Башҡорт егеттәре араһында милли көрәш иң популяр спорт төрҙәренең береһелер ул. Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылы егете Артур ЗӨЛҠӘРНӘЙЕВ та уны ғүмерлек шөғөлө итеп һайлаған. Ун биш йәшендә генә - Рәсәй, ун ете йәшендә көрәштең өс төрө буйынса донъя чемпионы титулын яулаған Артур бөгөн Башҡорт дәүләт университетының Физика-технологик институтында геофизика йүнәлешендә белем ала. Милли спорт төрөн үҫтереү менән бер рәттән, сит ерҙәрҙә башҡорт халҡын, башҡорт илен данлап йөрөгән батыр егет менән әңгәмәбеҙ ҙә көрәш, уға илткән юлдар, ваҡиғалар хаҡында, тырышлыҡ аша еңелеүҙәрҙең еңеүҙәргә әйләнеү мөғжизәһенә эйә булыуы тураһында барыр.
Ата-бабаларым да, мин дә көрәшсе
Көрәш менән шөғөлләнә башлауымдың тарихы ярайһы ҡыҙыҡ ҡына. Ябай башҡорт ғаиләһенәнмен, атайым Валерий Ғәли улы милли көрәш буйынса тренер, махсус рәүештә ниндәйҙер ярыштарҙа ҡатнашып йөрөмәһә лә, һабантуйҙарҙа көрәшеп дан алған кеше. Әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Ғаиләлә ике егет үҫтек, өлкән ағайым Вадим көрәшсе булырын бәләкәй сағынан уҡ белеп, мәктәпкә уҡырға бармаҫ элек үк майҙандарҙа көрәшеп йөрөнө. Минең иһә көрәшсе булыу уйы башыма инеп сыҡҡаны ла булманы. Ғөмүмән, атайым, тренер булһа ла, улдарым мотлаҡ көрәшсе булһын, тигән ҡәтғи ҡарар менән тәрбиәләмәне беҙҙе. Мине үҙ теләгемә ҡуйҙылар. Тәүҙә саңғыла йөрөнөм. Көрәш - ул йәрәхәттәр хәүефе көслө булған спорт төрө, үҙе лә саңғысы булған әсәйем кинйәкәү улының көрәшеп, туҡмалып, йәрәхәтләнеп түгел, ә саңғыла шыуып йөрөүе менән иҫ киткес ҡәнәғәт ине. Тик мин саңғы ярыштарына барғанда тышта тороп, ныҡ өшөй инем, саңғы спортының шуныһын бигерәк яратманым.
Өсөнсө класты тамамлағас, ағайым менән Себерҙә йәшәгән туғандарыбыҙға ҡунаҡҡа барҙыҡ та, һабантуй байрамына эләктек. Атайымдың ҡустылары көрәш тә көрәш, тип, мине майҙанға сығарҙы, буйы минән дә бәләкәйерәк булған малайҙан еңелеп тә ҡуйҙым. Ошо ваҡиғанан һуң ғәрләндем, ҡайтҡас та атайыма, мин көрәш менән шөғөлләнә башлайым, тинем. Башта саңғыға ла, көрәшкә лә йөрөнөм. Яйлап көрәш тулыһынса зиһенемде биләне. Бигерәк тә уның егет кеше өсөн кәрәк булған иң мөһим сифатҡа - сәмле булыуға өйрәтеүен юғары баһалайым. Нәҫелебеҙҙә билдәле көрәшселәр ҙә байтаҡ, олатайымдың ҡустыһы Рафаиль Зөлҡәрнәйевты кешеләр һаман иҫкә ала. Ауырлығы етмеш килограмм ғына булһа ла, үҙенән күпкә ауырыраҡ көрәшселәрҙе еңер булған ул. Көс беләктә түгел, йөрәктә икәнен мин дә беләм хәҙер.
Үҙеңә талап юғары булһын
Беренсе тапҡыр ярышҡа дүртенсе класта, Ҡыйғы районы үҙәгенә барҙым. Беҙ мәктәптә уҡығанда районда милли көрәш менән шөғөлләнеүсе уҡыусылар һаны ла күп ине. Ул ваҡытта район ярыштарында 8-әр кеше менән көрәшергә тура килә ине. Шул саҡта беренсе тапҡыр икенсе урын яуланым, минең өсөн был ҙур шатлыҡ булды.
Спорт залынан киске алтынан туғыҙға тиклем сыҡмайбыҙ. Мәктәптә дәрестәр ваҡытында ла күнекмәләрҙе генә уйлап ултыраһың. Уҡыуҙа насар өлгәшәһең икән, күнекмәләргә индермәй торғайны атайым, ул саҡта китап уҡып, өйҙә ултырып ҡалам. Шуға башҡа был хәлгә тарымаҫ өсөн тырышып уҡыйһың. Көрәш секцияһында шөғөлләнеүселәр араһында һәләтле көрәшселәр күп ине. Күптәре ситкә уҡырға, эшләргә китеп, көрәште дауам итмәне. Ә ул саҡта барыбыҙ ҙа тигеҙ көрәшә инек, тимәк, шарттар булғанда, улар күптән чемпион исемен яулап бөткән булыр ине. Класташым Вилдан Рауилов 2013 йылда Ҡаҙанда үткән Рәсәй беренселегендә икенсе урын алды, финалда Сыуаш Республикаһы егете ун секунд ҡалғас, уны еңеп ҡуйҙы. Һәр спорт төрөндәге кеүек, уңыштың йылмайыуы ла кәрәк шул.
Төрлө чемпионаттарҙа Башҡортостан көрәшселәренең төп дәғүәселәре - Татарстан егеттәре. Нисә йыл Рәсәй беренселегендә ҡатнашам, команда иҫәбе буйынса улар гел беренсе, беҙ - икенсе урында. 2013 йылда республиканан 5 кеше чемпион булды шулай ҙа, быны ла алға китеш, тип иҫәпләргә кәрәк. Күршеләрҙә дәүләт ярҙамы ла көслө, тик уларҙа тағы бер мөһим әйбер бар - көрәшселәрҙең үҙҙәренә ҡуйған талабы юғары. Мәҫәлән, шул уҡ Рәсәй беренселегенә һайлап алыу мәлендә беҙҙә 150 көрәшсе ҡатнашһа, уларҙа 450-500 кеше. Йәғни, үҙ-ара ярыш сәме көслө булыуы көрәшселәргә ялҡауланырға ирек бирмәй. Улар күнекмәләргә ваҡытты күберәк бүлергә мәжбүр, сөнки спортсы саҡ ҡына теҙгенде бушатһа, икенселәр уны үтеп тә китә. Сәм һәм конкурентлыҡ көслө булғанға ла унда чемпиондарҙың исемдәре үҙгәреп тора, был иһә йәш көрәшселәргә стимул бирә, ул үҙе лә чемпион булырға ынтыла.
Республикала вуздарҙа, башҡа урта белем биреү учреждениеларында көрәш секциялары әүҙем эшләй. Былтыр йыл аҙағында вуздар араһында ярыш үткәйне, ун вуз араһынан БДАУ - беренсе, БДУ - икенсе, Стәрлетамаҡ физик культура институты өсөнсө урынды алды.
Бразилияла донъя чемпионы булдым
Үҙем өсөн бик тә әһәмиәтле булған тәүге еңеүемдән һуң зона ярыштарында ҡатнаштым. 2009 йылда Мәктәп уҡыусылары спартакиадаһында чемпион исемен яуланым. Шул йылда уҡ булһа кәрәк, Башҡортостан Республикаһы беренселегендә беренсе урын яуланым һәм республика командаһына инеп, Ҡаҙанға Рәсәй беренселегенә киттем. Шул рәүешле, 2010 йылда беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионы булдым, ул саҡта миңә 15 йәш ине. Ағайым 2006 йылда Рәсәй чемпионы булғайны, был беренселектә ул икенсе урынға лайыҡ булды. 2012 йылда Марий Эл республикаһында Рәсәй беренселегендә милли көрәш һәм билбаулы көрәштә еңеп, Бразилияға, Сан-Пауло ҡалаһында үҫмерҙәр араһында үткән донъя чемпионатына барҙым. Был чемпионатта мин милли көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы исемен яуланым. Унда 15-ләгән илдән көрәшселәр ҡатнашты, Башҡортостанды, Өфөнө бик яҡшы беләләр - бында беҙҙең көрәшселәрҙең дә өлөшө бар.
Күнекмәләрҙә милли көрәш буйынса ғына түгел, билбаулы көрәш менән дә шөғөлләнәбеҙ. Был көрәш төрҙәре шуныһы менән айырыла: милли көрәштә тыйылған нәмәләр билбаулы көрәштә рөхсәт ителә. Мәҫәлән, дәғүәсеңде аяҡ салып йығылтһаң, һин еңәһең, милли көрәштә дәғүәсеңде күтәрергә кәрәк. Ҡайһыһы еңелерәк икәнен дә әйтә алмайым, һәр хәлдә, билбаулы көрәш беҙҙең башҡорттоң тәбиғәтенә ятып бөтмәй ул. Беҙ бит хәйләләшә белмәйбеҙ. Шулай ҙа был көрәш төрө беҙгә, башҡорт егеттәренә, ниндәйҙер ярыштарҙа ҡатнашырға, урындар, дәрәжәләр яуларға мөмкинлек бирә икән, асылыбыҙға тура килмәй, тип, унан баш тартыу дөрөҫ түгелдер, моғайын.
Егет кеше үҙ абруйын үҙе яулай
Спортта һәр ваҡыт үҙеңде раҫлап торорға тура килә. Әле 70 кг ауырлыҡта көрәшһәм, хәҙер яйлап ауырлығым арта, тимәк, тағы яңы кимәлдә ярышырға, еңергә тура киләсәк. Вузда уҡыу ваҡытта күп алһа ла, күнекмәләргә йөрөргә тырышам. Спорт бит ул ихтыяр көсө тәрбиәләй, спорт залына барғың килмәгән саҡта ла бараһың. Еңеүсе булыр өсөн иң тәүҙә үҙеңде еңергә кәрәк.
Ярыштарҙы видеоға төшөрөп алып ҡайтабыҙ, шунда атайым менән тағы берҙе ҡарап сығабыҙ. Ә былай беҙҙең ғаиләлә бергә йыйылған саҡта көрәш тураһында һөйләшеү ғәҙәти күренеш түгел. Һәр тренер үҙ тактикаһы менән күнекмәләр үткәрә, шулай ҙа үҙем өсөн атайымдыҡы иң ҡулайлыһы икәненә инанғанмын, Рәсәй чемпионатына ла шуның буйынса әҙерләндем. Атай күнекмәләрҙә, тегеләй, былай эшләмә, тип тыймай, иң мөһиме, аҡыл ҡулланығыҙ, ти.
Тренер булараҡ, атайым беҙҙең уңыштарыбыҙ менән ғорурланалыр ҙа, тик быны беҙгә күрһәтеп, бер туҡтауһыҙ маҡташып ултырмайбыҙ. Бөтөн миҙалдарыбыҙ, кубоктарыбыҙ өйҙә һаҡлана, уларҙа әсәй менән атайҙың өлөшө ҙур. Маҡтанып йөрөмәгеҙ, тип, тәкәбберлек кеүек насар сифаттан да аралап торалар, үҙҙәрендә лә ундай холоҡ юҡ. Ҡайһы бер спортсылар еңеү яулағандан һуң эреләнеп, үҙгәреп китә. Минеңсә, был уны йәмләмәй, киреһенсә, ундай кеше үҙенә булған ихтирамды юғалта. Ир-егет өсөн беләк көсөнән тыш, аҡыл көсө лә кәрәк, ул үҙ абруйын үҙе яулай. Аҡылы булған кеше киләсәгенә лә яуаплы ҡарай, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Ошо йәшемә тиклем ауыҙыма бер тапҡыр спиртлы эсемлек алғаным юҡ, тәмәке лә тартмайым. Ағайым да эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Көрәшсе егеткә матурлыҡ өҫтәмәй был зыянлы ҡылыҡтар, тәнде генә түгел, күңелде саф тотоу мөһим, шул саҡта уңыш та һиңә гел йылмайып торасаҡ.
Шулай итеп...
Еңеү дәрте һәр кешелә бар. Әммә көс табып, үҙеңде камиллаштырыу өҫтөндә эшләү - һәр кеше өсөн хас түгел. Артур әйтмешләй, еңеү - ул намыҫ тойғоһо ла. Әңгәмәләшкән саҡта еңеүҙәренең артында ауыр көс ятҡанлығын телгә алмағанға күрә, көрәштә еңеүҙән дә еңелерәк нәмә юҡ кеүек тә тойолғандыр, шулай ҙа уңыш осраҡлы кешеләргә түгел, ә тырыштарға ғына килә. Һүҙ ахырында Артур Зөлҡәрнәйевтан бер теләк: "Әгәр ҙә тормоштоң мәғәнәһе юҡ кеүек тойолһа - спорт менән шөғөллән, кәйефең булмаһа - спорт менән шөғөллән! Физик көстө һәм рухты нығытыу өсөн башҡа сара әлегә уйлап табылмаған".
Ләйсән НАФИҠОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА