде. Бында башҡорт телмәре өҫтөнлөк итә, ләкин урыҫ, татар, мордва, ҡаҙаҡтарҙың һөйләшкәне лә ишетелә. Ә йыртҡыс һунар ҡоштары рәтендә үзбәктәрҙе, төркмәндәрҙе күрергә мөмкин. Андижандан - үзбәктәр, Эмба йылғаһының үренән ҡаҙаҡтар һунар ҡоштары алырға килгәндәр", - тигән юлдарҙы табабыҙ.
Алдан әйтеп китеүебеҙсә, башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеү өсөн мөмкинлектәре булһа ла, һунарҙың был төрө таралып китмәй. Бының сәбәптәрен А. Игнатович менән Г. Н. Симаков үҙ хеҙмәттәрендә билдәләп китә. Башҡорттар өсөн бөркөттәрҙе йәрминкәләрҙә һатыу иҡтисади яҡтан күпкә килемлерәк була. Өйрәтелгән ҡоштарҙы икмәккә алыштырған осраҡтар әҙ булмай. Мәҫәлән, сауҙагәрҙәр ике бөркөт өсөн ике йөк бойҙай бирәләр. Бер бот арыш оно баҙарҙа 15 тин тороуын иҫәпкә алғанда, ҡош өйрәтеүсе бер ҡоштан 20 һум аҡса эшләй. Был бер центнер икмәк хаҡынан ҡиммәтерәк була. Бер ҡош хаҡына 80 бот бойҙай оно алырға була. Бына ни өсөн һунарға өйрәтелгән йыртҡыс ҡоштар, иң тәүҙә бөркөттәр, башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән сауҙа мөнәсәбәттәрендә мөһим урынды алып тора. П. Небольсин исемле кеше: "Урмандарҙа йәшәгән башҡорттар, бөркөт һәм ыласындарҙы тотоп, уларҙы һунарға өйрәтеп, беҙҙең таможняны үткән бай ҡырғыҙҙарға һәм Урта Азия сауҙагәрҙәренә һата", - тип яҙа.
Башҡорттар үҙ тауарҙары менән Ҡаҙағстан, Урта Азия далаларына ла йөрөй. Рәсәй һәм ҡаҙаҡ тарихи сығанаҡтарында ошоға дәлилдәр табабыҙ. Мәҫәлән, ҡырағай ҡоштарҙы эйәләштереүсе һәм өйрәтеүсе тигән дан алған үҫәргән башҡорто, данлыҡлы Мәмбәттең улы Мөхәмәтшәриф бөркөттәре менән далаларға барып һатыу иткән. Ғөмүмән, өйрәтелгән Урал бөркөттәре Ҡаҙағстан менән Урта Азиянан тыш, Көнбайыш һәм Көньяҡ Себер халыҡтарында, Ҡытайҙа, Монголияла, Үҙәк Азияла ла "һунар итә".
Шулай итеп, ҡош һатыу кәсебе үҫеүе арҡаһында башҡа тармаҡтар ҙа үҫешә. Бигерәк тә боронғо кәсептәр тергеҙелә. Бынан тыш, ҡош кәсепселеге иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә лә үҙ ролен индерә, бигерәк тә ауыл кешеләренә ярҙам була был. Ләкин алда билдәләгән сәбәптәр арҡаһында бөркөттәр һаны ла кәмей башлай, ә ҡоштарҙың хаҡы арта. Бер аҙҙан был кәсеп төрө тарихта ғына тороп ҡала.
Ҡош сөйөү - башҡорттарҙың боронғо шөғөлө. Был турала кәмендә ике факт һөйләй. Беренсенән, ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарында һаҡланған боронғо ғөрөф-ғәҙәт - кәләш алырға тейешле егеттең, өйләнер алдынан, ҡырағай ҡошто эйәләштереп, уны һунарға өйрәтергә тейешлегенән ғибәрәт йола. Икенсенән, халыҡтағы ҡош, бигерәк тә бөркөт культы, башҡорт телендә ҡош сөйөүгә һәм ҡырағай ҡоштарға бәйле терминдарҙың, шулай уҡ топонимик исемдәрҙең күп кенә булыуы.
Башҡорттар быуаттар дауамында был һөнәр менән шөғөлләнеүҙәре арҡаһында ҡырағай ҡоштарҙы тотоуҙа һәм өйрәтеүҙә ҙур тәжрибә туплай. Улар ҡоштарҙың экологияһын һаҡларға тырыша. Мәҫәлән, ҡоштарҙы алған саҡта бер оянан бөтә себештәрҙе лә алмайҙар, берәүҙе алыу менән генә сикләнәләр. Бөркөт себештәрен ояла ташлап ҡалдырып китмәһен өсөн бар һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәйҙәр.
Ҡырағай ҡошто ҡулға эйәләштереү, уны һунарға өйрәтеү башҡорттарҙа ошо шөғөл менән мауыҡҡан башҡа халыҡтарҙыҡы менән бер үк булған. Ләкин башҡорттарҙың себештәрҙе ҡаяла урынлашҡан оянан алыуҙары үҙенсәлекле. Себештәрҙе ошо ысул менән алыу һирәк саҡта ғына уларҙың үлеменә килтергән. Сағыштырыу өсөн ҡаҙаҡтарҙың ҡош балаларын ояларынан нисек итеп алыуҙарын ҡарайыҡ. Улар ҡаяла урынлашҡан ояға тауҙың түбәһенән таштар тултырылған биҙрә төшөргәндәр. Биҙрә оя менән тиңләшкәс тә, уны тирбәтә башлағандар. Бәләкәй бөркөттәр, тауыштан ҡурҡып, ояларынан аҫҡа ҡолаған. Аҫта уларҙы кешеләр тотоп алған. Был ысул хәйләлерәк күренһә лә, ул ҡоштар өсөн бик насар йоғонто яһай. Беренсенән, ошондай ысул менән ҡурҡытылған бәләкәй ҡошсоҡта ҡурҡыу эҙе ғүмерлеккә һаҡлана, ҡаянан ҡолап төшкән себештәрҙең дә бөтәһе лә тере ҡалмай, тере ҡалғандары ла яралана. Шуға күрә лә был ҡоштар һунарсы булараҡ бер аҙ ҡайтыш булалар. Ошо сәбәпле, һаҡ ысул менән алынған башҡорт бөркөттәре һунарсылар араһында яҡшы баһалана.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 26-27-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.14 | Ҡаралған: 2091

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru