Йыш ҡына тотоп айыу йығырҙай ир-егеттәрҙең ауыҙынан, эш юҡ, тигән зарланыу ишетелһә, ирекһеҙҙән, үҙең баҙап ҡалаһың: ауылдарҙа күпме ерҙәр буш ята, баҡсаңды киңәйтеп булһа ла килем алырға өйрән дә бит. Халҡыбыҙ бит юҡҡа ғына "Ер эшкәрт тә тары сәс, тары булмаһа, барын сәс", тимәгән. Иң тәүҙә ғаиләңә етерлек аҙыҡ-түлек әҙерлә, артып ҡалғанын һатып, аҡса эшлә. Эш юҡ, тип зарланыуҙан ғына, әлбиттә, берәү ҙә эш килтереп тоттормаясаҡ. Тәү сиратта, ялҡаулығыңды еңеп, нимәгәлер тотонорға, юҡтан бар яһарға тырышырға кәрәк. Тырыштарға, ныҡыштарға ҡасан булһа ла уңыш йылмая. Ошо фекерҙе Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылында йәшәүсе һәм гәзит уҡыусыларға эшҡыуарлыҡ серҙәрен сисеүсе Ҡасим ИШЕМБАЕВтың тәжрибәһе лә раҫлай.
Сит ағайға тир түккәнсе...
Нефть химияһы производствоһында эшләй инем, 23 йәшемдә ике баламды етәкләп, саҡырыу буйынса ғаиләм менән Ырымбурға сығып киттем. Унда заводта тиҙ арала абруй яулап, алдынғылар рәтенә баҫып, 24 йәшемдә ике бүлмәле фатирлы булдым. Минең менән күптәр барғайны, улар барыһы ла ҡыйыҡлы булып бөткәнсе тип, теләктәшлек йөҙөнән биш йыл эшләп, оло ҡыҙым беренсе синыфҡа уҡырға барыр ваҡыт еткәс, фатирымды алмаштырып, 1989 йылда Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ.
Стәрлетамаҡта һәр ваҡыт йәйгеһен оҙон сираттар күреп, нимәгә шулай һыу буйы һуҙылалар икән, тип аптырай инем. Баҡтиһәң, шәхси хужалыҡтары булыусылар ҡатнаш аҙыҡҡа сиратҡа теҙелә икән. Социализм ваҡытында малсылыҡ йәмғиәттәре ойошторолоп, улар шәхси хужалыҡтарға ярҙам итә торғайны. Башыма шунда уй керҙе: кеше ас булһа, ул сәй эсеп тә түҙә, ә мал ас булһа, күршенән булһа ла аҙыҡ табып, малын ашатасаҡ. Тимәк, кешегә аҙыҡ кәрәк булған кеүек, мал аҙығы ла һәр саҡ кәрәк. Шунан ситтән тороп Мәләүез ауыл хужалығы техникумына ҡош итен эшкәртеү технологияһы йүнәлеше буйынса - уҡырға, Стәрлетамаҡтың Тәжрибә-сәнәғәт нефть химияһы заводының ул ваҡытта ярҙамсы хужалығы бар ине, шунда эшкә барып индем дә, бер йыл эшләгәндән һуң үҙемә эшләргә ҡарар иттем. Өйҙә шәл, селтәр шәл бәйләп, баҙарҙа һаттыҡ. Машинка менән шәл бәйләргә өйрәндем, уртаһын бәйләһәм, ҡатыным ситтәрен ҡул менән бәйләй. Шәлдәрҙе күпләп Урта Азияға ташый башланым. Яйлап бол туплағас, иген үҫтереүгә тотондом. Ырымбурҙан Дәүләкәнгә ташып, онға алмаштырып, ул ондо Белорет, Бөрйән, Ишембай райондарына алып барып һаттым. Халыҡ малына ҡатнаш аҙыҡ һорағас, ҡатнаш аҙыҡ етештерә башланым. Буш ҡайтмаҫ өсөн, Бөрйәндән урман ташыным. Стәрлетамаҡта заводтың ярҙамсы хужалығы бөтөрөлгәс, бинаны ҡуртымға алып, элек бергә эшләгән егеттәрҙе йыйып, 500 башлап сусҡа үҫтереп, ит һатырға тотондоҡ. Эш яйланып ҡына киткәндә яңы директор ярҙамсы хужалыҡты һатып ебәрҙе...
Һәр ҡаршылыҡ - яңы мөмкинлек ул
Халыҡҡа пайҙар бирелә башлағас, ерҙәрҙе баҫып алыуға юл асылды. Ә башҡорттар ғүмер буйы ерҙәре өсөн ҡан түккән. Хәҙер һуғышып булмай, ерҙе закон нигеҙендә алып, шунда ҡайтып эшләргә кәрәк, тип уйланым. Ауылыма ҡайтып, йыйылыш үткәреп, 67 кешенең пайын алдым. Уларҙың барыһын да үҙемдең аҡсаға законлаштырҙым. Документтар юллау өсөн йыл да бер ай ваҡыт китте. Иҫке Т-150 тракторы, бер сәскес һатып алдым. Беренсе (2011) йыл ҡоролоҡ булды. Икенсе йылға ерҙе 750 гектарға еткерҙем. Әлеге ваҡытта сәсеү майҙаным мең гектар. Техниканы яңырттым, фермер хужалығымда биш кеше эшләй. Игенселек менән шөғөлләнә башлағас, үҙемә производство асыу ихтыяжы килеп тыуҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының ситендә 14 сутый ер алып, тирмәнгә бина төҙөнөм. Унда мини-ҡатнаш аҙыҡ заводы ултыртып, көҙгә эш башларға тип торам.
Башҡорттар элек-электән ырыу-ҡәбилә менән йәшәгән, унда кемдер эште ойошторған, башҡалар ҡушылғанды эшләгән. Колхоз ваҡытында һәр ваҡыт бригадир, колхоз рәйесе ҡарауыллап йөрөнө тиһәң дә була. Шуға күрә милләттәштәрем яңы системаға ҡапыл ғына инеп тә китә алманы, хәҙер ҙә бик аңлап етмәй. Уларға ныҡ ауыр, дөрөҫөн әйткәндә, нимә эшләргә, нимә менән шөғөлләнергә белмәйҙәр. Күптәр Себергә юлланды. Әммә, минеңсә, ғаиләңдән айырылып, ҡайҙалыр ситкә йөрөп эшләү дөрөҫ түгел. Кеше ғаиләһе эргәһендә булырға, ғаиләһе эргәһендә эшләргә һәм лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш. Ләкин хеҙмәткәрҙәремде күҙәтеп йөрөп, "Кешегә эшләгәне өсөн түлә, әммә аҡса бирмә", тигән фекергә килдем. Әле 5 эшсемә айына 13-әр мең һум түләйем. Премия өлөшөн игенләтә, бесәнләтә бирәм. Кешегә балыҡ бирһәң, ул уны бер тапҡыр ашап, тамағын туйҙыра ла, артабан тағы тамағын хәстәрләй башлай. Шуға күрә, балыҡ түгел, ҡармаҡ тотторорға кәрәк - балыҡты үҙе тотоп ашаһын. Шуның кеүек, аҡса бирһәң, ул аҡсаны кәрәкмәгән нәмәгә тотоноп бөтөүе мөмкин. Хеҙмәте өсөн иген йәки башҡа продукция биреү уңышлы тип уйлайым, әйҙә, мал тотһондар. Быйыл, бесәнде сабам, төргәктәргә уратам, яландан үҙегеҙ барып алығыҙ, тинем. Яйлап ҡына халыҡты эшләргә ҡабат өйрәтергә кәрәк, исмаһам, шул пайҙарына сәселгән бесәнде үҙҙәре эшкәртергә өйрәнһен. Балалары ҡайтып ярҙам итһен. Һәр кем үҙе эшләп бол табырға тейеш.
Эш тә, аҡса ла ныҡыштарҙы ярата
Эшләһәң, хөкүмәт ярҙам итә, субсидия бирә. Әммә ер эшендә аҡса ергә һеңеп бара. Махсус программа буйынса ашлама, яғыулыҡ алам. Ике яңы "Беларусь" тракторы алдым. Бер тракторға 221 мең субсидия бирелде. Шәхси хужалыҡ йәки фермер хужалығы асҡанда иң беренсе кәрәкле техника - ул МТЗ-82. Ә хәҙер уға субсидия 110 меңгә ҡалдырылды. Был дөрөҫ түгел. 15 һыйыры булған хужалыҡ нишләргә тейеш? Субсидия 221 мең күләмендә булһа, ул техниканың өстән бер өлөшөн тәшкил итә һәм ҙур ярҙам була. Әле бына бөтөн киң мәғлүмәт сараларында Ҡырымдың Белогорск районына шефлыҡ итәбеҙ, тип шаулайбыҙ. Ә бит беҙҙә лә ундай райондар бар. Һанай китһәң, барлыҡ райондарға ла ярҙам кәрәк. Стәрлетамаҡ районында Ҡоҙаш, Мәҡсүт, Айыусыла, бынан тыш Федоровка, Григорьевка, Веденевка, Васильевкала фермалар буш. Ярҙам ғына итһендәр, фермаларҙы хәҙер мал менән тултырасаҡбыҙ.
"Россельхозбанк"та техника алырға кредит юллайым, тиһәң, ныҡлы характерға эйә булырға тейешһең. Күптәр ныҡышлығы етмәйенсә, ташлап ҡуялар. Мин ғинуарҙан йөрөй башлағайным, майҙа Т-150 тракторы алдым. Ул бер аҙна сәсеүҙә эшләп ҡалды. Техниканы кредитҡа алыуҙы хуплайым. 2 миллион 730 мең һум торған тракторҙың 15 процентын, страховкаларын шунда уҡ түләйһең дә, техниканы алып ҡайтаһың һәм иҫәпкә ҡуяһың. Дөйөм сумманан 730 мең һумы кире ҡайтарыла, әммә ҡулға бирелмәй, шунда уҡ түләү иҫәбенә күсерелә. Тәүге йылда тик проценттарҙы ғына ҡаплайһың. Ҡалған сумманы дүрт йылға бүләләр. Комбайн һатып алһаң да шулай уҡ 15 процентын шунда уҡ түләйһең дә, 50 процент хаҡын субсидия ҡайтара. МТЗ-82 әлеге ваҡытта 700 мең һум тора. Тәүге түләүҙе индергәс, 110 мең һумы субсидия итеп ҡайтарыла. 530 мең һумын 2-5-се йылдарҙа тигеҙ итеп дүрт кварталға бүләһең. Йылына 130 мең һум тура килә. Кварталға 35 мең һум килеп сыға. Теге-был сығымдар менән айына 15-20 мең. Яллап эшләтһәң, шул уҡ аҡса китә. Программа буйынса алһаң, кредит тағы ла уңайлыраҡ. Мәҫәлән, яҙғыһын 129 мең һумға ашлама алдым, 31500 һумын субсидия ҡапланы. Ул махсус исемлеккә ингән барлыҡ техникаға ла ҡағыла.
"Юҡ"тың башы ауыртмай
Минең өсөн төп ҡанун - "юҡ" тигән һүҙҙең булмауы. Шунан, "белмәйем", "булмай", тигән һүҙҙәр үҙенән-үҙе төшөп ҡала. Тимәк, быны йәки тегене эшләй алмайым, тигән аҡланыу юҡ. Бөтөн нәмәне лә эшләй алам! Икенсенән, бер тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа осраның икән, ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай. Тәү тапҡыр эш башларға булғас, фермерлыҡҡа ынтылып ҡараным - булманы, икенсе тапҡыр ғаилә малсылыҡ фермаһын ойошторорға уйланым - килеп сыҡманы. Ләкин һәр уңышһыҙлыҡ - ул маҡсатыңа яҡынайыу өсөн бер аҙым. Алдыңа дөрөҫ итеп маҡсат ҡуйырға ғына кәрәк. Аҡсаһы булһа, теләһә кем фермер булып китә ала, аҡсаһыҙ көйө фермер булып ҡара һин. Бында иң ҡулайлыһы - шәхси ярҙамсы хужалыҡ. Уларҙы яйлап ҙурайтып, фермерлыҡҡа күсергә мөмкин. Ә әлеге ваҡытта бары тик шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнергә кәрәк.
Миллионерҙарҙың уңыш тарихын ҡараһаҡ, улар бер көндә түгел, быуаттар буйы байығандар, быуын-быуынға байлыҡтарын арттырғандар. Ниндәйҙер һөҙөмтә ала башлау өсөн биш йыл ваҡыт кәрәк. Миллионерҙар тигәс тә, уларҙың янған саҡтары күп булған. Минең дә шундай мәлдәрем булды, барыбер һынманым. Аллаһы Тәғәләнән түҙемлек һораным. Беҙең халыҡҡа, тәү сиратта, түҙемлек етмәй.
Әлеге ваҡытта башыңды эшләтергә, һәр өлкәлә лә үҙеңдән саҡ ҡына алдымыраҡ кешене өлгө итеп, унан күреп, уға ярҙамлашып, тәжрибәһен өйрәнергә генә кәрәк. МТС-тар, күрше-тирә фермерҙар менән бергә эшләргә мөмкин. Әммә күңелдәге көнсөллөк сиренән арыныу зарур. Тағы шуны әйтер инем: хәҙер ниндәй генә конкурстар уҙғармайҙар. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар араһында ла конкурс ойошторорға, өлгөлөләренең тәжрибәһен таратырға кәрәк.
Йәштәр бөгөн ниңәлер агроном һөнәрен һайламай. Агроном юҡ икән - киләсәк юҡ, ергә хужа юҡ. Борон меценаттар ауылдарҙан һәләтле балаларҙы йыйып, үҙҙәре түләп уҡытҡан. Нишләп әлеге ваҡытта хужалыҡтар ерҙе яратҡан балаларҙы һайлап, уларҙы уҡытып, үҙҙәренә кире ҡайтармай? Ер - ул беҙҙең тормош нигеҙе. Икмәк ерҙә үҫә, ағас ерҙә үҫә, һыу - ерҙә. Ҡаҙылма байлыҡтар ҙа ерҙә ята, ергә баҫып йөрөйбөҙ. Ерҙән килгәс, беҙ ерҙә эшләргә тейешбеҙ.
Күләмдең сифатҡа әйләнеүе
Фермерлыҡты аҙ һан менән башларға ярамай, унан файҙа юҡ. Игенселеккә тотонаһың икән, бер нисә кеше берләшеп, кәм тигәндә 500 гектар ерең булырға тейеш. Мал тотаһың икән, 3 баш менән алға бара алмайһың, 15-те тоторға кәрәк. Унда инде фуражын да алаһың, һатаһың да. Шунда ғына эш алға китә. Хәҙер етештергән продукцияға хаҡты ҙур хужалыҡтар билдәләй. Мәҫәлән, Шишмә май һығыу заводы ҙур күләмдә май сығара. Бәләкәй фермер хужалыҡтарына йыйылышып, тауарын бер партия менән тапшырырға кәрәк. Күләм күп булһа, хаҡ 50 тингә булһа ла күтәрелә. Колхоз-совхоздар бөтһә лә, фермерҙар ҙур бер кооперацияға берләшергә тейеш.
Әлеге ваҡытта минең ерҙәр ете яланды биләй, улар барыһы ла дөйөм өлөш милке. Әлбиттә, теләгән кеше үҙенең пайын айырып алырға мөмкин. Әммә бәләкәй генә ереңдән файҙа ала алмайһың. Шуға күрә, дөйөм өлөш милкен тотошлайы менән ҡуртымға бирергә кәрәк: ауыл фермерынамы, колхозғамы - үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Әммә шарттарын закон менән нығытыу зарур. Бының өсөн йыйылыш йыйып, ҡуртым килешеүен төҙөп, һәр бер пунктын уҡып ҡул ҡуйырға кәрәк. Һорауҙар булһа, миңә шылтыратып, консультация алырға мөмкин (телефон номерҙары редакцияла), сөнки ер эшендә берәү ҙә ярҙам да итмәйәсәк, аңлатмаясаҡ та. Ә мин, ауыл кешеһе ерен юғалтмаһын, тип теләйем. Әммә бер ерҙә бер генә хужа булырға һәм ул үҙенә яуаплылыҡ алырға тейеш. Ерҙе яратҡан кеше эш башлаһа, уның майҙанды арттырыу теләге лә тыуасаҡ. Мин әҙҙән башлағайным, әле ерҙе мең гектарға еткерҙем, хәҙер уңыш алыу өсөн эшләргә тейешмен. Уңышты күтәреү өсөн ашлама, орлоҡ, яңы технологиялар кәрәк.
Ауыл йәшәйәсәк!
Әлеге ваҡытта ҡаланан пенсионерҙар ауылға йәшәргә ҡайта. Был ауылды һаҡлап ҡалыуҙың иң ҡулайлы вариантылыр ул. Ауылда ололар йәшәгәндә, ул ҡоромаясаҡ. Бынан тыш, механизаторҙың, игенсенең абруйын күтәреү өсөн ниндәйҙер федераль программа кәрәк. Ауылда бәләкәй генә мәғлүмәт үҙәге, унда компьютер булырға тейеш. Яңылыҡтарҙы, ниндәй программалар барлығын халыҡ белеп торһон. Юҡһа, хәҙер гәзит тә алдырмайҙар. Ғөмүмән, һәр райондың Агросәнәғәт комплексын үҫтереү бүлегендә Мәғлүмәт-консультация үҙәктәре бар. Мәғлүмәт таратыу, гәзиттәрҙә мәғлүмәт баҫтырыу уларҙың эше.
Ауыл халҡы мал, ҡош-ҡорт тотоуҙы кәметте. Ниңә интегеп үҫтерергә, магазиндан һатам да алам, тип уйлай ул. Ә магазинға ҡайҙан килгәнен, унда нисә йыл ятҡанын берәү ҙә белмәй. Ауылдағы яратып тотҡан малдың продукцияһын магазин кәштәһендә ятҡан аҙыҡ-түлек алмаштыра алмай. Мәскәүҙә йәшәгән таныштарым, был яҡтарға ҡайтһа, иң тәүҙә баҙарға барып, йылҡы, һыйыр, һарыҡ ите алып, аш бешерәләр. Мәскәүҙә лә ит тулып ята, бешерәһең - итенең дә, һурпаһының таты юҡ, тиҙәр. Был сит илдәрҙән ит, һөт продукцияһын индереүҙе тыйыу дауам итһен ине. Бәлки, халҡыбыҙ ҡабаттан күтәрелеп китер, мал аҫырарға яңынан дәртләнер. Элек бит ауылдарҙа май төшөрөү заводтары, тирмәндәр, икмәкханалар бар ине. Хәҙер уларҙы ҡабаттан асырға ваҡыт етте. Быларҙың барыһын да Хөкүмәт эшләргә тейеш, әммә уға бөгөн ҙур предприятиелар ғына кәрәк. Минең хыялым - тирмән төҙөп ултыртырға. Әлеге ваҡытта буш ҡунаҡхана һәм колхоз ашханаһы бинаһын һатып алдыҡ. Шунда икмәкхана төҙөргә, магазин асырға уй бар. Халыҡ икмәккә килгән ыңғайы, магазиндан башҡа кәрәк-ярағын да аласаҡ. Мәләүездә бер туған һеңлем менән кейәү ҙә эшҡыуар, ауылда мәсет, балалар майҙансығы төҙөттөләр. Улар ҙа икмәкхана асып, ҡомалаҡ йыйып, халыҡтан эремсек алып, бәлештәр бешерә. Ошоларҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса кәрәк. Ә аҡсаны табыуҙың бер юлы - фермерлыҡ. Артабан тағы ниндәйҙер производство булырға тейеш. Эшҡыуарһың икән, эш артынан ҡыуаһың да ҡыуаһың, көн дә юҡ, төн дә юҡ. Ауыл хужалығы бигерәк тә ныҡ ауыр тармаҡ. Бында дәүләт ярҙамынан башҡа эшләү мөмкин түгел. Шуға ла сит илдә ауыл хужалығына ҙур ярҙам күрһәтәләр.
Аҡса иҫәп ярата
Үҙ эшеңде асаһың икән, иҫәп-хисап эшләргә, планлаштыра белергә һәр саҡ һәм айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк. Мин шуны яҡшы беләм: күләм булғас, ҡоролоҡтан зыян күрмәһен өсөн ужым, көнбағыш һәм ярауай сәсергә тейешмен. Бесән дә булһын. Мәҫәлән, көнбағыш 100 процент уңыш бирә, ул аҡса кредитты ҡаплай. Ужым - сәсеү һәм урып йыйыу сығымдарына китә. Ярауай - ул килем. Фермерҙың эше - яйлап ҡына матди база төҙөү. Ҙур хужалыҡтар нисек эшләй: атаһы рәйес булған, әле улы рәйес. Фермерлыҡта ла шундай күсәгилешлек булырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: хужалыҡтың уңышы етәксегә бәйле. Хужа булған ерҙә генә хужалыҡ алға бара, сөнки улар оҙаҡ йылдар эшләй.
Яңы эш башларға теләүселәргә әҙер юлдар юҡ, әммә баҡсаһы 40 сутый икән, тиҙәк сығарып, картуф ултыртыуҙан башларға мөмкин. Уны баҙына тултырһын да, ҡышын Өфөгә килтереп һатһын. Көҙөн картуфтың хаҡы 10 һум, ҡышын - 25 һум. Картуфты иртә яҙҙан сәсһәң, иртәрәк уңыш алып, тағы ла ҡиммәтерәккә һатып була. Әллә ҡайҙан Мысырҙан алып килгәнсе, үҙебеҙҙең картуфты ашаһын халыҡ. Иң еңел юл ошолор тием. Йәки көҙгөһөн халыҡтан йыйып, мөгәрәпкә һалырға ла, март айында ҡалаға алып килеп һатырға. Иң яҡшыһы - аҙлап һәм яйлап һатыу. Шул ваҡытта килем була. Ә ҙур күләмде бер ашханаға тапшырып, ҡасан аҡса бирерҙәрен көтөп ятырға ярамай. Ул аҡсаның артынан йөрөгәнсе, күберәк сығым китә, ваҡытың әрәм була. Беҙҙең һәр беребеҙ өсөн ваҡыт - ул аҡса. Шунда уҡ баҙарҙа һатып, ҡулына аҡса ингәс, икенсе продукция алып ҡайтып, уны ауылда һатырға йәки картуфҡа алмаштырырға мөмкин. Әзербайжан халҡы ни өсөн картуф һатып аҡса эшләй? Был культура гектарынан 25-30 тонна уңыш бирә. Ашлап, матур итеп эшкәртһәң, тәрбиәләһәң, әлбиттә. 50 сутый сәсеп 15 тонна алдың икән ти. 150 тоннаны 10 һумға һаттың - 150 мең. Ҡыш көнө һатһаң инде - 300 мең.
Кеше аҡсаның тәмен һиҙергә тейеш. Ҡурҡырға, оялырға ярамай. Нимәнән оялырға, аҡсаның еҫе юҡ бит. Иң мөһиме, теләк булырға тейеш.
Ит ҡасан тәмле?
Ауылда халыҡ, нигеҙҙә, мал иҫәбенә йәшәй. Тик бының хәҙер тағы бер бәләһе килеп сыҡты - Таможня союзы талабы буйынса, малды махсус цехтарҙа ғына һуйырға мөмкин. Был - иң бәкәлгә һуҡҡан мәсьәлә. Башҡорт халҡы ғүмер буйы мал тотоп, уны өмә менән һуйып өйрәнгән. Был беҙҙең быуаттар буйына формалашҡан ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең бер матур сағылышы ине. Өмәләрҙә, элекке һымаҡ, эскелек юҡ, матур итеп аралашып, һөйләшеп үткәрәбеҙ. Кеше бер-береһенең малын күреп, кемдеке арыҡ, кемдеке көр икәнен сағыштырып, нимә ашатыуы менән ҡыҙыҡһына. Шәхси хужалыҡты үҫтереүгә стимул да ул, ялҡауҙарҙы төрткөсләп ебәрә. Тағы бында шуныһына иғтибар итергә кәрәк: малды салыусының ҡулынан да күп нәмә тора. Был эште теләһә кемгә ҡушмайҙар, ҡулынан ит тәмле булған кешегә генә әйтәләр. Тимәк, был кеше мал салыуҙың серен белә, уны ҡурҡытмай ғына сала. Бысаҡҡа тотонор алдынан доғаһын уҡый, эшен бисмилланан башлай. Ауылда бит ҡасан ит кәрәк, эре малды ла, вағын да, шул ваҡытта тоталар ҙа һуялар. Шунда уҡ йыйылышып, эсәк-ҡарынын йыуалар, шунда уҡ эшкәртәләр. Ә һуйыу цехына малды күпмелер ара алып барырға кәрәк буласаҡ, мал йонсой, стресс кисерә. Ундай малдың ите тәмһеҙ була. Һуйғандан һуң, ярай, эсәк-ҡарынын бирҙеләр икән, ти, уны алып ҡайтҡансы, ул боҙола башлай, эсәккә тәм инә, ҡышын иһә туңа, туңған эсәкте йыуыуы ауыр. Эсәк-ҡарын йыуыуҙың да үҙенең рәт-сираты бар. Уның ҡайһыһындыр шунда уҡ һыҙырырға кәрәк, ҡатһа, һыҙырыуы ауыр.
Махсус һуйыу цехында малыңды кем салғанын да белмәйһең. Был аҙымды, йәнәһе лә, иткә справка һәм башҡа документтарҙы һуйыу цехында уҡ биреү менән аңлатмаҡсы булалар. Ә бит ауылдарҙа ветеринарҙар бар, улар ауыл халҡының малына үҙҙәре прививкалар яһай, мал ауырыймы, юҡмы икәнен белеп тора. Һуйыу цехында иткә анализ үткәргәнсе, күпме көтөргә тура киләсәк, һәм унда кәрәкле ҡағыҙҙарҙы ғәҙел бирәләрме, юҡмы - быныһы ла бик бәхәсле.
Бөгөн ауылда мал тотоп өй һалалар, мал тотоп бала уҡыталар, мал тотоп донъя көтәләр. Хатта 200 баш мал алып ҡараусылар ҙа бар. Ошо закон хаҡында ишеткәс, "Ағай, нишләйбеҙ?" тип, егеттәр миңә килә. Мин, берәй нәмә уйлап сығарырбыҙ, тием. Был, минеңсә, ҙур хужалыҡтарҙың депутаттарҙы үҙ яғына ауҙарып итеп, шәхси хужалыҡҡа аяҡ салыуы. Сөнки баш ҡалаға йәрминкәләргә итте кем алып килә - шәхси хужалыҡтар. Кемдең ите тәмле - шәхси хужалыҡтарҙыҡы. Ә силос ашатылған 500 баш малды һуйһаң, иттәре ҡыҙыл була, тәме юҡ. Баш ҡалала уҙғарылған йәрминкәләр ниндәй иттең тәмлерәк һәм үтемле икәнен күрһәтте. Хәҙер 1000 тонна ит һатыу мөмкинлеген шулай итеп бәләкәй хужалыҡтарҙан эреләре тартып алырға тырыша. Ауылды нисек күтәреү буйынса хатта президент кимәлендә түңәрәк ҡор ойошторолһон ине, мин дә үҙемдең тәҡдимдәремде еткерер инем. Сөнки республикала 40 процент халыҡ ауылда йәшәй. Ауыл бөтһә, белмәйем, нимә булыр?..
Шулай итеп...
"Беҙҙең халыҡ бигерәк баҙнатһыҙ. Үҙенән-үҙе ҡурҡа, үҙенә яуаплылыҡ алырға ҡурҡа. Юҡҡа ғына, күҙ ҡурҡа - ҡул эшләй, тимәгәндәр бит. Бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай. Эш башлағанда ла ҡурҡа-ҡурҡа ғына, эшләп ҡарайым әле, тип түгел, үҙеңә ышаныс менән, мин булдырам, тип тотонорға кәрәк", - ти аяғында ергә ныҡлы баҫып торған эшҡыуар, ысын мәғәнәһендә ер хужаһы Ҡасим Ишембаев. Бәлки, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға кәрәктер?
Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА