«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЛҠАН БУЛДЫҢ ҺИН УҠТАРҘЫҢ БЕҘГӘ ЙҮНӘЛГӘНЕНӘ...
+  - 

Рәйес Түләк Әхмәр ҮТӘБАЙ: Ошо көндәрҙә ауылдашым, танылған шағир Рәйес Түләккә 55 йәш тулған булыр ине...

Рәйесте ҡайҙалыр ынтылыу, ашҡыныу, үрһәләнеү кәйефе бер ҡасан да ташлап китмәне. Бөгөн генә бөтә тулылығында аңлайым мин уның был халәтен: йөрәгендәге бер туҡтауһыҙ яныу уны шулай ҡайҙалыр ашҡындырып-талпындырып йәшәткән. Һәүетемсә, һәлмәк, талғын ғына һөйләшеп ултырып та булмай ине бит уның менән. Уның күңел маятнигының уғы йә "ампли-туда"ны, йә "ампли-сюда"ны ғына белде, урталыҡты тойманы кеүек. Уй-фекер йөрөтөүендәге тынғыһыҙлығы, фекер динамикаһы, хистәренең ҡапыл гөлтләп тоҡаныуы менән ул, гүйә, тыуғанынан алып тик яныу өсөн генә яратылғайны. Әйтерһең дә, завод конвейерынан сыҡҡан двигателде бер тапҡыр тоҡандырғандар ҙа, ул эшлектән сыҡҡансы, бер туҡтауһыҙ эшләргә лә эшләргә тейеш. Минең уйымса, шағирҙар тап шулай булаларҙыр ҙа ул.
Рәйестең яңы ғына яҙған шиғырын кемгәлер уҡып ишеттереү теләге менән ете төн уртаһында кешене йоҡоһонан уятыу ғәҙәте хаҡында күптәр белә. "Сибай-Өфө" поезына ултырып, тәүге тапҡыр Өфөгә китеп барғаныбыҙҙа ла ул мине әллә нисәмә тапҡыр уятып, яңы ғына ҡағыҙға төшкән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шиғырын тыңлау ғына түгел, уға ҡарата үҙ фекереңде лә әйтергә тейешһең әле. Шул сағында тәнҡит һүҙҙәре әйтеп ҡара, ул күңел емешен үҙ балаһын йыртҡыстан һаҡлаған кейек кеүек яҡлай ине. Юҡ, Рәйес тәнҡитте ҡабул итә белә ине, тик әйткән һүҙенең хаҡлығы өсөн көрәшә лә белә ине. Студент саҡта уның хатта үҙ ятағында шиғырын тыңларлыҡ кеше таба алмайынса, студент ҡаласығындағы башҡа ятаҡтарҙағы таныштарының, дуҫтарының ишектәрен туҡылдатып йөрөгәнен беләбеҙ.
Рәйестең был халәтен аңлар өсөн уның бары тик "Яныу" поэмаһын уҡыу ҙа етә. Рәйес Түләк ошо әҫәрендә бар тулылығында асыла, шағир һәм шәхес булараҡ үҙенең донъяға тәғәйенләнешен, маҡсатын билдәләй, минеңсә. Ул да булһа - халыҡты, милләтте ниндәй һәләкәт алдында торғанлығын иҫкәртеү, тарихи һабаҡты онотмаҫҡа, уяу һәм ғәмле, сәмле йәшәргә өндәү. Янған һарайға күҙ йоммай теҙелеп инеүсе һарыҡтарға ҡаршы сығып, уларҙы туҡтатырға теләүсе көтөүсегә ниндәй борсолоу хас булһа, үҙ милләтен, кешелекте шундай янғындарҙан ҡурсырға, араларға теләүсе шағир вазифаһын башҡарҙы кеүек Рәйес. Ошо бурысы үтәлгәс тә, донъялыҡтан китеүе лә ҡәҙимге ғәмәл булып тойолдо уға.
Рәйес Түләк бер ваҡытта ла дежур һүҙҙәр һөйләмәне, дежур мәҡәләләр яҙманы, дежур шиғырҙар ижад итмәне. Сибай педагогия училищеһында уҡытҡан сағында мин уның дәресенә инеп ултырҙым. Шиғыр тураһында ине ул дәрес. Әгәр ҙә уның дәрестәрен һүҙмә-һүҙ яҙып, матбуғатҡа баҫып сығарһаң, улар училище, институт, университет студенттары өсөн генә түгел, хәҙер Яҙыусылар берлеге ағзаһы тип һаналған, "... исемендәге дәүләт премияһы лауреаты" булған бик күптәр өсөн дә һабаҡ-дәрес булырлыҡ. Булмышы, асылы менән шағир ғына түгел, ғалим да, мөғәллим дә ине ауылдашым Рәйес Түләк.
Рәйес үҙе теләп янды, яныуға тиң яҙмышын үҙе һайлап алды. Дөрөҫөрәге, уның яҙмышы тотошлайы менән яныуҙан торҙо. Ғүмере лә шуға ҡыҫҡа булды. Әммә ул ғүмерен бушҡа ғына бирмәне. Күптәребеҙҙе аямай үртәгән дәһшәтле янғынға үҙе теләп инеп янды ла, беҙҙе был хаҡта иҫкәртеп китте...

Ер сатнаһа, һин тешеңде
Шығырҙаттың - түҙмәнең...
Тәнең менән Ерҙе һаҡлап,
Ауҙың ғына - үлмәнең.

Урта быуаттарҙан килдең,
Килдең таш быуатынан.
Халҡыбыҙҙың бөйөк рухын
Тәфсирләп аңлатырға
(Янғындан аңғартырға).

Ҡалҡан булдың һин уҡтарҙың
Беҙгә йүнәлгәненә,
Илгә төбәлгәненә,
Миңә төбәлгәненә.

Ҡалҡан булдың, тик булманы
Ышыҡланыр "урының".
Ысын шағирына Өфө
Асманы шул ҡуйынын.

Таш йорттарҙы тиңләнең шул
Баррикада-табутҡа.
Тик Өфөнән киталманың
Һәм ҡалманың, ҡалып та...

Урта быуатыңа киттең,
Киттең таш быуатыңа, -
"Башҡорттар йәшәйҙәр!" тиеп
Тарихты йыуатырға.

Лариса АБДУЛЛИНА: Замандашыбыҙ, һоҡланғыс талант эйәһе, башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләрен тыуҙырған Рәйес Түләк ижадта янды, әммә тере рухы булған шиғырҙары менән халҡыбыҙҙың аңын уятып, әҙәбиәттә яңы образын тыуҙырып, һуңғы һулышына, тамсы ҡанына тиклем милләтенә йәнен фиҙа ҡылып китте.
Рәйес һәр өнө, ауазы, һәр шиғыры, өтөр-нөктәһе менән башҡорт шағиры! Уның ижадында башҡорт характерының бар яҡтары ла бар - саялығы ла, сәмлелеге лә, айбарлығы ла, моңһоҙлоғо ла, моңлолоғо ла - бына ошо ХХI быуатҡа нисек килеп еткәнбеҙ, ниндәй милли һыҙаттарыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ, ниндәйҙәрен үҫтергәнбеҙ, шулар барыһы ла бар ине унда.
"Бельские просторы" журналында тәржемәләр конкурсын беҙ уның "Аҡ фонтан" шиғыры менән башлап ебәргәйнек. Шунда бер нәмәне аңлап ҡалдым: тәржемә, ғөмүмән, ҡатмарлы эш, ә милли рух, моң менән һуғарылған шағирҙың әҫәрҙәрен башҡа телгә ауҙарыу мөмкин дә түгел кеүек. Рәйестең шиғырҙары ла, үҙе кеүек, тик халҡына тоғро, тик башҡорт халҡына хеҙмәт итә! Беҙҙең заман шиғриәтендә ысын башҡорт образын тыуҙырған ижадсы ул - Рәйес Түләк. Ул башҡорт халыҡ шағиры. Ошо исемде рәсмиләштереп ҡуйғанда - халыҡ рухы, асылы тип янған шағирҙың ижадына оло һәм лайыҡлы баһа булыр ине.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.14 | Ҡаралған: 2129

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru