Бөгөн Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ғына түгел, һәр ауылда Яңы йыл алдынан ғына була торған күңелле ығы-зығы күҙәтелә. Майҙандарҙа биҙәлгән шыршылар, боҙ һындар урын алған, сауҙа үҙәктәрендә генә түгел, төрлө ойошма-учреждение биналары алдында ла төрлө төҫтәге уттар, биҙәктәр күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Өйҙәрҙә лә Яңы йылды ҡаршылыу өсөн күңелле әҙерлек бара. Бөгөн беҙ ошондай күтәренке кәйеф менән тулған, яҡты һәм матур өйҙәрҙең береһендә ҡунаҡтабыҙ. Йылайыр районы Йылайыр ауылында йәшәүсе оҫта хужабикә Миңһылыу АБДУЛЛИНА Яңы йыл табыны әҙерләү хаҡындағы серҙәре менән бүлешә.
- Беҙҙең ғаиләлә өс бала - ике ҡыҙ һәм бер малай - үҫә. Бала йөрәгендә тыуған йортҡа, ғаиләгә, туғандарына ҡарата йылылыҡты һәм ихтирамды атай-әсәй тәрбиәләй. Был ҡоро һүҙгә, күрһәтмәләргә йәки кәңәштәргә генә ҡайтып ҡалһа, ыңғай һөҙөмтәгә әллә ни өлгәшеп булмай. Шуға күрә ундай тойғоларҙы үҙебеҙҙең өлгөбөҙҙә, эшләгән эшебеҙҙә күрһәтергә тырышабыҙ.
Берҙәмлек, ҡәрҙәшлек хистәрен нығытыуҙа бергә уҙғарған байрамдар ҙа ҙур роль уйнай. Әлбиттә, календарҙа ҡыҙыл менән билдәләнгән һәр иҫтәлекле датаны ҙур өҫтәл әҙерләп уҙғарыу урынһыҙҙыр, сөнки бар нәмәлә лә сама белеү кәрәк. Ләкин ғаиләбеҙҙең иң яратҡан байрамына - Яңы йылға - беҙ ентекле һәм ихлас әҙерләнәбеҙ. Был өйҙө биҙәүҙән алып байрам өҫтәленә тиклем ҡағыла. Бергәләшеп етеп килгән Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнгәндәге кү-ңелле ығы-зығы беҙҙе тағы ла яҡынайта, ғаилә усағы янына нығыраҡ туплай, өйҙө шатлыҡҡа һәм бәхеткә күмә.
Байрамдың "иң тәмле" өлөшөн - өҫтәлде әҙерләү минең иңемдә. Ләкин ирем дә, балалар ҙа был эштән ситтә ҡалмай. Тормош иптәшем, мәҫәлән, көҙөн Яңы йыл табынына йыл һайын мотлаҡ бешерелеүсе бәлеш өсөн балан йыя. Был йылдан-йыл үҙгәрмәйенсә һаҡланып килгән ғаилә традициябыҙ. Әгәр ҙә баланды мин йәки балаларҙың береһе йыйһа - уның тәме лә икенсе төрлө кеүек, йәме лә булмаған һымаҡ тойола. Шулай уҡ барыбыҙ ҙа яратып ашаған ҡуҙғалаҡ бәлешенә эслекте балалар йәйгеһен махсус рәүештә йыйып, һыуытҡыста туңдыра. Был үҙенсәлекле лә, тәмле лә бәлеш һыуыҡ ҡыш кисендә йәйҙең бер сәләме кеүек күңелгә йылылыҡ бирә.
Әсәй беҙҙе "Өҫтәлгә иң беренсе икмәк ҡуйығыҙ", тип өйрәтте. Шуға күрә 31 декабрь иртә менән тороп, кистән әсеткән ҡамырҙан икмәк әүәләп, мейескә ҡуям. Икмәгем әҙер булғансы, балалар тороуға ҡоймаҡ бешерәм. Был да беҙҙең ғаилә йолаһы. Тәмле ҡоймаҡ еҫенә уянған балалар менән бергә иртәнге сәй эсеү көнө буйына етәсәк көс-ҡеүәт бирә, дәрт өҫтәй. Иртәнге сәйҙән һуң байрамға дәррәү әҙерлек башлана - һәр кем үҙенә тәғәйен эшкә тотона. Малайым ит өйрөлтә, ҡыҙҙарҙың берәүһе ҡамыр баҫып, һалма йәйә. Әбйәлилдән төшкән килен булараҡ, Яңы йыл өҫтәленә һәр ваҡыт буҙа ҡуям, шуға күрә икенсе ҡыҙым буҙа һыға. Унан инде күмәкләшеп өҫтәл тирәләй ултырып, күп итеп билмән эшләйбеҙ, сөнки ул байрам өҫтәленең иң мөһим "ҡунағы". Билмән янында мотлаҡ рәүештә традицион "Ҡышҡы салат" була. Ҡыҙҙарым хәҙер башҡа төрлө салаттар ҙа әҙерләргә әүәҫләнде. Улар араһында үтеп барыусы һәм буласаҡ йыл символына оҡшатып эшләнгәндәре өҫтәлдең түрендә урынлаша. Ошо рәүешле балалар был йылда булған матур ваҡиғалар өсөн йыл хужаһына рәхмәт белдерә, ә киләһе йыл символына хөрмәт күрһәтеп, ғаиләбеҙгә, илебеҙгә тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтереүен һорай.
Яңы йыл - ғаилә байрамы. Шуға күрә уны ғаиләң менән үҙ өйөңдә ҡаршылау мөһим, тигән ҡараштабыҙ. Был ҡағиҙәне бәләкәй саҡтан үк балаларҙың аңына һеңдерә киләбеҙ, шуға күрә үҫмер ҡорона етһәләр ҙә, Яңы йылды ҡайҙалыр ситтә ҡаршылау тураһында уйламайҙар. Ләкин сәғәт телдәре 12-не һуғып, Яңы йылға аяҡ баҫҡандан һуң улар, ғәҙәттә, дуҫтары янына бара, ә беҙгә күрше-тирә ҡунаҡҡа инә. Хөрмәтле ҡунаҡтарға тип иң ҙурын һәм һимеҙен һайлап, алма менән тултырып ҡаҙ бешерәм. Яңы йылды мул, аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәл артында ҡаршылау киләһе йылдың етеш булыуына юл аса. Шуға ла һәр ваҡыт ҡаҙы һәм тултырма ла әҙерләйем. Улар янында картуф һәм үҙебеҙ үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән төрлө йәшелсә урын ала. Аш-һыу күп булып артып ҡалһа ла насар, сөнки бер-ике көн ултырһа, уның күркәмлеге китә, тәме бөтә, шуға күрә бар нәмәнең дә самаһын белеп, етерлек кенә итеп бешерәм.
Байрам өҫтәлен йыуасаһыҙ, сәк-сәкһеҙ, балһыҙ күҙ алдына килтермәйем. Был тәмлекәстәр янына шулай уҡ балалар бик яратҡан халҡыбыҙҙың татлы ашамлығын - ҡарағаттан һәм еләктән эшләнгән ҡаҡ та ҡуям. Һәм, әлбиттә, Яңы йыл табынына мандарин, әфлисун, алма һәм башҡа төрлө еләк-емеш ултыртам. Ғаиләбеҙҙә спиртлы эсемлектәр бөтөнләй инҡар ителгәнлектән, куранттар һуҡҡанда ҡымыҙ күтәрәбеҙ. Шулай уҡ төрлө һуттар һәм сәй менән һыйланабыҙ.
Яңы йыл табыны беҙҙең ғаиләлә ошолай әҙерләнә. Әллә ниндәй сит ил деликатестары артынан ҡыумайбыҙ, ә үҙебеҙсә ябай, әммә зауыҡлы, халҡыбыҙҙың аш-һыуына өҫтөнлөк биреп өҫтәл хәстәрләйбеҙ. Байрам өҫтәлендәге ризыҡ көндәлек тормошта йыш бешерелһә лә, Яңы йыл табынына әҙерләнгәне тағы ла тәмлерәк булып, ауыҙҙа иреп кенә тора кеүек. Бар ихласлығыбыҙҙы, күңелебеҙҙе үҙенә һеңдергән аш-һыуыбыҙҙан ауыҙ итеү алдағы йылға етерлек көс-ғәйрәт бирә, дарман өҫтәй. Барлыҡ гәзит уҡыусыларға ла Яңы йылда табындарының мул, күңелдәренең тыныс, йөҙҙәренең көләс булыуын теләйем.
Сәй табынында
Гөлназ МАНАПОВА
булды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА