Ошо көндәрҙә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МырҘабаева һайлаусылар менән он-лайн конференция үткәрҙе һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Бөгөн Сәлиә Шәрифйән ҡыҙының миҙгелгә ярашлы киҙеү һәм башҡа сирҙәргә ҡағылышлы яуаптары менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Әлбиттә, йыл һайын күҙәтелгән киҙеү быйыл да беҙҙе урап үтмәҫ. Әммә сирләмәҫ өсөн нимә эшләргә, ауырыған осраҡта ниндәй саралар күрергә кәрәк?
- Киҙеү эпидемияһының көслө ваҡыты 2015 йылдың ғинуарының икенсе яртыһына тура киләсәк тип көтөлә. 12 октябргә ҡарата киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны бик күп түгел.
Киҙеүҙән иң һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы - вакцинация. Ул йылына бер тапҡыр яҙғы-көҙгө осорҙа, эпидемия башланырҙан 2-3 аҙна алдан эшләнә. Ул граждандарҙың барлыҡ категорияһына ла тәҡдим ителә, ләкин бигерәк тә уны хәүеф төркөмөнә инеүселәргә: 6 айлыҡ сабыйҙарҙан башлап, барлыҡ балаларға ла, ауырлы ҡатындарға, 60 йәште үткән ололарға, хроник сирҙәр менән яфаланыусыларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, студенттарға, хеҙмәтләндереү, транспорт өлкәһендә эшләүселәргә яһатыу бик мөһим. Был төркөм Профилактик прививкаларҙың Дәүләт календарына индерелгән һәм уларға прививка бушлай яһала. Вакцинация ысынлап та киҙеүҙән һаҡлаясаҡ, хатта ауырыған осраҡта ла сир еңел үтәсәк.
Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдименә ярашлы, хәүеф төркөмөнә инеүселәрҙең 75 процентына, ә инде дөйөм ил һәм Рәсәй субъекттарында халыҡтың 25 процентына прививка эшләнергә тейеш. Бынан тыш, организмдың үҙенең һаҡланыу көсөн күтәреү зарур. Хәҙерге ваҡытта фармацевтика баҙары киҙеү һәм ОРВИ-ны профилактикалау өсөн Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән бик күп препараттар тәҡдим итә. Әммә уларҙы ҡулланырҙан алда дауалаусы табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Шулай уҡ халыҡ дауаларын да оноторға ярамай. Гөлйемеш, мүк еләге, ҡыҙыл көртмәле, ҡара ҡарағат, цитрустар, С витамины, һарымһаҡ ҡулланыу файҙалы. Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, ҡулдарҙы йыш йыуыу зарур.
Өйөгөҙҙө йәки эшләгән бинаны йышыраҡ елләтергә, уларҙа дезинфекциялаусы саралар ҡулланып, туҙандарҙы һөртөп торорға кәрәк. Һауа торошо буйынса кейенеү, организмдың өшөүенә юл ҡуймау, торлаҡ һәм йәмәғәт биналарында температура режимын һаҡлау тураһында ла иҫтән сығарырға ярамай. Организмдың сиргә ҡаршы тороуына туҡланыу ҙа йоғонто яһай. Шуға күрә аҡһым, С төркөмө витаминдары булған аҙыҡ-түлек ҡулланыу яҡшы. Эпидемия таралған осорҙа кеше күп йөрөгән сараларҙа бик ҡатнашмаҫҡа, тын юлдарын һаҡлау өсөн медицина битлектәре кейергә (уларҙы 6 сәғәт кейергә мөмкин, бер тапҡыр ҡулланғанын икенсегә ҡулланыу ярамай), йышыраҡ саф һауала йөрөргә кәрәк. Әгәр үҙегеҙ йәки туғандарығыҙ сирләп китһә (тымау төшһә, тамаҡ әсетһә, температура күтәрелһә, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелһә, баш ауыртһа һ.б.) эшкә, уҡыуға, балалар баҡсаһына барырға ярамай. Табипты өйгә саҡыртыу зарур. Был бигерәк тә эпидемияның көсәйгән ваҡытында бик мөһим, сөнки поликлиникаларҙа сиратта тороу хәлегеҙҙе тағы ла ҡатмарлаштырыуы мөмкин.
Дауаланыуҙың төп принцибы - түшәк режимын һаҡлау. Һалҡын алдырыуға бәйле күпселек сирҙәр дарыу менән дауалауға мохтаж түгел, иң мөһиме - ятып ял итергә, организмға үҙ-үҙен тергеҙеү мөмкинлеген бирергә. Үҙ аллы дауаланыу зыянлы. ОРВИ йәки киҙеү билдәләре күҙәтелгәндә табиптан консультация алыу кәрәк. Быны ни тиклем иртәрәк эшләһәгеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ. Тын юлдары ауырыуҙарын ҡуҙғытыусы инфекциялар бик күп, улар тәүҙә бер иш кеүек тойола, әммә эҙемтәләре төрлөсә булыуы ихтимал. Сирләгән ваҡытта күптәр ауырыуҙы аяғөҫтө үткәрергә, эшкә йөрөргә тырыша. Бының менән үҙҙәренең сәләмәтлеген дә, хеҙмәттәштәрен дә хәүеф аҫтына ҡуялар.
Сөскөргәндә, йүткергәндә, тымау ваҡытында ҡағыҙ салфеткалар ҡулланығыҙ һәм уларҙы шунда уҡ ташлағыҙ, икенсе тапҡыр файҙаланмағыҙ. Ауырыу өсөн айырым һауыт-һаба бүлегеҙ, ҡулланғандан һуң уны ентекле йыуып, дезинфекциялағыҙ. Сирлене айырым бүлмәгә урынлаштырыу мөмкинлеге булһа, бигерәк тә һәйбәт. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙары ҡурҡыныс түгел.
Беҙгә Эбола эпидемияһы янаймы?
- Бөгөн донъяла ошо вирус менән зарарланыусылар һаны 8 меңдән артып китте. Шундай тиҙлектәге халыҡ-ара миграция шарттарында уны теләһә ниндәй илгә килеп инмәҫ, тип әйтеп булмай. Быға сирҙең оҙайлы ваҡыт - 21 көн инкубация осоро үтеүе лә йоғонто яһай.
Беренсе тапҡыр Эбола вирусы тураһында 1976 йылда саң ҡаҡтылар, әммә ул киң таралыу алманы. Хәҙерге ваҡытта вирустың таралыу хәл-торошо бик ҡатмарлы, әммә уның таралыуына ҡаршы әүҙем саралар күргәндә, был процесты туҡтатырға мөмкин.
Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, профилактика саралары Эбола вирусының Рәсәйгә инеү хәүефенә кәртә ҡуйҙы, тиергә мөмкин. Һауа юлдары пункттарында сикте үтеүселәргә санитар-контроль тикшереүе көсәйтелде, ҡурҡыныс инфекцияларҙың билдәләрен асыҡлау маҡсатында айына 1,5 миллион пассажир тикшерелә. Аэропорттарҙың һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының медицина хеҙмәттәре эпидемияға ҡаршы саралар ойоштороуға әҙер. Эбола тапмаһын диагностика тикшереүе өсөн заманса лаборатория ойошторолған, сирҙе тиҙ арала тикшереү өсөн кәрәкле препараттарҙың запасы бар.
Әлеге ваҡытта Көнбайыш Африкалағы Рәсәй граждандары араһында Эбола тапмаһы менән сирләүселәр юҡ, Рәсәй территорияһында ла сирләү осрағы теркәлмәгән. Быйыл августа Көнбайыш Африкала булып ҡайтҡан Үҙәк Ғилми-тикшеренеү институты вирусологтары Рәсәйҙә вирус таралыу ихтималлығы бик түбән, тип белдерә. Әммә, һаҡланғанды - Хоҙай һаҡлай, тигәндәй, барыбыҙ ҙа хәүеф факторы тураһында онотмаҫҡа, аныҡ саралар күрергә һәм артыҡ ихтыяж булмағанда Көнбайыш Африка илдәренә барыуҙы кисектереп торорға тейешбеҙ. Әгәр ҙә инде был илдәргә бара ҡалһағыҙ һәм үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, кисекмәҫтән медицина хеҙмәткәрҙәрен иҫкәртергә кәрәк.
Нисек итеп көҙгө һәм ҡышҡы шыҡһыҙ көндәрҙә депрессиянан һаҡланырға?
- Көҙгө күңел төшөнкөлөгө - ул үҙенсәлекле психоэмоциональ торош. Ул кәйефтең тотороҡһоҙлоғо, эшләү һәләтенең түбәнәйеүе, йоҡо режимы боҙолоуы, яратҡан эш йәки шөғөл менән булышырға теләмәү менән ҡылыҡһырлана. Бынан тыш, был феномендың физиологик аңлатмаһы ла бар: көндәр ҡыҫҡара һәм ҡояш нурының етешмәүе организмда меланиндың күбәйеүенә килтерә. Белгестәр ҡайһы бер эмоциональ хәл-тороштоң нәҫелдән күсеүе хаҡында ла белдерә. Ҡатын-ҡыҙ, хис-тойғоға бай булғанлыҡтан, был миҙгелдә бирешеп бармай. Депрессияға хроник стрестар, хеҙмәт һәм ял режимының боҙолоуы, йоҡо туймауы йоғонто яһай.
Әгәр һеҙ миҙгел депрессияһына бирешеүсән икәнһегеҙ, тап ошо ваҡытта сәләмәтлегегеҙҙе күҙәтегеҙ. Туҡланыуығыҙға иғтибар бүлегеҙ: ул аҡһым күп булған аҙыҡ-түлектән (тауыҡ, балыҡ, ныҡ майлы булмаған һөт аҙыҡтары) торорға тейеш. Күберәк емеш-еләк һәм йәшелсә ашағыҙ. Организмда файҙалы витаминдар һәм микроэлементтар ни тиклем күберәк, кәйеф тә, үҙегеҙҙең хәл-торошоғоҙ ҙа яҡшы буласаҡ. Бынан тыш, кәйефте составында эндорфин булған аҙыҡ-түлек (шоколад, банан) ашап та күтәрергә мөмкин. Шыйыҡлыҡты күберәк эсегеҙ, сөнки организм һыуһыҙлыҡтан интекһә, ул дәртһеҙ һәм төшөнкө була.
Эштә лә, өйҙә лә бинаны даими елләтергә онотмағыҙ, саф һауа ла организмға ыңғай йоғонто яһай. Кислородты бер нәмә лә алмаштыра алмай. Шуға күрә, хатта насар көндө лә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, урамда йөрөгөҙ. Мөмкинлегегеҙ булһа, эшкә йәйәү йөрөгөҙ. Физик күнегеүҙәр: аэробика, бейеү, йөҙөү ҙә яҡшы ярҙам итә.
Шулай уҡ төҫтөң дә кешенең эмоциональ торошона йоғонто яһауы билдәле. Шуға күрә тормошоғоҙға сағыулыҡ өҫтәгеҙ. Сағыу яҡтылыҡ булған ерҙә булырға тырышығыҙ. Үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡлы шөғөл табығыҙ, дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Был ыңғай тәьҫораттар алыу һәм үҙеңде кәрәкле итеп тойоу өсөн мөһим. Һәм йышыраҡ йылмайығыҙ. Күпмелер ваҡыттан һуң йылмайыу һеҙҙең ғәҙәтегеҙгә инеп китер һәм тирә-яҡтағылар ҙа һеҙгә йылмайып яуаплар.
Рәсәйҙә иң сәләмәт кешеләр ҡайҙа йәшәй һәм сәләмәтлек өсөн иң имен шарттар ҡайҙа?
- Был һорауға яуап биреүе ауыр. Сәләмәтлек төшөнсәһе Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләмәһе буйынса ауырымауҙы ғына түгел, ә физик, психик, социаль һәм рухи именлекте билдәләй. Бынан тыш, йәмғиәт сәләмәтлеген (медик-демографик процестарҙың; халыҡтың ауырыуҙарының; инвалидлыҡтың; физик сәләмәтлектең, сәләмәтлектең социаль бәйлелеге; интеграль күрһәткестәр) һәм шәхси сәләмәтлек - айырым кешенең һаулығын айырып ҡарарға кәрәк. Ил халҡының йәмғиәт сәләмәтлегенең төп күрһәткестәрен баһалағанда беҙ төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алабыҙ (тәбиғәт, климат, экология, иҡтисади үҫеш кимәле, һаулыҡ һаҡлау торошо һ.б.). Был илебеҙҙең киңлегенән һәм күп төрлөлөгөнән сығып ҡарағанда, шулай булырға тейеш тә. Хатта бер күрһәткес динамикаһы ла ысынбарлыҡтағы хәл-торош тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирмәй. Мәҫәлән, бер яҡтан, халыҡтың ауырыуы патологияның таралыуын, икенсе яҡтан, медицина ярҙамын һәр кем ала алыуҙы йәки ала алмауҙы күрһәтә. Шуға күрә халыҡтың сирләүе (дөйөм йәки айырым ауырыуҙар буйынса) бер нисек тә кире күренеш булараҡ ҡарала алмай.
2013 йылда "РИА Рейтинг" агентлығы тормош сифаты буйынса мәғлүмәт баҫтырҙы. Унда эксперттар "Халыҡтың сәләмәтлеге һәм белем кимәле" төркөмөн айыра. Был төркөмдә төбәктәрҙең рейтингы теркәлгән ауырыуҙар, беренсе тапҡыр асыҡланған сирҙәр, сабыйҙар үлеме, тыуған ваҡытта күҙалланған ғүмер оҙайлығы, 10000 кешегә аспирантура тамамлаусылар, 15 һәм унан оло йәштәге халыҡ һанына ҡарата юғары белемлеләр, 15 һәм унан оло йәштәгеләр араһында 1000 кешегә урта белеме булмаусылар күрһәткесе нигеҙендә баһалана. Рейтингта беренсе ун урында Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Мәскәү, Воронеж, Томск өлкәләре, Краснодар крайы, Ханты-Манси автономиялы округы - Югра, Калининград өлкәһе, Төньяҡ Осетия Республикаһы - Алания, Һарытау өлкәһе тора. Дөйөм алғанда, тормош сифаты рейтингының барлыҡ күрһәткестәре буйынса ла Мәскәү һәм Санкт-Петербург беренсе урында тора. Уларҙан ҡала Мәскәү өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Краснодар крайы, Белгород, Воронеж өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы- Югра, Төмән өлкәһе, Нижегород өлкәһе килә.
КИРЕ СЫҒЫРҒА