«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТТЕ АЛДАП БУЛАМЫ?
+  - 

2013 йылдың сентябрендә Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ГМО-орлоҡтарға теркәү үткәрергә һәм уларҙы илебеҙҙең теләгән бер мөйөшөндә (эксперимент майҙансыҡтарында ғына түгел) сәсергә рөхсәт бирелде. Ошо ҡарарға ярашлы, быйыл 1 июндән алып ГМО-орлоҡтарҙы үҙебеҙҙә сәсеп үҫтереү мөмкинлеге тыуҙы.

Фекерҙәр ҡаршылығы

Бының буйынса төрлө фекерҙәр яңғырай. Кемдер тәбиғәт күренештәренең көтөлмәгән хәлдәргә килтереп терәүен һәм ауыл хужалығы ярым тарҡалған илдә йәшәгән халыҡты туйҙырыу мәсьәләһен иҫәпкә алғанда, бындай продукция бары тик файҙаға ғына буласаҡ, тип барһа, икенселәр, йәйрәп ятҡан баҫыу-яландарыбыҙ буш ятҡанда, илдә ГМО-ризыҡтарға урын булырға тейеш түгел, Рәсәй экологик яҡтан таҙа ризыҡтар менән генә туҡланып та үҙен туйҙыра алырлыҡ хәлдә, тип бара. Депутаттарыбыҙ ашығыс ҡарар ҡабул итте, хәҙер шуны төҙәтергә маташа, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй. ГМО-продукцияны үҫтереү һәм әйләнешкә ебәреү буйынса власть даирәләрендә лә бәхәс ҡупты. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев составында ГМО булыу-булмауын тикшереү өсөн бөтә аҙыҡ-түлеккә, орлоҡҡа мониторинг үткәрергә ҡушты. Ул шулай уҡ Рәсәйҙең бик күп ауыл хужалығы майҙанына эйә булыуын һәм үҙ ихтыяжын ГМО-һыҙ ғына ла ҡәнәғәтләндерә алыуын билдәләне. "Әгәр ҙә Америкаға бындай аҙыҡ оҡшай икән, әйҙә, рәхәтләнеп ашай бирһен. Тик беҙ яһалма аҙыҡ-түлекһеҙ ҙә йәшәй алабыҙ", - тине.
Ғөмүмән, бөгөн ГМО тураһында нимә генә һөйләмәйҙәр. Күпме генә бәхәсләшһәләр ҙә, әлегә тиклем аныҡ ҡына ҡарарға килә алмайҙар. "ГМО-продукцияны, Европаға эйәреп, зарарлы тип әйтеү дөрөҫ түгел. Был һүҙҙәрҙе продукция киң танылыу алған осраҡта финанс ҡытлығы кисерәсәк бай фермерҙар уйлап сығара, сөнки тәрбиәләп үҫтереү өсөн әллә ни сығымдар талап ителмәгән, оҙаҡ ваҡыт боҙолмай һаҡланған мул уңыш магазин кәштәләренә тулһа, фермерҙарға хаҡты төшөрөүҙән башҡа бер сара ла ҡалмаясаҡ", - тип тә әйтә ҡайһы берәүҙәр. Шулай ҙа, социологик һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, күпселек Рәсәй халҡы был продукцияларға һағайыбыраҡ ҡарай. Ә Федерация Советы ағзаһы Антон Беляков: "Бындай аҙыҡ-түлекте кешеләрҙә түгел, ә хайуандарҙа һынарға кәрәк", - тип белдерә.

Гены үҙгәртелгән орлоҡ нимә ул?

Ябай ғына итеп әйткәндә, был орлоҡтар йөҙәр йылдар буйы түгел, ә ни бары өс йыл эсендә шул уҡ селекционер-генетиктар күҙәтеүе аҫтында лабораторияларҙа һайлап алына. Бындай үҫемлектәр һыуыҡҡа ла, ҡоролоҡҡа ла, төрлө ҡоротҡостарға ла бирешеп бармай, мул уңыш бирә. Шул арҡала бындай продукцияға хаҡтар ҙа күпкә түбән булырға тейеш. Ауыл хужалығы белгестәре тағы ла шундай факт килтерә. Баҡһаң, ГМО-орлоҡтарҙы файҙаланған хужалыҡтар тулыһынса ошо орлоҡҡа "ултыра", имеш. Йәғни, модификацияланған орлоҡтар сифаты менән үҙенән күпкә ҡайтыш булған тәбиғи "ҡәрҙәштәрен" тыуған тупрағынан ҡыҫырыҡлап сығара икән. Мутант орлоҡтар тағы ла көслөрәк сүп үләндәрен барлыҡҡа килтерә. Ә был иһә өҫтәмә сығымдар талап итә. Әлбиттә, кемдер зыян күрһә, икенсе берҙәренә был файҙаға ғына, сөнки ҡоротҡостарға ҡаршы көслө ағыуҙарҙы ла ошо уҡ корпорациялар етештерә. Америка "гиганттарының" тағы ла бер өҫтөнлөгө бар. Улар ГМО-орлоҡтарҙы "ҡыҫыр" итеп сығара, йәғни был орлоҡтарҙан киләһе йылға бер нәмә лә сыҡмай. Бындай хәл Һиндостанда булған да инде. Меңләгән фермер орлоҡтарын тулыһынса яңыртырға мәжбүр булған.
ГМО тураһында ишетеп белмәгән кеше ҡалмағандыр хәҙер. Шулай ҙа күп-тәр уның нимә аңлатҡанын аныҡ ҡына белеп етмәйҙер әле. ГМО-ны үҫемлектәрҙән, хайуандарҙан алалар һәм уға башҡа төрлө сифаттар өҫтәү өсөн икенсе организмдың генын өҫтәйҙәр. ГМО генетик яҡтан модификацияланған организм, тигәнде аңлата, йәғни организм генлы инженерия ярҙамында яһалма рәүештә үҙгәртелә. Тәүге трансгенлы үҫемлек 1983 йылда Германияның үҫемлекселек институтында булдырыла. Ә инде 1994 йылда Америка супермаркеттары кәштәһенә генетик яҡтан модификацияланған тәүге йәшелсә - помидор сығарыла.
Эксперттар белдереүенсә, кеше организмына ГМО-ның нисек тәьҫир итеүен белеү өсөн тиҫтә йылдар кәрәк. Рәсәйҙә был продукция менән тәжрибәләр йыш үткәрелә. Биология фәндәре докторы Ирина Ермакова 2005 йылдан 2010 йылға тиклем һөт, кондитер, колбаса изделиеларында бөгөн йыш ҡулланылған трансгенлы сояның тере организмға тәьҫирен тикшергән. Һөҙөмтәлә тәжрибә үткән ҡомаҡтарҙың эске ағзаларында патология барлыҡҡа килгән, күп кенә ҡомаҡтар үлгән, ҡалған 40 процент ҡомаҡ етлекмәгән, ә тере ҡалғандары иһә тоҡомһоҙ ҡалған. Ермакованың тәжрибәһе йәмәғәтселектә ҙур бәхәс тыуҙырҙы.
Әлеге ваҡытта АҠШ, Франция, Бөйөк Британия, Рәсәй илдәренең ғалимдары ГМО-ның кире һәм ыңғай яҡтарын тикшереү буйынса халыҡ-ара эксперимент үткәрә. Был иң объектив һынау буласаҡ, сөнки унда ГМО-ны яманлағандар ҙа, хуплағандар ҙа ҡатнашасаҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ, ГМО-продукцияны Африка һәм Азия халыҡтарын аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн кәрәк, тип баралар. Тик бына Африка илдәре һуңғы 5 йыл эсендә составында ГМО булған продукцияны үҙҙәренә индерергә рөхсәт бирмәй. Бөгөн бөтә донъяла 100-ҙән ашыу генетик яҡтан модификацияланған үҫемлек бар. Бындай сәсеүлек майҙандары йылдан-йыл арта. Рәсәйгә 22 төрлө модификацияланған үҫемлек индереү рөхсәт ителгән. Улар араһында кукуруздың, картуфтың, сояның, шәкәр сөгөлдөрөнөң бер нисә сорты бар. ГМО-продукция АҠШ, Канада, Бразилия, Германия һәм Ҡытай баҙарында өҫтөнлөк ала. АҠШ-та сәселгән 85 процент кукуруз, 90 процент самаһы ҡуҙаҡлы культура генетик яҡтан модификацияланған. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң Рәсәй ҙә ГМО-продукцияны арттырырға тип хәл итә. Ошо йәһәттән ГМО-орлоҡтар сәсеүгә рөхсәт бирелә лә инде. Тик Мәскәү үҙ позицияһын 180 градусҡа үҙгәртте һәм бындай орлоҡтарҙы сәсеүгә юл ҡуймаҫҡа булды. "Әлегә зыянлы булыуы тулыһынса иҫбатланмаған продукция ҡулланыу көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килтереүе бар. Граждандарыбыҙҙы сифатһыҙ аҙыҡтан һаҡларға тейешбеҙ", - тине Владимир Путин. Әлбиттә, әгәр ҙә ГМО-орлоҡтар сәсеүҙе яйға һалһаҡ, бер баҫыуҙан ғына ла 20 процентҡа күберәк уңыш алыр инек. Шулай ҙа Рәсәй, үҙ граждандары мәнфәғәтен яҡлап, бюджетҡа инәсәк 10 млрд долларҙан ашыу килемдән баш тартты. Киләсәк быуын, халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында һүҙ барғанда миллиардтар менән генә эш итеп булмай. Бының менән беҙ ныҡлы, сәләмәт киләсәккә нигеҙ һалабыҙ, тине белгестәребеҙ ҙә.
Әлеге ваҡытта ГМО закондарын боҙған осраҡта язаны ҡәтғиләштереү мәсьәләһе ҡарала. Бындай закон боҙоуҙарҙы терроризмға тиңләргә һәм 20 йылға иректән мәхрүм итергә, тигән тәҡдим индерә депутаттарыбыҙ. Рәсәйҙә ҡайһы бер ГМО-продукттарҙы файҙаланыу тыйылһа ла, бөгөн власть вәкилдәре бындай продукцияны илдә тулыһынса тыйыу буйынса тәүге аҙымдарын яһай.

Организм өсөн зыянлы ризыҡтар

Натрий глутаматы (621). Составында Е621 өҫтәлмәһе булған ризыҡтар организмда бәйлелек барлыҡҡа килтерә. Тәжрибә күрһәтеүенсә, натрий глутаматынан сысҡандар һуҡырая. Был иң йыш ҡулланылған аҙыҡ өҫтәлмәһе. Ул организмда күп йыйылһа, өйәнәк ҡуҙғыта.
Транс-майҙар. Майлылығы 72 проценттан да әҙ булған майҙарҙы файҙаланыу ярамай, сөнки ул ысын май түгел.
Пластик һауыттағы еңелсә тоҙланған балыҡ. Яҡшы тоҙланған балыҡ бары тик майҙа ғына оҙаҡ һаҡлана.
Арахис. Хәҙерге ваҡытта күп кенә етештереүселәр уны генлы инженерия ярҙамында үҫтерә һәм уға, төрлө бөжәктәр зарарламаһын өсөн, петунияның гены индерелә. Шуға күрә, арахис һәр ваҡытта ла яңы һәм матур күренә.
Краб таяҡсалары. Улар краб эссенцияһы ҡатыштырылған ғәҙәти соя. Ә сояның 95 проценты тиерлек модификацияланған.
Тиҙ әҙерләнә торған ярмалар һәм ярма киҫәктәре. Улар составында тәбиғигә яҡын булған төрлө тәмләткестәр һәм буяғыстар тупланған.
Татлы газлы һыуҙар. Был эсемлектәр үҙҙәре үк сарсау тыуҙыра. Унда күбеһенсә шәкәрҙе алыштырыусы матдәләр ҡулланыла. Уның составында булған ортофосфор кислотаһы кәрәкле микроорганизмдарҙы үлтерә. Ә консервант булараҡ файҙаланылған бензоат натрийы (Е211) ферменттарҙы ҡыҫырыҡлай һәм матдәләр алмашыныуын боҙоп, һимереүгә килтерә.
Колбасалар. Уларҙың составында күбеһенсә 40 процентҡа тиклем йәшерен майҙар һәм тәм биреүсе өҫтәлмәләр була. Күп кенә колбаса, сосиска, сарделька 80 процент трансгенлы соянан тора.
Тауыҡ. Уның зыянлы булмаған матдәләр менән тултырылыуын күптәр яҡшы белә. Ә бына бындай итте ир-егеттәргә ашарға ярамауын барыһы ла белеп етмәйҙер. "Тултырылған" тауыҡҡа гормондар дисбалансын боҙоусы зыянлы гормондар өҫтәлә.
Тәмләткестәр өҫтәлгән сәй. Бындай сәйҙәргә саманан тыш күп буяу һәм кислота ҡушыла.
Майонез, кетчуп, соустар. Майонезға канцерогенлы транс-майҙар ҡушылған була, ә был иһә холестерин кимәлен арттырыуға килтерә. Бигерәк тә пластик һауыттарҙағы майонез зарарлы, сөнки уға ҡушылған аш һеркәһе пластиктан алда әйтелгән канцероген бүленеп сығыуына килтерә. Майонезда консерванттар һәм тотороҡландырғыстар ҙа саманан тыш күп.
Картуф чипсылары, сохариҙар. Әҙерләгән ваҡытта бик күп канцероген бүленеп сығыуы сәбәпле, был аҙыҡтар рак ауырыуына килтереүе бар.
Пакеттағы һуттар. Был осраҡта бер ниндәй ҙә тәбиғи һуттар тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел. Рәсәйҙә был һуттарҙы Ҡытай сеймалынан эшләйҙәр. Унда 50 процент химия булһа, 50 проценты консерваланған емеш-еләктән һәм эремсек һыуынан тора.
Сағыу ҡағыҙҙағы сәйнәй торған кәнфиттәр, ҡаҡтар һәм чупа-чупс. Бик күп шәкәрҙән, химик өҫтәлмәләрҙән, буяуҙарҙан тора.
Кипкән емештәр. Диетологтар көкөрт иретмәһендә һәм көкөрт газы менән эшкәртелгән кипкән емеш-еләк ашауҙы тыя. Хәҙерге технологиялар буйынса алма, груша, абрикостар нәҡ ошо юл менән эшкәртелә лә инде. Эшкәртелмәгән күрәгәләр ҡуңырыраҡ төҫтә була. Бындай емештәрҙе һатып алғандан һуң йылымыс һыуҙа бер нисә минут тоторға кәрәк. Был осраҡта ундағы көкөрт ике-окисы һыуға сығасаҡ.
Һурпалы кубиктар, әҙер аштар. Уларҙың төп составы - тоҙ һәм глютамат (тәм көсәйткес). Иң ҙур хәүеф уларҙың көслө канцероген булыуында.
Пакеттағы эремсектәр. Уларҙың составында киптерелгән һөт һәм үҫемлек майы була. Күп осраҡта унда ысын эремсек бөтөнләй булмай.
Тиҙ әҙерләнә торған туҡмас. Әгәр ҙә бындай ризыҡ ашаһағыҙ, уның тәмләткестәрен һалмаҫҡа тырышығыҙ. Һалмалары ысын тәбиғи аҙыҡтарҙан әҙерләнһә лә, уның соус һәм тәмләткестәре натрий глутаматынан ғына тора.
Етештереүсе эре компанияларҙың аҙыҡ-түлеген балаларға биреү ҙә хәүефле, сөнки күбеһенең составында генетик яҡтан модификацияланған матдәләр бар. Бындай етештереүселәргә Nestle, Gerber, Semper, Ko-linska, Friesland Nutrition компаниялары эләгә.
Ҡаймаҡ. Пластик һауыттағы күп кенә "ҡаймаҡтар" бары тик үҫемлек майҙарынан тора һәм "ҡаймаҡ продукты" тип йөрөтөлә.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.14 | Ҡаралған: 1756

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru