Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
Биттәр : # « 92 93 94 95 96 97 98 99 100 » #
ӨФӨБӨҘҘӨҢ ТАРИХИ ҮҘӘГЕНДӘ ОШОНДАЙ БЕЛЕМ БИРЕҮ ОЙОШМАҺЫ БАР
|

Һәр йыл июлдең беренсе шәмбеһендә ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын - Халыҡ-ара кооперативтар көнөн билдәләй. Халыҡ-ара кооператив альянс мәғлүмәттәре буйынса, донъяның иҡтисадтағы кооператив сегменты үҫешкән бер генә илендә лә XX быуат башында барлыҡҡа килеп, бөгөнгәсә төрлө кимәлдәге кадрҙар әҙерләгән Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһында ғәмәлдә булған белем биреү системаһының аналогы юҡ. Оҙайлы үҫеш осоронда илебеҙҙең ҡулланыусылар кооперацияһы Камчатканан алып Калининградҡа тиклем урта һәм юғары һөнәри белем биреү ойошмалары селтәрен булдыра, йәғни кооперация тармағы белгестәре менән тәьмин итә. Бөгөн Башҡортостан кооператив техникумы директоры Светлана ШАҺАПОВА менән ошо тармаҡ, уның тормошобоҙҙа тотҡан урыны һәм әһәмиәте, бөгөнгө шарттарҙа кооператорҙар әҙерләү тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
01.07.22
|
|
|
ЯҠШЫНЫҢ ЭСКӘНЕ - ҺЫУ БУЛЫР, ЯМАНДЫҢ ЭСКӘНЕ ЫУ БУЛЫР...
|

"Урал батыр" эпосында яҙылған һәм уның нигеҙендә махсус төшөрөлгән видеороликтың төп идеяһын асып биргән был юлдар сираттағы "Айыҡ ауыл" конкурсының ғына түгел, финалға сыҡҡан биләмәләрҙе тәбрикләү тантанаһының да лейтмотивы булды. 2021 йылдың сентябрендә башланған проекттың, 23 июндә, ниһайәт, еңеүселәре асыҡланды. Сараның беренсе - муниципаль этабында барлыҡ райондарҙан йәмғеһе 1357 ауыл һәм ҡасаба ҡатнашһа, республика этабына һәр муниципалитеттан берәр еңеүсе сыҡты. Ә инде финалға 12 ауыл үтте.
|
Уҡырға
01.07.22
|
|
|
КҮМӘКЛӘГӘН - ЯУ ҠАЙТАРҒАН, ЙӘКИ КҮМӘКЛӘГӘН - ШАХМАТТА ЕҢГӘН!
|

Был хәл күптән, сәүит заманында булды. Өлкән быуын иҫләйҙер. Ул ваҡытта төрлө йыйылыштар күп була торғайны. Ил ҙур. Хәл итәһе һорауҙар күп. Бына шул һорауҙарҙы йыйылып хәл итә торғайныҡ. Илдең төрлө төбәгенән бер урынға йыйылабыҙ, бейек трибунаға сығып, хәбәр һөйләйбеҙ, дөйөм фекергә киләбеҙ, ҡарар ҡабул итәбеҙ, ҡыуанышып таралышабыҙ. Күңелле саҡтар булған икән, тип уйлап ҡуям мин ҡайһы саҡ.
|
Уҡырға
01.07.22
|
|
|
ЙӨРӘК СЕРҘӘРЕ ҺӘМ СИРҘӘРЕ
|

Алты йөҙ грамлыҡ булып тыуған сабыйҙың йөрәгенә операция яһағанда табип нимәләр кисерә? Балалар нимәгә өйрәтергә мөмкин һәм кеше йөрәге үҙендә ниндәй асылмаған серҙәр һаҡлай? Ошоларҙың барыһы тураһында ла юғары категориялы табип, Республика кардиодиспансерының балалар кардиохирургы Нарат ЙӘНБӘКОВ менән һөйләштек. Ул 15 йыл инде тыумыштан йөрәк сирле балаларҙы дауалай. Йыл һайын 60-лап бәләкәй пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡала. Шулай уҡ райондарға сығып, консультациялар үткәрә, мәҡәләләр яҙа һәм уйлап табыу патенттарына эйә.
|
Уҡырға
01.07.22
|
|
|
БЫЛ ДАРЫУ АПТЕКАЛАРҘА ҺАТЫЛМАЙ
|

Ҡайһы саҡ, ниндәйҙер сирҙән һауығыу йәки хәлһеҙлектән арыныу өсөн яҡшы һәм уңайлы ғына ял итеп алыу ҙа етә. Сөнки кеше күп ауырыуҙарға организм йонсоуҙан, иммунитет ҡаҡшауҙан бирешә.
|
Уҡырға
01.07.22
|
|
|
ҮЛӘН АШАҒЫҘ!
|

Көйөргәҙе районы ағинәйҙәре үҙҙәре йәшәгән ауылдарҙың тормошон йәнләндереү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, йәш быуынды тәрбиәләү, экологик өмәләрҙә ҡатнашыу, дини йолаларҙы өйрәнеү, милли кейемдәрҙе һәм биҙәүестәрҙе тергеҙеү менән бер рәттән, йәш быуынға шифалы үләндәр тураһында мәғлүмәт биреүгә, үлән аштары бешерергә өйрәтеүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Был йәһәттән Аҡһары ауылы ағинәйе Гөлсөм Нәбиулла ҡыҙы Сәлихованы өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Үҙенең ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен Көйөргәҙе районының агрономия хеҙмәтен үҫтереүгә арнаған, әлеге ваҡытта хаҡлы ялдағы ағинәйгә Башҡортостанда үҫкән һәр дарыу үләне таныш, тиһәң, бер ҙә хата булмаҫ. Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсептәрен һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡарған Гөлсөм Нәбиулла ҡыҙы гәзит уҡыусыларға бер нисә кәңәшен тәҡдим итте.
|
Уҡырға
01.07.22
|
|
|
ВАСЫЯТНАМӘ ЯҘҘЫҢМЫ?
|

Тормош бит: кемдер бөгөн - бар, иртәгә - юҡ, тигәндәй. Әммә беҙҙә васыятнамә яҙыу тигән нәмә әллә ни ғәҙәткә инмәгән. Һәр хәлдә, Бөтөн Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һорау алыуҙарҙа Башҡортостан васыятнамә яҙыу буйынса төбәктәр исемлегенең иң ахырына яҡын тора.
|
Уҡырға
01.07.22
|
|
|
ШАЙМОРАТОВ КЛАСЫНДАҺЫҢМЫ?
|

2022-2023 уҡыу йылында Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейында Рәсәй Геройы, генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге класс асыла.
|
Уҡырға
01.07.22
|
|
|
МИНМЕ, ӘЛЛӘ БЕҘМЕ?
|

Мөғжизә көтөп йәшәй Әҙәм балаһы. Әммә мөғжизәләргә өмөт итмәй ул, берлектә фекер йөрөтә, сөнки тормоштоң уйын түгел икәнен аңлай. Әммә күңел тигәне һәр саҡ мөғжизә көтә - хыялдарҙың уйламаҫтан тормошҡа ашыуы (йәғни мөғжизә булараҡ ҡабул ителеүе) еңеллек тойғоһо бүләк итә, аңлашылмаған эске көс барлыҡҡа килә.
|
Уҡырға
01.07.22
|
|
|
КҮҢЕЛ ШАТЛАНҒАН ҺӘМ КҮҢЕЛДЕ ӨЙКӘГӘНДӘР ТУРАҺЫНДА
|

Өфөбөҙ - республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы, тимәк, уға иғтибар ҙа ҙур. Нәҡ Өфө бөтә Рәсәйгә, донъяға Башҡортостан тураһында тәүге мәғлүмәтте бирә, тәүге фекерҙең ниндәй юҫыҡҡа боролоуына булышлыҡ итә. Шуға күрә баш ҡаланың йөҙө лә, булмышы ла, йәшәйеше лә республика етәкселегенең күҙ уңында булырға тейештер ҙә. Әлбиттә, миллионлы ҡаланың хәл итәһе мәсьәләләре дә етерлек, ҡаҙанған уңыштары ла юғары баһалана. Мин баш ҡаланың ябай кешеһе күҙлегенән үҙ фекерҙәремде еткереп үткем килә.
|
Уҡырға
01.07.22
|
|
|
ҺАМАР ӨЛКӘҺЕНДӘ...
|

