Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
Биттәр : # « 76 77 78 79 80 81 82 83 84 » #
ХАТАЛАР НИМӘНӘН БАШЛАНА, ЙӘКИ ҺӘР АТА-ӘСӘ – ҒАИЛӘ УҠЫТЫУСЫҺЫ
|

Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙе ҡасан башларға? Мәктәп тейешле тәрбиә бирәме? Тәрбиә тик ғаиләлә генә булырға тейешме? Ошондай һорауҙар бихисап һәм һәр кем уға үҙе аңлағанса, үҙенең тәжрибәһенән сығып яуап та бирә ала. Мин дә тормош юлымда осраған ыңғай һәм ваҡыты менән проблемалар тыуҙырған хәлдәрҙән, үҙ балаларымды тәрбиәләү тәжрибәмдән, һуңғы йылдарҙағы күҙәтеүҙәремдән сығып, шулай уҡ хәҙерге осор менән сағыштырып, бала тәрбиәһе тураһында тыуған уйҙарым менән уртаҡлашмаҡсы булдым.
|
Уҡырға
27.01.23
|
|
|
КИРЕ ҠАЙТМАУ НӨКТӘҺЕ
|

Кире ҡайтмау нөктәһе (точка невозврата) тигән төшөнсә бар. Ҡурҡынысыраҡ төшөнсә, әлбиттә. Физика фәнендә ул бер мәғәнә аңлатһа, психологияла бөтөнләй икенсе мәғәнәгә эйә. Төрлөсә яңғыраһа ла, был күренештең асылы бер үк - кире ҡайтыр юл юҡ! Аңлайышлыраҡ булһын өсөн осоп барған самолетты күҙ алдына килтерәйек. Летчик алдан белә: яғыулыҡ шунсалыр километрға осоп барып кире әйләнеп ҡайтыуға етә - мәҫәлән, мең километрға. Биш йөҙ километр ара үткәс, самолет кире боролорға тейеш, сөнки ул кире ҡайтмау нөктәһенә етте, летчик штурвалды ҡайтыу яғына бормаһа, һәләкәт буласаҡ.
|
Уҡырға
27.01.23
|
|
|
УҢЫШЛЫ ТӘЖРИБӘМЕ?
|

Ил терәге - ир, тигән. Ил яуһыҙ булмаҫ; Ил яҙмышы ир ҡулында; Ир ҡайғыһы - илдә... Ил менән ир берлеге хаҡында халҡыбыҙҙың быуаттар буйына һыналған, күп томлыҡ романдарға һыймаҫ әллә күпме аҡыл хазинаһы - ҡанатлы әйтем-мәҡәлдәре бар.
|
Уҡырға
27.01.23
|
|
|
ИҢ ШӘП БҮЛӘК - КИТАП!
|

Быйылғы 2023 йылдың беренсе яртыһында ла "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы, уҡымышлы, вайымлы уҡыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ. "Аңлы уҡыусы" тип атауыбыҙ юҡҡа түгел, сөнки хәҙер гәзит-журнал-китап уҡыусылар тамам һирәгәйҙе. Күрәһегеҙ, был миҙгелдә лә уҡыусыларыбыҙ һаны кәмей төштө. Аҡ ҡағыҙ битендәге һүҙҙе һанлаусы, уның әһәмиәтен баһалаусы аңлылар сафы һирәгәйә барыуы борсолдора. Ә шулай ҙа уҡыусыларыбыҙҙы бөтөнләй үк юғалтып бөтмәгәнбеҙ әле. Бар әле гәзит һүҙен үҙ иткәндәр, "Гәзиттә бит шулай яҙылған!" тип, һәр һүҙен гәзит һүҙе менән йөпләүселәр - улар беҙҙә ҡағыҙ баҫмаларҙың киләсәктә лә йәшәйәсәгенә өмөт уята. Ә беҙ был өмөттөң аҡланыуынан дәртләнеп, уҡыусыларыбыҙҙы рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, йөкмәткеле яҙмаларыбыҙ менән танһыҡтарын ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ.
Шулай итеп, әлеге миҙгелгә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан түбәндәге уҡыусыларыбыҙ ошо матур китаптарға лайыҡ булды.
|
Уҡырға
27.01.23
|
|
|
УҠЫТЫУСЫ ХЕҘМӘТ КҮРҺӘТЕҮСЕ ГЕНӘМЕ?
|

Һорау: Рәсәйҙә быйылғы йыл Педагог һәм остаз йылы тип нарыҡланды. Был юҡҡа түгелдер, ысынлап та, уҡытыусы һөнәренең элекке абруйын ҡайтарыу тураһында хәстәрләр ваҡыт еткәндер?
Лиза ӘҒӘҘУЛЛИНА, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы: Эйе, 2023 йыл Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителде, әммә, минеңсә, уҡытыусыға ихтирам бер йылда ғына түгел, ә даими рәүештә, һәр йыл, һәр көн булырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә үҙгәртеп ҡороу йылдарында, уҡытыусыларға ихтирам, ярҙам кәмене. Тәү сиратта был уларҙың матди хәлендә сағылды. Уҡытыусылар етмәй, башланғыс синыф уҡытыусылары ике смена эшләргә мәжбүр. Ҡайҙа бында уҡытыусы һөнәренең абруйы? Ҡасан "ярлы уҡытыусыны" дәүләт элекке кеүек абруйлы уҡытыусыға әүерелдерер икән?
|
Уҡырға
27.01.23
|
|
|
БАШҠОРТ ЫРЫУҘАРЫ
|

XIX быуатта йәшәгән билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим һәм яҙыусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәр аҫаба башҡорт өсөн үҙенең сығышын - ҡайһы ырыуҙан булыуын иҫтә тотоуҙы, йондоҙҙарҙы исемләп аңлата алыуҙы, хандар тарихына ҡараған риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеүҙе мотлаҡ, тип иҫәпләгән.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
ДӘРТЛЕЛӘР ДӘРТЛӘНДЕРӘ
|

Мәләүез районы Смаҡ (Тамъян) ауылы халҡы өсөн былтырғы йыл ваҡиғаларға бай булды. Данлы башҡорт ырыуы Тамъян һәм күренекле шәхесебеҙ Смаҡ Ҡасаев исемдәрен йөрөткән ауылыбыҙ райондың иң билдәле төбәге. Ауыл матур тәбиғәте, данлы тарихы, күренекле шәхестәре менән генә түгел, ә уңған, талантлы һәм әүҙем халҡы менән танылған.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
ЙӘШЛӘЙ ҺӨЙГӘН ЙӘРЕҢ ЯТҠА ҠАЛҺА
|

Ике йыл тирәһе элек гәзитебеҙҙең "Мосолман әҙәбе" рубрикаһында "Ярат, әммә табынма!" тип аталған кескәй генә мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. "Йыш ҡына йәштәр бөтә һөйөүен Аллаһҡа түгел, ә яратҡан кешеһенә йүнәлтә. Бындай кешеләр Раббыбыҙҙың исемен түгел, һөйгәненең исемен ҡабатлай. Улар Аллаһ Тәғәлә өсөн түгел, бары тик һөйөклөләре өсөн ҡорбандарға бара. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, йәштәр бер-береһен илаһилаштыра. Һөйгәндәр бер-береһенә "Мин һине генә яратам", "Һинең өсөн йәшәйем", "Был донъяла минең өсөн һин генә бар" тигән һүҙҙәр бүләк итә һәм Аллаһтан йыраҡлаша…"
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
СИБАЙҘАР - БЕРЕНСЕ КАНАЛДА!
|

Сибайҙа йәшәүсе ғаилә Беренсе каналдағы "Ил менән бергә йырлайбыҙ аш бүлмәһендә" тип аталған Яңы йыл программаһында ҡатнашты.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ – БУЛМЫШЫМ
|

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы, С. Юлаев ордены кавалеры, йөрәктәргә үтеп инерлек моңло тауышлы йырсы һәм бик күптәргә абруйлы остаз Тәнзилә Хәмит ҡыҙы ҮҘӘНБАЕВА быйыл үҙенең күркәм юбилейын - 70 йәшен билдәләне. Ошо айҡанлы йырсының Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк ижад кисәһе алдынан үҙе менән әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
МИНЕҢ ЯРАТҠАН БАШҠОРТОМ - 10
|

Осраҡлы тап булған ошо ҡыҙҙы эйәртеп ҡайтып инде һылыуы. Ҡыйғас ҡара ҡашлы, көлөп торған ҡара күҙле, түңәрәк кенә йөҙлө һылыуҙы күргәс тә, Мирҙың күңеле: "Бына бит ул! Мин көткән ҡыҙ!" - тип елкенде. Күҙ төшмәҫлек ҡыҙ түгел ине уның Диләфрүзе. Исеме лә, үҙе лә, күңеле лә сафтан-саф гүзәллек сағылышы ине шул! Бер ҡараштан аңлашып, бер ҡараштан һөйөү хисе ҡабынып яратышты улар буласаҡ хәләле менән. Шулай ҙа оҙон ике йыл буйы анда-бында бер осрашып, йә ҡар-буранлы, йә ямғыр-елле, йә йәйғорло-йондоҙло, йә иҫ китмәле ҡояшлы көндәр-кистәрҙә урам буйлап етәкләшеп йөрөнөләр...
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
УЛДАРЫБЫҘҘЫҢ ЭСКЕ ИМАНЫ...
|

үҙеңде генә түгел, милләтте оятҡа ҡалдырырға юл ҡуймай!
Кемдер был тормошта тулҡын өҫтөндә генә йөрөгән кеүек: һәр ваҡыт күҙ уңында, уны барыһы ла белә, ул ихтирам һәм иғтибар үҙәгендә. Шулай уҡ йәнәшәбеҙҙә беҙ нормаль һанаған кешеләр менән сағыштырғанда "хулиганыраҡ" характерлылары ла бар. Уларҙы, кеше ни әйтер, кеше ни уйлар, тигән һорау борсомай, улар уйлай ҙа, шунда уҡ уйлағанын тормошҡа ашырып та ҡуя. Ҡайһы берҙә уның был ҡылыҡтары баш етмәҫтәй кеүек тә күренә. Әммә батыр яуҙа һынала, тигәндәй, иң ауыр ваҡыттарҙа улар һиңә иңен ҡуя. Уларға ышанырға, уларға таянырға мөмкин. Редакциябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы Роберт Дауыт улы ӘБҠӘҘИРОВ та шундайҙарҙан. Махсус хәрби операция башланғас, ул тәүгеләрҙән булып үҙ ирке менән хәрби хәрәкәттәр урынына юллана. Уның менән ошо турала әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
ШУНДАЙ ФОТОАППАРАТ БУЛҒАН
|

Фотокор № 1 (йәки "Фотокор-1", "Фотокор") 1930 - 1941 йылдарҙа сығарылған пластиналы бөкләнмәле (складной) фотоаппарат. 11 йыл эсендә 1 миллиондан ашыу ошондай фотоаппарат эшләп сығарыла.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы
Дах-массагет ҡомартҡылары материалдары ошо дәүерҙә Көньяҡ Уралда йәшәгән ҡәүемдәрҙең Урта Азия, Урта Көнсығыш (Персия) һәм башҡа төбәктәр халыҡтары менән тығыҙ сауҙа-мәҙәни бәйләнештәре булыуын бик асыҡ күрһәтә. Быға, алдараҡ иҫкә алынған, Хорезмда яһалған балсыҡ һауыт-һабанан башҡа, Боронғо Ирандың ювелир оҫтаханаларында етештерелгән таш һәм быяла муйынсаҡтарҙы, ахеменид мисәттәрен, көмөш һауыт-һабаны дәлил итеп килтерергә була. Йыраҡ илдәрҙән килтерелгән әйберҙәрҙән формаһы яғынан уникаль булған бер амфора Мысыр (Египет) көршәкселәре ҡулы менән яһалған. Амфорала "Ксеркс батша һауыты" тигән яҙыу бар, ул Египетта б.э. тиклем V быуатта хакимлыҡ иткән. Был әйберҙәр Уралға Урта Азияла һәм Ҡаҙағстанда йәшәгән ҡәүемдәр аша килеп еткән.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
ХӘТЕРҘӘ ҺАҠЛАНЫР
|

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләне.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
ӨФӨ ЮБИЛЕЙЫНА ӘҘЕРЛӘНӘ
|

Республика Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала округы хакимиәтендә Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Сарала мэр Ратмир Мәүлиев, министрлыҡтар, ведомстволар һәм төбәктең алдынғы предприятиелары вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм ҡала советы депутаттары, ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
БАШҠОРТОСТАН - ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ ТӨБӘК
|

Ил Президентының Өфөгә сәфәренән һуң күптәр дәүләт башлығының республикабыҙға айырым мөнәсәбәте булыуын билдәләне. Уға бөтә төбәктәр ҙә балалар кеүек яҡын. Әммә Путин бөтә мөһим эштәрҙе һәм кәңәшмәләрҙе ҡалдырып, республиканың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләшергә килә, Башҡортостан Башлығы менән осрашыуҙа бер нисә мөһим проект менән ҡыҙыҡһына һәм хуплай, самолетҡа ултырыр алдынан журналисҡа интервью бирә. Башҡортостан үҙенә ҡарата бындай мөнәсәбәткә нимәһе менән лайыҡ? Дәүләт башлығының тыуған төйәгебеҙ тураһында белдереүҙәрен анализлағандан һуң ошондай өс ҙур сәбәп төҫмөрләнде.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
ВАҠЫТТАРЫ БУЛМАҒАНДЫР...
|

Былтыр Башҡортостан депутаттары РФ Дәүләт Думаһы ҡарауына көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы бер нисә закон проекты әҙерләп ебәрҙе. Шуныһы хуплауға лайыҡ: был проекттарҙа БР Дәүләт Йыйылышы республика халҡының иғтибар үҙәгендә торған, тураһын әйткәндә, маҙаға тейгән һәм кисекмәҫтән хәл ителеүҙе көткән ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ҡарай.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
ГОСПИТАЛЬ ЯҢЫРТЫЛАСАҠ
|

Ил Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашыу барышында кәңәшләшкән һорауҙар араһында Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең яңы бинаһын төҙөү мәсьәләһе лә күтәрелде. Республика етәксеһе Президенттан дауахана төҙөлөшөн федераль инвестициялар программаһына индереүҙе һораны.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
ҺОҠ ТЕЙЕП ҠУЙМАҺЫН!
|

Ошо көндәрҙә Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән 357 уҡыусы Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашты. Утыҙ етенсе тапҡыр үткәрелгән сара Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.
|
Уҡырға
20.01.23
|
|
|
|
Биттәр : # « 76 77 78 79 80 81 82 83 84 » #
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|