|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
|
|
Биттәр : # « 72 73 74 75 76 77 78 79 80 » #
|
ТЫУҒАН ЕРЕНӘ ХӘҮЕФ КИЛГӘНДӘ ИР-ЕГЕТ БИТАРАФ ҠАЛА АЛМАЙ!
|
|

"Арғымаҡ ат юл башлар,
Аҡыллы егет ил башлар,
Батыр егет яу башлар,
Сәсән егет дау башлар", - тигән әйтеме бар башҡорт халҡының. Юл башларҙай арғымаҡ аттар һирәк ҡалған заманда илде артынан эйәртерҙәй, уның мәнфәғәттәрен яҡлап яуға сығырҙай, даулашырҙай ир-егеттәребеҙ бармы икән? Был һорауҙы үҙебеҙгә һәр саҡ бирәбеҙ, йәштәр менән әңгәмәләшкәндә уға яуап табырға тырышабыҙ. Бөйөк Еңеү көнө алдынан тағы бер тапҡыр ошо турала һүҙ күтәреп, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Ирхан Хисаметдинов, Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы уҡыусылары Булат Алсынбаев, Рамаҙан Ишемғолов һәм Арыҫлан Фәйзуллин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
|
Уҡырға
03.05.23
|
| |
|
|
"ЕҘНӘКӘЙ" ЙӘНӘ СӘХНӘЛӘ!
|
|

Ошо көндәрҙә Хәбибулла Ибраһимовтың "Еҙнәкәй" музыкаль комедияһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында йәнә яңырыу кисерҙе. Был спектакль тәүге тапҡыр Вәли Ғәлимов тарафынан 1946 йылда, унан һуң 1953 йылда - Арыҫлан Мөбәрәков, 1983 йылда Вәзих Сәйфуллин режиссерлығында сәхнәгә сығарыла. Бына 40 йыл үткәс, музыкаль комедияны режиссер, Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев баш ҡала тамашасыларына тәҡдим итте. Сағыу кейемдәр, кәмит ролдәр һәм йыр-мәҙәккә бай диалогтарға шығырым тулы тамаша залы ихлас көлөп, бер быуат элек булған хәл-ваҡиғаларҙың бөгөн дә ниндәйҙер кимәлдә актуаллеген һис юғалтмауына, кинәйә-ишараларға хайран ҡалып, ҡәнәғәт ҡайтты. Шәп тамашаның ҡуйыусы режиссеры Илсур Юлай улының үҙе менән премьеранан һуң әңгәмәләшергә форсат таптыҡ.
|
Уҡырға
28.04.23
|
| |
|
|
МӘШӘҠӘТЛЕ, ӘММӘ ОТОШЛО
|
|

"Мәшәҡәтле булһа ла, ҡаҙ үрсетеү бик отошло, - ти Фәймә апай Сәлимова. - Ҡаҙ өмәләрендә "ҡауырһыны - ҡауырһынға, йөнө - мендәргә, тәпәйҙәре - кәрзингә, ҡанаттары - запасҡа", тип һамаҡлағандағы кеүек, ҡаҙҙың бер нәмәһе лә ташланмай беҙҙең ғаиләлә. Тауыҡ, бройлер, күркә һымаҡ йорт ҡоштарының башын, тәпәйен, йөнөн тотонмайҙар беҙҙең яҡта, ә ҡаҙҙыҡы барыһы ла ҡулланыла. Мин үҙем баш, тәпәй, бөрләтәүҙәрен һалып, ҙур бәлеш бешерәм. Майын иретеп, маргарин урынына ҡулланам, башҡа маҡсатта ла ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, күн итеккә ҡаҙ майын һөртһәң, аяҡ кейеме оҙағыраҡ һаҡлана. Мамығынан мендәр эшләйем. Үҙебеҙҙең балаларға, уларҙың балаларына эшләп биреп бөттөм. Хәҙер таныштар ҡыҙҙарына бирнәгә заказ бирә. Шуға күрә ҙур теләк менән, бик яратып ҡарайым ҡаҙ бәпкәләрен. Шөғөлөң күңелгә кинәнес биреүҙән тыш, килем дә килтерһә, икеләтә ҡыуаныс".
|
Уҡырға
28.04.23
|
| |
|
|
КҮҢЕЛЕ МЕНӘН ШАҒИР, ҺӨНӘРЕ БУЙЫНСА МАТЕМАТИК
|
|

