«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
һай! һай! һай!
+  - 

ЕҢЕҮСЕҺЕ ҠАЙҘАН?
Башҡортостандан!

Өфөлә XVII "Урал моңо - 2014" халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивале тамамланды. РФ Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы һәм "Рәсәй мәҙәниәте" федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә БР Мәғариф министрлығы, "Башҡортостан" дәүләт теле-радио компанияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан уҙғарылған был мәртәбәле сара төрки донъяһында башҡорт музыкаль мәҙәниәтенең үҙ урыны барлығын тағы бер тапҡыр раҫланы.

Нимә генә тимә, бөгөнгө заманда барған глобаль процестар айырым халыҡтарҙың мәҙәниәтендә һәм сәнғәтендә сағылыш тапмай ҡалмайҙыр, күрәһең. Быны бәйгелә ҡатнашыусыларҙың ижадында йылдан-йыл халыҡсанлыҡ төшөнсәһенең һиҙелерлек кәмей барыуынан да тойорға була. Һәр ваҡыттағыса, милли костюмдарҙа, үҙ телдәрендә сығыш яһаһалар ҙа, күп бәйгеселәрҙең сығышына тап шул халыҡсанлыҡ етешмәне кеүек. Миллилек - тышҡы атрибуттарҙа ғына түгел шул, ул күңелеңдә йөрөткән рухта, милли моң-йырыңда, милли асылыңда. Был йәһәттән Башҡортостан данын яҡлаусы башҡарыусыларҙың бер башҡа юғары булыуы ҡыуандырҙы шулай ҙа, тимәк, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе, үҙ йөҙөбөҙҙө һаҡлай алабыҙ әле. Бәйгенең Гран-приһын яулаусы Марсель Ҡотоевҡа етеүселәр булмаһа ла, Рөстәм Шаһыбалов, Зилиә Бәхтиева, Салауат Мөхәмәтйәров, Артур Шөғәйепов та еңеүсе исеменә лайыҡ булырҙай талантлы йырсылар. Ниһайәт, бер нисә йылға һуҙылған тынлыҡтан һуң, Башҡортостан "Урал моңо"на быйыл лайыҡлы бәйгеселәр тәҡдим итә алды. Тик "Булғанда - бүреләй, булмағанда - сүреләй" кеүегерәк килеп сыҡты. Әле һанап үтелгән йырсыларҙың һәр береһе халыҡ-ара конкурстарҙың иң юғары баһаһына лайыҡ булырлыҡтар. Шуға ла уларҙың был конкурсҡа бер юлы сығыуы бер аҙ аптыратты. Дөйөм бәйгенән тыш, яҡташтарыбыҙға иң яҡшылар исеменә үҙ-ара ла ярышырға тура киләсәген һайлап алыу турын үткәреүселәр яҡшы аңлағандыр бит. Ғөмүмән, беҙгә бындай юғары конкурстарға йырсыларҙы алдан әҙерләү эшмәкәрлеге етешмәй. Баһалама ағзаларының һәр береһе иһә уларҙың талантына һоҡланыуын белдереп, был сығыштарҙың республикала заманса милли мәҙәниәттең юғары кимәле тураһында һөйләүен белдерҙе. Хәҙерге заман музыкаһында ниндәй генә йүнәлештәр булмаһын, халыҡ йыры, халыҡ көйө, хатта заманса аранжировкала булһа ла, һәр ваҡыт үтемле булыуына тағы бер дәлил был. Үҙебеҙ был байлыҡҡа иғтибар итеп етмәһәк тә, ситтәр "эксперименталь этника" тип атап, өзләүҙе, ҡумыҙ кеүек музыка ҡоралдарыбыҙҙы ҡулланыуҙан һис тартынмай.
Кимәл тигәндәй, ҡасандыр башҡорт эстрадаһы һәм рок-музыкаһы республика фестивале булараҡ, Башҡорт йәштәре иттифағы, "Йәшлек" гәзите тарафынан ойошторола башлаған "Урал моңо" бәйгеһенең хәҙер халыҡ-ара статусы ла, үҫеү, камиллашыу өсөн мөмкинлектәре лә бар. Әммә үткән һуңғы ике бәйгенең кимәленә ҡараһаҡ, үкенескә күрә, бының киреһен күрәбеҙ. Баһалама ағзаһы, Хакасияның халыҡ артисы Герман Танбаев та фестивалдең үҙ маҡсатынан бер аҙ тайпылып, көрсөккә терәлә башлауы тураһында әйтте: "Был минең шәхси фекерем, әммә һәр фестиваль үҙенең тарихында бындай этапты үтергә һәм башта ҡуйылған маҡсаттарҙы яңынан ҡарап, тейешенсә һығымталар яһарға тейеш. Йәштәр ижады тип атала икән, бәйгелә тап йәштәр мәҙәниәтенә, йәштәр субкультураһына бәйле тауыштарҙы ишетергә теләр инем, ә ундайҙар әлегә аҙсылыҡты тәшкил итә. Беҙ көслө тауыштарҙы айырып билдәләйбеҙ ул, шулай ҙа ижади ҡарашлы йәштәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырабыҙ. Етмәһә, глобалләшеү халыҡтарҙы ла, уларҙың милли мәҙәниәтен дә йота бара. Шуға ла беҙгә милли музыкаль байлығыбыҙҙы донъя мәҙәниәтенә сығарыу өҫтөндә эшләргә, ниндәйҙер мөхиткә яраҡлашҡан хәлдә лә, унда үҙ халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен индерергә бурыслыбыҙ. Талантлы йырсы донъяға халҡын таныта һәм күрһәтә алырлыҡ булырға тейеш. Дөйөм алғанда, төрки донъяһында был абруйлы фестиваль йәшәргә тейеш, быйылғы бәйге уға һулыш өҫтәренә өмөт итәм". "Урал моңо" конкурс-фестиваленең тағы бер изге маҡсаты - төрки халыҡтарын берләштереү, улар араһында дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыу. Яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән килгән 53 бәйгесе өсөн дә, ойоштороусылар өсөн дә, бәлки, быныһы мөһимерәк булғандыр ҙа. Айырым дәүләт булып йәшәп, телдәребеҙ айырылып торһа ла, беҙ бер тамырлы, туғандаш халыҡтар. Беҙҙең шатлыҡтарыбыҙ ҙа, хәл итәһе мәсьәләләребеҙ ҙә уртаҡ. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, быйылғы конкурстың төп үҙенсәлеге итеп иҫәпләнгән асыҡ һауалағы концерттағы етешһеҙлектәр ҙә, сит ил ҡунаҡтары сәхнәгә сығып, башҡортса иҫәнләшеп торғанда, алып барыусыларҙың фестивалдең атамаһын да башҡортса матур итеп әйтә алмауы, урынһыҙ шаяртыуҙары бөтөнләй әһәмиәтен юғалта кеүек. Шулай ҙа йәшлек, талант һәм дуҫлыҡ байрамының йөҙөнә тап төшмәһен өсөн бәләкәй генә етешһеҙлектәрҙе ваҡытынды күреп, дөрөҫ йүнәлеш алһаҡ ине.

Шулай итеп...
"Урал моңо - 2014" халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивалендә 1-се урынға Ҡырғыҙстандан Курал Чокоев менән Ҡырымдан Гүзәл Моратова; 2-се урынға Ҡырғыҙстандан Айбек Саралаев менән Тыва Республикаһынан Аржаана Куулар; 3-сө урынға Азербайжандан Улькер Алиева менән Башҡортостандан Зилиә Бәхтиева лайыҡ булды. Махсус приз - Ислам Сатыров (Ставрополь крайы) менән Айдаш Барынмааға (Тыва), Абай Әмирханов исемендәге диплом Мерген Тельденовҡа (Алтай), "Төрки традицион сәнғәтен популярлаштырғаны өсөн" дипломы Тюргэн Камға (Силәбе өлкәһе), "Традицияларға тоғролоҡ өсөн" дипломы Людмила Тукан (Молдова) менән Алымжан Абдуллаевҡа (Ҡаҙағстан) тапшырылды.

Дилбәр ХӘКИМОВА.


ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Курал Чокоев, Ҡырғыҙстан: "Урал моңо" бәйгеһендә ҡатнашып, бөгөнгө төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәте, йәшәйеше менән таныша алыуыма шатмын. Өфө ҡалаһының таҙа, төҙөк булыуы оҡшаны, иң мөһиме, беҙ башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һәйкәлен күрҙек. Шундай нескә итеп эшләнгән һәйкәлде тәүгә осратам, был мөһабәт һынға ҡарап, Салауатты тулыһынса күҙ алдына килтерергә була. Ҡырғыҙ милләтен берләштереүсе Манасты беҙ бөгөн дә телдән төшөрмәйбеҙ икән, башҡорт өсөн Салауат та шулай ҡәҙерле, ахыры.
Телдәребеҙҙең уртаҡлығын ғына түгел, холоҡтарыбыҙҙың бер үк икәнен тойоп йөрөйөм. Бынан күп быуаттар элек формалашҡан әхлаҡи-рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлай алғанбыҙ. Мәҫәлән, конкурста халыҡ йырын башҡарҙым, ул йәйләүҙәребеҙ, тауҙарыбыҙ, ерҙәребеҙгә дан йырлауға, әммә шул уҡ ваҡытта һөйгән ҡыҙыңа яратыуыңды белдереүгә бағышланған. Ереңә, һыуыңа мөхәббәтеңде ҡысҡырып әйтә алһаң да, гүзәл заттарға ҡарата һөйөү тойғоһо бер ҡасан да асыҡтан-асыҡ белдерелмәгән. Шулай ҙа башҡорт йырҙарының һағышлыраҡ икәнен аңланым, уларҙың ниндәйҙер бер эске йөкмәткеһе йөрәктәрҙе бөгөн дә тетрәндерер көскә эйә.

Мерген Тельденов, Алтай: Мин Улаган районында, теленгиттар йәшәгән төбәктә тыуғанмын, беҙ алтай теленең теленгит диалектында һөйләшәбеҙ. Этно-рок, фольк йүнәлешендә күберәк эшләйем, топшуур, ҡумыҙ, икили тип аталған халыҡ музыка ҡоралдарында уйнайым, "Теленгит" тип аталған этно-рок төркөмөн етәкләйем. Бындай эстрада конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнашам. Этник музыка бөтөн донъяла ҙур ихласлыҡ менән ҡабул ителә. Бөгөнгө заманда донъя музыкаһында һәр халыҡ үҙенең тауышын ишеттерергә теләй, ә быға тап этник йүнәлеште үҫтереү булышлыҡ итә. Ғөмүмән, төрки донъяһы музыкаһы дөрөҫ йүнәлештә үҫешә тип уйлайым, ҡайҙа ғына барһаҡ та - Австралияла ла, Японияла ла, Америкала ла үҙебеҙҙең фекерҙәштәрҙе осратабыҙ. Иң ҡыуаныслыһы, был йүнәлеш йәштәрҙе йәлеп итә, шуға әүҙем үҫешә лә. Башҡортостанда халыҡ музыка ҡоралдарында һәр егет уйнай белә, өзләү ҙә бик популяр икән, быға тиклем башҡорт донъяһын ишетеп кенә белһәм, хәҙер үҙем өсөн күп мәғлүмәт тупланым. Беҙ - һеҙҙе, һеҙ беҙҙе нимәгәлер өйрәтһәгеҙ, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып, артабан халҡыбыҙҙың музыка сәнғәтен үҫтереү өсөн ҡулланһаҡ, "Урал моңо" үҙенең маҡсатына өлгәште, тип иҫәпләргә була.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.14 | Ҡаралған: 1729

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru