|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
|
СӘСӘНДӘР ӘЙТЕШЕН РОЛДӘРГӘ БҮЛЕП УҠЫЙБЫҘ
|
|
Яңыраҡ интернет селтәрендә бер фекер алышыуға осраным. Унда башҡорт телендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу-яҙылмау тураһында һүҙ бара ине. Ҡайһы берәүҙәрҙең замана ауырлығына, аҡса юҡлығына, барлыҡ мәғлүмәтте интернет селтәрендә табып булыуына һәм башҡа төрлө сәбәптәргә һылтаныуҙарына ҡаршы туған телендәге баҫмаларға яҙылыуcы һәм башҡаларҙы ла ошоға өгөтләүсе әңгәмәселәр күпселек тауыш менән "еңеп" сығыуы ҡыуаныслы. Әлбиттә, еңел булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, ләкин һәр замандың да үҙ ауырлығы булған һәм алда ла буласаҡ. Ләкин әлегә тиклем рәсәйҙәр, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы ла ваҡытлы матбуғат сараларын иң әүҙем уҡыусылар булды. Бөгөн был йәһәттән хәлдәр хөрт икәнлеген гәзит-журналдарҙың тиражына ҡарап та белеп була.
|
Уҡырға
17.08.15
|
| |
|
|
ЙӘШЕНДӘН НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА?
|
|
Ғалимдар ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда йышыраҡ ир-егетте йәшен һуғыуҙың серен аңлаған.
Ошо йылдың 27 июлендә Рәсәйҙә быға тиклем күрелмәгән тропик көс менән ябырылған ҡойма ямғыр ваҡытында өс кешене йәшен һуҡҡан. Ирҙәрҙең береһе - Мәскәүҙән, икенсеһе - Брянскиҙан. Шул уҡ көндө Мәскәүҙә тағы бер ҡатын йәшендән һуғыла. Ирҙәрҙең икеһе лә һәләк була, ә ҡатын кеше иҫән ҡала.
Страховкалау компанияһы алып барған донъя статистикаһы ла бындай күренештәрҙе теркәп бара. Уларҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, йәшен һуғыуҙан һәләк булғандарҙың 80 проценты - ир-егет. Һауа "кәнсәләре"ндә ни өсөн уларға асыу һаҡлайҙар икән һуң? Мистикаға тартым бер аңлатма йәшәй-йәшәүен: көслө заттар тестостерон - ир енесе гормондары арҡаһында йәшен уғына йышыраҡ эләгә. Ләкин был молекулаларҙың ниндәй тартыу көсө барлығы билдәһеҙ. Әйткәндәй, гормондар гипотезаһы авторҙары раҫлауынса, кешеләр араһынан йәшен тестостероны көслөрәктәрҙе һайлай икән.
|
Уҡырға
07.08.15
|
| |
|
|
ДУМБЫРА СЫҢЫ ТАРИХТАН АУАЗ БИРӘ
|
|
Думбыра - башҡорттарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа, тываларҙа, алтайҙарҙа, шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарында киң таралыу алған ҡыллы музыка ҡоралы. Башҡорт думбыраһының төҙөлөшөнә, "муйын"ының (грифының) оҙонлоғона ҡағылышлы төрлө фекерҙәр йәшәй. Был музыка ҡоралын халҡыбыҙ ҡасан файҙалана башлағандыр, уныһы ҡараңғы, әммә, ХVII-ХVIII быуаттарҙа, халыҡты ихтилалдарға өндәйҙәр, тигән һылтау менән сәсәндәрҙе эҙәрлекләү сәйәсәте үткәрелеү мәлендә батша власы тарафынан сәсәндәр ҙә, уларҙың думбыралары ла юҡ ителгән. Шуға ла боронғо думбыралар бөгөн һаҡланмаған. 1980 йылдарҙа билдәле халыҡ оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов, һаҡланып ҡалған тарихи мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, башҡорт думбыраһын ҡайтанан тергеҙеү эшен башлап ебәрә. Уның тәжрибәһенә таянып, Өфө дәүләт сәнғәт институтында думбыра эшләү оҫтаханаһы асыла. Яйлап думбырала уйнау традицияһы яңы һулыш ала. Сәнғәт институтында халыҡ музыка ҡоралдары кластарында белем алған, шул иҫәптән думбырала уйнарға өйрәнгән йәш музыканттар барлыҡҡа килә. Думбыраны күберәк етештереү зарурлығы тыуа. Вәкил Шөғәйепов өлгөләрен ҡулланып, үҙенең тәүге думбыраһын эшләп ҡарап, яйлап башҡорт думбыраһының тышҡы төҙөлөшөнә, яңғырашына үҙ өҫтәмәләрен индереү кимәленә еткән ҡунағыбыҙ - республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, ҡурайсы, думбырасы, өзләүсе, композитор, думбыра эшләү оҫтаһы Илһам БАЙБУЛДИН менән әңгәмәләшәбеҙ бөгөн.
|
Уҡырға
07.08.15
|
| |
|
|
БАШҠОРТТО ЕРҘӘН ҺӘМ АҪАБА ХОҠУҒЫНАН АЙЫРЫП ҠАРАУ МӨМКИН ТҮГЕЛ
|
|
"Башҡорттоң ергә аҫаба хоҡуғы булған", тигәнде беҙ бөгөн үткән заман рәүешендә генә ҡулланабыҙ. Ҡасан барлыҡҡа килгән аҫабалыҡ? Ниңә ул хоҡуғыбыҙ тураһында бөгөнгө йәштәр "Был - минең хоҡуғым!" тип әйтерлек кимәлдә белмәй? Аҫабалығыбыҙҙы яңынан тергеҙеү юлдары бармы? Ошо һәм ошо юҫыҡтағы башҡа һорауҙарға яуап ишетеү маҡсатында редакциябыҙға аҫабалыҡ темаһын үҙ әҫәрҙәрендә, республика мәғлүмәт сараларында әленән-әле күтәргән яҙыусылар - БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Афзал улы ХИСАМОВ һәм оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән билдәле яҙыусы, БР Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Спартак Мөжәүир улы ИЛЬЯСОВты саҡырҙыҡ.
|
Уҡырға
07.08.15
|
| |
|
|
УН ИКЕ ЙЫЛЛЫҠ ҮҘАЛЛЫЛЫҠ
|
|
XVIII быуаттың башында, 1704 йылда ҡупҡан башҡорт ихтилалы тамамланғандан һуң, төбәктә үҙенсәлекле сәйәси хәл барлыҡҡа килә. Башҡорттар 1711 йылдан 1722 йылға тиклем Рәсәй подданныйлығынан сығып, тулы үҙаллылыҡ яулайҙар. Яһаҡ түләмәүҙән, Үҙәккә бойһонмауҙан тыш, уларҙың хатта бөтә институттары, ханы (башлығы) булған тулы мәғәнәләге дәүләт берләшмәһе, йә ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар менән бергә союз төҙөү мөмкинлеге лә була. Ләкин улар ҡабаттан Рәсәй ҡанаты аҫтына ҡайтыуҙы һайлай. Уларҙы быға нимә этәрә һуң, ниндәй сәбәптәр үҙаллы дәүләт төҙөүгә ҡамасаулай? Тарих фәндәре докторы Булат Әхмәр улы АҘНАБАЕВтың ошо темаға арналған хеҙмәтенең дауамын тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
07.08.15
|
| |
|
|
ТУҒАН ТЕЛЕҢДӘ ҺӨЙЛӘШ!
|
|
Уҡытыусылар менән йыш осрашам. Байтаҡ һорауҙарға яуап бирергә тырышам. Үҙ фекерҙәремде дөрөҫләр йәки нигеҙләр өсөн ғалимдарҙың хеҙмәттәрен аҡтарам. Шундай һорауҙарҙың береһен рус мәктәптәрендә, дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан уҡытыусы бирҙе: "Ни өсөн ғаиләһендә башҡортса һөйләшмәгән башҡорт балаһы туған телен рус балаларына ҡарағанда ауырыраҡ үҙләштерә?"
- Кешенең бөтөн булмышы ҡан (ген) аша күсә, формалаша, үҫә. Ә үҫер өсөн төп шарт - туған тел, сөнки әсә ҡарынында ҡан аша бар булған булмыш артабан әсә теле аша үҫеш ала.Ә туған телендә үҫеш ала алмай икән, баланың быуындан-быуынға күсә килгән һәләте туған теле менән бергә тәрән йоҡоға тала, тәбиғи, донъяуи төшөнсәләрҙе аңлау, танып-белеү һәләте аптыранып-аҙашып ҡала.
|
Уҡырға
07.08.15
|
| |
|
|
ОЯҺЫНДА НИ КҮРҺӘ...
|
|
"Бөгөнгө балалар шул тиклем ҡаты күңелле. Ҡайһы берәүҙәрендә кешене ҡыҙғаныу, йәлләү һымаҡ тойғо бөтөнләй юҡ. Береһе яңылыш төртөлһә йәки тейеп үтһә, һуғып, туҡмап, иҙгеләп ташларға әҙер генә торалар. Элегерәк тәнәфес ваҡытында педагогтарға бер аҙ тын алып, уҡытыусылар бүлмәһендә ял итеп алыу мөмкинлеге бар ине. Ә хәҙер балаларҙың үҙҙәрен генә класта ҡалдырыу бик ҡурҡыныс. Тәнәфес ваҡытында уларҙан күҙ яҙҙырмай, ҡарап ҡына ултырырға кәрәк. Саҡ ҡына иғтибар итмәһәң, бер-береһенең өҫтөнә менеп баралар. Ҡыҙҙарҙың да ҡулдары уйнап ҡына тора. Бер-береһенең маңлайҙарын ярып, күҙҙәрен күгәртеп ҡуймаҫтар тимә, әйтәгүр. Береһе эләгеп йығылһа, тартып торғоҙоу, ярҙам итеү ҡайҙа, киреһенсә, был хәлдән ҡыҙыҡ табып көләләр. Берәйһенең теше шешеп йәки берәй ере бинт менән бәйләнеп килһә, йәлләү, ҡыҙғаныу урынына, үсекләй-ирештерәләр, үпкәләтеп ҡуйыуҙан да ҡурҡыу юҡ, класташына ни тиклем ҡыйын, ауыр йәки уңайһыҙ булһа, уларға шул тиклем рәхәтерәк, ләззәтлерәк. Балаларҙың бер-береһенә теләктәшлек күрһәтә, ҡайғыһын уртаҡлаша белмәүенә ғәжәп итәм бөгөн. Ҡайҙан киләлер уларҙа был ҡаты күңеллелек?" - тип йәне әрнеп һөйләп торҙо бер көндө таныш уҡытыусым.
|
Уҡырға
07.08.15
|
| |
|
|
ТИКШЕРЕҮҘӘР ҠАТЫ
|
|
Әлеге ваҡытта баш ҡаланың ҡулланыусылар баҙарында урындағы етештереүселәр килтергән, башҡа төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән индерелгән продукция тулып ята. Күпселек предприятиелар уларҙы ғәмәлдәге норматив-методик документтар талаптарына тап килтереп һата. Был хаҡта муниципалитеттағы сираттағы кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе.
|
Уҡырға
07.08.15
|
| |
|
|
АВГУСТ КӘҢӘШМӘЛӘРЕ МИЛЛИ МӘҒАРИФҠА БАҒЫШЛАНҺЫН
|
|
"Киске Өфө" гәзите милли мәғарифҡа, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу проблемаларына әленән-әле мөрәжәғәт итеп тора. Быйыл 3-сө һанда "Ҡоролтай зыңғыры" рубрикаһында баҫылып сыҡҡан сығышында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев милли мәғариф өлкәһендәге етешһеҙлектәргә, проблемаларға ентекле анализ яһағайны. 13-сө һанда Сибай ҡалаһы "Ирәндек" лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Назиә Бикбова ла мәғарифтағы бөгөндән хәл итергә кәрәкле мәсьәләләр хаҡында тос фекерҙәр әйткәйне. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәләре алдынан мин дә үҙемде борсоған бер нисә проблемаға туҡталып үтмәксе булдым.
|
Уҡырға
07.08.15
|
| |
|
|
АУЫРЛЫҠТАРҒА ТҮҘЕҮ СИФАТЫ ҠАТЫН-ҠЫҘҒА ҠАЙҘАН КИЛӘ?
|
|
Рус яҙыусыһы, философ Авессалом Подводный: "Үткәндәр менән бәйләнешегеҙҙе тойоғоҙ һәм һеҙ уға таяна аласаҡһығыҙ", - тигән. Психология, астрология буйынса китаптар ижад итеүсе, төрлө имселәр, халыҡ дауаһы менән шөғөлләнеүселәр менән тығыҙ аралашҡан яҙыусы таяныс булырҙай үткәндәр тураһында әйткәндә, моғайын, быуындар араһындағы бәйләнеште күҙ уңында тотҡандыр. Башҡорт халҡының яҙмышы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, быуындар араһындағы бәйләнеш өҙөлмәгән, йәштәр ололар һүҙен һүҙ итеп, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалып, кәңәш-төңәш итеп йәшәгән. Әммә был күркәм сифатыбыҙ заман шауҡымы менән онотола барған кеүек. Йыш ҡына йәштәр ололарҙы замандан артта ҡалыусылар рәтенә ҡуя, бөгөн донъяла барған хәлдәрҙе бөтөнләй аңламай, тип иҫәпләй. Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәгән, 34 йыл ғүмерен мәктәптә биология фәнен уҡытыуға бағышлаған Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА менән нәҡ шундай аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында юғалып ҡалған белем, рух көсө тураһында әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
03.08.15
|
| |
|
|
УН ИКЕ ЙЫЛЛЫҠ ҮҘАЛЛЫЛЫҠ
|
|
XVIII быуаттың башында, 1704 йылда ҡупҡан башҡорт ихтилалы тамамланғандан һуң, төбәктә үҙенсәлекле сәйәси хәл барлыҡҡа килә. Башҡорттар 1711 йылдан 1722 йылға тиклем Рәсәй подданныйлығынан сығып, тулы үҙаллылыҡ яулайҙар. Яһаҡ түләмәүҙән, Үҙәккә бойһонмауҙан тыш, уларҙың хатта бөтә институттары, ханы (башлығы) булған тулы мәғәнәләге дәүләт берләшмәһе, йә ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар менән бергә союз төҙөү мөмкинлеге лә була. Ләкин улар ҡабаттан Рәсәй ҡанаты аҫтына ҡайтыуҙы һайлай. Уларҙы быға нимә этәрә һуң, ниндәй сәбәптәр үҙаллы дәүләт төҙөүгә ҡамасаулай? Тарих фәндәре докторы Булат Әхмәр улы АҘНАБАЕВтың ошо темаға арналған хеҙмәтенең дауамын тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
03.08.15
|
| |
|
|
СӘСӘНЕН ҘУРЛАНЫ ҠЫПСАҠТАР
|
|
Күптән түгел Бөрйән районыныың Әбделмәмбәт ауылында ошо ауылда тыуған билдәле сәсән, мәғрифәтсе Сабирйән Мөхәмәтзакир улы Мөхәмәтҡоловтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан, уның рухын ҡыуандырып, үҙҙәренең сәсән аманатына тоғро икәндәрен раҫлап, Әҙәбиәт йылы сиктәрендә бына тигән сара ойоштороп ебәрҙе ҡыпсаҡтар (Ҡыпсаҡ - Әбделмәмбәт ауылының халыҡса йөрөтөлмөшө).
Сара Әбделмәмбәт мәктәбе биләмәһендә башланды - сәсән иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Уны асыу хоҡуғы арҙаҡлы яҡташыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа бирелде. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы сәсән хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп, Сабирйән хәлфәнең ҡустыһы Хәкимйән бабайҙың һөйләп ҡалдырғандарының бер өлөшө менән дә уртаҡлашты.
|
Уҡырға
03.08.15
|
| |
|
|
ТЕЛЕҢДЕ ТЕШ АРТЫҢДА ТОТ ИКӘН УЛ
|
|
Бер танышым һуңғы осорҙа әленән-әле тормошона зарланды. Шылтыратҡан һайын ниндәй ҙә булһа ваҡиғаға, кешегә, әйбергә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Тотоп ҡына битәрләр хәл-күренеш булмаһа, һөйләшеүҙе көнгә, һауа торошона ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеүҙән башланы. Уға ямғыр ҙа, ҡоро, эҫе көн дә оҡшаманы. Июнь башындағы ямғырҙарҙы әрләп кенә бөткәйне, уны самаһыҙ эҫе көндәр алмаштырҙы. Ҡояшлы көн дә уны тиҙ екһетте. Елле-ямғырлы һалҡын көн килгәйне, унан да ялҡты.
Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, зарланмай ҙа сараһы юҡ түгел кеүек. Йәшенле-ямғырлы бер көндө көслө ел мунсаһының ҡыйығын алып ырғытҡан. Эҫе көндә үҙенә ҡояш тейеп, саҡ шәбәйеп алды, дауыллы-елле көндө ауыҙ-мороно осондо...
Күптән түгел уны дауахана ҡаласығы биләмәһендә осраттым.
|
Уҡырға
03.08.15
|
| |
|
|
"БАЙЫҠ"ТЫ БЕР КҮРҺӘҢ КҮРГЕ КИЛЕП ТИК ТОРА
|
|
Күгәрсен районының "Мораҙым тарлауығы"нда башҡорт бейеүен башҡарыусы балалар араһында "Байыҡ" республика телевизион конкурсының гала-концерты үтте. 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар араһында быйыл етенсе тапҡыр үткәрелгән "Байыҡ" бәйгеһен тамаша ҡылыуҙан алған һығымталар шуны раҫлай: бейеүсе балалар хәрәкәттәрендә һиҙелерлек үҫеш, камиллыҡ, теүәллек, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас нәзәкәтлек, ир-егеттәргә хас батырлыҡ күҙәтелә.
Балаларҙың бейеү оҫталығы, тимәк, дөйөм бәйгенең кимәле күтәрелеүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бейеүҙәр хис-тойғоға ла бай, артистизм, драматургия бар. Бөгөн йәш бейеүселәр, яңылышып ҡуйыуҙан ҡурҡып, күршеһенә ҡарап түгел, ә йөрәге менән тойоп башҡара бейеүҙе. "Был проектты башлап ебәргәндә ул шундай киң ҡолас алыр, тип уйламағайныҡ та.
|
Уҡырға
03.08.15
|
| |
|
|
ҠЫҘҘАРЫБЫҘ МИЛЛИ ТУЙ КҮЛДӘГЕ КЕЙҺЕН!
|
|
Башҡаларҙан айырылып торһон өсөн Хоҙай Тәғәлә һәр бер халыҡҡа тел, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, хатта кейем биргән, тиелә бер башҡорт риүәйәтендә. Ысынлап та, аңлы кешегә милли костюм - мөһим сығанаҡ, ул халҡыбыҙҙың матурлыҡты нисек тәрән аңлауын сағылдырып тора. "Киске Өфө" гәзитендә милли кейемдәребеҙ менән таныштырыусы мәҡәләләр күп баҫыла. Юғары уҡыу йортонда ошо уҡ йүнәлештә студенттарға белем биргәс, мин уларҙың ҡиммәтен юғары баһалайым.
Дәүерҙәр үҙгәреп торһа ла, башҡорт бер ҡасан да үҙ асылынан ситкә китмәгән. Беҙ бөгөн дә халҡыбыҙҙың сәнғәт элементтарын ҡулланабыҙ, йолаларыбыҙҙы тотоп йәшәйбеҙ, уларҙы балаларыбыҙға өйрәтәбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, бөгөнгө заманда милли сәнғәткә башҡа мәҙәниәттәрҙең йоғонтоһо иҫ киткес. Шулай ҙа яйлап этник үҙенсәлектәребеҙҙе күрһәтеп торған өҫ кейеменә өҫтөнлөк бирергә ынтылабыҙ, ҡулдан килгәнсә үҙебеҙ ҙә нимәлер эшләйбеҙ.
|
Уҡырға
27.07.15
|
| |
|
|
ХАЛЫҠ УҠЫТЫУСЫҺЫ
|
|
Тормош шулай: табыштары, шатлыҡтары булған кеүек, уның юғалтыуҙары, ҡайғылары ла булып тороусан. Улар бер кемде, бер ғаиләне лә урап үтмәй. Уларҙан ҡасып та, йәшенеп тә ҡотолоп булмай. Яңыраҡ ҡына беҙ ҙә ихтирам иткән уҡытыусыбыҙ, яратҡан ағайыбыҙ, ышаныслы өлкән дуҫыбыҙ Азамат Әғзәм улы Тажетдиновты юғалтыу ҡайғыларын кисерҙек. Ләкин һаман да, бына ишек асылыр ҙа, унан: "Һа-ай, ҡустым һаумы! Хәлдәрең нисек?" - тип йылмайып, һәр саҡтағыса көр күңелле Азамат ағай килеп инер кеүек. Уның һоҡландырғыс ихласлығы, алсаҡлығы беҙҙең күңелдәрҙән һис ҡасан да һүрелмәҫ.
Өс йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, үҫмер сағында арҡаланыр, яҡлар кешеһе булмауына эстән генә һыҙып, атайлы балаларға көнләшеп үҫкән бала ғүмере буйына һуғыш яланында һәләк булған ғәзиз кешеһенең сит ерҙәрҙәге ҡәберен табыу теләге менән йәшәне. Ҡәберенә булһа ла "атай" тип теҙләнер өсөн… Элекке тормош, бөгөнгө донъя хәлдәре тураһында әңгәмәләшеп ултырған саҡтарҙа ул йыш ҡына: "Эй был атайһыҙлыҡ…" - тип көрһөнөп ҡуя торғайны.
|
Уҡырға
27.07.15
|
| |
|
|
ҺҮРӘТ ТӨШӨРӘ БЕЛМӘГӘН ДӘ ҺҮРӘТ ТӨШӨРӨРГӘ ӨЙРӘНӘ БЫНДА
|
|
Айыуҙы ла бейергә өйрәтеп була икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ, ә һәр бер кешене һүрәт төшөрөргә, картиналар яҙырға өйрәтеп буламы? Серле лә, мөғжизәле лә, берсә ябай ҙа, берсә бөтөнләй аңлайышһыҙ сәнғәт донъяһына барыһына ла юл асыҡмы? Рәссам булыу кешегә нимә бирә? Ижад өлкәһендә уңышлы эшҡыуарлыҡ алып барырға мөмкинме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Өфөләге "АртКлуб" һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе Айгөл РӘШИТОВА яуап бирә.
Студия эшмәкәрлеге тураһында
Бала саҡтан һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһындым, әммә уға урау-урау юлдар аша килдем. Юғары уҡыу йортонда инглиз теле уҡытыусыһы һәм тәржемәсе, унан хоҡуҡ белгесе һөнәрҙәрен үҙләштергәндә лә, хеҙмәт юлымды башлағас та ошо өлкәлә белем биргән курстарҙа уҡыным, төрлө программаларҙы үҙләштерҙем, ләкин улар миңә ҡәнәғәтлек килтермәне - мин картиналар донъяһын тағы ла тәрәнерәк, байыраҡ, күберәк өйрәнергә теләнем. Һәм, иң мөһиме, ул дәрестәрҙе үҙ эшенең оҫтаһы булған иң яҡшы рәссамдар ҡулы аҫтында үтеү тәүшарттарҙың береһе ине. Шуға күрә, оҙаҡ уйланыуҙарҙан һуң, оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡтың икенсе өлкәләрендә эшләгәндән һуң, үҙемдең студиямды астым. Студияла белем биреүсе уҡытыусылар - билдәле рәссамдар - һынлы сәнғәт донъяһына тәү башлап аяҡ баҫҡан, ошо өлкәлә үҙен һынап ҡарарға йөрьәт иткән "үҙешмәкәр" рәссамдар менән ихлас эшләй, уларға ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр еткерә, үҙҙәренең оҫталыҡ серҙәре менән бүлешә.
|
Уҡырға
27.07.15
|
| |
|
|
УРАМ МУЗЫКАНТТАРЫН ТЫҢЛАУСЫ ЛА, ТҮЛӘҮСЕ ЛӘ БАР, ИМЕШ
|
|
Баш ҡаланың парк һәм башҡа ял итеү урындарында төрлө музыка инструменттарында уйнап аҡса эшләүсе егет һәм ҡыҙҙарҙы һәр кем күргәне барҙыр. Улар араһында яңғыҙ башҡарыусылар ҙа, дуэт менән уйнаусылар ҙа, хатта бер-нисә кешенән торған бәләкәй генә оркестр ҙа бар. Бындай үҙенсәлекле "концерт"тар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тамаша ҡылыусылар бигерәк тә балаларға, үҫмерҙәргә аҡса йәлләмәй. Уларҙың был шөғөлөнә ыңғай ҡараусылар ҙа, балаларына ошо юл менән аҡса эшләргә юл ҡуйыусы ата-әсәләргә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар. Шулай бер көн Ҡала советы янындағы ял паркында музыка ҡоралында уйнап тороусы өс үҫмер эргәһендә туҡтаған апайҙарҙың: "Был балаларҙың ата-әсәләренә ниндәй ҙә булһа административ яза бирергә кәрәк. Ниндәй эҫе көндә балаларҙы урамға аҡса йыйырға сығарып ебәргәндәр. Үҙҙәренә оят түгелме икән ни?" тиеүҙәрен ишеткәс, музыканттарҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт итмәйенсә булдыра алманым. Ысынлап та, урамда музыка ҡоралында уйнап, бер аҙ аҡса йыйырға уларҙы ата-әсәләре мәжбүр итәме, әллә был үҙҙәренең теләге буйынса эшләнгән эшме? Ни өсөн улар аҡса эшләүҙең нәҡ ошо юлын һайлаған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға үҙҙәрен Арсен, Илшат һәм Йәмил тип таныштырған йәш музыканттар яуап бирә.
|
Уҡырға
27.07.15
|
| |
|
|
ШУҠ БАЛАНЫ ТЫЙМАҒЫҘ, ЙӘКИ АУЫЛДА СПОРТСЫЛАР ТӘРБИӘЛӘҮ СЕРЕ ТУРАҺЫНДА
|
|
Ауылға бер ҡайтҡанымда остазым, Баймаҡ районының Темәс урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләүсе Самат НамаҘҡаев менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Самат ағайҙы районда, республикала һәләтле тренер булараҡ яҡшы беләләр. Ул районыбыҙҙы, республикабыҙҙы данлар тиҫтәләгән спортсы егет һәм ҡыҙ тәрбиәләне. Әңгәмәбеҙ ауыл ерендә спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен нығытыу тураһында барҙы.
Халҡыбыҙҙа "хәрәкәттә-бәрәкәт" тигән бик тапҡыр әйтем бар. Ишетеүемсә, һеҙ бала саҡтан шуҡ, һеләүһендәй етеҙ булғанһығыҙ. Әле лә егеттәргә алыштырғыһыҙ күренәһегеҙ. Спортҡа маһирлығығыҙ ҡайҙан килә?
- Хәрәкәтсәнлек, моғайын, һәр балаға хастыр. Баланың етеҙлеген үҫтереү ысулдарын белергә һәм файҙаланырға ғына кәрәк. Башланғыс синыф уҡыусылары араһында орсоҡ һымаҡ тиктормаҫ малайҙар күп ул. Был - бик шәп күренеш.
|
Уҡырға
27.07.15
|
| |
|
|
УН ИКЕ ЙЫЛЛЫҠ ҮҘАЛЛЫЛЫҠ
|
|
XVIII быуаттың башында, 1704 йылда ҡупҡан башҡорт ихтилалы тамамланғандан һуң, төбәктә үҙенсәлекле сәйәси хәл барлыҡҡа килә. Башҡорттар 1711 йылдан 1722 йылға тиклем Рәсәй подданныйлығынан сығып, тулы үҙаллылыҡ яулайҙар. Яһаҡ түләмәүҙән, Үҙәккә бойһонмауҙан тыш, уларҙың хатта бөтә институттары, ханы (башлығы) булған тулы мәғәнәләге дәүләт берләшмәһе, йә ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар менән бергә союз төҙөү мөмкинлеге лә була. Ләкин улар ҡабаттан Рәсәй ҡанаты аҫтына ҡайтыуҙы һайлай. Уларҙы быға нимә этәрә һуң, ниндәй сәбәптәр үҙаллы дәүләт төҙөүгә ҡамасаулай? Тарих фәндәре докторы Булат Әхмәр улы АҘНАБАЕВтың ошо темаға арналған хеҙмәтен тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
27.07.15
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|