«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КӨРӘШ ТРАДИЦИЯЛАРЫН КИЛӘҺЕ БЫУЫНДАР ҘА ҮҘЛӘШТЕРҺЕН, ТИП
+  - 



Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - милли көрәште популярлаштырыуға, был спорт төрө буйынса донъя кимәлендәге ярыштар үткәреүгә туранан-тура булышлыҡ итеүсе белгес; республика, Рәсәй, донъя чемпионаттарында еңеүсе уландар тәрбиәләүсе өлгөлө атай; 27 РФ спорт мастеры тәрбиәләгән остаз; бөгөн Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты егеттәре араһынан республика чемпиондары "әүәләүсе" (быйыл Рәсәй ярышында ҡатнашҡан 8 егеттең 7-һе призлы урын алған) тренер Йәлил Динмөхәмәт улы ЙОСОПОВ менән милли көрәшкә ҡағылышлы ҡайһы бер сетерекле проблемалар: уны донъя кимәленә сығарыу, башҡорт йәштәре араһында таратыу, уға башҡа спорт төрҙәре элементтары үтеп инеүҙе булдырмау саралары тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Иң тәүҙә үҙегеҙҙең тыуған яғығыҙ, һеҙҙе спортҡа илткән тәүге һуҡмаҡтар тураһында һөйләп үтегеҙ әле.

- Учалы ҡалаһынан 5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Иманғол ауылында тыуғанмын, шунда үҫтем. 8 йыллыҡ мәктәптә белем алдым. Спорт уйындары буйынса үткән зона, район ярыштарының барыһында ла мәктәптең йыйылма командаһы составында ҡатнаша инем. Спортҡа бала саҡтан ылыҡтым: айырыуса еңел атлетика күңелгә ятты. 8-се синыфта уҡығанда физкультура уҡытыусыбыҙ беҙҙе тәбиғәткә алып сығып, төрлө спорт уйындары, күнекмәләр үткәргәйне. Мин бер ниндәй күнекмәһеҙ 100 метрҙы 3-сө ололар разряды ваҡытында - 12 секундта йүгереп үттем. Бынан тыш, йүгереп килеп, "ҡайсы" ысулы менән бер метр ярым бейеккә ырғыным һәм уҡытыусымдың: "Һиңә физкультура техникумына барырға кәрәк!" - тигән маҡтауын ишетеп, ҡыуандым. Һикереүҙе, йүгереүҙе бик ярата инем. Ауыл балаһы булғаныма, физик эш мул эләккәнгә күрә, спорт элементтары эшләү еңел бирелгәндер, моғайын. Уҡытыусым ҡоҙалаһа ла, мәктәптән һуң физкультура техникумына уҡырға барманым - ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эш башланым. Гармунда, баянда уйнарға ла әүәҫ инем шул.
1969 йылдың июнь айында колхоз һабантуйында көрәшеп ҡарарға булып киттем. Әҙерлегем дә, быға тиклем майҙанда көрәшеп ҡарағаным да юҡ ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беренсе урын алдым. Ул замандарҙа ауыл һабантуйҙары яҡшы ойошторола, гөрләп үтә ине. Еңгән өсөн 49 һумлыҡ ҡара костюм-салбар бирҙеләр. Шәп бүләк булды! Көрәшсе юлы буйлап китеүемә ошо ваҡиға ныҡ тәьҫир итте, тип әйтә алам. Сәм тигәнең ниндәй генә үрҙәргә үрләтмәй ҙә, ниндәй генә һынауҙар алдына ҡуймай! Шул уҡ йылда районда йәштәр көнө үткәйне. Шунда көрәшеп, район һабантуйында беренселекте алған Нуретдинде һәм Зөфәр ағайҙы еңдем. Нуретдин менән Зөфәр ағай - беҙҙең яҡтарҙа киң билдәлелек яулап өлгөргән көрәш батырҙары ине. Уларға бил бирмәүем тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе.

Физкультура уҡытыусылары әҙерләүсе уҡыу йортон тамамламаһағыҙ ҙа, беҙ һеҙҙе билдәле көрәшсе, абруйлы тренер булараҡ беләбеҙ. Төп һөнәрегеҙ буйынса һеҙ кем һуң?

- Күптәр минең элекке хоҡуҡ һаҡсыһы булыуым тураһында белмәй. Әйткәндәй, миндә тәрбиәләнеүсе бер бала: "Әгәр үҙегеҙ әйтмәгән булһағыҙ, һеҙҙе элекке милиционер тип уйламаҫһың да", - тигәйне. Органдарҙа эшләгәндә ниндәй булғанмындыр - әйтә алмайым. Әммә ундағы эш алымдарым унда ҡалды. Хәҙер мин тренер.
Әрменән ҡайтҡас, Эске эштәр органдарында 10 йыл эшләгәндән һуң 2 йыл Учалы Картон-рубероид заводында янғын һүндереү бүлексәһен етәкләнем. Эшкә тәғәйенләнгәс, егеттәрҙе йыйып алдым да, коллективтың физик мөмкинлектәрен яҡшыртыу маҡсатында барыһын да көрәш түңәрәгенә йәлеп итәсәгем тураһында белдерҙем. Шулай итеп, аҙнаһына 3 тапҡыр эштән һуң күнекмәләр үткәрә башланым. Көрәшер алдынан йәйен - йүгереп, ҡышын - саңғыла йөрөп киләбеҙ, унан һуң күнекмәләргә тотонабыҙ, тимер-томор күтәрәбеҙ. 1988 йылда Учалы Тау байыҡтырыу комбинатының профсоюздар комитеты рәйесе көрәш тренеры итеп эшкә саҡырҙы. Бында 2006 йылға тиклем эшләнем. Ошо осорҙа 27 РФ спорт мастеры, утыҙлаған Рәсәй ярыштары еңеүсеһе (балалар) һәм чемпионы (ололар), ике Европа һәм бер донъя чемпионы әҙерләнем. Әйткәндәй, призерҙарым да бик күп - республика йыйылма командаһы составында Рәсәй ярыштарында ҡатнашҡан тәрбиәләнеүселәрем бер ҡасан да урынһыҙ ҡайтҡаны булманы. Уның өсөн, нисә призерым барлығын хәтерләй алмайым - 50-60-тан ашыуҙыр, тип уйлайым.

Учалыланан ҡайһы егеттәрҙе айырым әйтеп китергә теләр инегеҙ?

- Беҙҙең Учалылағы команданың егеттәре бер-береһе менән бик дуҫ, татыу булдылар, барыһы ла көслө. Уларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Кемделер айырым әйтеп, ә кемделер телгә алмай ҡалдырғым килмәй.

Өфөгә килгәс, һеҙ Башҡортостандағы Көрәш федерацияһында башҡарма директор вазифаһын да үтәгәнһегеҙ. Өфөлә үткән билбау көрәше, милли көрәш буйынса донъя чемпионатын уҙғарыуға ла күп көс түккәнһегеҙ...

- 2006 йыл Ә. С. Ғайсин Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына тренер итеп эшкә саҡырғас, ғаиләбеҙ менән Өфөгә күсеп килдек. 2008 йылда Өфөлә үтәсәк Көрәш буйынса донъя чемпионатына һайлап алыу Спорт һарайында үтте. Республика командаһын Рәмил Фаяз улы Ҡорбанғәлиев менән беҙ икәү әҙерләнек.
Белеүегеҙсә, хәҙер билбау көрәшен милли көрәштән өҫкә сығарыу күренеше күҙәтелә. Эш шунда: билбау көрәше лә, милли көрәш тә, ҡағиҙәләре төрлө булыуға ҡарамаҫтан, бер Федерацияға инә. Шулай булғас, ике төр буйынса махсуслашҡан спортсылар ҙа бер-береһе менән көрәшергә мәжбүр. Билбау көрәшенең ирекле һәм классик стилдәре бар. Иреклеһендә көрәшсе дәғүәсеһен нисек йыҡһа ла ярай. Классик стилдә иһә, рөхсәт ителгән элементтар сикләнгән. Беҙҙең башҡорт көрәшендә нисек? Һин дәғүәсеңде мотлаҡ ерҙән айырырға, унан һуң ғына алып ташларға тейешһең. Был айырманы бөтәһе лә белә, шулай ҙа күптәр әле һаман бутап бер була. Мәскәү тренерҙары беҙҙең милли көрәш ҡағиҙәләрен үҙгәртеп, билбау көрәшенең классик стилен уйлап сығарҙы. Сараһыҙлыҡтан, беҙ классик стиль ҡағиҙәләренә үҙебеҙҙең көрәш элементтарын индерергә тырыштыҡ.
Бынан тыш та ҡаршылыҡтар күп милли көрәш буйынса. Ишеткәнһегеҙҙер, өс йыл элек татарҙар милли көрәште тулыһынса үҙҙәренеке итеп үҙләштереп, "татар көрәше" тип кенә атарға тәҡдим итте. "Татар көрәше"нең ҡағиҙәләрен, атрибутикаһын булдырҙылар, артабан Мәскәүгә Реестрға индерергә маташтылар. Ярай әле, РФ-ның Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында был өлкәне белгән кеше ултырған. "Татар көрәше" тигән спорт төрөн реестрға индермәнеләр. Былтыр, ниһайәт, был спорт төрөн рәсми рәүештә "көрәш", русса - "борьба куреш" тип атанылар. Билбау көрәше айырым спорт төрө булып ҡалды.

Һеҙ әле бик етди проблема күтәрҙегеҙ. Был проблемалар көрәш традицияларын киләһе быуындарға еткереүгә лә бер ни тиклем ҡамасаулайҙыр?

- Әлбиттә. Билбау көрәше менән шөғөлләнгән спортсы милли көрәш түңәрәгендә шөғөлләнгән спортсы менән бер майҙанға сыҡһа, тәүгеһе икенсеһен аяҡ салып, этәреп, йә башҡа юл менән еңә. Ул ярыштарҙы ҡарап ултырыусы судьяларҙың да күҙҙәре өйрәнеп бөткән - хәрәмләшеүҙәргә бик үк иғтибар итеп бармайҙар. Билбау көрәшенә йөрөмәйенсә, көрәшкә генә йөрөгән егеттәр дәғүәсеһен күкрәгенә ҡыҫып, атып бәрергә теләй ҙә бит, әммә тегеһе һиҙҙермәй генә аяҡ салып, тороп ҡала. Дәғүәсеһен ташлаған саҡта ҡайһы бер көрәшселәр артҡа атлай. Әммә дәғүәсеһе аяҡ салһа, үҙе артҡа ҡолай ҙа ҡуя. Шуға күрә, ынтылыш һөҙөмтәһеҙ ҡала. Шул арҡала беҙҙең көрәштең бәҫе төшә. Көрәште дөрөҫ кенә итеп сағылдырған элемент - дәғүәсеңде күкрәккә ҡыҫып күтәреп, үҙең аша алып ташлау күренеше онотола. Ошо хәл өсөн борсолоп, Билбау көрәше һәм милли көрәш федерацияһы егеттәренә был ике спорт төрөн ике федерация итеп үҙгәртергә кәрәк, тип тәҡдим иткәйнем дә, улар бик үк ҡолаҡ һалманы. Билбау көрәше менән милли көрәш бер федерацияла булғас, милли көрәш буйынса ниндәй генә ярыш үтһә лә, беренсе урындарҙы гел билбау көрәшенә йөрөгән егеттәр ала.

ЙОМҒАҠЛАП...
Йәлил Динмөхәмәт улы Йосопов бөгөн көрәш ярыштарында була торған ҡыҙыулыҡты һөйләп ишеттерҙе. Тормоштоң ниндәй генә өлкәһен ҡараһаҡ та, конкурентлыҡ, дәғүәләшеү була торғандыр инде. Дәғүәселәрең күп булыуын белеү - алға барыуҙың бер этәргесе лә шул түгелме ни? Бөгөн яңғыраған фекерҙәр башҡорт кешеһенең башҡорт милли спортын ҡайғыртырға тырышыуы сағылышы булараҡ ҡабул ителһен ине.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.14 | Ҡаралған: 2198

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru