|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
|
|
|
ӘЙТ, ТИҺӘГЕҘ...
|
|

Йәй көнө йәштәр өсөн әллә күпме мәҙәни саралар, форумдар, акциялар үтте, улар һеҙгә ысынлап та кәрәкме һәм файҙалымы?
|
Уҡырға
29.08.18
|
| |
|
|
ҠАТАЙҘАР МАЙҘАН ТОТТО
|
|

Ошо арала Белорет районы Ботай ауылында Ҡатай йәштәре слеты булып үтте. Республиканың Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, муниципаль район хакимиәте һәм уның мәҙәниәт идаралығы ойошторған VII "Иҙел башы этнофорумы" сиктәрендәге был сара район биләмәһендә быйыл етенсе тапҡыр уҙғарылды. Байрамға Ҡурған, Мурманск, Силәбе өлкәләренән, Пермь, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Нижневартовск ҡалаларынан, Баймаҡ, Учалы, Балаҡатай, Ҡыйғы райондарынан, аныҡлап әйткәндә, 13 төбәктән һәм республиканың 34 районынан бөтәһе 3 меңдән ашыу ҡунаҡ килеүе форумдың мәртәбәһен арттырҙы.
|
Уҡырға
29.08.18
|
| |
|
|
БЫЛ ҠЫМЫҘҒА НИ ЕТӘ!
|
|

Ҡасан ғына әле ҡала кешеһе ҡымыҙҙың нимә икәнен дә яҡшылап белмәй ине. Бер ваҡыт йылҡы малы кәметелеп, колхоз-совхоздар ябылып бөткән йылдарҙа ауыл халҡына ла танһыҡҡа ғына эләгә торған затлы эсемлек ине ул. Юлдарҙа буш торған ҡымыҙханаларҙы күреп, эс бошоп үтә, ҡымыҙ эҙләп тә таба алмай ҡуйыла ине. Бәхеткә күрә, был хәлдәр ваҡытлыса ғына булып, ҡымыҙға ла көнө тыуҙы. Бөгөн ауылдарҙа йылҡы һаны артҡандан-арта, шәхси хужалыҡтар, ҡымыҙханалар асыла. Шифалы эсемлек популярлыҡ яулай, уны яһау һәм һатыу итеү мәртәбәле кәсеп булып баһалана бара.
|
Уҡырға
29.08.18
|
| |
|
|
ИРӘМӘЛГӘ АРТЫЛЫУ
|
|

Ирәмәл - Башҡортостандың бейеклеге буйынса икенсе урында торған тауы. 2010 йылдан "Ирәмәл" тәбиғи паркы ойошторола һәм тау уның территорияһында тороп ҡала. Тауға йылына 15000-дән ашыу кеше артыла. Иң еңеле тип Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғынан һалынған маршрут һанала. Бында ниндәйҙер кимәлдә туристик инфраструктура ла булдырылған. Өҫтәүенә, ул башҡаларына ҡарағанда ҡыҫҡараҡ. Хәбәрсебеҙ Зәйтүнә ӘЙЛЕ күптән түгел Ирәмәлгә сәфәр ҡылды һәм әкиәти хәҡиҡәт тәьҫораттары менән бүлешә.
|
Уҡырға
29.08.18
|
| |
|
|
ӨЛӨШӨБӨҘГӘ ЕБӘРЕЛГӘН СИР УЛ БЕҘҘЕ НИНДӘЙҘЕР БЕР ФЕКЕРЛӘҮ КИМӘЛЕНӘ ЕТКЕРЕҮСЕ
|
|

Медицина алға киткән һайын сирлеләр күбәйә, бығаса ишетелмәгән әллә ниндәй төрҙәре барлыҡҡа килә; ауырыуҙар йәшәрә. Быны экологиянан башлап, кешенең туҡланыуына, тиҙлек заманындағы тормош рәүешенә һәм әллә күпме башҡа сәбәптәргә бәйләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта Ҡытай һәм Япония халҡының ғүмер оҙайлығы артыу ғына түгел, буйҙары ла үҫә башлаған тигән мәғлүмәттәр бар. Ғөмүмән, ниндәй ул көнсығыш медицинаһы? Ошо хаҡта әле генә Ҡытайҙа практика үтеп ҡайтҡан Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы егете, хәҙер инде Тибет медицинаһы белгесе Иҙел НОҒОМАНОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
28.08.18
|
| |
|
|
КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ БЕЛГӘН МАҠСАТЛЫ ЙӘШТӘР УҠЫТАБЫҘ
|
|

Заманса ҡарашлы, аҡыллы, абруйлы етәксе, тормоштоң асылын аңлаған, ҡәҙерен белгән кеше ул БДУ-ның Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы Азат Сәлимйән улы ВӘЛИЕВ. "Уҡыусы әңгәмә ҡора" рубрикаһына тәғәйен һорауҙарымды тап уға йүнәлттем.
|
Уҡырға
28.08.18
|
| |
|
|
НИНДӘЙҘӘР ҺУҢ УЛАР БАЛАЛАР ЙОРТОНДА ҮҪКӘНДӘР?
|
|

Беҙ 1941-1945 йылдарҙағы һуғыш етемдәре инек. Холоҡтарыбыҙ әлегеләрҙән бөтөнләй айырылып торғандыр, әлбиттә. Иҫемдә, Фәниә исемле ҡыҙыҡайҙы әсәһе эҙләп килеп табып, өйөнә алып ҡайтырға итә. Ә Фәниәнең үҙе үҫкән йорттан, дуҫтарынан айырылғыһы килмәй, "Бармайым!" тип ҡысҡырып илай. Әсәһе уның тыңлауһыҙ, һәр саҡ тырпайып торған сәстәрен еүешләп тараны, матур ебәк яулыҡ ябындырҙы, ҡулына ҙур плитка шоколад тотторҙо. Әммә өгөтләй алмайынса, йәй айҙарына ҡунаҡҡа ғына алып китә алды ҡыҙын. Ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә булып иҫтә ҡалған ошо хәл. Ә әлеге етем балалар: "Мине бер кем дә үҙенә алып ҡайтмай", - тип илай.
|
Уҡырға
28.08.18
|
| |
|
|
ӘЙТ, ТИҺӘГЕҘ...
|
|

ҺУҢҒЫ ВАҠЫТ ХАЛЫҠ КӘСЕПСЕЛЕГЕ ТАРМАҒЫ ӘҮҘЕМ ТЕРГЕҘЕЛӘ. ОҪТАЛАР ЕТЕШТЕРГӘН ТАУАРҘАР ҺОРАУ МЕНӘН ФАЙҘАЛАНАМЫ, УЛАР БЕҘҘЕҢ КӨНКҮРЕШТӘ ҠУЛЛАНЫУ ТАБАМЫ?
|
Уҡырға
22.08.18
|
| |
|
|
САЛАУАТ ЭҘҘӘРЕ БУЙЛАП, ӨФӨНӘН ПАЛДИСКИҒАСА
|
|

Башҡортостандан бер төркөм Рәсәй һәм Эстония буйлап Салауат Юлаев эҙҙәренән йөрөп ҡайтты. Рогервик ҡәлғәһенә мәңгелек һөргөнгә ҡыуылған Салауат һәм атаһы Юлай Аҙналин үткән был юлдарҙағы һәр ҡалала Башҡортостан хаҡында, Салауат Юлаев тураһында нәфис һәм документаль фильмдар күрһәтелгән, милли кейем, фото күргәҙмәләре ойошторолған, тарихсы-ғалим сығыш яһаған, ҡурай моңо тыңлатылған. Һәм быларҙың барыһы менән ҡушар сәйәхәт буйынса кинофильм төшөрөп барылған.
Был проекттың идея авторы һәм етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры Фәрит Ғәбитов менән фильмдың режиссеры Таңсулпан Бураҡаева редакциябыҙҙа булып, сәйәхәттә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уларҙы гәзит уҡыусыларға ла еткерәбеҙ.
|
Уҡырға
22.08.18
|
| |
|
|
БАШҠОРТ АТЫН МИЛЛИ БРЕНДЫБЫҘ ИТЕП ТАНЫЙЫҠ
|
|

Башҡортто атһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ул үҙен тарихта ат менән бергә таныта. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр раҫлауынса, хәҙерге Башҡортостан ере атты ҡулға эйәләштергән донъялағы иң боронғо урын булып тора. Быны боронғо кеше йәшәгән урындарҙа табылған ат һөйәктәре һәм йылҡысылыҡ менән бәйле башҡа әйберҙәр раҫлай. Иң тәүге арба ла Уралда табылған, ә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге киң билдәле ат һәм башҡа хайуандар һүрәттәренә, ғалимдар әйтеүенсә, 18 мең йыл тирәһе. Тимәк, башҡорт аты республикабыҙҙы донъяға таныткан брендтар рәтендә мотлаҡ булырға тейеш.
|
Уҡырға
22.08.18
|
| |
|
|
ХӘҮЕФҺЕҘ МӨХИТ ҺӘР МӘКТӘПТӘ БУЛДЫРЫЛҺЫН
|
|

Ошо көндәрҙә Өфөлә мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе уҙғарылды. Төшкә тиклем кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алты фекер алышыу майҙансығында төрлө темалар буйынса эшләне һәм пленар ултырыш барышында һығымталар менән танышты. Педагогтарҙың август кәңәшмәһендә быйыл БР Башлығы Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, РФ Мәғариф һәм фән министрлығы вәкиле Лариса Фальковская, район хакимиәттәре башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, педагогтар ҡатнашты.
|
Уҡырға
22.08.18
|
| |
|
|
УЛДАРЫМ МИНӘН ШӨРЛӘҢКЕРӘЙ, Ә СЕРҘӘРЕ КҮБЕРӘК ӘСӘЛӘРЕНӘ ҺЫЯ
|
|

Халҡыбыҙҙың хаҡын билдәләп тә булмаған ғәжәйеп бер байлығы бар. Уны бер ҡайҙа бикләп тә, хатта урлап та булмай, ул һәр ваҡыт башҡорттоң үҙе менән, башҡорттоң йөрәгендә йәшәй. Донъяла тиңе булмаған был хазина - халыҡ йыры. Ошо хәҡиҡәтте бар тәрәнлегендә аңлар тағы бер ғорурлығы бар халыҡтың - улар халыҡ йырсылары. Боронғо халыҡ йырҙарын еренә еткереп, халыҡсан итеп йырлаусыларға тамашасы айырыуса хөрмәт һәм ихтирам менән ҡарай шул.
Бөгөнгө ҡунағыбыҙ тураһында һөйләгәндә, халыҡ йырҙарын уның кеүек башҡарған йырсылар һирәк, тиһәк, уның ижады тураһында башҡа бер нәмә әйтмәһәң дә булалыр. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһы. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат ТИМЕРОВ шәп йырсы булыуы өҫтөнә үтә лә шуҡ кеше. Һүҙ артынан кеҫәһенә инә торған кешеләр рәтенән түгел ул. Шуға ла уның менән әңгәмәне Азамат Камил улына хас шаянлыҡ тоны менән уҡығыҙ.
|
Уҡырға
22.08.18
|
| |
|
|
МИН - УҠЫТЫУСЫ, Ә УҠЫУСЫ - МИНЕҢ ХЕҘМӘТ ЕМЕШЕМ
|
|

Уҡыу йорттарында тағы ла шаулап-гөрләп имтихандар осоро үтте. Кемдәрҙер уңыштары менән һөйөндө, кемдәрҙер бик үк ҡәнәғәт ҡалманы. Нисек булғанда ла ошо мәл һынау тотҡан һәр йәш кешенең тормошона бер һынылыш булып инде. Улар был тормоштан беренсе стресс, хатта шокотерапия алып ҡалды. Ә темаға ярашлы фекеребеҙҙе дауам итеп, имтихандар темаһын ҡуҙғатҡанда, күптәр балаларға ҡарата "һәләтле" тигән һүҙҙе ҡулланырға күнеккән. Йәғни, ҡайһылыр балалар "һәләтле" һәм ҡайһыларылыр "бик үк һәләтле түгел". Ә асылда, фәнни күҙлектән сығып анализлағанда, балаларҙы һәләтле һәм һәләтһеҙгә бүлеп ҡарап буламы икән? Был хаҡта үҙе лә мәктәп йылдарында "һәләтле" мөһөрө аҫтында булған һәм бөгөн шундай уҡ уҡыусылар әҙерләгән белгес - Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Мансур улы ҒҮмӘров менән һөйләштек.
|
Уҡырға
22.08.18
|
| |
|
|
СОЛОҠСОЛОҠ БАШҠОРТТАРҘЫҢ ТӨП ШӨҒӨЛДӘРЕНЕҢ БЕРЕҺЕ
|
|

Рычков Пётр Иванович - Санкт-Петербург Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Көньяҡ Уралдың географияһы, иҡтисады, этнографияһы буйынса энциклопедик хеҙмәт һаналған "Ырымбур губернаһы топографияһы"ның авторы. Ул хәҙерге Өфө территорияһындағы боронғо ҡала, Башҡортостандың Шишмә районындағы кәшәнәләр тураһында бик күп риүәйәттәр йыя, Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында иң тәүге мәҡәлә уның тарафынан яҙыла. Рычков Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы, төбәкте колониялаштырыу, башҡорт ихтилалдары, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773-1775) тарихын, башҡорттарҙың шәжәрәләрен, хужалығын, көнкүрешен, ырыу-ҡәбилә ҡоролошон, төбәктең тәбиғәт ресурстарын өйрәнгән һәм ошолар хаҡында 60-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт яҙған. Ул Һөйәнтүҙ фажиғәһен шулай һүрәтләй:
"Был ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаһы менән, атып, штык ҡаҙап үлтерелде... Бынан тыш, 105 кеше аҙбарға ябылып, утта яндырылды… Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы менән - сабыйынан ҡартына тиклем - бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдә, ә йорттары янып көлгә ҡалды". Түбәндә П.Рычковтың бер мәҡәләһенән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
22.08.18
|
| |
|
|
БАЛАҢА МӘКТӘП ҺАЙЛАУ - СИТ ИЛ МАРКАЛЫ МАШИНА ҺАЙЛАУ МЕНӘН БЕР ТҮГЕЛ
|
|

Яңыраҡ бер дуҫым ғорурланып: "Ә мин ҡыҙымды 3-сө гимназияға урынлаштырҙым!" - тине. Уның уйынса, был шатлығын ихлас уртаҡлашырға тейеш инем. Ә мин, киреһенсә, бик бошондом (Өфөләге 3-сө гимназия иң абруйлыларҙан һанала, унда вазифалы кешеләрҙең, эшҡыуарҙарҙың, ғөмүмән, "текә"ләрҙең балалары уҡый).
|
Уҡырға
22.08.18
|
| |
|
|
УҠЫТЫУСЫНЫ ХӨРМӘТ ИТ, БАЛАҢДЫ ЛА ШУҒА ӨЙРӘТ
|
|

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
|
Уҡырға
22.08.18
|
| |
|
|
АВГУСТ КӘҢӘШМӘЛӘРЕНДӘ НИНДӘЙ МӘСЬӘЛӘЛӘР КҮТӘРЕЛЕҮЕН ТЕЛӘР ИНЕГЕҘ?
|
|

Мәрйәм ХӨСНӨТДИНОВА, Әлшәй районы: Август кәңәшмәләре күптән отчет биреү урынына әйләнгән бит инде. Һандар тыңлайбыҙ ҙа, ҡайтып китәбеҙ. Ә проблемалар ҡала. Мин үткән быуаттың 80-се йылдарынан алып эшләйем мәктәптә. Башланғыс кластарҙы уҡытам. Мине бөгөн иң борсоғаны шул - телебеҙ юғалып бара. Һүҙ башҡорт теле дәрестәре тураһында түгел. Уныһы айырым һөйләшеү талап иткән ҙур проблема. Бөгөн милли мәктәптә лә башҡорт теле аралашыу теле булыуҙан туҡтай. 1-се класҡа балалар йыйғанда ғаиләләр буйлап йөрөйһөң дә, хайран ҡалаһың. Мәктәпкә лә бармаған бала урыҫса фекерләй, сөнки атай-әсәй бала менән һөйләшмәй. Телевизор алдында ултыра, компьютерҙа уйнай, башҡа аралашыр нәмәһе юҡ уның. Мин атай-әсәйҙәргә, балағыҙҙы миңә башҡортса һөйләштереп алып килегеҙ, тигән талап ҡуям. Мәғариф системаһын әрләйбеҙ ҙә ул, әммә телебеҙҙе ошо рәүешле үҙебеҙ юҡҡа сығарабыҙ.
|
Уҡырға
22.08.18
|
| |
|
|
АТАЙҘАН КҮРЕП УҠ ЮНАЛАР, ӘСӘЙҘӘН КҮРЕП КҮЛДӘК БЕСӘЛӘР ХӘҘЕР
|
|

Ошо көндәрҙә Учалы районында "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале уҙғарылды. Был сара Азия һәм Европа ҡитғалары сигендә, Баҡшай яланында икенсе тапҡыр ойошторолдо. Унда ҡатнашҡан һәр кем боронғо йолаларын тотоп ғүмер иткән, моңло һәм талантлы, мәргән ир-егеттәргә һәм оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарға бай Учалы халҡының рухын, күңел йылыһын тойоп, илһам һәм дәрт алып ҡайтты. Сарала БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәли Хәсәнов, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева, Учалы районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
|
Уҡырға
06.08.18
|
| |
|
|
БАЛАЛАРЫБЫҘ ӨСӨН ҮҘЕБЕҘ ЙҮГЕРӘБЕҘ, ҮҘЕБЕҘ ЭШЛӘЙБЕҘ
|
|

Яңыраҡ телевизорҙан ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та бер ваҡиғаны күрһәттеләр. Розеткаға ҡапыл ут ҡапҡайны, бер егет һүндермәк булып, утҡа өрә башланы. Ут һүнмәгәс, йүгереп барып сепрәк (ҡулъяулыҡ булды шикелле) алып килде лә шуның менән елпетергә тотондо. Былай ҙа һүнмәгәс, алйып алйыны теге. Әлдә һыу килтереп һипмәне, токтан һуғылыр ине. Ҡаңғырҙы, ҡаушаны, аҙағы ни менән бөткәндер, күрһәтмәнеләр.
|
Уҡырға
06.08.18
|
| |
|
|
БАЛАЛЫ ӨЙҘӘ ҒӘЙБӘТ ЮҠ ЙӘКИ БӘЛӘКӘС КЕШЕ МӘҘӘКТӘРЕ
|
|

Әсәйем мәрхүмә һөйләгән бер лаҡап хәтеремдә ҡалған. Ниндәйҙер мәжлестә бер сабый ата-әсәһенең үҙ-ара һөйләшкән серен бөтә ҡунаҡтар алдында асып биргән икән. Бер талай көлөшөп алғандан һуң, әлеге баланы әсәһе шелтәләй башлағас, ҡунаҡтарҙың береһе, хәлде йомшартыу ниәте менәндер инде: "Балалы өйҙә ғәйбәт юҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул", - тигән һығымта яһап ҡуйған. Ошо уҡ йыйында, әллә нисә йыл бергә йәшәп тә, балаға өлгәшә алмаған ирле-ҡатынлы бер ғаилә лә ултырған булған. "Балалы өй..." тигәнде ишеткәс тә, үҙҙәренә "төрттөрөп" әйтелгән, тип юраған әлеге ғаилә башлығы: "Әйҙә, ҡуй, бисәкәй, ҡайтайыҡ. Балаларыбыҙ булмағас, быларса, беҙ тик ғәйбәт кенә һөйләшеп йәшәйбеҙ икән!.." - тип, йыйындағыларға үпкәләп, ҡатынының ай-вайына ҡуймай, мәжлестән айырып алып ҡайтып киткән, имеш...
|
Уҡырға
06.08.18
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.
Ральф Эмерсон.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|