Ошо көндәрҙә Һамар өлкәһендә күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға (1892-1937) һәйкәл асылды.
Ғалимдың тыуған төйәгендә, Оло Глушица ауылында, өс метрлыҡ һәйкәл Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән барлыҡҡа килде. Һәйкәлдең скульпторы - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов. Байрамда сәләмләү һүҙҙәре менән Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы башлығы Валерий Анцинов һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн сығыш яһаны. Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар - Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Һамар өлкәһенең йәмәғәт именлеге департаменты етәксеһе Юрий Иванов, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина һәм Ғәббәс Йәғәфәр улының ейәнсәре - режиссер-документалист Элла Дәүләтшина телмәр тотто. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Өфөлә башҡорт тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға мемориаль таҡтаташ асылғайны.
|
Уҡырға
24.06.22
|
|
|
МИЛЛИ БАЛҠЫШ БИТ УЛАР!
|

Ниндәйҙер план үтәү, отчет бирер өсөн түгел, ә күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса бер ҡорға тупланып, ауылдың йәшәйешенә йән өрөп, йәм биреп, халҡыбыҙҙың үткәне менән киләсәген тоташтырыусы милли балҡыш булып йәшәй ағинәйҙәр. 15-16 июндә Белорет ҡалаһында һәм Бөрйән районы ауылдарында үткән осрашыуҙар ошоға дәлил булды. Сараларҙа республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, танылған шағирә Фирүзә Абдуллина ҡатнашты.
|
Уҡырға
24.06.22
|
|
|
ЯН
|

* * *
Хакимиәт йортонан күңелһеҙ генә сыҡты Айбулат. Былай килеп сығыр тип һис тә күҙ алдына килтермәгәйне. Уй-ниәте һис шикһеҙ бойомға ашыр һымаҡ ине. Себерҙә йөрөгән саҡта ла тыуған яҡҡа ҡайтҡас яңы шөғөлө булыр, яндан атыу спорты райондың брендына әйләнер, тип хыялланғайны. Юғарынан ҡоламаҡ булды, килеп сыҡманы. Юғарынан ҡолаһаң, оҙағыраҡ ҡолайһың шул, шаңҡыуы оҙағыраҡ була. Әллә ситтә йөрөп, тормоштан артта ҡалдымы икән? Айбулат ундайҙарҙан түгел, юғарынан терәк булмағас, аҫтан башларға кәрәк. Хыялының буш ҡыуыҡ түгеллеген иҫбат итергә кәрәк.
|
Уҡырға
24.06.22
|
|
|
ҺЫНАУҘАР ҺЫНДЫРМАЙ, СЫНЫҠТЫРА ҒЫНА
|

Бөгөн Рәсәй еңел булмаған осор кисерә, өҫтәүенә, ян-яҡтан ағылған мәғлүмәттең ҡапыл ғына ҡайһыһы дөрөҫ, ҡайһыһы ялған икәнлеген айырыуы ла еңел түгел. Ошо ваҡытта тап белгестәргә мөрәжәғәт итеү урынлы ла инде, сөнки улар үҙ өлкәһе буйынса күпте белә, һандар араһында ла албырғап ҡалмай, ябай күҙгә күренмәгән мәғлүмәтте лә уҡый ала. Ошо ауыр шарттарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисады нисек тын ала, ул ниндәй хәл-торошта икәнен фаразлап тормай, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙҙы иҡтисад фәндәре докторы, БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры
Азат ЙӘНГИРОВҡа төбәнек.
|
Уҡырға
24.06.22
|
|
|
ОЛО БАШҠОРТОСТАНҒА - 100 ЙЫЛ
|

1921 йылдың февралендә башланған ҡот осҡос аслыҡ башҡорт халҡының иң аяныслы фажиғәһе менән тамамлана: Тарихи Башҡортостан территорияһында йәшәгән 2 миллиондан ашыу кеше аслыҡтан интегә, рәсми документтарҙа 650 меңдән ашыу кешенең аслыҡтан ҡырылыуы теркәлә. Башҡа мәғлүмәттәргә ҡарағанда, башҡорт халҡының дөйөм һаны ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡара.
|
Уҡырға
24.06.22
|
|
|
ҺУҒЫШ БАШЛАНҒАН КӨН
|

22 июндә булып үткән Хәтер һәм ҡайғы көнөндә беҙ тағы ла уйыбыҙ менән бынан 81 йыл элекке йәйге йәкшәмбе иртәһенә, Рәсәй тарихындағы иң ҙур ҡан ҡойошло Бөйөк Ватан һуғышы башланған көнгә әйләнеп ҡайттыҡ. Был көн хаҡында беҙ күп һанлы фильмдарҙан һәм китаптарҙан, шаһиттар иҫтәлектәренән ишетеп беләбеҙ. Тарихи хәтер үҙенсәлеге шунда: йылдар үтеү менән ысынбарлыҡ сиктәре юйыла төшә, ә инде ваҡиғаларҙың бөтөн нескәлектәрен һаҡлап ҡалыу - тарихсыларҙың бурысы. БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, БДУ-ның Рәсәй тарихы, тарихи яҙмалар һәм сығанаҡтар менән эшләү кафедраһы мөдире Рәмил РӘХИМОВ һуғыштың тәүге көндәре күренештәрен тергеҙергә ярҙам итте.
|
Уҡырға
24.06.22
|
|
|
БЕРЕНСЕ СЕНТЯБРҘӘН...
|

Мәғлүм булыуынса, һәр йыл 1 июлдән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр арта. Инде быға яйлап булһа ла өйрәнеп барабыҙ, шикелле. Әммә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең быйыл 3 февралдә ҡабул ителгән 92-се ҡарары сентябрҙә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе тағы бер шаңҡытыуы ихтимал. Оҙонға һуҙмай ғына әйткәндә, 21 июндә Өфө ҡала хакимиәтендә үткән түңәрәк ҡорҙа һүҙ тап ошо сентябрҙә көтөлгән үҙгәрештәр тураһында барҙы.
|
Уҡырға
24.06.22
|
|
|
ЙӘЙГЕ КӘСЕБЕГЕҘ УҢ, КИЛЕМЕГЕҘ МУЛ БУЛҺЫН!
|

Оҙаҡламай урманда еләк-емеш өлгөрәсәк. Был күптәр өсөн аҡса эшләп ҡалыу мәле. Беҙҙең ғаилә лә йәйге миҙгелдең бер көнөн дә әрәм итмәҫкә, файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Бөгөн үҙебеҙ ҡулланған аҡса эшләү юлы тураһында яҙып үтәм.
|
Уҡырға
24.06.22
|
|
|
БАШҠОРТ ДОНЪЯҺЫНА РУХ ӨҪТӘҮСЕ БАҪМА
|

Яратҡан гәзитебеҙ - "Киске Өфө"бөҙ матур юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә икән. Ваҡытлы матбуғат донъяһына яңы һулыш биреп, гәзит уҡыусылар өсөн ҙур яңылыҡ булып килеп инде ул был баҫма ваҡытында. Инде ике тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, ошо үткерлеген юғалтмайынса, мәҡәләләрен гәзит уҡыусы өсөн уҡымлы һәм фәһемле итеп бирә белгән, башҡорт донъяһына рух өҫтәп тороусы баҫма булып ҡала килә "Киске Өфө".
|
Уҡырға
24.06.22
|
|
|
РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ҠАШҠАҘАН!
|

Өфө халҡы хәҙер килеп аңлағандыр, үҙ күҙҙәре менән күреп инанғандыр, тием, Сипайловоның һис тә "йоҡо биҫтәһе" түгеллегенә. Юғиһә, элек-электән был микрорайонға кәмһетеберәк, ниндәйҙер төпкөл, цивилизациянан артта ҡалған күңелһеҙ бер урын тигәнерәк һауалы ҡараш йәшәп килә ине. Фатир алыусылар ҙа был районды тәҡдим итмәүҙәрен һорай ине. Беҙ ни, ярай, беҙгә иркенерәк, һауабыҙ таҙараҡ булыр, тип мәрәкәләй инек бындай мөнәсәбәткә ҡарата. Ә шулай ҙа эстән генә һыҙа ла инек, буғай, күптәребеҙ: нимә генә тимә, нышып тултырылған бәләкәй генә автобустарҙа бер-береңдең елкәһенә текләп йөрөү, ай-һай, сәмгә тейҙе лә һуң!
|
Уҡырға
24.06.22
|
|
|
|
Биттәр : # « 92 93 94 95 96 97 98 99 100 » #
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|