Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм ХӘМИТОВ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уның төп темаһы булып хеҙмәт кешеһе генә түгел, ғөмүмән, кеше тора.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары сығыш буйынса үҙ фекерен белдереп, унда ҡуйылған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу артыҡ сығымдар талап итмәйәсәген, ә республика бюджетында ҡаралған финанстар нигеҙендә тормошҡа ашырыласағын билдәләне. Сөнки Мөрәжәғәтнамәлә телгән алынған өҫтөнлөклө бурыстар һәм йүнәлештәр - улар власть органдарының көндәлек башҡарған һәм башҡарырға тейешле эшмәкәрлеген тәшкил итә. Шулай уҡ дәүләт башлығының сығышында ауыл халҡына айырым иғтибар бирелеүе лә, ауылға ярҙам булырлыҡ аныҡ тәҡдимдәр индерелеп, уларҙы тормошҡа ашырыу бурысы аныҡ ведомстволарға йөкмәтелеүе лә күңелде йылыта. Бары тик улар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, үтәлһен ине.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына Мөрәжәғәтнамәнең ҡыҫҡартылған йөкмәткеһен тәҡдим итәбеҙ.
"Республикабыҙ - Рәсәй Федерацияһының иҡтисади ныҡлы, индустриаль үҫешкән субъекты, илдең танылған сәнәғәт, ғилми, мәғариф, мәҙәни, спорт үҙәктәренең береһе. Башҡортостандың ҡаҙаныштары - уның бер нисә быуын хеҙмәтсәндәренең фиҙакәрлеге һөҙөмтәһе.
Бөгөн дә хеҙмәт кешеләре, квалификациялы белгестәр территорияның үҫешен, уның бөгөнгөһөн һәм киләсәген билдәләй. Иҡтисадты алға этәреүсе көс - ул хеҙмәтсәндәр. Тап уларҙың һөнәри әҙерлеге, компетенцияһы, белеме һәм тәжрибәһе иҡтисади, социаль именлектең ныҡлы нигеҙен булдыра.
Үкенескә күрә, ил тарихында кешеләр күҙ алдына ла килтерә алмаған сәйәсәттең әсире булып ҡалды. 90-сы йылдар реформаһы - быға асыҡ дәлил. Ашығыс ҡабул ителгән баҙар үҙгәрештәре иҡтисади көрсөк тыуҙырҙы, был үҙ сиратында хаҡтарҙы күтәрҙе, предприятиеларҙың ябылыуына, кешеләрҙең күпләп эштән ебәрелеүенә, эш хаҡтарының тотҡарланыуына килтерҙе. Быларҙың барыһы ла ябай халыҡ елкәһенә төштө, уларҙы ярлылыҡ сигенә этәрҙе.
XXI быуат башы - илде ҡабаттан тергеҙеү, уның иҡтисади ҡеүәтен күтәреү, социаль сәйәсәтте нығытыу осоро. Халыҡ-ара позицияларҙы нығытыу, иҡтисади әйләнеште арттырыу, рәсәйҙәрҙең тормош сифатын күтәреү, барлыҡҡа килгән социаль проблемаларҙы хәл итеү өсөн бөгөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә.
Ошо проблемалар араһында иң иң мөһим бурыстарҙың береһе - хеҙмәтсәндәргә етерлек иғтибар булмауы. Бөгөн баҙар иҡтисады шарттарында, предприятиелар килем артынан ҡыуып, кешеләрҙе бары тик "етештереү сараһы" итеп кенә күреп, эксплуатациялайҙар, һәм был ғәҙел түгел.
Властың бурысы - эшләп йөрөүсе кешенең хеҙмәт хаҡын ғәҙел түләү, уның сәләмәтлеген нығытыу, квалификацияһын күтәреү, лайыҡлы һәм сифатлы тормош тәьмин итеү өлкәһендә хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлау. Кешеләр, республика хеҙмәтсәндәре - беҙҙең стратегик ресурс һәм, шул уҡ ваҡытта, властың төп иғтибар объекты. Шуға ла мин эшләп йөрөүсе халыҡтың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, хеҙмәт темаһын юҡҡа ғына алманым.
Социаль өлкәгә һалынған сығымдар. Йылдан-йыл республика был маҡсатҡа консолидацияланған бюджеттың 70 процентын йүнәлтә. 2010 йыл менән сағыштырғанда мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, мәҙәниәткә, мохтаждарға ярҙамға, спортҡа, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән сығымдар күләме быйыл 1,5 тапҡырға артып, 130 миллион һумға етте. Дөйөм эш хаҡы күләме - 1,4, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙеке 1,7 тапҡырға артты. 4 йыл эсендә торлаҡ төҙөлөшө күләме һиҙелерлек үҫеп, 9 миллион квадрат метр тәшкил итте.
Эшһеҙлек. Һуңғы 4 йылда эшһеҙҙәр һаны 40 процентҡа кәмене. Был 50 мең яңы эш урыны (уларҙың 70 проценттан ашыуырағы - ауыл ерҙәрендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа) биргән инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Быйыл эшһеҙлек кимәле 5,4 процент тәшкил итә (2010 йылда - 9 процент). Былтыр ойошмаларҙан тәҡдим ителгән 300 мең вакансия эш эҙләүселәр һанынан 3 тапҡырға күберәк булған. Эш бар, эш эҙләүселәр һаны шул килеш ҡала. Кешеләр эш хаҡына риза булмайынса, карьера үҫеше юҡлығы, йәшәү шарттары хәл ителмәү сәбәпле тәҡдим итегән урындарға бармай. Яҡын киләсәккә фараздар буйынса, хеҙмәт йәшендәге кешеләр һаны кәмейәсәк. Бынан сығып, беҙгә хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәрҙе күҙалларға һәм кеше ресурстары менән идара итеү юлдарын планлаштырырға кәрәк.
2010 йыл менән сағыштырғанда эш эҙләүсе йәштәрҙең һаны 1,5 тапҡырға кәмеһә лә, улар һаман да эшһеҙҙәрҙең өстән бер өлөшөн алып тора. Һөнәрселек учреждениеларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу - айырым иғтибарға лайыҡ тема. Уҡыу йорттары эш биреүселәр менән кәрәкле һәм перспективалы һөнәрҙәрҙе асыҡлап, шул йүнәлештә белем бирергә тейеш. Ә Хөкүмәткә кадрҙар әҙерләүҙә ҡатнашыусы предприятиеларҙы һәм уҡыу йорттарын матди яҡтан дәртләндереү, белем биреү процесын камиллаштырыу, уларҙың матди базаһын нығытыу механизмдарын эшләргә кәрәк.
Мөмкинлектәре сикләнгән категория кешеләрен эшкә урынлаштырыуға ҡараш та үҙгәрергә тейеш. Бөгөн 36 мең инвалид эшкә һәләтле. Әммә мәшғүллек үҙәктәренә йыл һайын ни бары 3 мең кеше генә мөрәжәғәт итә һәм уларҙың 40 проценты ғына эшкә урынлаштырыла.
Республиканан ситтә эшләүселәр һаны 100 меңдән ашыу. Уларҙың күпселеге нефть тармағында кәрәкле белгестәр. Улар вахта ысулы менән Себергә йөрөп эшләй. Төмән өлкәһенә йөрөп эшләүселәрҙең өстән бер өлөшөн яҡташтарыбыҙ тәшкил итә һәм уларҙың уртаса йәше - 37 йәш.
Яңы производство асҡанда һәм киңәйткәндә уларға квалификациялы белгестәр талап ителә. Ә уларҙы йәлеп итеү өсөн, тәү сиратта, торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Көрсөк йылдарында күпселек предприятиелар ведомство ятаҡтарынан баш тартты. Хәҙер был хәл-торошто үҙгәртеү мөһим.
Республика халҡының килеме. Былтыр 400 мең кешенең килеме йәшәү минимумынан түбән булған. Республиканың 80 мең кешеһе йәшәү минимумынан түбән булған эш хаҡы ала. Эшләгән кеше ярлы булырға тейеш түгел, ә беҙҙә аҙ тәьмин ителгән халыҡтың 60 процентын предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре алып тора. Улар ауыл, урман хужалыҡтарында, еңел сәнәғәттә эшләй. Хеҙмәт кешеһенә ярлылыҡ сиктәренән сығырға ярҙам итергә кәрәк.
Республика халҡының 40 проценты йәшәгән ауылдарҙағы тормош сифаты хаҡында айырым әйтеп үтәм. Бөгөн ауыл ерендәге килемгә ҡағылышлы хәл-торош бик ҡатмарлы һәм статистика был өлкәлә тулы мәғлүмәткә эйә түгел.
Агропредприятиеларҙа, фермер хужалыҡтарында аҙ хаҡҡа йәки натуралата түләү хаҡына эшләп йөрөүселәр үҙҙәренең шәхси ихатаһында ла эшләй. Әммә артып ҡалған ит, май, йәшелсә-емештән килгән килем дә ҙур түгел. Был йәһәттән райондарҙа шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән аҙыҡ-түлекте ғәҙел, лайыҡлы хаҡҡа һатып алыуҙы ойоштороу мәсьәләһе бер тапҡыр ғына күтәрелмәне. Әммә эшләнгән эш бик күренмәй. Аралашсыларһыҙ ғына, ауыл кешеһенән уның етештергән продукцияһын һатып алып, уны беренсел эшкәртеп, продукцияны республика күмәртә-логистика үҙәктәре аша сауҙа үҙәктәрендә һатыу менән шөғөлләнгән махсус предприятиелар ойошторорға кәрәк. Был бик мөһим бурыс һәм уны тиҙ арала мотлаҡ хәл итеү зарур. Шунһыҙ, ауыл халҡының килемен күтәреү мөмкин түгел.
"Күләгә иҡтисады" менән көрәш. "Конверттағы" эш хаҡы алыуҙан дәүләт кенә түгел, кешеләр үҙҙәре лә зыян күрә. Анализ күрһәтеүенсә, бөгөн халыҡтың килеменең өстән бер өлөшө иҫәпкә алынмай. Был - мотлаҡ медицина, социаль һәм пенсия страховкаһына инмәгән иғәнәләр, иң мөһиме - республика бюджетына ингән һалымдың кәмеүе. Хеҙмәткәр үҙе иһә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙәрҙән, ипотека алыуҙан мәхрүм, киләсәктә инде түбән пенсия алыуға дусар.
Һөнәри белем биреү, кадрҙар әҙерләү. Бөгөн дәүләт вуздарында һөнәрселек лицейҙары һәм колледждарға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк студент уҡый. Уларҙың күбеһе һуңынан эшкә урынлаша алмай. Урынлашҡандары ла һөнәре буйынса эшләмәй. Һөнәри белем биреү учреждениелары өсөн дәүләт заказын корректировкалау, белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләүҙе камиллаштырыу буйынса эшмәкәрлекте ойошторорға кәрәк. Бында хеҙмәт баҙарындағы буласаҡ үҙгәрештәргә йүнәлеш алыу зарур. Мәҫәлән, Стратегик инициативалар агентлығы эшләгән "Яңы профессиялар атласы" иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең 20 самаһы тармағында яҡын киләсәктә талап ителәсәк 140 яңы һөнәрҙе асыҡлай.
Уҡыусылар һәм йәш белгестәр хеҙмәт баҙарындағы ысынбарлыҡ менән таныш түгел. Шуға күрә йәштәргә һөнәрҙәр һәм специальностар, уҡыу йорттары, кәрәкле һөнәр буйынса вакансиялар талап ителеүе хаҡында мәғлүмәт биргән республика порталы ойоштороу кәрәк.
Бөгөн Интернет селтәрендә эшләргә һәм килем алырға була. Һанлы технологиялар производство процестарына ғына түгел, көндәлек тормошобоҙға ла үтеп инә. Интеллектуаль хеҙмәт автоматлаштырыла. Шундай "аҡыллы ысынбарлыҡ" үҫешкәндә фән айырым роль уйнай. Һуңғы тиҫтә йылда, системалы ярҙам булмағанлыҡтан, ул үҙенең позицияларын бер аҙ юғалтты. Республикала фәнде үҫтереү стратегияһы, ғилми-техник сәйәсәт менән идара итеүҙең берҙәм системаһы, ғалимдар, производство етәкселәре һәм бизнес араһында һөҙөмтәле диалог юҡ, һ.б.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы. Был датаны байрам итеүгә лайыҡлы әҙерләнергә, совет халҡының хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын хөрмәт менән иҫкә алырға кәрәк. Бер генә ветеран да иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында хәстәрлек, фронтта һәм тылда тиңһеҙ батырлыҡ тураһындағы хәтерҙе һаҡлау - беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Эш урындары булдырыу, хеҙмәтте ғәҙел баһалау, предприятиеларҙа көслө социаль сәйәсәт, сәләмәтлекте, һөнәри үҫеште, хеҙмәтсәндәрҙең ялын һәм буш ваҡытын үткәреүҙе хәстәрләү, ғөмүмән, эшселәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең тормош сифатын күтәреү властың барлыҡ кимәленең, эш биреүсенең, барлыҡ йәмғиәттең өҫтөнлөклө эшмәкәрлеге булып торорға тейеш".
КИРЕ СЫҒЫРҒА