Һуңғы йылдарҙа мәҙәни генә түгел, сәйәси сараларҙа, телевидениела, хатта урамда милли биҙәүестәр таҡҡан, милли биҙәктәр менән байытылған кейем кейгән кешеләрҙе йыш осратабыҙ. Һәм был беҙҙе бер ҙә ғәжәпләндермәй, киреһенсә, һоҡланыу тойғолары ғына уята. Халыҡтың мәҙәни мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән бәйгеләр, этник мода конкурстары ла йыш ойошторолоп тора бит хәҙер. Үткән аҙнала Сибай ҡалаһында быйыл өсөнсө тапҡыр үткән "Сәсмәүерем, селтәрем" Төбәк-ара башҡорт милли кейеме фестивале лә хәҙер күркәм йолаға әүерелде. Унда Сибай, Өфө ҡалаларынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Бөрйән, Учалы, Мәсетле райондары оҫталары көс һынашты.
Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Сибай сәнғәт колледжы, Асия Ғәйнуллинаның "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе, Сибай ҡалаһының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ойошторған был сараның быйылдан башлап төбәк-ара статусын йөрөтәсәге лә уның кимәле тураһында һөйләй. Ошо байрамда уҡ тағы бер башланғысҡа: селтәр, һаҡал, алмиҙеү, иҙеү, хәситә, арҡыры яға, ҡашмау, таҡыя, ҡәмәр билбау кеүек тағы ла әллә күпме милли байлыҡтарыбыҙға патент алыу эшмәкәрлегенә нигеҙ һалынды. Йәғни, киләсәктә һәр оҫтаның үҙенең ҡул эштәренең рәсми хужаһы бар икәнен раҫлаған документы буласаҡ.
Ғөмүмән, Асия Солтан ҡыҙы етәкселегендәге Сибай ағинәйҙәре тотош республикала милли кейемдәрҙе тергеҙеүҙе башлаусылар булды, тиһәк тә була. Улар әле лә яңынан-яңы кейем өлгөләре тергеҙә тора, башҡаларға күрһәтә тора. Уларға ҡарап, башҡа район-ҡала ағинәйҙәре дәрт итеп тотондо был эшкә. Милли костюм - халыҡтың милли уҙаңының күрһәткесе, тип күп һөйләйбеҙ. Әммә беҙ бөгөн үҙебеҙҙең өләсәйҙәребеҙҙән зауығыбыҙ менән генә түгел, донъяға ҡарашыбыҙ менән дә айырылабыҙ. Шуға ла бөгөн минең өсөн матур булған нәмәне улар бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул итер ине. Ә милли биҙәк, милли кейем, уның теге йәки был элементының тарихи ерлеге, аңлатмаһы бар. Тап ошо йәһәттән сибайҙарҙы өлгө тип ҡабул итергә була. Бигерәк тә селтәр, ҡашмау эшләүҙә. Ағинәйҙәрҙең кемеһенән генә тотоп һорама, тәфсирләп аңлаталар: быныһы - алмиҙеү, уртаһынан ике-өс буй ғына тәңкә төшкән; быныһы - тәңкәле иҙеү, ул шау тәңкәнән тора һәм ҡыҙыл йә ҡара ерлеккә баҫыла; быныһы - сәсмәүер, толомдоң осона ғына тағыла. Арҡыры яға иһә башлыса башҡорт казактары ҡатындарының биҙәүесе. Генералдарҙың ошо рәүешле миҙалдарын тағып йөрөгәнен күреп, шуға оҡшатыбыраҡ яһағандарҙыр, күрәһең.
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының селтәр, һаҡал, яға, ҡашмауҙары - ул биҙәнеү әйберҙәре түгел. Матур булайым, тип эшләп ултырмаған улар уны, сөнки ваҡыттары булмаған, барыһы ла көн яҡтыһында ғына башҡарылған. Уларҙы бетеү итеп, үҙен һаҡлау өсөн эшләгәндәр. Тәү сиратта, түште, умыртҡа бағанаһын һаҡлау өсөн. Шуға ла борондан килгән биҙәктәрҙе ҡулланырға кәрәк. Сөнки улар ниндәйҙер ҡөҙрәт менән халыҡтың аңына килгән, тимәк, үҙ көсө бар. Мәҫәлән, өсмөйөш, ҡаҙ теше биҙәктәре теш ҡырҡыу өсөн ҡулланылған, йәки ул күҙ тейеүҙән һаҡлай. Кейемдәрҙе тергеҙәбеҙ икән, боронғо функцияһы менән тергеҙергә тейешбеҙ, - ти ағинәй Фәниә Сарбулатова. Фәниә апай шулай уҡ мәрйендән теҙелгән селтәрҙең (пәрҙә тип тә әйтәләр) тап башҡорт биҙәге булыуы тураһында ла һөйләне. Уның фекеренсә, стилләштерелгән осраҡта ла, үҙебеҙҙең стилде һаҡлау өсөн хәситәләрҙә бәләкәй генә элемент итеп булһа ла селтәр ҡулланыу мөһим. Сөнки башҡорт биҙәктәре мари, сыуаш, мордваларҙыҡына оҡшаш, һуңынан улар беҙҙең биҙәктәрҙе ҡулланғанһығыҙ тимәһен өсөн кәрәк был. "Сәсмәүерем, селтәрем" кеүек фестивалдәрҙең маҡсаты ла үҙ мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеү, таратыу һәм үҙебеҙҙең башҡорт стилен тотоуҙарын күҙәтеү бит.
Әйткәндәй, һәр төбәк был селтәрҙәрҙе үҙенсә атап йөрөтә - муйса, һаҡал, түшелдерек, яға. Бының бер хилафлығы ла юҡ, был башҡорт теле лексикаһының байлығын ғына күрһәтеп тора. Иң мөһиме, биҙәүестәр үҙҙәре булһын. Был төрлөлөк үҫеш тураһында ла һөйләй бит. Әммә башҡорт милли кейемен, биҙәүестәрен тергеҙеү менән күптән шөғөлләнгән һәм был өлкәлә күп мәғлүмәт туплаған Илдар Ғатауллин, мәҫәлән, селтәр менән һаҡал бер-береһенән айырыла, ти: "Улай ғына ла түгел, уларҙың төрҙәре лә бар. Һаҡал Инйәр һаҡалына, Ырымбур һаҡалына, Дим һаҡалына һәм тағы бер нисә төргә бүленә". Тимәк, хәҙер ошо йәһәттән музейҙарға һаҡланған өлгөләрҙе өйрәнеү эше лә тора алдыбыҙҙа. Шуныһы ҡыуандырҙы, ошо фестивалдә ҡатнашыусы оҫталарҙың күбеһе селтәрҙәрҙе ырыуҙар, төбәктәр буйынса бүлеп ҡарап эшләгән. Мәҫәлән, Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы Гөлдәр Дәүләтбаева студенттар менән ошо темаға фәнни эштәр башҡара. Гөлдәр Риза ҡыҙы Шитова, Руденко хеҙмәттәренән тыш, башҡорт ғалимәһе Нәжибә Мәҡсүтованың эштәрендә биҙәүестәр, уларҙы атамаһы тураһында мәғлүмәт булыуын иҫкә төшөрҙө.
Төньяҡ-көнсығыш төбәктә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың үҙ милли кейемен һәм биҙәүестәрен тулы тарихи ерлегендә тергеҙә алыуына ла шатландыҡ. Мәсетле районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Тыуған яҡты һәм тарихты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Фазылйән ҡыҙы Ахкәмова һөйләүенсә, Салауат яуынан һуң төбәктәге ауылдарҙың барыһын да яндырғандар. Шул мәлдә бер муйсаның хаҡы бер ат хаҡына тиң булған. Сөнки был төбәк ҡатын-ҡыҙҙары уны шау көмөш тәңкәнән эшләгән һәм бер аҙ ғына аҡыҡ, йәшмә, фирүзә таштары менән биҙәп ебәргән. Шуның өсөн хаҡы ла ҡиммәт булған. Ҡайһы бер ауыл халҡы ошо муйсаларын йыйып, һалдаттарға биргән һәм шул рәүешле ауылдарын һаҡлап алып ҡалған.
Икенсе Бөйөк Ватан һуғышы осоронда муйсалар танктар төҙөү өсөн тип, тағы ла йыйып алынған, шуға ла бөгөнгө көнгә улар килеп етмәгән тиерлек. Бар мәғлүмәт - музейҙарҙа һәм шул дәүер фотоларында ғына. Йыл ярым ваҡыт эсендә шулар буйынса төньяҡ-көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемен һәм биҙәүестәрен тергеҙеүгә өлгәшкән һәм ошондай фестивалгә сығырға йөрьәт иткән Мәсетле ағинәйҙәре Сибайҙа башҡа бәйгеселәрҙе тамбурлы сигеүгә лә өйрәтте.
Хәтегеҙҙә булһа, 2016 йыл дауамында барған "Селтәр" традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеһенән: "Хәҙер инде ҡашмау эшләүҙе әүҙемләштерергә кәрәк", - тип таралышҡайныҡ. Ҡашмауҙы ла, хәҙер инде тәңкәле ҡашмауҙы ла һәр төбәктә эшләйҙәр икәнен күрҙек был фестивалдә. Тик ҡашмауҙың баш өлөшөнөң арты ябыҡ булырға тейеш түгел. "Уның асыҡ булыуының хикмәте шунда - беренсенән, был үҙенә күрә тәбиғәт, ғаләм менән бәйләп тора, икенсенән, һауа алышынһын өсөн кәрәк. Медицина ғилемендә, тәндән бөтөн йылылыҡ баш аша сыға, тиелә. Түбәләге ҙур булмаған уйым баш эҫеп, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән һаҡлай. Ҡашмауҙың елкәнән арҡа буйлап төшкән "ҡойроғо" - арҡалыҡ башланған ергә ике ҡортбаш тегеп, "күҙ" яһайҙар, был күҙ тейеүҙән һаҡлай. Ғөмүмән, селтәр һәм ҡашмау кешенең гормондар бүлеп сығара торған бөтөн биҙҙәрен һаҡлап тора. Әйтәйек, ҡашмау баш һөйәгенең иң нескә урыны - түбәне, үңербауы йәки һаҡалсаһындағы тәңкәләр - ҡалҡан, селтәрҙең түш өлөшөндә буй булып төшкән тимер тәңкәләр - боғаҡ, ҡор тип аталған өлөшөндәге бер нисә рәт итеп теҙелгән тәңкәләр ашҡаҙан аҫты биҙҙәрен ҡаплай, икенсе йән тигән атамаһы булған кендек тә һаҡлаулы. Шуға ла селтәргә тәңкәләрҙе лә дөрөҫ баҫыу кәрәк", - тигән кәңәштәрен еткерҙе Сибай ағинәйе Фәниә Сарбулатова.
Шулай итеп...
Сибайҙа үткән фестиваль күрһәтеүенсә, милли кейем һәм традицион биҙәүестәрҙе тергеҙеү йәһәтенән республикала ғәйәт күп эш эшләнгән. Һәм был эш ағинәйҙәрҙең фиҙаҡәрлеге менән башҡарылған. Шуның өсөн оло рәхмәт уларға. Хәҙер беҙгә кейемдәрҙең, биҙәүестәрҙең фәлсәфәһен, ҡанундарын ныҡлы өйрәнергә кәрәк. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы Юлиә Хөснуллина шулай уҡ биҙәүестәрҙе зауыҡ менән һайлаһаҡ, халҡыбыҙға хас традицион таштар, традицион металдарҙы ҡулланһаҡ ине, тигән теләк белдергәйне. Ысынлап та, беҙ юғары зауыҡлы, үҙенең баһаһын белгән халыҡ вәкилдәре. Хәҙерге заман милли кейеме лә ошо милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡала алһа ине.
Ләйсән НАФИҠОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА