"Милләткә уның насар вәкилдәрен юҡ итеп түгел, ә яңы быуындарҙы иң яҡшы милли һәм дини традицияларҙа тәрбиәләп хеҙмәт итергә кәрәк. Ошо дин, тарихи үҙаң һәм ғөрөф-ғәҙәттәр һеңдерелгән быуын үҫеп сыҡҡас, дәүләтегеҙҙә элек яуызлыҡ энәләре өҫтөнлөк иткән урында изгелек баҡсалары ҡалҡып сығыр", тип әйткән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, үҙҙәренең киләсәген уйлаған халыҡтар элек-электән тәрбиәгә ҙур иғтибар бүлгән. Ә заманында көслө ҡәүем булып та ошо мәсьәләлә битарафлыҡ күрһәткән халыҡтарҙың әсе яҙмышы беҙҙең өсөн ғибрәт булып хеҙмәт итергә тейеш. Аллаға шөкөр, беҙ был мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырманыҡ шикелле. Өмөтһөҙ саҡтарҙа ла, һәр ваҡыт нур сығанаҡтары булды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы "Йома" тапшырыуы ла ана шул нур сығанағының береһе ул. Сирек быуатҡа яҡын халыҡты рухландырып, уны әҙәпкә, әхлаҡҡа өйрәтеп, Ислам нескәлектәрен, йәшәйеш йүнәлешен күрһәтә килгән, халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителгән, "Йома" бөгөн 1000-се тапшырыуын эфирға сығара. Ошо иҫтәлекле ваҡиға уңайынан тапшырыуҙың алып барыусыһы Морат ЛОҠМАНОВ тапшырыу, тормош һәм тәрбиә буйынса тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
"Йома"ның аяҡҡа баҫыуы
"Йома"ның сыға башлауы Рәсәй өсөн ҙур яңылыҡ була. Быға тиклем дәүләтебеҙҙә дини темаға арналған теле-, хатта радиотапшырыуҙар булмай тиерлек. Дини тапшырыуҙар булыуы мөмкин, тигән уй ҙа ҡырағайыраҡ тойола ул заманда. Ләкин айырым кешеләрҙең ҡыйыулығы, тәүәккәллеге, дин эшмәкәрҙәренең кәрәкле ваҡытта, кәрәкле урында әйтелгән һүҙҙәре һуңғы роль уйнамай ҡалмай: "зәңгәр экран"дарҙа башҡорт телендә дини тапшырыу сыға башлай.
Рөхсәт алынды, барлыҡ формаль мәсьәләләр хәл ителде, эштең күп өлөшө урынына еткерелде, тигән саҡта ғына йәнә бер мөһим мәсьәлә килеп баҫа: был тапшырыуҙы кем алып барыр? Алып барыусы тапшырыуҙың тотҡаһы булырға тейешлеген барыһы ла аңлай. Тәүҙә Шәүрә апай Ғилманова әҙерләй уны. Бер нисә тапшырыуҙан һуң, "Йома"ны ҡатын-ҡыҙ алып барырға тейеш түгел, тигән фекер яңғырай башлай. Бының менән бөтәһе лә ризалаша. Шунан тапшырыу тотҡаһын Йәркәй хажи Яҡшыдәүләтовҡа тапшыралар. Ул осорҙа Йәркәй ағай оҫта һүҙле, абруйлы хәбәрселәрҙең береһе итеп таныта үҙен. Эш башлаған сағында Йәркәй ағай дин әһелдәренә һәм үҙенең күңелендә йөрөткән дини тәрбиәгә таяна, тик үҙенең дини белеме етеңкерәмәй. Ләкин дин әһелдәре менән аралаша-аралаша торғас, ул тейешле ғилемде үҙләштереүгә өлгәшә. "Йома" бөтә халыҡ мөкиббән ҡараған тапшырыуға, рухландырыусы, халыҡты дингә әйҙәүсе ҙур көскә әйләнә. Беҙҙең быуын уның тапшырыуҙарында үҫте. Мин үҙем дә үҫмер ваҡыттарҙа уҡ бер тапшырыуҙы ла ҡалдырмай яратып ҡарап бара торғайным. Аллаһы Тәғәлә алдан уҡ ошо юлды иҫкәртеп ҡуйғандыр миңә лә.
Тапшырыуҙың алып барыусыһы булып эшләй башлауым
Ул ваҡытта Шишмә районында мәктәптә һәм мәсеттә эшләп йөрөй инем. Бер ваҡыт ауылдың имамы Мәүлетдин хәҙрәт "Йома" тапшырыуына алып барыусы эҙләйҙәр, барып ҡарамайһыңмы?" тип өндәште. Тәҡдим көтөлмәгәнерәк булды, был тапшырыуҙы даими ҡарап барһам да, уның алып барыусыһы булырмын тип бөтөнләй уйламай инем. Шулай итеп, тәҡдир ҡушыуы буйынса, "Йома"ға килеп эләктем.
Эйе, дини тапшырыуҙы алып барыу оло бер яуаплылыҡ. Алға китеп халыҡ аңламаған нәмәләр тураһында һөйләргә, шулай уҡ замандан артта ҡалырға ла ярамай. Халыҡтың ихтыяжын тойоп, уның кимәлен ҡарап, мәсеттәрҙә генә түгел, ҡалаларҙа, райондарҙа кешеләр менән осрашып, уларҙың күңел торошон һиҙеп, юл күрһәтеп барыу тейешле булды беҙгә. Шуға ла "Йома"ны алып барыу башҡа тапшырыуҙарҙы алып барыуға ҡарағанда ауырыраҡ, тип уйлайым. Сөнки дин мәсьәләләрендә бәләкәй генә хата эшләргә, яңылыш бер һүҙ әйтергә лә ярамай. Насар табип кеше үлтерә, ғилемһеҙ имам диндән сығара, тигән мәҡәл бар. Ғилемһеҙ имам үҙе генә түгел, үҙе артынан халыҡты, бер нисә быуын вәкилен диндән сығарыуы ихтимал. Шуға күрә бындай яуаплылыҡты тойоп, бик күп уҡырға, бик күп сағыштырырға, ғилемде тәрәнәйтеп, камиллаштырып торорға кәрәк булды.
Икенсе яҡтан, был күңел эше. Күңел биреп эшләгән эштә арыу-талыу тигән нәмә юҡ. Эш буйынса бик ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашабыҙ, бик фәһемле һүҙҙәр ишетәбеҙ. Ябай ғына күренгән кешеләрҙән дә оло хикмәт алырға була. Бер саҡ Лоҡман Хакимдан "Һин ҡайҙан дөрөҫлөктө таба белдең?" тип һорағандар. Ул: "Мин яҡшы кешеләрҙең холоҡтарын күреп, ул холоҡтарҙың миндә лә булыуын теләнем, яман кешеләрҙең яманлыҡтарын күреп, был яманлыҡтарҙан йыраҡ торорға тырыштым", тип яуап биргән. Шуның шикелле, тапшырыуҙар әҙерләгәндә төрлө ыңғай дини эшмәкәрлекте күреп, уларҙы башҡа ерҙәрҙә лә таратырға көс һалабыҙ, кемдер дөрөҫ үк булмаған юлды һайлаған икән, уға нәсихәт бирәбеҙ, тура юлды табырға ярҙам итәбеҙ.
Ислам динен матур итеп күрһәтеү, кешеләрҙе эйәртә алыу мөһим мәсьәлә, был эштә зирәклек кәрәк. Беҙҙең аудитория төрлө йәштә, шуға ла йәш айырмаһын да күҙ уңында тоторға тырышабыҙ. Мәҫәлән, ололарға доғалар, йәки шуның шикелле Аллаһы Тәғәлә менән мөнәсәбәттәр хаҡында бәйән иткән сюжеттар ҡыҙыҡ табыла. Улар ҡарай торған нәмәләрҙе беҙ инҡар итмәйбеҙ, "Йома"ла ҙур иғтибар бүләбеҙ. Сөнки ололарҙы онотоу - оло гонаһ, уларҙа бәрәкәт бар һәм өлкән йәштәгеләргә изге мөнәсәбәтебеҙҙә киләсәк быуындарға ҙур тәрбиә ята. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындырабыҙ, кескәй балаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Быныһы тағы ла һиҙгерлекте, зирәклекте талап итә. Мәктәптә эшләгән саҡта балаларҙы карьерға алып барғайныҡ. Ундағы ҙур машиналарҙы күреп, балалар һоҡланыр, тип уйлағайныҡ. Ләкин көтөлмәгән күренешкә шаһит булдыҡ. Бер бала ниндәйҙер бөжәкте күреп ҡалды ла иптәштәрен саҡырҙы. Бөтәһе лә шунда ябырылды, карьерҙа эшләгән техника хаҡында бөтөнләй онотто. Бала күҙлегенән дә динебеҙҙе ҡарай һәм күрһәтә белергә кәрәк.
Иҫтә ҡалған осрашыуҙар
Ниндәй генә районға сыҡһаң да, ихлас, инсафлы кешеләрҙе осратып шатланаһың. Ҡайһы бер саҡта пландан тыш тапшырыу эшләү зарурлығы тыуа. Ошондай саҡтарҙа, бигерәк тә үҙең белмәгән яҡтарға барғанда, фәһем бирә алырҙай, тапшырыуҙың геройы булырҙай кеше таба алырмынмы икән, тигән шик тыуа. Ләкин ошондай осраҡтарҙа ла Аллаһы Тәғәлә кәрәкле кешене юлыңа сығарып ҡуя ул. Ауылға барып инеп, кешеләр менән аралаша башлағас, ҙур хикмәт табаһың. Ишетеп тә белмәгән кеше аҡыл эйәләре кеүек ябай, шул уҡ ваҡытта тәрән фекер әйтеп һалыуы мөмкин. Ниндәй аҡыллы кешеләрҙе беҙ белмәйбеҙ, халыҡ араһында әҙ йөрөйбөҙ икән, тип уйлап ҡуяһың шунан.
Һәр бер осрашыу һабаҡ бирә, хәтерҙә ҡала. Авдон ауылында имам Илдар хәҙрәт Хәйруллиндың ғаиләһен күреү бик ныҡ тәьҫир иткәйне миңә. Ҡырҡты уҙған имам йәштәр менән бергә футбол уйнай, дзюдо, көрәш буйынса секцияларҙы ойоштороуҙа ҡатнаша. Ундағы тренерҙар мулланың фатихаһын килеп алалар, бергә намаҙ уҡыйҙар. Имамдың балалары ла мәктәптә алдынғылар рәтендә, әҙәптәре менән башҡаларға өлгө булып торалар. Урыҫ милләтле уҡытыусылар, директор был ғаиләне маҡтап телгә ала. Бына ошо ла инде динде дөрөҫ аңлау. Ислам - ул кешеләрҙән айырылып, башҡаларҙан үҙеңде өҫтөн итеп йәшәү түгел, дин ул башҡаларға кәрәкле булып йәмғиәттә йәшәү, әҙәбең, тырышлығың менән алдынғы булыу. Матур һүҙҙәр менән матур эштәр йәнәш килгәндә генә был кешене тетрәндерә, фәһем бирә. Шулай уҡ Ғафури районында марафонсы мулла Фәнил хәҙрәт менән аралашыуҙар хәтерҙә ҡалған. Әбйәлилдең Амангилде ауылынан Рәис хәҙрәт менән осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Шундай кешеләр һәр яҡта ла бар ул.
Тәнҡитләүселәр ҙә була
"Мәсет асыуҙы күрһәтеү етәр инде", тип әйтеүселәр бар. Ысынында, хатта мәсет асыу кеүек ғәҙәти хәлгә әйләнеп бөткән күренештә лә фәһем алырға була. Алла йортон асыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең күңелдәре асыҡ була, йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр әйтелә. Ә был һүҙҙәр күңелдәргә тәьҫир итә. Бары уларҙы ишетә, һәр нәмәлә хикмәт күрә белергә генә кәрәк. Эйе, күп нәмә тапшырыуҙы ҡараған кешенән дә тора. Әгәр берәү уға насар күҙлектән ҡарай икән, ул һәр саҡ хата эҙләргә тырышасаҡ. Ғәҙәттә, бындай кешеләр тапшырыуҙы тулыһынса ҡарамаған да була әле. Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә килеп сыға. Бер ағай даими рәүештә "Ниңә мәсеттәр хаҡында күп күрһәтәһегеҙ, дин бит мәсеттәр менән генә сикләнмәй?" тип шылтырата торғайны. Бер аҙҙан шул уҡ ағай "Ни өсөн мәсет тормошо хаҡында тапшырыуҙар аҙ?" тип шылтырата. Баҡтиһәң, мәсеткә эшкә алғандар ҙа, хәҙер уны ошо ҡыҙыҡһындыра икән.
Йыш ҡына "Һеҙ тапшырыуҙы дөрөҫ алып бармайһығыҙ, дин хаҡында дөрөҫ һөйләмәйһегеҙ", тип, диндәге үҙ йүнәлештәрен индерергә теләүселәр тауыш бирә. Кемгәлер тапшырыуҙар үтә халыҡсан кеүек күренә, улар дини тәғлимәт хаҡында күберәк мәғлүмәт талап итә. Икенселәр, киреһенсә, тапшырыуҙың халыҡсан булыуын һорай. Бер көн эсендә генә төрлө-төрлө биш фекер ишетергә тура килеүе бик мөмкин. Әммә беҙ эшебеҙҙе алтын урталыҡта тороп, бер кемде лә кәмһетмәй, бер кемде лә ситләтмәй, һәр кемдең тәнҡитенә ҡолаҡ һалып алып барырға тырышабыҙ.
Тағы ла шуныһы бар. Сикләүҙәр, тыйылған темалар була, тип электән әйтеп киләм. Был һәр илдә лә шулай. Ҡайһы бер кеше матур һүҙҙәр һөйләп, эштәре менән фетнәләр тыуҙырыуы мөмкин. Беҙ бындай кешеләрҙе эфирға сығармайбыҙ. Ләкин эфирға сығармауыбыҙ хөкүмәт ҡушҡан һәм мин ошо ҡарарға күнеккән өсөн түгел, ә динебеҙ фетнәнән йыраҡ булырға ҡушҡаны өсөн.
Меңенсе тапшырыу хаҡында
Ысынлап та, 20 йыл буйы эфирҙа барған тапшырыуҙар һирәк, ә "Йома" 23 йыл тирәһе сыға килә. Тапшырыу сыға башлағанға 20 йыл тулғанда, ҙур юбилей кисәһе уҙғарайыҡ, тигән тәҡдим менән сығыусылар күп булғайны. Баш тарттым. Юбилей сараһын үткәреүҙә зарурлыҡ күрмәй инем, ойоштороу мәсьәләһе лә ҡурҡытҡандыр. Ләкин хәҙер телевидение етәкселеге йәнә ошо мәсьәләне күтәрҙе. Ысынлап та, дөйөм республика телевидениеһы өсөн меңенсе тапшырыу ваҡиғаһы бик тә мөһим шул. "Йома" нигеҙендә яңы проекттар эшләнде, эшләнәсәк. Аллаға шөкөр, рус телендә "Әл-Фатиха" тапшырыуы килеп сыҡты. "Йома"ның маҡсаты динде бар яҡлап күрһәтеү булһа, "Әл-Фатиха" анығыраҡ йүнәлеште үҙ эсенә ала. Был уның көслө яғы, тип әйтер инем. Урыҫ телендә булыуы иһә, аудиторияны киңәйтә, хәҡиҡәттең башҡортса аңламағандарҙың зиһененә лә барып етеү мөкинлеген бирә. Динде рус телендә һөйләргә тейеш түгелһегеҙ, тип әйтеүселәр ҙә бар. Был ҡараш дөрөҫ түгел. Тыңлаусылар рус телендә генә аңлай икән, уларға рус телендә аңлатырға тейешбеҙ. Башҡортса аңламаған мосолмандарҙың булыуы насар түгел, үҙең башҡорт булып та балаларыңдың туған телеңде белмәүе - бына ошо насар.
Аҙым һайын хикмәт
Аллаһы Тәғәлә мине дингә төрлө юлдар менән килтерҙе. Ағайым Афғанстанда хеҙмәт иткәндә ғәрәп хәрефтәре менән хат яҙып ебәрҙе. Ул ваҡытта "Ағиҙел" журналында ғәрәп телен өйрәнеү буйынса дәрестәр баҫыла башлағайны. Ағайымдың хатын уҡып, ғәрәпсә уҡырға өйрәндем, ғәрәпсә яуап яҙып ебәрҙем. Һуңынан да Аллаһы Тәғәлә яңынан-яңы мөмкинлектәр асып торҙо. Башҡорт дәүләт университетында ла ғәрәп телен өйрәнә башланыҡ. Бер ниндәй маҡсатһыҙ йәшәгән саҡтар ине ул осорҙа. Ләкин ошо ваҡыттарҙа ла Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтенән мәхрүм итмәне. Университеттан ике кешене Мысырға уҡырға ебәрергә, тигән ҡарар сыҡты. Был кешеләрҙе ҙур курстарҙан һайларға тейештәр ине. Кесерәк булһам да, уҡытыусым мине, ғәрәп телен барыһына ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә, тип, Мысырға ебәртеүгә өлгәште.
Аллаһы Тәғәлә шулай үҙе йөрөтә, сәбәптәр бирә икән, уларҙы ҡуллана белергә генә кәрәк. Халҡыбыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ошо мөмкинлектәрҙе биреп тора. Беҙҙә ғалим, әүлиә заттар күп булған. Күптән түгел республикаға Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе Мәхмәт Әдил килде. Уны бөтөн донъяла ил етәкселеге кимәлендә саҡыралар, ләкин ул бөтә ерҙәргә лә бармай. Ә беҙҙә дәүләт кимәлендә саҡырыу ҙа булманы - ул килде. Был да бушҡа түгел. Әммә был тәкәбберләнер, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыр өсөн түгел. Был, беренсенән, бәхет, икенсенән, оло яуаплылыҡ.
Дингә килеүем, "Йома"ны алып бара башлауым тураһында уйлайым да, шундай һығымтаға киләм. Был тиккә булмаған. Минең олатайым аҡ күңелле, ихлас бер бабай ине. Ул һәр саҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн изге доғалар ҡылды. Ана шул ата-бабаларыбыҙҙың изге доғалары беҙҙе ошо юлға килтергәндер инде, тип уйланам. Ошо доғалар беҙҙе һаҡлай.
Элек бөтә оло быуын вәкилдәре лә балаларына ҡарата ана шундай изге доғала булған. Бөгөн беҙ доға ҡыла беләбеҙме? Ошо хаҡта уйланам да, ҡурҡыныс булып китә. Беҙҙең быуын иң ҡаты, бәғерһеҙ алымдар ҡулланып тәрбиәләй түгелме балаларын? Балаһы яңылыштан бәләкәй сәскәгә үрелһә лә, урам тултырып әрләй, һүгенеү һүҙҙәре менән, ҡаты һүҙҙәр менән балаһын битәрләй. Ә бит кеше күңеленән сыҡҡан һәр һүҙ - ул доға. Ә ошо ҡаты мөнәсәбәт, бәддоға булып, балалар өсөн насар эҙемтәләргә килтермәҫме? Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың доғалары ярҙамы менән имен, иманлы йәшәйбеҙ, ә бөгөнгө быуынға бәддоғалар әйтелһә, улар ни эшләр?
Азамат ӘБҮТАЛИПОВ яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА