«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ПЕКИНДА - ӨС КӨН
+  - 

Пекинда Халыҡ-ара ENACTUS - 2014 студенттар хәрәкәтенең донъя Кубогы тамамланды. Унда АҠШ, Канада, Франция, Германия, Ҡытай, Мексика, Марокко кеүек бөтәһе 34 илдең бизнес буйынса вәкилдәре ҡатнашты. Жюри составында КРМG, Рерsico, Coca-cola, Univer һәм башҡа шундай билдәле милли һәм халыҡ-ара корпорациялар етәкселәре бар ине.

Рәсәй намыҫын яҡлау бурысы Башҡорт Дәүләт университетының Сибай институты командаһы - ENACTUS- 2014 Милли ярыштар чемпионы иңенә төштө. 2008 йылда ла институттың иҡтисад факультеты студенттары Сингапурҙа Рәсәй исеменән сығыш яһағайны.
Конкурстың тәүге көнө ҙур йәрминкә менән асылып китте - унда һәр команда үҙ илен һәм командаһын инглиз телендә таныштырырға тейеш булды. Һәр команда үҙ иленең милли кейемдәрендә йырлап-бейеп, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнап, бында йыйылған халыҡты килтергән күстәнәстәре - милли тәм-том менән һыйланы, сувенирҙар таратты, шулай уҡ халыҡ йолалары һәм традициялары менән дә таныштырҙы. Шул уҡ көндә ярыштарҙы асыу тантанаһы булды.
Күңелдәрҙе ярһытып, тулҡынландырғаны икенсе көндә - проекттарҙы ҡарау булды: ярышта ҡатнашыусылар 4-5 команданан торған 8 лигаға бүленде.Һәр бер залда сығыштарҙы абруйлы жюри ағзалары - халыҡ-ара корпорациялар президенттары һәм топ-менеджерҙары диҡҡәт менән күҙәтеп, баһалар бирә барҙы. Беҙҙең лигаға ингән Ҡытай, Марокко, Рәсәй һәм Нидерландтарҙан финалға тәүге ике ил командаһы сыҡты һәм Кубокты Ҡытай командаһы яуланы. Беҙҙең лига иң көслөһө тип танылды. Шулай итеп, өс көндөң үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды, ләкин ул беҙҙең күңелдәрҙә юйылмаҫ сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Донъя кимәлендәге ошондай юғары форумда ҡатнашыуыбыҙ Сибай институтында алған белемдең, унда эшләүсе уҡытыусыларыбыҙҙың да юғары кимәле хаҡында һөйләүсе абруйлы бер дәлил булды.
Командабыҙға ошондай аралашыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн беҙ Рәсәй Enactus Президенты С. Равичевҡа, БДУ-ның Сибай институты директоры З. Йәрмөхәмәтовҡа, иҡтисад факультеты деканы Н. Фәтҡуллинаға, команда кураторы У. Барлыбаевҡа һәм бөтөн уҡытыусылар коллективына, шулай уҡ бағыусыларыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Рәүилә ХӘСӘНОВА,
БДУ-ның Сибай институты матбуғат хеҙмәте етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.14 | Ҡаралған: 1588

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru