«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
афарин!
+  - 

БӘЙГЕНЕҢ ҠИММӘТЕ...
алған фәһем, һабаҡтар менән үлсәнә

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2014" республика конкурсы 19-сы тапҡыр үҙ еңеүселәрен билдәләне. Был сараны республика райондарынан килгән мәғариф етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫарҙары Хәләф Ишморатов менән Буранбай Күсәбаев, РФ Мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы етәксеһе Людмила Пронина, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Салауат ҡала хакимиәте етәкселәре, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, "Башҡортостан", "Киске Өфө" гәзиттәре редакциялары ла күтәрмәләне һәм конкурста ҡатнашыусыларға үҙ бүләктәрен тапшырҙы. Был бүләктәргә конкурс еңеүсеһе исеменә лайыҡ булған Ейәнсура районы Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилева (һүрәттә), конкурс лауреаттары - Мәләүез ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡытыусыһы Гөлфара Әлиева, Өфө ҡалаһының 38-се дөйөм белем биреү мәктәбенән Гөлсөм Әбдрәхимова, Нефтекама ҡалаһының 10-сы мәктәбенән Әминә Зәкирйәнова, Әбйәлил районы Асҡар ауылының 1-се мәктәбенән Лира Абдрахманова ғына түгел, ә бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла лайыҡ булды.

Эйе, бәйгеләрҙең еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Ә шулай ҙа еңеүселәр өсөн дә, ҡатнашыусылар өсөн дә иң ҡиммәтлеһе барыбер ҙә унда алған һабаҡ, тәьҫорат һәм фәһемдер, моғайын. Шул турала баһалама ағзалары менән һөйләшкәндәрҙе, ҡайһы бер һығымталарыбыҙҙы еткерәйек әле. Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы республикабыҙҙа туған телде өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленгән осорҙа үткәрелә башланы. Бөгөн иһә был иғтибар бер аҙ кәмей төшкән, ауылдарҙа мәктәптәрҙе оптималләштереү процесы һөҙөмтәһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүсе күп педагогтар эшһеҙ ҡалған осор. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың кәмемәүе шатландыра. Быйыл иң алдынғы уҡытыусы исеменә 55 педагог көс һынашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, фекер туплау маҡсаты менән педагогтар республиканың төрлө төбәктәренән йыйылғайны. Әлбиттә, исемлектә республиканың ҡайһы бер райондары теркәлмәне. Был турала БДУ профессоры, жюри ағзаһы Ғиниәтулла Ҡунафин бына ниндәй фекерҙә: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы формаль ярыш түгел, береһен дә ирекһеҙләп, фарман биреп килтермәйбеҙ. Әммә был конкурс бөгөнгө көндә башҡорт теле уҡытыусыларының, ғөмүмән, башҡорт интеллигенцияһының йәмғиәттәге бәҫен, ижтимағи ролен үҫтереүҙе күҙаллай. Шуға күрә, мәҫәлән, Илеш районынан ҡатнашыусы кеше булмауы - был төбәктә башҡорт телен туған тел, дәүләт теле булараҡ уҡытҡан уҡытыусыларҙың хеҙмәтен халыҡ алдына сығарыу буйынса эш алып барылмай икән, тигән фекер тыуҙыра. Республика кимәлендә уҙғарылған бындай масштаблы ярышта ҡатнашыуға бер уҡытыусы ла лайыҡ тип табылмаған икән, тимәк, райондың мәғариф бүлеге мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға тейешенсә иғтибар бүлмәй, тигән һығымтаға киләм. Һөҙөмтәлә, илештәр коллегалары менән фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыуҙан мәхрүм ҡалды. Киләсәктә ошондай һүлпәнлек, битарафлыҡ күрһәтелмәҫ, милләттәштәребеҙ бынан ниндәйҙер фәһем алыр, фекер туплар, тип уйлайым..."
Конкурста бер генә ир-ат уҡытыусы ла ҡатнашмауҙан тыуған үкенесте иҫәпкә алмағанда, быйылғы бәйге һөҙөмтәләренән бик күптәр ҡәнәғәт ҡалды. Мәҫәлән, 90-сы йылдарҙа үткәрелә башлаған конкурстың башынан алып тиерлек баһалама ағзаһы булып ҡатнашҡан профессор Мирас Иҙелбаев әйтеүенсә, уҡытыусыларҙың ғилми базаһы элекке йылдарҙағыға ҡарағанда һиҙелерлек үҫкән. Уның фекеренсә, быға педагогтарҙың туған телдәрҙе уҡытыу буйынса донъя кимәлендә билдәлелек яулаған ғалим, коллегаларының эштәре менән интернет селтәре аша таныша алыу, белем уртаҡлашыу мөмкинлеге йоғонто яһай. Шулай ҙа профессор конкурсанттарҙың оҫталыҡ дәрестәрендә күрһәткән эштәре менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе: "Ғилми эштәргә таянып, тикшеренеүҙәр үткәреп, ниндәйҙер һығымталар яһап, фәнгә нигеҙләнгән уҡытыу методикаһын тәҡдим итеүселәр һирәк әле", - тине ул. Профессорҙың был фекере менән башҡалар ҙа килешә. Мәҫәлән, 2012 йылда "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсында Гран-при яулаусы Ишембай ҡалаһынан Рифат Әюпов та шундай фекерҙә. "Инде ике тиҫтә йыл самаһы үткәрелгән ярыштың ҡалыпҡа һалына башлауы эсте бошора. Был ҡалыплашыу конкурсанттар үҙҙәренең инновацион эш тәжрибәһе менән уртаҡлашҡанда бигерәк тә асыҡ сағылды. Инновацион эш тәжрибәһе - ғилми яҡтан өйрәнелгән, көндәлек эш барышында ҡулланыуға индерелгән, ниндәйҙер һөҙөмтәләр килтергән, әммә күптәр тарафынан яңылыҡ итеп ҡабул ителерҙәй эш проекты. Аңлатыу эштәре алып барылһа ла, коллегаларым алдарына ҡуйылған ошо бурысҡа һаман төшөнөп етмәй, ахыры. Сөнки быйыл да күптәре үҙҙәре хаҡында һөйләне, ҡайҙа, ниндәй конкурстарҙа ҡатнашыуы, ниндәй түңәрәктәр етәкләүе тураһында бәйән итте. Шуға күрә, миндә ҡайһы бер жюри ағзалары ла инновацион эш тәжрибәһе нимәнән ғибәрәт булыуын аңламай, конкурсанттар ҙа тейешле яңылыҡ, тәжрибә килтермәй, тигән фекер ҡалды. Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, инновацион эш тәжрибәһе урынына коллегаларымдың уңыштарына һөйөнөп, ниндәй конкурстарҙа ҡатнашыуҙарын тыңлап ултырҙым да, тағы ла шундай һығымтаға килдем - нимә генә тимә, улар Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән конкурстарҙа һирәк ҡатнаша икән. Татар теле уҡытыусыларының хеҙмәттәре ҙурыраҡ масштабтарҙа үткәрелгән ярыштарҙа, конференцияларҙа баһаланғанда, беҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап ятабыҙ һымаҡ..." - тигән әсенеүен белдерҙе Рифат Ғаяз улы. Ә баһалама комиссияһы ағзаһы Фәнзил Саньяров быйылғы конкурстан бик ҡәнәғәт ҡалыуын билдәләп, хаталар өҫтөндә эш алып барыуҙың ҡайһы бер һөҙөмтәләрен күрһәтте: "Күп тапҡыр иҫкәрмәләр эшләй торғас, баһалама комиссияһы ла үҙ фекерен, үҙ баһаһын бөтөн халыҡ алдында асыҡ белдерә башланы..." Уның әйтеүенсә, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" ярышы быйыл яңы һулыш алған - ул асыҡлана төшкән. Тимәк, ойоштороусылар ғәҙеллекте көҫәп әйтелгән һүҙҙәрҙе ишеткән. Улар шулай уҡ конкурсты финанс яғынан күтәрмәләү буйынса ла күп көс һалған, төрлө бағыусылар йәлеп иткән, ҡатнашыусыларға бүләкте алдан әҙерләгән, тантана өлөшөн юғары кимәлдә үткәреү өсөн дә тырышҡан. Конкурстан алынған фәһем, тәжрибә, абруйлы баһалама комиссияһы ағзалары еткергән фекерҙәр иҫәпкә алынмай ҡалмаҫ, моғайын.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә балалар туған телдең нескәлек-тәренә төшөнөп, күренекле әҙиптәрҙең ижад емештәре менән танышып ҡына ҡалмай, башҡорт халҡының мәҙәниәте, көнкүреш-йолалары, рухи ҡиммәттәрен дә күңеленә һеңдереп ултыра. Балаларҙың рухи талаптарын ҡәнәғәтләндереү өсөн ең һыҙғанып эшләгән, һәр дәресен ҡыҙыҡлы итеп үткәреү өсөн эҙләнеүҙәрҙән туҡтамаған, яңылыҡтарҙан ҡурҡмаған уҡытыусылар кәрәк. Беҙҙең республикабыҙҙа бындай мөғәллимдәр бына инде 19 йыл рәттән үҙҙәрен халыҡҡа күрһәтә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша килә килеүен. Шулай ҙа, конкурстың кимәле артабан ниндәй хәлдә булыры үҙебеҙҙең ҡулда икән, уйланырға ла урын бар кеүек.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.14 | Ҡаралған: 1974

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru