Йәйге ялдар ҙа тамамланды. Ярты йыл эсендә Украинаға бәйле ҡыялҡы яңылыҡтарҙан бер аҙ биҙрәй төшкән Рәсәй халҡы яңы миҙгелде ҡыҙыҡһынып ҡаршы алды.
Яңы миҙгел хәбәрҙәре РФ Дәүләт Думаһы депутаттары тирәһендә ҡуйыртылды. Йыл башында ҡабул ителгән ҡарар буйынса 1 сентябрҙән уларҙың эш хаҡы 420 мең һумға тиклем күтәрелеүе, йәки мутлыҡта ғәйепләнгән депутаттар Алексей Митрофанов менән Илья Пономаревтың, тәфтиштән ҡасып, сит илгә сығып тайыуы тураһындағы хәбәрҙәр әллә ни иғтибарҙы йәлеп итмәне шикелле. Ә шулай ҙа был да ҡыҙыҡ бит: элегерәк бөтәһе лә депутат мандатына йәбешеп ята торғайны, әммә һуңғы ике йыл ярым эсендә Дәүләт Думаһының әлеге саҡырылыш депутаттарының 45-е (10 проценты) төрлө сәбәптәр менән үҙ вәкәләттәрен һалыуы аптырарға мәжбүр итә барыбер.
Бына әле ил Хөкүмәте ҡабул иткән санкция - Евросоюз илдәренән һөт продукцияһын һәм ит ризыҡтарын, емеш-еләк индереүҙе тыйған ҡарар буйынса шау-шыу бара. Әммә депутаттар корпусының санкциялар һуғышында ҡатнашыу мөмкинлектәре сикләнгән, сөнки бынан бер нисә йыл элек улар федераль бюджетҡа үҙгәрештәр индереүҙән баш тартып, быны Хөкүмәт вәкәләтлегенә тапшырып ҡуйғайны. Хәҙер Дәүләт Думаһына Хөкүмәттән ебәрелгән ҡарарҙарҙы "хупларға" ғына тороп ҡала. Шулай ҙа ҡайһы бер депутаттар үҙенсәлекле һәм экзотик тәҡдимдәр яңғырата тора. Улар араһында законға "агрессор-дәүләт" төшөнсәһен индереү, ВТО-нан сығыу, халыҡ-ара судтар юрисдикцияһынан баш тартыу, аҙыҡ-түлек хаҡтарына дәүләт көйләүен индереү, Резерв фондындағы аҡсаны Рәсәйгә ҡайтарыу тураһында ҡайғыртыусылар бар. Депутаттар араһында Украинаның атамаһын - Малороссия, Рәсәй субъекттарын губерна менән өйәҙҙәр итеп үҙгәртергә кәрәк, тигәндәре лә булды.
Халыҡ өйрәнгән Ильич лампаларын кире ҡулланылышҡа ҡайтарыу тураһында ла тәҡдимдәр яңғыраны. 2009 йылда ҡабул ителгән РФ Хөкүмәте ҡарары 2011 йылда 100 Вт һәм унан ҡеүәтлерәк лампаларҙы ҡулланыуҙы тулыһынса тыйғайны. 2013 йылдан был тыйыу - 75 Вт, тағы бер йылдан һуң 25 Вт-тан кәмерәк лампаларға ҡағылырға тейеш ине. Улар урынына ҡулланылырға тейешле энергияны һаҡлай торған лампочкалар хаҡы менән генә түгел, сифаты буйынса ла күптәрҙе ҡәнәғәтләндермәне. Шуның өсөн Дәүләт Думаһының энергетика буйынса комитеты элекке лампаларҙы кире ҡайтарыу тураһында һүҙ башланы. Нисек кенә булмаһын, көтөлгән экономияның һиҙелерлек булмауын танынылар. Ә иң үкенеслеһе, Ильич лампаларын энергия һаҡлаусыларына алыштырырға маташыу Рәсәйҙең байтаҡ лампа етештереүсе заводтарын бөлгөнлөккә төшөрҙө.
Йәмәғәт эшмәкәре, "Берҙәм Рәсәй" партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы Александр Шохин да бик "һөҙөмтәле" сара уйлап табыуы менән айырылып торҙо. Торлаҡ-коммуналь түләүҙәре буйынса бурыстары ҙур булған граждандарҙың торлағын электр утынан өҙөргә кәрәк, тине ул. Уларҙы техник яҡтан һыу, газ, канализациянан айырып булмағас, бурыслы ғаиләләрҙең утын һүндереү ҡулайлыраҡ, имеш. Санкциялар һуғышын үҙ граждандарыңа ҡарата асыу була түгелме был? Халыҡтың ни өсөн түләй алмағанын асыҡламай тороп, был сараны тәҡдим итеү урынһыҙ икәне көн кеүек асыҡ бит. Әйткәндәй, Росстат хәбәр итеүенсә, хәҙер халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы мәлендә һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартҡан граждандар өсөн 100-300 һум штраф индереләсәк.
Рәсәй өсөн тағы ла бер мөһим яңылыҡ - донъя баҙарында нефткә хаҡ төшә башланы. 3 ай эсендә нефть 15 процентҡа арзанайһа ла, бензинға хаҡтар арта бирә. Тиҙҙән газдың хаҡы төшөүен дә күҙалларға була, сөнки хаҡты билдәләү механизмы шулай ҡоролған. Бына былар иһә Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкцияларҙан да ҡурҡынысыраҡ. Нефть менән газ Рәсәй эске тулайым продуктының өстән бер өлөшөн, ә федераль бюджеттың - 48-52 процентын, экспорттың 60 процентын тәшкил итә. 1980 йылдарҙа нефткә хаҡтың 4 йыл буйына өс тапҡыр төшөүе Советтар Союзын юҡҡа сығарғанын һаман хәтерләйбеҙ әле. Көнбайыш дәүләттәренең Ираҡ һәм Сүриәлә барлыҡҡа килгән яңы ислам дәүләтенә ҡаршы ойоштора башлаған һуғышына өмөт бағлағандар, был ваҡиғалар Рәсәйҙең хәлен еңеләйтергә тейеш, тиҙәр. Уныһы нисек булыр, ваҡыт күрһәтер.
Украина Президенты Петр Порошенко үҙенең Канадаға беренсе рәсми эш сәфәрендә Оттавалағы украина йәмғиәте вәкилдәре алдында сығыш яһаны. Дәүләт етәксеһе Украинаның Евросоюз менән килешеүен "Советтар Союзы менән иң һуңғы хушлашыу булды", тип иғлан иткәс, дәррәү алҡыштар яңғыраны. Әллә СССР-ҙы шул тиклем яратмағандармы, әллә ҡурҡҡандармы, кем белә инде. Был хәлдән һуң башҡа парадоксаль фекер килә: Рәсәйҙәге санкциялар Украина менән бәйләнмәгән. Рәсәй дәүләтенең көслө булыуын теләмәгән Көнбайыш, иң башта АҠШ, был санкцияларҙы барыбер ҡуллана башлар ине, Украина һылтау ғына булды шикелле. Рәсәйҙе хәлһеҙләндереү өсөн Европаны беҙҙең газдан баш тарттырып, уны АҠШ-тан килгән сланец газына алмаштырыу кәрәк. Икенсе яҡтан, был санкциялар ҡайһылыр яғы менән Рәсәй өсөн дә мөһим. Берҙән, олигархтарҙы "ауыҙлыҡлау", икенсе төрлөсә әйткәндә, "элитаны миллиләштереү" ҙә көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Рәсәй Европалағы беҙгә яҡын урынлашҡан Кипр, Болгария, Словакия кеүек дәүләттәр аша Евросоюз индергән санкцияларҙы тотҡарлай ала, әммә нишләптер был аҙымға бармай. Икенсенән, сирек быуат дауам иткән реформалар Рәсәй иҡтисадының структураһын яҡшы яҡҡа үҙгәртмәне. Киреһенсә, ул башлыса сеймал - нефть, газ, металл, ағас һ.б. етештереү "һаҙлығына" батҡандан бата бара. Етештереү сәнәғәте бөтөү өҫтөндә, үҙенең тәбиғи, климат, географик шарттарының киҫкен булыуы арҡаһында беҙҙә әҙер тауар етештереү башҡа дәүләттәргә ҡарағанда ҡиммәтерәккә төшә. Юҡҡа ғына Иосиф Сталинға "тимер шаршау" кәрәк булмағандыр. Был сара дәүләттең иҡтисадын һаҡлау өсөн бик һөҙөмтәле булды. СССР иҡтисади үҫеш буйынса донъяла икенсе урында ине...
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Инглиз ғалимы Джон Эштон тикшереүҙәре буйынса, кеше аҙнаһына 3 көн ял итергә тейеш. Оҙаҡ йылдар оптималь эш ваҡытын өйрәнгән ғалим был сара ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡшыртырға, стресты кәметергә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй. Беҙҙең 5 көнлөк эш аҙнаһы ғаилә, спорт, хобби, сәйәхәт һ.б. менән шөғөлләнергә ваҡыт ҡалдырмай тиерлек. Был тора-бара стрестарға һәм депрессияға килтерә икән. Иҡтисади яҡтан был бик яҡшы булыр ине лә ул, эшһеҙлек тә байтаҡ кәмер, гастарбайтерҙар ҙа кәрәкмәҫ ине. "Тик" тигән нәмәһе генә бар шул…
Илдар ҒӘБИТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА