Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
ЙҮКӘ СӘСКӘҺЕ
|

Заман медицинаһында йүкә сәскәһенән яһалған төнәтмә һәм сәйҙәрҙе һалҡын тейеүгә бәйле ауырыуҙарҙы дауалағанда тирләтеүсе һәм тәндең температураһын төшөрөүсе сара булараҡ ҡулланырға кәңәш итәләр, шулай уҡ ауыҙҙы һәм тамаҡты сайҡау өсөн, ҡайһы берҙә гастрит менән яфаланғанда эсергә була.
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
ТАЖЗӘХМӘТКӘ ЮЛЫҠМАЙЫМ, ТИҺӘҢ...
|

Уйҙырмаларға - фашлама
Интернетта һәм ватсапта вакцина хаҡында әллә күпме уйҙырма йөрөй. Уларҙың авторҙарының медицинаға ла, вирус хаҡында белемгә лә һәм, ғөмүмән, фәнгә лә бер ниндәй ҙә ҡатнашлыҡтары юҡ, ти белгестәр һәм ошо уйҙырмаларҙың иң таралғандарына шундай аңлатма бирә.
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
УЛАРҘЫҢ ҺӨНӘРЕ АУЫЛДАРҒА ЛА ЙӘН ӨРӘСӘК
|

Бөгөнгө юғары технологиялар заманында училище-техникум тураһында һүҙ сыҡһа, бәғзеләрҙең танау сирып ҡына ҡуйыуы ла мөмкин, сөнки хәҙерге ваҡытта бары тик юғары белем тураһындағы танытма ғына абруйлы һанала. Шул уҡ ваҡытта мәшғүллек хеҙмәттәренең базаһына күҙ һалһаҡ, унда тик эшсе профессиялары талап ителә. Тимәк, боронғолар "Һин дә мулла, мин дә мулла - атҡа бесән кем һала?" тигән һорауҙы белеп күтәргән - кемдер эшсе хеҙмәтен дә башҡарырға тейеш. Ғөмүмән, ҡулы эш белгәндәр тормошта бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай, шуға ла ҡасандыр мәктәптәрҙә уҡ эшсе һөнәренә өйрәтеп, яңы тарих башланғанда был тәжрибә бөтөрөлһә, хәҙер иһә һәр яңылыҡ - ул онотолған иҫкелек, тигәнде хәтергә төшөрөп, ҡабаттан эшсе һөнәрҙәренә иғтибар арта, хатта "Йәш профессионалдар" чемпионаты уҙғарыла.
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
БУЯУҘАР МЕНӘН ЭШ ИТЕРЛЕК ӘЙТЕР ҺҮҘ, ИХТЫЯЖ БАР
|

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙға ябайҙан булмаған яҙмышлы милләттәшебеҙ, төп һөнәре - табип, вазифаһы буйынса күп йылдар дәүләт хеҙмәткәре булып эшләгән, йөрәк ҡушыуы буйынса - һәүәҫкәр рәссам Мөнир Риза улы ӘБҮБӘКИРОВ хаҡында һөйләмәксемен. Уның күңел донъяһы һәм йәшәү рәүеше башҡалар өсөн дә асыш булыр, тип уйлайым.
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
ДӨРӨҪ ҺӨЙЛӘШҺЕН, ТИҺӘГЕҘ...
|

Йәй балаларҙың баҡсаларҙан сығып, мәктәптәргә таралып китеү осоро. Һәм был мәл балалар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә бик яуаплы ваҡыт. Тап мәктәпкә барып, мәктәп программаһы менән етди уҡый башлағас, балаларҙың күп кенә проблемалары асыла. Шуларҙың иң беренсеһе, ғәҙәттә, балаларҙың телмәр үҫеше. Асылда, был хәл мәктәптә генә асыҡланмай, ә баҡсаларҙа уҡ аңғарылып, тейешле алымдар ҡулланыла башлай. Тап бына шул хәлде асыҡлау һәм төҙәтеү хеҙмәтен алып бара ла инде Сибай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды Гөлдәр Йылҡыбаева. Һәм беҙ уның менән был мәшәҡәттең нескәлектәре хаҡында һөйләштек.
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
ЯҠЛАҺАҠ, ҺАҠЛАҺАҠ ИНЕ...
|

"Өләс, өләс, ниңә ул ҡолоған, амма бумайма хәҙел? Амма ашаһым килә, амма кәләк. Амма, амма…" Теле яңы ғына асылған һеңлемдең бәләкәй генә ҡулдары менән ҡороған алмағастың ботаҡтарын һелкетеп-һелкетеп илағаны бөгөнгөләй күҙ алдымда. Былтыр алмаларын күтәрә алмай ултырған алмағастарҙы, бәләкәй генә булһа ла, хәтерләүен әйт әле.
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
ҺИН ЭШЛӘМӘҺӘҢ, МИН ЭШЛӘМӘҺӘМ...
|

Башҡорт дәүләт филармонияһында баҡыйлыҡҡа күскән бер арҙаҡлы йырсыбыҙҙың хәтер кисәһенә барҙым. Тамаша залында... 38 кеше ултыра
Нимә булды беҙгә? Кемгә әйләндек беҙ? "Тел бөтә!" тип туҡтауһыҙ ҡысҡырабыҙ. Беҙҙе һәр ваҡыт кемдер ҡыҫа, ситләтә, кәмһетә, рәнйетә, йәнәһе... Беҙ һәр саҡ ғәйеплеләрҙе ситтән эҙләйбеҙ. Һәм, ғәҙәттә, хөкүмәтте, дәүләтте, етәкселәрҙе әрләйбеҙ. Тик... Кем беҙгә шул йырсының хәтер кисәһенә барырға ҡамасауланы? Кем беҙгә "Аҡбуҙат", "Аманат", "Шоңҡар", "Ағиҙел" журналдарына, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Киске Өфө" гәзиттәренә яҙылырға ҡамасаулай? Кем? Глобалләшеү, интеграция, дәүләт, хөкүмәтме?
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
ҺУҢҒЫ БАШҠОРТ БУЛМАЙЫҠ!
|

Башҡортостанда тыуып үҫеп, ҡасандыр "бәхет эҙләп" йә иһә башҡа сәбәптәр менән ситкә сығып киткән, сит ерҙәрҙә ғүмер иткән яҡташтарыбыҙҙың башҡорт йөҙлө, әммә үҙ телендә бер һүҙ ҙә белмәгән балалары - хәҙерге "этник башҡорттар" тип аталған милләттәштәребеҙҙең күплеге кемде борсомай? Күптәренең фамилия, исеменә, йөҙөнә ҡарап ҡына беҙҙең милләтебеҙ хаҡында фаразларға була. Ә сит яҡта ғаилә ҡорған ҡыҙҙарҙың хатта фамилиялары ла инде беҙҙекенә тап килмәй, исемдәр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
МИН - УҠЫТЫУСЫ!
|

Бaлa килеш кeнә күңeлeмдә "Уҡытыусы булaм!" тигән уй яpaлғaндa, тaлпыныу мeнән был хыялымa aшҡынғандa, уҡытыусы һөнәpенең ҙуp яуaплылыҡ һәм oлo сабыpлыҡ тaлaп иткәнeн aңлaп тa eтмәй инeм әлe. Күҙ aлдымa бapы һәp көн aшҡынып мәктәпкә бapыуым, ундa киләсәккә өмөт мeнән бaғыусы бaлa күҙҙәpe ҡapшылaуы инe. Хыялым тopмoшҡa aшты: мин - уҡытыусы!
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
ОСТАЗ-ҒАЛИМ ҺӘМ УНЫҢ ЛАЙЫҠЛЫ УҠЫУСЫЛАРЫ
|

Өфөлә Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, филология фәндәре докторы, профессор Әҙһәм Рәхим улы Тенишевтың тыуыуына 100 йыл һәм филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фирҙәүес Хисаметдинованың 70 йәшенә арналған "Диалектология. Этнолингвистика. Этимология. Мифология" тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Уның эшендә республиканан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Новосибирск һ.б. ҡалаларҙан, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан академик учреждениеларҙың тел белгестәре, филологтар һәм уҡытыусылар ҡатнашты.
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
БЫЛ КӘСЕПТӘР ӨФӨЛӘ ЛӘ ХУПЛАУ ТАБЫР
|

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Киров районында һабантуй форматындағы Йәйге уйындар-2021 үтте. Тәүге тапҡыр уҙғарылған был сарала ололар өсөн дә, балаларға ла ҡыҙыҡлы төрлө уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, ярыштар ойошторолдо. Шуларҙың күбеһе Өфө башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы тарафынан әҙерләнгән башҡорт ихатаһы эргәһендә тупланды. Айырыуса башҡорт халҡының боронғо һөнәрҙәрен тергеҙеү маҡсатында үткәрелгән "Ҡомартҡы" конкурсы иғтибарҙы йәлеп итте. Уны ойоштороусы 158-се Башҡорт гимназияһы директоры, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Гөлназ Әхмәҙиева менән ошо бәйге тураһында һөйләштек.
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
|
ТЫРЫШҠАНДЫ УҢЫШ, ЕҢЕҮ, БАҺАЛАУ КӨТӘ
|

Мәктәп уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыуҙы дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, әле республикала имтиханын 100 балға тапшырған 84 уҡыусы булыуы билдәле. Шул иҫәптән Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Гөлназ Ишемғужина ике предмет - рус теле һәм химия буйынса иң юғары баһаға өлгәшкән. Уның синыфташы Гөлназ Байғужина география фәненән, Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһынан Юлиә Хәлилова рус теле буйынса шулай уҡ 100 балл йыйған.
|
Уҡырға
25.06.21
|
|
|
СӨЙӘЛ ҮЛӘНЕ
|

Сөйәл үләненең (чистотел) бер бик ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге бар. Ул шунда уҡ ауырыуҙың сығанағын таба. Әгәр ҙә үләндең һутын йәки онтағын биологик актив нөктәгә урынлаштырһаң, ул үҙгәреп, сир сығанағына күсә.
|
Уҡырға
18.06.21
|
|
|
БЕР ИНӘЙҘЕҢ ЯҘМЫШЫ
|

Бөгөн килеп Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл михнәттәрен үҙ иңендә татығандар тураһында күберәк һөйләнә, күберәк хәстәрлек күрелә башланы, ахры. Ошо көндәрҙә "Һуғыш балалары" тигән статус рәсми ҡабул ителеп, уларға ниндәйҙер ташламалар менән файҙаланырға мөмкинлек биргән танытмалар таратыла башланы. Шундай тыл ветерандарының береһе тураһында һүҙебеҙ.
|
Уҡырға
18.06.21
|
|
|
НИКАХ ҠОРОУСЫЛАРҒА НӘСИХӘТ
|

Шулай бер мәл алтмыш йыл бергә йәшәгән ир һәм ҡатындан: "Нисек итеп оҙаҡ йылдар буйы бергә йәшәп, ғаиләгеҙҙе матур итеп һаҡлап киләһегеҙ?" - тип һорайҙар икән. "Беҙҙең заманда нимәлер боҙолһа, уны шунда уҡ сығарып ташламанылар, йүнәтә торғайнылар..." - тип яуап биргән ҡатын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер улай түгел шул. Йәштәр ата-әсәләренән ҡиммәтҡә төшөрөп туй яһата. Һуңынан, ғаиләлә саҡ ҡына берәй ыҙғыш сыҡһа, ташлашыуға ла күп һорап тормайҙар. Әлеге ҡатындың яуабынан һабаҡ алып, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, ғаилә кәмәһен йүнәтеү юлын һайларға кәрәк тә бит... Әйткәндәй, яңы ғаилә ҡороусыларға бер нисә кәңәш биреп үтке килә.
|
Уҡырға
18.06.21
|
|
|
ДОНЪЯЛЫҠТА ЭҘЕҢ ҠАЛҺЫН, КЕШЕ
|

Рәсүл Ғилметдин улы Байгилдин менән беҙ ауылдаштар. Улай ғына ла түгел, 1996 - 1999 йылдарҙа Баймаҡ районының "Октябрь байрағы" гәзитендә бергә эшләнек. Уның журналистикаға яңы аяҡ баҫҡан сағы ине. Ул бөгөн яҙыусы булараҡ та билдәле. Был әңгәмәне яҡташымды ижадсы булараҡ гәзит уҡыусыларға киңерәк танытыу маҡсатында ҡорҙом.
|
Уҡырға
18.06.21
|
|
|
ӨҘӨЛГӘН СЫМДАР
|

Яҡташым, йәшлек дуҫым мәрхүм Нияз МӘҺӘҘИЕВтың "Өҙөлгән сымдар" тигән был хикәйәһенә рецензияны мин Әзербайжанда әрмелә хеҙмәт иткәндә яҙғайным. Был яҙманы яңыраҡ Зөһрә апай Ҡотлогилдина Нияздың шәхси архивынан табып бирҙе. Унда әрменән яҙған хаттарым да һаҡланған. Дуҫымдың баҡыйлыҡҡа күскән яҙ айында "Өҙөлгән сымдар" хикәйәһен уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итергә булдым. Әҙәби тормош менән янып йәшәгән йәш саҡтарыбыҙҙың бер иҫтәлеге лә ул яҙмалар.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
Әхмәтйән, башҡаныҡына ла үрелмәйем, үҙемдекен дә бирмәйем, тигәнерәк холоҡло кешеләр рәтенән булып, һуғышҡа тиклем үҙенең бейек ҡойма-кәртә менән уратып алынған йорт-ҡураһы эсендә ҡасан ҡарама үҙ алдына ер ҡорто кеүек соҡоноп йәшәп ятты. Эйе, ер ҡорто ине ул. Ағас-япраҡ ҡарышлауығы һымаҡ, һутлы япраҡтар кимермәне был ҡорт, ә ерҙә соҡсондо... Күп итеп йәшелсә-емеш үҫтереп, мал тотоп йәшәп ятты.
|
Уҡырға
18.06.21
|
|
|
УПҠЫН СИТЕНДӘГЕЛӘРҘЕ ҠАНАТ АҪТЫНА АЛАЙЫҠ
|

Танышыуыбыҙ ҡыҙыҡ ҡына башланды уның менән. Юл буйы сығынсылап, эргәһендәгеләрҙе этеп-төртөп килгән бер үҫмер, яңылышмы, әллә бер нисә тапҡыр үҙенә иҫкәрмә яһап, тыйып килгән ҡатындан үс алыу ниәтенәнме, терһәге менән төртөп, күҙлеген төшөрөп сығып китте автобустан. Ҡатын танау аҫты ла кипмәгән ошо бала алдында көсһөҙлөгөн тойоп, эргә-тирәһендәгеләрҙән ярҙам һорағандай яҡ-яҡҡа ҡараны ла: "Педагогҡа оҡшап тораһығыҙ. Әйтегеҙ әле, ошо осраҡта нимә эшләһәм, дөрөҫ булыр ине. Артынан йүгереп төшөп, ҡолағын борорға тейеш инемме?" - тип, миңә төбәлде.
|
Уҡырға
18.06.21
|
|
|
МЕҢ САҠРЫМЛЫҠ СӘЙӘХӘТТӘР БЕР АҘЫМДАН БАШЛАНА
|

Төплө фекерле, үҙе һәм эше генә түгел, ә ысынбарлыҡтың, тормоштоң бөтә өлкәһендә лә "үҙ кеше" булған, киң мәғлүмәтле, төрлө темаға асыҡтан-асыҡ һөйләшә алған әңгәмәсе - хәбәрсе өсөн оло табыш. Шундай геройҙарҙың береһе Наил Радик улы ӘМИНЕВ менән әңгәмәбеҙ ул етәкләгән, ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҙен алдынғы эшмәкәрлек алып барған белем усағы итеп танытып өлгөргән Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 162-се "Смарт" полилингваль мәктәбе, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында ғына булырға тейеш һымаҡ ине. Ә фекерҙәр күберәк йәш быуынды тәрбиәләү, педагогтарҙың йоғонтоһо, ғаилә мөхите, хеҙмәт тәрбиәһе тирәһендә төйөнләнде.
|
Уҡырға
18.06.21
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|