|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
|
|
|
ИЖАДҠА ҒАШИҠТАР ҮҘҘӘРЕНЕҢ ЙӨРӘК ТАУЫШЫН ТЫҢЛАЙ БЕЛӘ
|
|

Психологтарҙың күбеһе тиерлек бәхетле булыр өсөн ғаиләңде, эшеңде, туғандарыңды айырып ҡарарға кәңәш итә. Йәнәһе лә, ишегеңде ябып сығыу менән эшеңде онот. Ә эштә балаларың, икенсе яртың, яҡын кешеләреңде уйлама. Ысынында, кеше үҙен бәхетле тойор өсөн үҙен уратып алған бөтә нәмә - ғаилә ағзалары, һөнәри эшмәкәрлеге, яҡындары, яратҡан шөғөлдәре бер тулҡында һәм һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға тейеш. Быйыл Башҡорт ғаиләһе көнө сиктәрендә үткәрелгән "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2021" асыҡ республика конкурсында "Ғаилә ижады" номинацияһында икенсе урын яулаған Әҙһәм Исҡужин исемендәге Балалар музыка мәктәбе педагогтары Гөлсәсәк һәм Заһир ШӘҺӘРҒАЗИНдар менән әңгәмәләшкәндән һуң был фекер тағы ла нығынды. "Ғаилә, эш, балалар, туғандар бер-береһе менән шул тиклем ныҡ бәйләнгән. Уларҙың береһен генә лә өҫтөнөрәк күреп, икенсеһенә иғтибарҙы кәметеү ҙә кеше тормошон түңәрәк иткән бар өлкәләргә лә үҙгәреш индерә", - ти мәҡәләбеҙ геройҙары.
Баш ҡалала йәшәгән был музыкаль ғаиләлә һәр ваҡыт бер-береңә ышаныу, ярҙам итеү, яратыу һәм бер-береңде хәстәрләү мөхите урынлашҡан. Һәм бында барыһы ла үҙенең һөйөклө кеше икәнен, күңел офоҡтарын киңәйтеүсе йылы һүҙҙәр әйтеүсе яҡындары барлығын белә. Бәхетле атай-әсәй эш сәғәттәре тамамланыу менән күҙҙәренә ҡарап торған, йылы һүҙен, йылы ҡарашын көткән балалары янына ашыға... Шәһәрғазиндар "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына татыулыҡ, берҙәмлек серҙәре тураһында һөйләй.
|
Уҡырға
13.08.21
|
| |
|
|
ҠОМАЛАҠ
|
|

Халыҡ дауаһында ҡомалаҡтың сәскәһе иң кәрәклеһе. Борон тибет медицинаһында ҡомалаҡ сәскәһе шешкә ҡаршы ышаныслы дауа булараҡ ҡулланылған. Ҡомалаҡ ярҙамында дауаланған осраҡта яман шеш менән яңынан ауырымайһың, тип иҫәпләнгән.
|
Уҡырға
06.08.21
|
| |
|
|
БАЛАЛАРЫҢДЫ ТУҒАН ТЕЛДӘН МӘХРҮМ ИТМӘ, АТАЙ-ӘСӘЙ!
|
|

Булған бит заманалар: балаларҙы "ите һиңә, һөйәге миңә" тип шул ваҡыттағы уҡымышлы муллалар, мөәзиндәр ҡулына тапшырғандар ҙа - эш тә бөткән. Бөгөн иһә белем биреү системаһы үҙе бер ҡатмарлы механизм - уның эшендә ғалимдар, махсус белемле педагогтар ғына түгел, хатта ата-әсәләр ҙә ҡатнаша һәм ошо механизмдың уңышлы эшләүенә ярҙам итергә тырыша. Бынан өс йыл элек Башҡортостанда ҡайһы бер башҡа милләт ата-әсәләренең мәктәптәрҙә республикаға исем биргән халыҡтың - башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы сығыш яһауы башҡорт телле ата-әсәләрҙең әүҙемләшеүенә этәргес бирҙе, уларҙың иң рухлылары бергә тупланып, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағында Республика башҡорт ата-әсәләре комиссияһын ойошторҙо. Августа улар баш ҡалала үҙ форумын үткәрәсәк. Форум алдынан Республика башҡорт ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары Айгөл АТАНОВА һәм Өфө ҡалаһының башҡорт ата-әсәләре комиссияһы рәйесе Рәмил ҠОЛТАЕВ менән эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһап, киләсәккә пландары менән танышабыҙ.
|
Уҡырға
06.08.21
|
| |
|
|
БАШЫМДЫ ӨТӨП БИР ӘЛЕ…
|
|

- Рауил ағай, беҙҙе атырға алып бараһығыҙмы?
- Алып барам, әлбиттә, тик киләһе аҙнала. Ҡырға сығып, "малокалиберная винтовка"нан атырбыҙ...
Баймаҡ интернат мәктәбендә уҡыған саҡта синыфыбыҙҙа Сәлихов Салауат исемле йор һүҙле малай була торғайны. Мәктәптә военрук булып эшләгән Рәүил Ҡунаҡбаев ағайға дәрестә шуның һымаҡ һорауҙар бирә лә, үҙе беҙҙең яҡҡа ҡарап, хәйләле йылмая.
|
Уҡырға
06.08.21
|
| |
|
|
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (2-се бүлек)
|
|

Тәфтиләү йүгерә-атлай килеп, ун ике сатырлы аҡ тирмәгә тиҙ генә инергә ынтылғайны ла ишек төбөндәге ике ҡарауыл мылтыҡтарын уға арҡыры ҡуйҙы. Һағауылдарҙың күҙе килеүсегә терәлде. Бер һүҙ әйтмәһәләр ҙә тегенеһе быларҙың ни теләгәнен аңланы.
- Тевкелев Алексей Иванович. Ғали йәнәптәренең саҡыртыуы буйынса, - тине. Тегеләр һаман ҡымшанманы, әммә тирмә ишегенән берәү сыҡты, күренеп тора - офицер. Уныһы Тәфтиләүҙе баштан-аяҡ күҙ менән һөҙҙө лә:
- Индерегеҙ, - тип бойорҙо.
|
Уҡырға
06.08.21
|
| |
|
|
БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ КӨСӨ
|
|

Әсә теле тураһында һүҙ сыҡһа, миндә һәр ваҡыт ошондайыраҡ һорауҙар тыуа торғайны: ни өсөн туған телем - башҡорт теле Көньяҡ Уралда барлыҡҡа килгән икән, ә башҡа урында түгел? Әйтәйек, шул уҡ төрки теленә ҡараған ҡырғыҙ теле ни өсөн Урта Азияла Ысыҡ-күл буйында йәшәгән халыҡтың әсә теле булып һанала? Ни өсөн бөтәһе лә киреһенсә түгел: Көньяҡ Уралда - ҡырғыҙ теле, ә Ысыҡ-күл буйында башҡорт теле барлыҡҡа килмәгән? Ике тел дә бит төрки тел ғаиләһенә ҡарай… Һәм мин шундай һығымтаға килдем: башҡорт теле - төрки теленең Көньяҡ Урал тәбиғәте менән меңәр йылдар барышындағы ярашыу һөҙөмтәһе ул. Йәғни, Урал тауҙарында үҫкән үҫемлектәр тәме һәм шауы, унда йәшәгән хайуандар һәм ҡоштар тауышы, ере һәм һауаһы, эҫе һәм ямғырлы йәйе, ҡырыҫ һәм буранлы ҡышы - бөтәһе лә әсә телемде - башҡорт теленең формалашыуына булышлыҡ иткән. Ул башҡа бер ерҙә лә барлыҡҡа килә алмаясаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорт теле - Көньяҡ Урал тәбиғәт комплексының бер компоненты. Ә ҡырғыҙ теле - Ысыҡ-күл буйыныҡы…
Ысынлап та, тарихҡа күҙ һалһаң, башҡорт теле бит егерменсе быуатҡа тиклем тик йәнле һөйләү телендә генә йәшәне. Ата-бабаларыбыҙ төрки телендә яҙҙылар һәм уҡынылар, ғәрәп һүҙҙәрен өйрәнделәр. Әйтергә кәрәк, иҫке төрки теле шул тиклем татар теленә оҡшаған. Ғөмүмән, математик логика күҙлегенән ҡарағанда, башҡорт теле бөгөнгө көндә булмаҫҡа тейеш ине. Ә ул йәшәй! Ул ғына түгел, үҫә, нығына, камиллаша, матурая. Ни өсөн тигәндә, уны Көньяҡ Урал тәбиғәте үҙе һаҡлай, уға йәшәргә көс бирә.
Былар менән шуны әйткем килә: ошо гүзәл тәбиғәттә йәшәгән башҡорт әсә телендә һөйләшә икән, ул шул тәбиғәт менән гармонияла, тәбиғәт энергияһы уның аша үтә. Шуның өсөн дә әсә теленең көсө сикһеҙ. Ул кешене ижадҡа илһамландыра, аҡыл көсөн бирә, рухын нығыта, һаулығын һаҡлай. Бына ошолар тураһында һөйләргә уйлайым…
|
Уҡырға
06.08.21
|
| |
|
|
ТАМЫРҘАРҘАН ҺУТ АЛЫП
|
|

Башҡортостан быйыл мөһим һәм әһәмиәтле саралар үҙәгенә әүерелде тиһәк, һис яңылышмабыҙ. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки йыл "Данлы тарих - ғорур вариҫ" девизы аҫтында Башҡорт тарихы йылы булараҡ үтә. Шул айҡанлы, эпидемиологик хәл-торош бигүк тотороҡло һәм тыныс булмаһа ла, ошо арала ғына үткән башҡорттарҙың этногенезына арналған халыҡ-ара конференция һәм беренсе тапҡыр Тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы ла йылъяҙма битендә үҙ урынын алды.
|
Уҡырға
05.08.21
|
| |
|
|
МӘРӘКӘЛӘШЕҮҘӘР ҺӘМ УЙЫНЛЫ-ЫСЫНЛЫ ҺӨЙЛӘШЕҮҘӘР НАСАРМЫ?
|
|

Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм фәҡәт кеше көлдөрөү маҡсатында тормошта булмаған теләһә нимәләрҙе уйлап сығарып һөйләүҙе тыйған. Шуға күрә лә, донъя йөҙөндә киң таралған һәр төрлө анекдоттарҙы һөйләп йә маймыл һымаҡ ҡыланып, әҙәм балаһын гел генә көлдөрөп йөрөүҙән тыйылыу кәрәктер ул. Быны, бар юмор ҙа ҡәтғи тыйылған икән, тип аңлау ярамай, әлбиттә. Иманыңа зыян килтермәй, әхлаҡи нормаларҙан сыҡмай, урынын һәм ваҡытын белеп кенә ҡулланғанда, уйынлы-көлкөлө һүҙҙәрҙең зыяны юҡ. Бына шул хаҡта бөгөн һүҙем.
|
Уҡырға
05.08.21
|
| |
|
|
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (1-се бүлек)
|
|

Киләһе йылда 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тула. Был яуҙа ҡатнашыусылар араһында башҡорттарҙың айырым роле, даны тураһында бөтә донъяға билдәле. Француздарҙың башҡорттар менән беренсе осрашыуы 1807 йылда уҡ була. Унда ике полк башҡорт һыбайлыһы һуғышһа, аҙаҡтан - 28 полк. Рәсәйҙе һаҡлар был тиклем ғәскәрҙе урыҫтан ҡала башҡа бер милләт тә бирмәгән. 2022 йылда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы дәүләт органдары менән берлектә ошо тарих хәтерен яңыртыр байтаҡ саралар планлаштыра. Шуларҙың береһе - яҙыусыбыҙ Ғәлим Хисамовтың "Француз яуы" документаль романын баҫтырып сығарыу. "Киске Өфө" гәзите уҡыусылары иғтибарына ошо әҫәрҙән бер нисә өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
05.08.21
|
| |
|
|
ГЕНЕРАЛ ШАЙМОРАТОВ – БАШҠОРТ БАТЫРЛЫҒЫ CИМВОЛЫ
|
|

Бөгөнгө әңгәмәбеҙ барыһынан элек Бөйөк Ватан һуғышынан аҙаҡ тыуған быуындарҙа ҡыҙыҡһыныу уятып, йөрәктәребеҙ аша үтә торған һөйләшеү булыр, тип уйлайым. Һүҙебеҙ Башҡортостанда ойошторолоп, ошо үлемесле һуғышта мәңгелек дан яулаған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы, уның батырҙарҙан батыр командиры, генерал-майор Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов, һөйәктәре сит-ят ерҙәрҙең урман-ҡырҙарында ятып ҡалған башҡорт ир-егеттәре, ғөмүмән, башҡорт халҡының сикһеҙ ҡаһарманлығы хаҡында барасаҡ. Әңгәмәсебеҙ - Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Флүр Миншәриф улы ҒӘЛИМОВ.
|
Уҡырға
05.08.21
|
| |
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН (5-се бүлек. Аҙағы)
|
|

Рус хакимиәте һәм хәрби етәкселек башҡорттарҙы аяуһыҙ баҫтырырға ҡарар итә. Быға яуап итеп, башҡорт ихтилалсылары рус ғәскәренә яңы һөжүмдәр ойоштора. Мәҫәлән, 1736 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһы янында Себер даруғаһы башҡорто, Көҙәй олоҫо батыры Төлкөсура Алдағолов үҙенең отряды менән секунд-майор Ртищевтың 300 һалдаттан һәм 150 казактан торған каратель отрядын тар-мар итә. Артабан улар полковник Мартаковтың Әстрәхан драгун полкына ла көслө баҫым яһап, байтағын сафтан сығара. Себер даруғаһының Ҡара-Табын олоҫо батыры Йосоп Арыҡов Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе гарнизонын юҡ итә. Батша хөкүмәте башҡорттарға ҡаршы 10 драгун, пехота, гарнизон һәм атлы милиция полктарын, шулай уҡ Яйыҡ казактарын, дворян, служилый татар, ҡалмыҡ отрядтарын йүнәлтә. Чиновниктар Башҡортостан территорияһында йәшәгән башҡа халыҡтарҙы ла ихтилалсыларға ҡаршы сығырға өндәй, уларҙы башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен ҡуртымға алғандары өсөн түләүҙәрҙән азат итә: "Служилым мещерякам от башкирцев быть отделенным, и за их верность и службу, что они к противностям башкирцев не пристали и против них служили, земли и угодья, которыми они по найму у башкирцев владели, а те башкирцы были в воровстве и бунте, те дать им вечно, безоброчно… Застарелых тептерей и бобылей, по примеру мещеряков, от башкирского послушания отрешить, и за претерпенное их разорение от воров-башкирцев оброков им платить не велеть". Ихтилалды баҫтырыуға татар мырҙалары ла йәлеп ителә: "Казанской губернии служилых мурз тех, которые воров башкирцев сокращали: за такую их показанную верность, определить в службу по прежнему, и от корабельной работы, также и когда в службе будут, от подушного платежа освободить".
|
Уҡырға
05.08.21
|
| |
|
|
ПЕНСИЯЛА ЙӘШӘҮ ЯҠШЫ, ПЕНСИЯҒА ЙӘШӘҮ НАСАР
|
|

Бер аҡыл эйәһе пенсия тураһында шулай тип әйткән. Эйе, Рәсәйҙең пенсия системаһы тураһында хәҙер үтә йыш яҙыла, был яҙмаларҙың барыһы ла тип әйтерлек - тәнҡит. Шуғалыр ҙа инде был системаға үҙгәрештәр ҙә йыш индерелә. Һуңғы тиҫтә йыл ярым эсендә ул туҡтауһыҙ үҙгәрештәр кисерә, тиһәк тә хата булмаҫтыр.
|
Уҡырға
05.08.21
|
| |
|
|
ТАБИПҠА ЛА ЫШАНМАҺАҢ...
|
|

Республикала тажзәхмәттән вафат булыусылар һаны арта. Ковид госпиталдәрҙә хәл-торош нисек икән? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Дим районы ҡала клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, медицина фәндәре докторы Шамил ТИМЕРБУЛАТОВ яуап бирә.
|
Уҡырға
05.08.21
|
| |
|
|
КӨЙӨРГӘҘЕЛӘ - БЕР ҒҮМЕР
|
|

Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылындағы Мәҙәниәт йортонда үткән күптән көтөлгән йыйын "Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер" тип аталды. Сценарийын әҙерләүсе Тамара Рәшит ҡыҙы Малбаева ниндәй өмөттәр бағланы икән был сараға? Уның өмөттәре - гүйә, йөрәгенән атылған хыял-уҡтары - бик мөһим сәптәргә төбәлгән булғанға оҡшай ҙа инде.
|
Уҡырға
03.08.21
|
| |
|
|
УҠЫҒАН ИЛ УҢЫР
|
|

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте - Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында иң абруйлы нәшриәттәрҙең береһе. Ул 1919 йылдың 16 октябренән бөгөнгө көнгә тиклем башҡорт, рус, татар, инглиз телдәрендә ижтимағи-сәйәси, нәфис әҙәбиәт, балалар өсөн китаптар, дәреслектәр, уҡыу-уҡытыу әсбаптарын сифатлы һәм үҙ ваҡытында сығарыу өсөн күп көс һала.
Китап - белем шишмәһе. Яҡшы китап - иң ғәҙел дуҫ. Уҡыған ил уңыр, уҡымаған ил туҙыр. Ташҡа баҫылған борондан килгән халыҡ мәҡәлдәрендә дөрөҫлөк ярылып ята. Ә хәҙерге заман өсөн улар актуалме? Интернет селтәре, юғары технологиялар үҫешкән мәлдә китап уҡыуға ваҡыт бармы? Ғөмүмән, китаптың әһәмиәте нимәлә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәле улы ЙӘНДӘҮЛӘТОВ яуап бирә.
|
Уҡырға
03.08.21
|
| |
|
|
СИРАТТАҒЫ ЯУЛАР ҮРЕ – БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ЭТИМОЛОГИК ҺҮҘЛЕГЕ
|
|

Уның барлыҡ дәрәжәләрен һәм регалияларын һанап сығырға ғына ла оҙаҡ ваҡыт кәрәк булыр ине, моғайын. Әммә ул быға мохтаж түгел, хатта бары тик исем-шәрифен әйтеү ҙә етә - һәр кемдең күҙ алдына уның сағыу образы тып итеп килеп баҫа. Башҡортостаны өсөн бихисап матур эштәр башҡарған, меңәрләгән бала һәм уҡытыусы өсөн талапсан һәм һәр белем усағының проблемаһын күреп, уларҙы хәл итергә тырышҡан министр, юғары уҡыу йортонда белем биреү системаһына яңы һулыш өргән педагог, республиканың фән күгендә әллә күпме алтынға бәрәбәр хеҙмәттәр ҡалдырған һәм йәш кадрҙар тәрбиәләгән ғалимә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын үҙ артынан әйҙәүсе лидер, яҡындары өсөн өҙөлөп торған туған, яҡташтары өсөн ғорурлыҡ, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, килендәре өсөн һөйөклө әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй. Быларҙың барыһы ла бер кешенең - филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВАның биографияһының ҡыҫҡа ғына бер өлөшө. Был юлы уның менән башҡорт теленең дәүләт статусы алыуына 100 йыл тулыу уңайынан башҡорт теле, уға бәйле мәсьәләләр тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
03.08.21
|
| |
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ ДЫУАН - ТАБЫНДАРҒА ТУҒАН (4-се бүлек)
|
|

Байлар олоҫоноң арҙаҡлы башҡорто Дөмәй Ишкәев 1706 йылда, Ҡаҙан властарына буйһонмайынса, Әстерхан аша Мәскәүгә юллана. Әммә Ҡаҙанда вице-губернатор вазифаһын биләгән Н. Кудрявцев баш бирмәҫ башҡортто Мәскәүҙән тотоп алып ҡайтырға бойора. Дөмәй Ишкәев Ҡаҙанға алып киленә, уны бында язалап үлтерәләр. Башҡорт илендә оҙайлы ихтилал башланып китә, ул 1704 йылдан 1711 йылға тиклем бара. Ихтилал башында күренекле башҡорт батыры Алдар Иҫәкәев тора.
Яуыз А.Сергеев башҡорт етәкселәрен алдаштырып, Ҡаҙан ҡалаһына мәжлескә саҡыра, бында уларҙы төрлөсә мәсхәрә итәләр: "…вина и меду поставя и зелья положа, в неволю поил, кто и век свой меду и вина не пивали, азей и муллов и ахунов их поил; а ежели кто не станет пить, тех бив палками и насильно поил, и напившися де лежали без памяти, и лежачих де людей порохом палил, солому огнем зажигал, на руки свечи прилеплял, другим в горсти пороху насыпав огнем палил, а збережась лежалых людей сызнова подняв по неволе поил хотя поморить… всякому пьяному лежачим людям, держав против солнца зеркало свое, рожи и головы жег и, который тронется, еще поил, чтобы поморить…"
|
Уҡырға
03.08.21
|
| |
|
|
ИЖАДТА ҮҘ ЮЛЫН ЭҘЛӘҮСЕЛӘР
|
|

"Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы "Ҡош юлы" йәштәр хәрәкәте менән бергә "Ҡош юлы. Балалар" дүртенсе телевизион конкурстың финалын үткәрҙе.
|
Уҡырға
03.08.21
|
| |
|
|
ТЕМӘС МУЗЕЙЫ ЯҢЫРЫУ АЛДЫНДА
|
|

Тиҙҙән Баймаҡ районында Темәс тарихи-крайҙы өйрәнеү музейын комплекслы реставрациялау һәм үҙгәртеп ҡороу эштәре башланасаҡ. Бының өсөн дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза рөхсәте, проект-смета документтары һәм инженер-тикшеренеү экспертизалары алынды.
|
Уҡырға
03.08.21
|
| |
|
|
БАШҠОРТТАР КҮСМӘ ТҮГЕЛ, Ә ЯРЫМКҮСМӘ ХАЛЫҠ
|
|

Үткән аҙналар Башҡортостан һәм башҡорт йәмәғәтселеге өсөн сағыу ваҡиғаларға бай булды. Шуларҙың береһе - башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса уҙғарылған фәнни сессия. Уның эшендә Рәсәй, Башҡортостан һәм Польша, Беларусь республикалары ғалимдары ҡатнашты.
|
Уҡырға
02.08.21
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|