|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
|
ЕГЕРМЕ ЙЫЛ ЭЛЕК...
|
|
Йәйҙең тәүге көнө Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тип билдәләнһә, башҡорт халҡы өсөн ул бынан 20 йыл элек Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуы менән мөһим тарихи дата булараҡ әһәмиәтле. Ул тарихи ваҡиғала беренсе тапҡыр республиканың район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән 600 делегат һәм 200-ҙән ашыу ҡунаҡ ҡатнашты. Оло форумда ҡабул ителгән документтар һуңынан башҡорт халҡының проблемаларын хәл итеү программаһы булып торҙо.
Юбилей айҡанлы уҙғарылған матбуғат конференцияһында башҡорт йыйындарының әһәмиәтен билдәләп, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының милләт өсөн мөһим мәсьәләләрҙе элек-электән берләшеп хәл итеүен, XX быуат башында Башҡорт автономиялы республикаһын ойошторғанда уларҙың ҙур роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
|
Уҡырға
15.06.15
|
| |
|
|
ӨФӨ - ЙӘШЛЕК ҠАЛАҺЫ!
|
|
Йола буйынса, 12 июнь байрамдары алдынан Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов өлгәшелгән уңыштарға байҡау яһап, киләсәккә пландар билдәләп, киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Ирек Ишмөхәмәт улының һүҙҙәренә ҡарағанда, баш ҡала уҙған йылдар менән сағыштырғанда һәр өлкә буйынса күрһәткестәрен арттыра бара. Әлбиттә, быны статистика һандары ла раҫлай. Ә статистика һәм һандар менән бәхәсләшеү урынһыҙ. Бары тик уларға күҙ һалырға һәм яуланған ҡаҙаныштар өсөн ҡыуанырға ғына ҡала.
Бюджетҡа 1 майға ҡарата 6 миллиард 300 миллион, шул иҫәптән ҡаланың үҙенең килеме 3 миллиард 513 миллион һум, килем ингән. Ғинуар-апрелдә сәнәғәт комплексы предприятиелары тарафынан 215,5 миллиард һумлыҡ хеҙмәт һәм эш күрһәтелгән, ошо осорҙа сәнәғәт етештереүе индексы 101 процент тәшкил иткән. Төҙөлөшкә килгәндә инде, былтырғы биш ай менән сағыштырғанда 20,5 процентҡа күберәк, йәғни 190 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ торлаҡ төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Индустриаль ысул менән төҙөлгән торлаҡ 51 процент тәшкил итә.
|
Уҡырға
15.06.15
|
| |
|
|
МАҠАР АҒИНӘЙҘӘРЕ ТАРИХИ ҠАЛАҒА СӘФӘР ҠЫЛДЫ
|
|
Каруанһарай исемен ишетеүҙән генә лә күңел ғорурланыу һәм әсенеү, һоҡланыу һәм һыҙланыу менән тула. Бизмәндең бер яғында - ата-бабаларыбыҙҙың ер йөҙөндә башҡорттоң мәртәбәһен күтәрерлек ҡомартҡы һалыуы менән ғорурланыу, икенсе яғында - был тарихи комплекстың артабанғы яҙмышы, ҡулдан-ҡулға күсеүе, үҙ тәғәйенләнешен үтәмәүенә әсенеү.
Каруанһарай - ысын архитектура ҡомартҡыһы. Мәшһүр архитектор А.П. Брюллов уны башҡорттарҙың йәшәү рәүешенә яҡын итеп, мәсетен тирмә формаһында эшләгән, эстәге биҙәктәр, төҫтәр ҙә башҡорт халыҡ сәнғәте өлгөһөндә һүрәтләнгән. Ҡылыс һалған яугир ҡунып китһен, үҙенә, атына ял бирһен, күңелен тәртипкә килтерһен тип, башҡорттоң үҙ көсө, үҙ аҡсаһына изге ниәттәр менән һалынған Каруанһарай тирәләй низағтар күп булды һуңғы йылдарҙа. Башҡорт йәмәғәтселеге уның мәсетен булһа ла халҡыбыҙға хеҙмәт иттереү өсөн бик оҙаҡ айҡашты, ҡултамғалар йыйҙы, судлашыуға барып етте. Шөкөр, хәҙер Каруанһарай мәсете милләттәштәребеҙҙең осрашыу урынына әйләнде.
|
Уҡырға
08.06.15
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТ КЕЙЕМДӘРЕН ИШЕМБАЙҒА БАРЫП КҮРЕГЕҘ!
|
|
Ишембайҙағы "Юрматы" Йәмәғәт этнография музейы экспонаттары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Ҡашмау - башҡорт милли баш кейеме. Кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙың ҡашмауы башты ҡаплай, ә оҙон һәм киң таҫманан яһалған олоно арҡа буйлап аҫҡа төшөп тора. Ҡашмау ҡыҙыл мәрйен менән биҙәлә. Был баш кейеме кейеп йөрөү өсөн бик уңайлы, матур ҙа.
|
Уҡырға
08.06.15
|
| |
|
|
ТУБЕРКУЛЕЗ - ҠУРҠЫНЫС СИР, ТИК НИҢӘЛЕР ХАЛЫҠ УНАН ҠУРҠМАЙ...
|
|
Бөгөн һүҙ алып барасаҡ ауырыуҙың тамырҙары тарих төпкөлөнә барып тоташа. Мысыр мумиялары табылған археологик ҡаҙыныу эштәре уларҙа умыртҡа һөйәге туберкулезы булыуын асыҡлай. Гректар уны phtisis, йәғни ябығыу, сихут тип атай. Был сир хәҙер донъяла кешенең һәм хайуандарҙың төрлө микобактериялар һөҙөмтәһендә киң таралған ауырыуы булып иҫәпләнә. Бөгөнгө медицина алға киткән тип һаналған ваҡытта уны булдырмау, артабан таратмау өсөн нимәләр эшләнә? Ошо һәм һүҙ ыңғайында килеп тыуған башҡа һорауҙарға Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерының баш табибы урынбаҫары, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш фтизиатры Миннинур АЗАМАТОВА һәм БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы Хәниф ӘМИНЕВ яуап бирә.
|
Уҡырға
08.06.15
|
| |
|
|
МЕРКАТОР КАРТАҺЫНДА БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ КҮРҺӘТЕЛГӘН
|
|

Урта быуат сығанаҡтарының бер төрө булып карталар тора. Бигерәк тә Көнбайыш Европа илдәрендә эшләнгән карталар йәки уларҙың йыйынтыҡтары ҡыҙыҡлы. Шундай йыйынтыҡтарҙы бөйөк фламанд картографы Герард Меркатор беренсе тапҡыр "Атлас" тип атай. Ул атаманы Ливия иленең мифик батшаһы Атлас хөрмәтенә бирә.
Герард Меркатор 1512 йылда Көнсығыш Фландрияның Рупель-монде ҡалаһында тыуа. Уның ысын исеме Герард Кремер, ләкин ул уны латин вариантына үҙгәртеп, Меркатор тип ала. Герард Меркатор астрономия һәм геодезия ҡоралдары, глобустар, ә һуңынан географик карталар эшләү менән шөғөлләнә. Ул Лувен университетын тамамлап, Лувен ҡалаһында йәшәп ҡала. Реформация яҡлы булғаны өсөн тыуған илендә эҙәрлекләнә башлағас, 1552 йылда немец ҡалаһы Дуйсбургка күсә.
|
Уҡырға
08.06.15
|
| |
|
|
МАТУР ЙӘШӘҮ ӨСӨН ЙӘМЛЕ МӨХИТ ТӘ КӘРӘК
|
|
"Мин кешеләрҙең матур итеп йәшәүен теләйем. Ә матур йәшәүгә һинең бөтә өлкәлә уңышлы булыуың ғына етмәй, ә тирә-яғыңдағы мөхиттең дә матур, йәмле һәм йәнле булыуы кәрәк", - ти Лилиә Әбделмәнова. Йәғни, үҙе ошондай йәмле һәм йәнле мөхит тыуҙырыусы архитектор шулай фекер йөрөтә. Ә бындай һығымтаға килгәнсе Хәйбулла районы Әбеш ауылы ҡыҙы Өфөлә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын тамамлаған, Санкт-Петербург дәүләт архитектура-төҙөлөш университетында уҡып, архитектор һөнәрен үҙләштергән. Әлеге көндә Өфөлә һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Шул уҡ уҡыу йортонда магистратурала уҡыуын дауам итергә хыяллана. Тағы ниндәйерәк һығымталары, уй-фекерҙәре бар икән йәш белгестең - тыңлайыҡ.
|
Уҡырға
08.06.15
|
| |
|
|
НИНДӘЙ КӨРСӨК КӨТӘ?
|
|
Донъялағы, илдәге һәр иҡтисади ваҡиға халыҡтың финанс тотороҡлоғона йоғонто яһай, кеҫәһенең йоҡарыуына йәки ҡалынайыуына тәьҫир итә. Шуға күрә был өлкәләге һәр яңылыҡ тураһында хәбарҙар булып тороу һәр кем өсөн мөһим һәм кәрәк. Ағымдағы йылдың уҙған айында Рәсәй иҡтисадында сағыу ваҡиғалар әллә ни күп булманы, тип әйтергә кәрәк. Ләкин нәҡ хәҙер алдағы айҙарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙың тәүге һөҙөмтәләре күренә башланы һәм улар яҡын киләсәктә иҡтисадтағы хәл-тороштоң ниндәй булырын күҙалларға мөмкинлек бирә.
|
Уҡырға
08.06.15
|
| |
|
|
КӘМ КҮҢЕЛГӘ ӘЙЛӘНЕП БӨТТӨКМӨ?
|
|
Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында баш ҡалабыҙ Өфөнөң Менделеев урамында архитектураһы менән дә, исеме менән дә айырылып, алыҫтан күҙгә ташланып торған мөһабәт бер бина - "Башҡортостан" сауҙа үҙәге асылды һәм тиҙ арала ҡаланың сауҙа флагманына һәм өфөләрҙең яратҡан урындарының береһенә әүерелде. Шуға тиклем ауыҙ тултырып "Башҡортостан" тип әйтерлек атаманы ҡалабыҙҙың башҡа урынында күргән дә юҡ ине, булһа ла улар "Башкирия" тип йөрөтөлдө.
|
Уҡырға
08.06.15
|
| |
|
|
КҮҢЕЛДӘРГӘ УЙ ҺАЛА
|
|
"Киске Өфө" гәзитен Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында ла көтөп алалар. Беҙ уны бер нисә дана алдырабыҙ, сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә лә ебәрәбеҙ. Сөнки гәзиттә башҡорт донъяһына - мәҙәниәтенә лә, мәғарифына ла, тарихына ла ҡағылған һәр төрлө мәғлүмәтте табып була.
Буталсыҡ заманда, бәндә бәндәне аңлай алмай йонсоған мәлдә "Киске Өфө" гәзитендәге фәһемле фекер, донъя, тормош, милләттең хәле тураһында уйланыуҙар, кешелектең киләсәге хаҡындағы фараздар һәр кемгә файҙалылыр, тип уйлайбыҙ. Бигерәк тә баҫманың "Монолог", "Диалог" рубрикаларындағы аналитик сығыштар уҡымлы. Ҡара-ҡаршы ултырып фекер алышыуҙар донъяуи мәсьәләләрҙә генә түгел, ә сәйәсәттә, башҡа өлкәләрҙә лә уртаҡ фекергә килергә, ауырлыҡтарҙы еңеләйтергә ярҙам итә икәнен беләбеҙ.
|
Уҡырға
08.06.15
|
| |
|
|
ТӘБИҒӘТ ҮҘЕ ИЗГЕ ЭШКӘ ФАТИХА БИРҘЕ
|
|
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы сираттағы йыйынын Учалы районында үткәрергә булды. Беҙ юлға сыҡҡанда ямғыр туҡтамай яуа, етмәһә, һалҡыны үҙәккә үтеп бара ине. Бындай көндә яҡшы хужа этен дә урамға сығармай торған мәлдә ер аяғы ер башынан саҡырылған ҡатын-ҡыҙҙар йыйынға килә алырмы, берәй һылтауын табып, өйҙәрендә тороп ҡалмаҫтармы, тигән икеләнеүҙәр ҙә булды. Әммә иртән иртүк йыйын майҙанына ағылған ағинәйҙәрҙе күреп, күңелгә йылы йүгерҙе. Әмәлгә ҡалғандай, көн дә яҡтырып, аяҙытып ебәрҙе. Нисәмә көндәргә һуҙылған һалҡын ямғырҙарҙан һуң тап ошо иртәлә ҡояш йылмайыуы Хоҙайҙың бер мөғжизәһе, ағинәйҙәргә изге эштәрендә фатиха биреүе булды шикелле.
|
Уҡырға
01.06.15
|
| |
|
|
БӘХЕТ ӨСӨН АТАЙ-ӘСӘЙ БУЛЫУЫ ЛА ЕТӘ
|
|
Бәхет һәм бәхетһеҙлек төшөнсәләрен һәр кем үҙенсә аңлай. "Мин бәхетле!" тип әйтер өсөн кеше тик үҙенә генә кәрәкле нәмәгә эйә булырға тейеш. Берәүҙәргә бәхет - ул йорт тулы йыһаз, кеҫә тулы аҡса булһа, икенселәр өйө тулы балалар уйнап йөрөүҙе бәхет тип һанарға мөмкин. Әйткәндәй, балаларыбыҙ өсөн бәхет төшөнсәһе нимәне аңлата икән? Үҙебеҙҙе борсоған төрлө һорауҙарға яуап табыу өсөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Өфө ҡалаһының 13-сө башҡорт балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Юлиә Ҡыуандыҡова, Розалия Аҙнаева, Айрат Ғайсин, Тамсы Үтәбаева, Тимур Зантыкин менән әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
01.06.15
|
| |
|
|
МИЛЛИ БАЙРАМДАР - ТӘРБИӘ СЫҒАНАҒЫ ЛА
|
|
Республиканың башҡа вуздары менән сағыштырғанда күпкә йәш булыуына ҡарамаҫтан, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты үҙенең нығынған йолалары менән дан тота. Уҡыу йылы аҙағында студенттарҙың, уҡытыусыларҙың бар өлкәләге уңыштарын барлап, яуаплы имтихандар алдынан һәр кемгә ыңғай тойғолар, яҡшы кәйеф бүләк иткән һабантуй байрамы ла шундайҙар рәтенән. Институт һабантуйы быйыл да абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында, күтәренке рухта үтте.
|
Уҡырға
01.06.15
|
| |
|
|
КЕШЕЛЕКТЕҢ ҠОТОЛОУ ЮЛЫ – ТӘБИҒӘТКӘ КИРЕ ҠАЙТЫУ
|
|
Дамир менән танышҡандан алып бер туҡтауһыҙ һөйләшәбеҙ, төрлө темаларға әңгәмәләр алып барабыҙ. Бындай фекер алышыуҙар үткән быуаттың 90-сы йылдар башында Дамир Белорет районының "Урал" гәзитендә эшләп йөрөгән саҡта танышҡас та уҡ башланғайны. Тора-бара беҙҙең бындай әңгәмәләшеүҙәр шиғри әйтеш формаһы алып, "Шоңҡар" журналында, "Киске Өфө" гәзитендә, Дамирҙың шиғыр китабында баҫылды. Әле килеп беҙгә"Ағиҙел" журналының бер бүлмәһендә ултырып эшләргә насип булды. Әңгәмә-һөйләшеүҙәребеҙ, хәҙер инде арыуыҡ ҡына тормош тәжрибәһе туплағас, тағы ла тәрәнерәк юҫыҡта дауам итә. Дамирҙың түңәрәк йәше етеп килеүен иҫкә төшөрөп, бер көн диктофонымды тоҡандырып, дуҫымдың ошо фекерҙәрен яҙып алдым. Бында, әлбиттә, шағирҙың мең дә бер кисенең бер кисендә генә әйткән фекерҙәре.
Шағир, прозаик, тәржемәсе, журналист Дамир Шәрәфетдинов Белорет районының Көнбә ауылында Зөлфиә һәм Мөлкаман Шәрәфетдиновтарҙың 12 балалы ғаиләһендә 10-сы бала булып донъяға килгән. Дуҫым әңгәмәһен бәхетле баласағын иҫкә алыуҙан башланы.
|
Уҡырға
01.06.15
|
| |
|
|
БӨРЙӘН ЕГЕТТӘРЕНЕҢ ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ
|
|
Мәҡәләнең төп геройҙары - Бөрйән егеттәре Шәмсетдин Көнәфин менән Ҡадир Кинйәбулатовтар хеҙмәт иткән 136-сы уҡсылар дивизияһы составына ингән 733-сө уҡсылар полкы башта Кавказ аръяғында, фашистик Германияның союздашы булған Төркиә сиген һаҡлай. 1941 йылдың 2 сентябрендә дивизия эшелон менән фронтҡа - Украинаға оҙатыла.
Дошман менән беренсе алышта, 28 сентябрҙә 733-сө уҡсылар полкы бер румын бригадаһы һәм ике немец ротаһын ҡыйрата. Артабан дивизия октябрь урталарына тиклем Днепропетровск өлкәһе Павлоград ҡалаһы тирәһендә дошмандың өҙлөкһөҙ атакаларын кире ҡағып, оборона тота. Миңә, мәҡәлә авторына, бер саҡ Павлоград ҡалаһында булырға тура килгәйне. Ҡала тирәһендә совет яугирҙарының туғандар ҡәберлеге күп булыуы тетрәндергәйне. Бында бик ҡаты һуғыштар барған - шуға шаһит был ҡәберлектәр.
|
Уҡырға
01.06.15
|
| |
|
|
ӘСИРЛЕКТӘ ҮЛГӘН ЯҠТАШЫМА АҠ СИРЕНЬ ГӨЛЛӘМӘҺЕ...
|
|
Кесе Ватаныма - Пермь өлкәһендәге Барҙымыма ҡайтҡан һайын мәсеткә инмәй ҡалмайым. Унда мине һәр саҡ оло йөрәкле, ихлас имам Нәзир хәҙрәт Кучуков ҡаршылай. Ул эштәрем, сәйәхәтем, сәләмәтлегем менән ҡыҙыҡһына, башланғыстарымды, проекттарымды хуплай, кәңәштәрен бирә.
Сираттағы ҡайтҡанымда ул миңә бер ҡағыҙ бите күрһәтте. Ул СССР Оборона министрлығының Үҙәк архивы справкаһы ине. Хәрби хеҙмәткәрҙе эҙләү, яҙмышын асыҡлау, ерләнеү урыны тураһындағы запроста Сотанай ауылынан яҡташым Ҡаҙанбаев Гәрәй Моталлап улының мәғлүмәттәре теркәлгәйне. Унда 1908 йылда Сараши ауылында тыуған Гәрәй Ҡаҙанбаевтың 1941 йылдың 24 авгусында әрме хеҙмәтенә алыныуы яҙылған. Уның менән бәйләнеш 1942 йылдың апрелендә өҙөлә. Ә справканың аҙағында ҡот осҡос хәбәр: 1942 йылдың 5 апрелендә Германияла әсирлектә үлә. Икенсе биттә уның һәләк булған урыны тураһында мәғлүмәт бирелә: "Шталаг 304. Цайтхайн".
|
Уҡырға
01.06.15
|
| |
|
|
УҠЫУСЫҢ ЕҢЕҮЕ УҠЫТЫУСЫҒА ЛА БАҺА
|
|

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың өлгөлө педагогтарына һәм мәғариф өлкәһендә эшләүсе етәксе кадрҙарға Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары ташырылды.
Уҡыусылары төбәк-ара һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеү яулаған егерме биш уҡытыусыны һәм алты мәғариф учреждениеһы етәксеһен хакимиәт башлығы Ирек Ялалов исеменән уның урынбаҫары Сынтимер Баязитов ҡотланы.
|
Уҡырға
01.06.15
|
| |
|
|
РУХ-ЙӘН ДАУАҺЫ УЛ
|
|
"Киске Өфө" гәзитен алдырып уҡымағандар күп нәмәнән мәхрүм, тигән фекерҙәбеҙ. Ундағы ҡайһы ғына мәҡәләне алма, уйға һалырҙай тос фекер, зиһендәрҙе яҡтыртып ебәрерҙәй фәлсәфә, күңел имләрҙәй аҡыл хазинаһы.
"Киске Өфө" гәзите - рух-йән дауаһы, күңелгә ғәм, сәм һалып, ҡуҙғытып, донъяуи мәсьәләләргә ҡараштарҙы киңәйтеп ебәреүсе баҫма. Йәмғиәттә йәшәгәс, кеше алдында төрлө юҫыҡтағы һорауҙар, проблемалар тыуып ҡына тора - береһенең осона сыҡһаң, икенсеһе килеп ҡалҡа. "Киске Өфө" гәзите айбарланып ярҙамға ташланғандай: албырғап ҡалғандың аңын уятыр, илағанды йыуатыр, тормош юлындағы маяҡтай, аҙашҡанды етәкләп алып китер, атайҙарса төплө кәңәштәр бирер, әсәйҙәрсә сабыр аҡыл менән фатиха ҡылып, юл күрһәтер рухи таяныс, ныҡлы терәк ул.
|
Уҡырға
01.06.15
|
| |
|
|
ДЕПУТАТТЫҢ АҒИНӘЙҘӘРҘЕ ШАТЛАНДЫРҒАНЫ
|
|
Йәмәғәт ойошмалары күп беҙҙә. Рәсәй Президенты В. Путиндың, йәмәғәтселек институтын тергеҙеү, социаль йүнәлешле йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итеү тураһындағы күрһәтмәләренән һуң бындай ойошмалар тағы ла күбәйҙе. Улар араһында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының, уның республика ҡалалары һәм райондарындағы филиалдарының эшмәкәрлеге айырылып тора.
Ағинәйҙәр бөгөн ауылдарҙағы иҡтисади, социаль көрсөк менән көрәшә, йолаларҙы, сәләмәт йәшәү рәүешен тергеҙә, тәбиғәтте, рухиәтте һаҡлай, ауыл тормошона йән, ҡот өрә. Ошондай эшмәкәрлек алып барыусы ағинәйҙәр араһында, әлбиттә, әбйәлилдәрҙең үҙ тәжрибәһе, һөҙөмтәле эштәре бар. Улар был тәжрибәһе менән әленән-әле уртаҡлашып тора. Былтыр сентябрь айында Әбйәлил районында республиканың 20-ләп районы ағинәйҙәре ҡунаҡта булып, ошо тәжрибәне үҙ күҙҙәре менән күреп киткәйне.
|
Уҡырға
25.05.15
|
| |
|
|
АҢЛАҒАНҒА - ҒИБРӘТ, ЙӘКИ ТАРИХ ХАҠЫНДА ФӘЛСӘФӘ
|
|
Тарихты белеү кешегә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, уны аңлай белгән кеше донъяға анализ күҙлегенән ҡарай һәм һәр ваҡиғаның асылына тиҙ үк төшөнә ала. Үткәндәрҙе белеү тормошта юғалып ҡалмаҫҡа булышлыҡ итә, бәлки, унан ғибрәт ала белгәндәрҙе хаталаныуҙан да аралай. Шул уҡ ваҡытта тарихтың пропаганда, идеология ҡоралы булыуын да хәтерҙән сығарырға ярамай. Яңылыш тәфсирләнгәндә уның миллионлаған кешеләрҙең башын бутап, фажиғәгә килтереүе лә ихтимал. Ысынбарлыҡта иһә, тарих насар ҙа, яҡшы ла булмай, ул факт, булған хәл. Уны кешенең нисек аңлауы, аңлатыуы һәр кемдең үҙенән тора. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Ғәле Фәйзрахман улы ВӘЛИУЛЛИН менән тарихтың фәлсәфәүи аспекты, уның кеше аңдарына, киләсәк быуындарға күрһәткән йоғонтоһо, ул биргән һабаҡтар, бөгөнгө заман менән бәйләнеше хаҡында фәлсәфә ҡорабыҙ.
|
Уҡырға
25.05.15
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.
(Ралф Эмерсон).
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|