Ошо көндәрҙә мәғариф ветераны, күңеле менән шағир, һөнәре буйынса математик, башҡорт милли мәғариф өлкәһендәге йәмәғәт эшмәкәре, Ишембай еренең тарихын тәрәндән өйрәнеүсе белгес-краевед, күп һанлы үткер публицистик мәҡәләләр авторы Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡолова 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Уҡытыусыларын тәбрикләр өсөн республиканың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән уҡыусылары ла килгәйне. Тулҡынландырғыс булды осрашыу.
|
Уҡырға
28.04.23
|
| |
|
|
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӘСӘ ҺӨТӨ МЕНӘН ҺЕҢДЕРҘЕМ
|
|

Үткән кесаҙна иртәндән үк бик етди сараға - башҡорт теленән диктант яҙырға йыйындым. Унан алда ғына Өфө ҡала округы хакимиәтендә рус теленән тоталь диктант яҙыуҙа ҡатнашҡайным. Ни өсөн үҙемдең икенсе туған телем булған башҡорт теленән дә яҙып ҡарамаҫҡа, тигән уй-ниәт менән дәртләнеп, үҙем белем алған уҡыу йортона - Өфө фән һәм технологиялар университетына юлландым.
|
Уҡырға
28.04.23
|
| |
|
|
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ-2
|
|

Һуғыш бөтөп, ауылға һалдаттар ҡайта башлағас, әсәйем ниңәлер күңелһеҙләнде. Бығаса түҙем генә йөрөгән кеше көн дә иртәнсәк тороу менән:
- Ҡасан ғына ҡайтып инер атайығыҙ. Ҡайһы ере яраланғанды ла яҙмай бит, исмаһам. Аяҡ-ҡулы именме икән? Госпиталдә шул хәтлем оҙаҡ ятҡас, белмәйем инде... - тип көрһөнә. Кисен эштән ҡайтып инһә: - Үлә-бата йүгереп ҡайттым. Атайығыҙ үҙем юҡта ҡайтып төшөр ҙә, ҡаршылай алмай ҡалырмын кеүек, - ти.
|
Уҡырға
28.04.23
|
| |
|
|
ҺИНЕҢ МЕНӘН ИҪӘПЛӘШҺЕНДӘР ӨСӨН ҮҘЕҢДЕ ЭШЕҢ МЕНӘН КҮРҺӘТ!
|
|

Таныш булығыҙ: Ишембайҙың аҫыл егете, заман башҡорто Ғиниәтуллин Илнур Марат улы - Ишембай йәмиғ (собор) мәсете имам-хатибы, уңышлы эшҡыуар, "Юрматы" мебель салоны етәксеһе, "Рыбаков ПлейСкул" (RYBAKOV PLAYSCHOOL) автономиялы коммерциялы булмаған өҫтәмә белем биреү үҙәге ойоштороусыһы һәм ... һәр эше менән бәйле әллә күпме идеялар, әллә күпме проекттар инициаторы. Геройымдың ваҡыты үтә лә тығыҙ: аҙнаһының һәр көнө, көнөнөң һәр сәғәт-минутына тиклем планлаштырылған, шуға ла уны оҙаҡ ҡына ваҡыт интервьюға күндерә алмай йөрөнөм. Сәбәп-маҡсаттарын аңлатып, ризалығын алғас та иркенләп аралашырға яйы сыҡманы. Бер осрашҡанда миңә ярты ғына сәғәт ваҡытын бүлә алды, икенсе осрашыуыбыҙҙа ла һөйләшеп-аралашырға мөмкинлек наҡыҫ булды. Яйын таптым шулай ҙа: йә клиенттары, йә "Рамаҙан тирмәһе"нә саҡырылған ҡунаҡтары менән аралашҡан мәлдәрендә уны ситтән генә күҙәтеп йөрөп, һөйләгәндәрен күңелемә теркәй барҙым. Уның тураһында тәүге уйым ошолай булды: "Тәүлектәге 24 сәғәткә нисек һыя икән?" Әңгәмәне уның ҡайһы йүнәлештәге эшмәкәрлегенән башларға белмәйерәк биргән: "Һеҙ күберәк дин әһелеме, әллә эшҡыуармы?" - тигән һорауыма ул: "Әйҙәгеҙ, баштан башлайыҡ", - тип, башҡаса һорау биргәнемде лә көтмәй, үҙе үк һөйләп алып китте.
|
Уҡырға
28.04.23
|
| |
|
|
ШӘҺИТ ХОҘАЙБИРҘИН ФОТОҺҮРӘТТӘРЕ
|
|

5 май Өфөлә төҙөкләндереүҙән һуң Ш.Ә. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы асыласаҡ. Музей бинаһына реконструкция эшләнде, ә экспозиция заманса дизайн алымдары һәм мультимедия технологиялар ҡулланып яңыртылды.
|
Уҡырға
28.04.23
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
Дала зонаһы күскенселәре
Гундар дәүләте иртә синфи типта булып, уның иҡтисади нигеҙен күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡ тәшкил итә. Император (шаньюй) нәҫелдән бирелгән һәм бер ни менән дә сикләнмәгән власҡа эйә була. Үҙ функцияларын ғәмәлгә ашырғанда ул үҙенең кәңәшселәренә таянған. Модэ хакимлыҡ иткән осорҙа гундарҙа ҡатмарлы дәүләт аппараты булыуы билдәле. Яһаҡ һәм һалым түләтеүҙе теүәл итеп ойоштороу маҡсатында халыҡ һанын иҫәпкә алыу эштәре башҡарыла; уларҙың үҙ яҙмаһы һәм аҡса әйләнеше барлыҡҡа килә.
|
Уҡырға
28.04.23
|
| |
|
|
ТӨРЛӨ МИЛЛӘТ БАЛАЛАРЫ БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫЙ
|
|

Башҡортостандың барлыҡ милли белем усаҡтарына билдәле һәм арҙаҡлы шәхестәр исеме бирелеп, улар тураһында хәтер мәңгеләштерелә. Ә уҡыу йорттарының исеме есеменә тура киләме, улар үҙҙәренең иңенә алған яуаплылыҡты тоямы, олуғ шәхестәребеҙҙең рухын ҡыуандырамы? Ошо һорауҙарға яуап табыу һәм белем усағы менән яҡындан танышыу маҡсатында Өфө ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге "2-се Башҡорт лицейы" муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы директоры Миләүшә МЫРҘАҒӘЛИНА менән әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
28.04.23
|
| |
|
|
БЕҘҘЕКЕЛӘР ТИК БЕРЕНСЕ УРЫН ЯУЛАЙ!
|
|

Күптән түгел Таулы Алтай ҡалаһында Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының туған телдәре буйынса төбәк-ара олимпиада уҙғарылды. Алтай Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан икенсе тапҡыр ойошторолған ярышта Алтай, Башҡортостан, Бүрәт, Саха (Якутия), Тыва һәм Хакас республикаларынан уҡыусылар ҡатнашты. Беҙҙең республика данын биш вәкил яҡланы һәм Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатынан 10-сы класс уҡыусыһы Алтынай Атанғолова олимпиадала беренсе урын яуланы.
|
Уҡырға
28.04.23
|
| |
|
|
ЙӨРӘКТӘН-ЙӨРӘККӘ ИЖАДИ КҮПЕР ҺАЛЫНА
|
|

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар "Каруанһарай" төркөмө солисы һәм етәксеһе Вилдан Яруллин тамашасыларына үҙенең юбилей концертын тәҡдим итте. Баш ҡаланың "Өфө-Арена" универсаль спорт аренаһында уҙған сағыу тамашала билдәле йырсылар һәм ижади коллективтар, сит ил ҡунаҡтары, Башҡортостан һәм Татарстан ижадсылары сығыш яһаны. Гөрләп уҙған концерттан һуң юбилярға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
|
Уҡырға
20.04.23
|
| |
|
|
БЫЛ КИТАП КӘШТӘГӘ ҺАЛЫП ҠУЙЫР ӨСӨН ТҮГЕЛ!
|
|

Бала сағымдан дин тотоусы, намаҙ уҡыусы оло кешеләрҙең әңгәмәләрен тыңларға әүәҫ булдым. "Аяҡ быуындары ауыртҡас, Фәләнбикә әбей Ҡөрьән битен йыртып алып, аяҡтарына бәйләй икән. Нишләп улайтырға? Тома наҙанлыҡ бит был!" тип һөйләшкәндәре лә хәтеремдә ҡалған. Мин, пионерия тәрбиәһендә үҫеп килгән малай булараҡ, үҙемсә генә фекерләп, был һүҙҙәрҙе үҙемсә генә хуплай инем. Әммә бөгөнгө көндә әлеге олатайҙарҙың шул һүҙҙәренең асылына төшөнөп, ни өсөн улар шул әбейҙе тәнҡитләгәнен ысын мәғәнәһендә аңланым. Изге Китапты дөрөҫ ҡулланмауға ризаһыҙлыҡ белдергән, үҙҙәре Ҡөрьән уҡып ғүмер иткән шул иманлы ҡартатай-ҡәртәсәйҙәребеҙҙе оло ихтирам менән иҫкә алам.
|
Уҡырға
20.04.23
|
| |
|
|
МУНСАҺЫҘ – БАҠСА ЕРҺЕҘ БАШҠОРТ БУЛМАЙ!
|
|

Баҡса тигәс тә, һәр кемдең уға үҙ ҡарашы. Кемдер уңышы менән ҡыуандырған алма-ҡарағатын, кишер-кәбеҫтәһен күҙ уңында тота, кемдер сәскә ярата. Кемдер был мәьәләлә бигерәк фәлсәфәүи ҡарашта. Башҡортмон тигән башҡорттоң баҡсаһында мотлаҡ мунса һәм сәй эсергә самауыры булырға тейеш - бейеүсе, балетмейстер, режиссер-ҡуйыусы, ҡурайсы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис НИЗАМЕТДИНОВ шундай фекерҙә. Рәис Жәүәт улын Илештән, "Ауаз" Башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивалендә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының "Аманат" этнотөркөмө менән Гран-при яулап ҡайтып ҡына торған сағында тап иттек.
|
Уҡырға
20.04.23
|
| |
|
|
ОШОЛАЙ ҘА ТЕАТР БУЛА ИКӘН!
|
|

Иғтибар! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры пластик спектакль әҙерләй. Театр тарихында тәүге тапҡыр! Әҙерлек нисек барыуы, был аҙымға нимә этәреүе тураһында һөйләүен һорап спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры Залина Усмановаға мөрәжәғәт иттек:
|
Уҡырға
20.04.23
|
| |
|
|
"СӘХНӘ - УЛ ХЫЯЛ. СӘХНӘ - УЛ ЯҘМЫШ..."
|
|

"Сәхнә бик уҫал шул ул, - шулай тине Ниса апай ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшкәндә. - Башҡа өлкәлә ҡулыңдың эш белеүе, һөнәреңде яратыу етә. Ә сәхнә артыҡ талапсан. Уға барыһы кәрәк. Төҫ-ҡиәфәт... Тауыш... Ваҡыт... Бар булмышың... Хатта тотош яҙмышың..."
|
Уҡырға
20.04.23
|
| |
|
|
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 1
|
|

Их, уйындарҙың күплеге! Уларҙың һәр ҡайһыһын берәр тапҡыр ғына уйнаһаң да, көн оҙонона етерлек. Хатта бер нисәһе ҡараңғы төшөүгә лә ҡала әле. Беҙ, малайҙар, уларҙың бөтәһенә лә өлгөрөргә тырышабыҙ. Алдан һис ниндәй һөйләшеү булмаһа ла, иртәнге тамаҡты туйҙырыу менән, ғәҙәттә, Ғимран бабайҙарҙың өйө эргәһенә йыйылабыҙ. Ниңә шулай өйрәнгәнбеҙҙер. Ғимран бабайҙың беҙҙең менән уйнарҙай бала-сағаһы ла юҡ бит инде. Ә иртәнсәк һайын малайҙар уның нигеҙе бейек итеп таштан буралған өйө эргәһенә һис ниндәй саҡырыуһыҙ берәм-һәрәм килә башлай. Йәйге йомарт ҡояш нурҙары апаруҡ йылытырға өлгөргән таш нигеҙгә арҡаны терәп, кисәге уйындарҙа кемдең еңеүе, кемдең еңелеүе, кемдең сосораҡ булыуы, кемдең харамлашыуы хаҡында бәхәсләшеүгә байтаҡ ваҡыт китә. Ҡайһы саҡта ошондай бәхәс яғалашыуға барып олғаша. Бындай мәлдә инде эргәбеҙҙә көтмәгәндә Ғимран бабайҙың сауығып бөткән кәүҙәһе пәйҙә була. Әйтерһең, ул тәҙрәнән беҙҙең һөйләшкәнгә ҡолаҡ һалып, һәр хәрәкәтебеҙҙе күҙәтеп ултырған. Ул, ҡапҡаһынан сыҡҡас, ҡарт кәзә йүткергәндәге шикеллерәк итеп, тамағын ҡыра-ҡыра беҙгә табан йүнәлә.
|
Уҡырға
20.04.23
|
| |
|
|
ШӘХЕСТӘРЕБЕҘҘЕҢ РУХИ-ҒИЛМИ МИРАҪЫ ӨЙРӘНЕЛӘ
|
|

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты рухи мираҫты тергеҙеү һәм халыҡҡа еткереү буйынса ҙур эштәр алып бара. "Башҡорт республикаһын төҙөү башында торған дәүләт эшмәкәрҙәренең ғилми мираҫы" китабының 1-се томы - бына шуның асыҡ бер үрнәге. Унда мәғрифәтте үҫтереү йәһәтенән фиҙаҡәрлек ҡылған ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәренә баһа бирелә. Баҫманың яуаплы мөхәррире - тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зөһрә Рәмил ҡыҙы Сабироваға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
|
Уҡырға
20.04.23
|
| |
|
|
ДОНЪЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҺЫНА УРАЛ ТАУҘАРЫНАН ҠАРАШ
|
|

Быйыл "Башҡортостан энциклопедияһы" дәүләт автономиялы фән учреждениеһы барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулды. Был датаны республика энциклопедистары түңәрәк ҡор менән билдәләне. Сарала БР Фәндәр академияһы президенты, техник фәндәр кандидаты Камил Рамаҙанов, "Башҡортостан энциклопедияһы" директоры, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов, фән эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Татарстан һәм Саха Республикалары энциклопедистары коллегаларына видеоҡотлауҙарын еткерҙе.
|
Уҡырға
20.04.23
|
| |
|
|
СИТ ИЛДӘН ТӘҮГЕ ФОТОАППАРАТ
|
|

Бөгөнгө һүҙебеҙ 1936 йылдан алып 1950 йылға тиклем Германияның Штутгарт-Вангене ҡалаһында сығарылған Kodak Retina фотоаппараты хаҡында. Ул Башҡортостан Милли музейының "Металдар" фондында ОФ 33342/1, ГК 11630435 һаны аҫтында һаҡлана.
|
Уҡырға
20.04.23
|
| |
|
|
|
Биттәр : # « 72 73 74 75 76 77 78 79 80 » #
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|