Яңы йыл байрамы алдынан ҡыҙыҡ иттеләр булды инде: доллар, евро ҡиммәтләнеү менән бәйле хәбәрҙәрҙән күптәрҙә байрам ҡайғыһы китте. Урамда ла, транспортта ла, хатта мунсала ла шул хаҡта һөйләйҙәр. Кемдер сит ил көнкүреш техникаһы ҡиммәтләнеүгә зарлана, бәғзеләр ҡарабойҙай, он, шәкәр, башҡа ризыҡтарға хаҡ күтәрелеүен билдәләй.
Бер аҙ аҡсаһы булғандар сауҙа үҙәктәре юлын тапай. Телевизор, һыуытҡыс, башҡа көнкүреш техникаһы һатып ала. Икешәрҙе, өсәрҙе хатта. Шул арала интернетта шундай көлкө лә барлыҡҡа килде: "Рәсәй кешеһе хаҡтар күтәрелә башлау менән магазиндарға йүгерә һәм өсәрләп телевизор һатып ала. Телевизорҙары ни тиклем күп булған һайын, уның күңеле лә тыныс..."
Ә бына бер танышым бөтөнләй күңел тыныслығын юғалтҡан. Машина һатып алырға йыйынып йөрөгән булған икән. Үҙе ниәтләгән машинаны алырға барһа, ун көн элек кенә бер хаҡ менән һатылған машина 100 меңгә күтәрелгән. Етмәһә, ул көндө уны һатыуға ла ҡуймағандар, "Яңы хаҡ көтәбеҙ", тигәндәр салонда. "Инде ни эшләргә икән? Кредит һаҙлығына инмәй, тинләп йыйғайным аҡсаны. Хәҙер кредит та алып булмаясаҡ, уның ставкаһын да күтәрҙеләр", - тип өҙгөләнә танышым. "Бына-бына барыһы ла яйланыр, доллар хаҡы ла төшөр..." тип тынысландырыуым бушҡа ғына булды, барыбер ышанманы...
Бына шулай, һәр хаҡ үҙгәреүе ығы-зығы, сәбәләнеүҙәр, күңел төшөнкөлөгө тыуҙыра, әллә күпме фәстернамәләр уйлап сығарта беҙҙең халыҡтан. Хәйер, дефолт була, аҡса арзаная, тигәнде күптәр йыл башынан теленә лә, аңына ла индергәйне инде. Хәүефен үҫтерә торғас, шул хәл алдына килеп баҫты ла ҡуйҙы. Уй ҙа, һүҙ ҙә тиҙ арала матдиләшә, шуға ла уйҙарығыҙ менән дә, һүҙҙәрегеҙ менән дә һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртәләр түгелме ғалимдар. Шик-шөбһәләрҙе лә, матдиләшмәҫ, сиргә әйләнмәҫ элек, башығыҙҙан сығарып ташлағыҙ, аңығыҙҙы таҙартығыҙ, тиҙәр...
Ошоға бәйле маймыл тураһында бер риүәйәтте иҫкә төшөрәйек әле: "Бер йәш кеше мөғжизәләр тыуҙырыр ҡеүәткә эйә булырға хыялланған. Бейек тау башында ошондай һәләтле бер аҡһаҡал йәшәгәнен ишетеп, уны эҙләп киткән. Барып тапҡан һәм уның янында йәшәй башлаған, ҡартҡа төрлөсә хеҙмәт иткән: ашарына бешергән, йыуындырған, аяҡтарына массаж яһаған. Ҡарт йәш кешегә бик тә рәхмәтле булған, әммә унан ул белгән мөғжизәләр тураһында һорағанда гел генә: "Мин ябай кеше һәм бер ниндәй мөғжизә лә ҡыла алмайым", - тип яуап бирер булған. Көн артынан көн үткән. Йәш кеше һаман да аҡһаҡалға хеҙмәт иткән. Берҙән-бер көндө ҡарттың аяҡтарына массаж яһап ултырғанда ул тағы ла баяғы мөғжизәләр тураһындағы һорауын биргән. "Ярай, - тигән аҡһаҡал, -мин һиңә бик ҡеүәтле бер тылсым доғаһы өйрәтәм. Һин уны ниндәйҙер теләк теләгәндән һуң туғыҙ тапҡыр ҡабатларға тейешһең. Шул саҡта һинең теләһә ниндәй теләгең тормошҡа ашасаҡ..." Йәш кеше шатланып, юлға йыйына башлаған. "Ашыҡма, - тигән шул саҡ аҡһаҡал, - бер шарт бар... Теләгең тормошҡа ашһын өсөн тынлыҡта ғына ултырып, бар иғтибарыңды шул теләгеңә йүнәлтергә тейешһең. Иң мөһиме, һин һары маймыл тураһында уйламаҫҡа тейешһең…"
Йәш кеше юлға сыға. Бара биргәс, күҙ алдына маймыл һындары килә башлай. Ләкин бик ныҡ ашыҡҡанлыҡтан, егет был хәлгә иғибар итмәй. Ул тиҙерәк өйгә ҡайтып етеп, тынлыҡта ултырып, тылсымлы доға ярҙамында үҙенең берәй теләген тормошҡа ашырырға ашыға. Өйгә инеп, тынлыҡҡа сумып, аҡһаҡал өйрәткән доғаларҙы ҡабатлай башлауы була, бар тирә-яғын маймылдар уратып алыуын тоя, уларҙың үсекләп ҡысҡырған тауыштарын ишеткәндәй була. Түҙеп торғоһоҙ була был хәл. Төнө буйы керпек тә ҡаҡмай сыға. Әммә маймылдар уны көндөҙ ҙә эҙәрлекләүҙән туҡтамай. Йәш кеше кисен аҡһаҡалдың өйөнә көскә килеп йығыла. Ә уныһы уны көтөп торған була. "Нимә, маймылдар бимазаланымы?" тип көлөп һорай ул йәш кешенән. Егет уға үпкәһен белдерә лә: "Минең аңымды, зинһар, тылсымлы доғағыҙҙан азат итегеҙ. Мине мөғжизә ҡылырға өйрәтеү урынына, аңыма маймыл һындары индереп урынлаштырҙығыҙ", - ти. Аҡһаҡал еңелсә йылмайып, былай ти: "Һин үҙең ғәйепле. Мин һиңә "Бер ниндәй мөғжизә лә белмәйем", тип әйттем бит. Унан һуң, мин һиңә аңыңдың үҫешмәгән һәм бысранған икәнен күрһәтергә теләнем. Иң тәүҙә, аңыңды таҙартыу һәм үҫтереү менән шөғөлләнергә кәрәк һиңә…"
Бөгөн дә шул хәл күҙәтелә түгелме? Хаҡтар артыуы, әйберҙәр ҡиммәтләнеүе менән бәйле хәүеф бәғзеләрҙең аңына шул тиклем ныҡ инеп урынлашҡан. Әйтерһең дә, ул шул әйберҙәрҙән башҡа йәшәй, тын ала алмай. Бындай хәлдәр ҡабатланып, һабаҡ биреп тә тора бит әле. Күптән түгел генә кемдәрҙер кило-кило тоҙ, төрлө ярмалар йыйҙы, улары аҙаҡ яраҡһыҙға әйләнеп ташланды, аҡса елгә осто. Бына әле күпләп телевизор һатып алалар, имеш. Ошо буламы инде ауырлыҡтарға әҙер булып йәшәү? Өйөңдә бер нисә кило тоҙ туплауҙан, өс телевизор ултыртып ҡуйыуҙан ғына тормош һынауҙары һине ситләтеп үтерме икән?..
Йән биргәнгә, йүнен бирә Хоҙай, тигәнгә ышанған бит ата-бабаларыбыҙ. Бына тағы ла интернетта йөрөгән бер һабаҡ: "Бер дини кешегә икмәк ҡиммәтләнә тип хәбәр иткәндәр. Ул шулай тигән: "Һәр иген бөртөгө бер доллар торһа ла, борсолмайым. Сөнки Хоҙай мине туҡландырыу яуаплылығын үҙ өҫтөнә алған, ә бының өсөн мин Уға тейешенсә доға ҡылырға тейешмен..." Шуның кеүек, беҙҙең көнитмешебеҙ, йән аҫырауыбыҙ аҡса курсы үҙгәреүгә генә бәйләнмәгән. Ул беҙҙең аңыбыҙ, күңелебеҙ, рухыбыҙ, ихтыярыбыҙ менән бәйлелер ул барыбер ҙә. Аңлы кеше көн итеү өсөн үҙ ҡулдарың, үҙ көсөң менән мал табырға кәрәклеген, бының өсөн сикһеҙ мөмкинлектәр барлығын белә. Ошондай аң һәм рух көсө беләк көсөн булдыра. Ә инде көслө ихтыярың ошо беләк көсөнә ярашлы ғәмәлдәр теҙеп ҡуя алдыңа...
Бына шуға ла, һәр кем күңелендә изгелек символы булып урын алған аҡ һаҡаллы Ҡыш бабайға ҡушылып, Яңы йыл алдынан уҡыусыларыбыҙға тағы ла "Әйҙәгеҙ!" тип дәртле өндәшәбеҙ. Әйҙәгеҙ, аңлы, рухлы, көслө ихтыярлы һәм оптимист булайыҡ! Әйҙәгеҙ, рәхмәтле, изгелекле, аҡ уйлы булайыҡ! Әйҙәгеҙ, яҡшылыҡтар көтөп, шул яҡшылыҡтарҙың күберәк булыуына үҙебеҙ ҙә булышлыҡ итеп йәшәйек! Әйҙәгеҙ, еңеүселәр булайыҡ! Әйҙәгеҙ...
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА