«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
һай! һай! һай!
+  - 

ДҮРТ ЙӨҘ ҘӘ ҠЫРҠ ЙЫЛ...
Өфөгәме, әллә Өфө ҡәлғәһенәме?

Дүрт датаны - Рәсәй көнө, Ҡала көнө, Матбуғат көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуҙы берләштергән байрам саралары алдынан Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов журналистар өсөн ғәҙәти булмаған матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Сәй табыны янында барған һөйләшеүҙе шартлы рәүештә "Мэр менән иртәнге аш" тип тә атарға мөмкин ине. Әлбиттә, бындай мөхит үҙе үк көсөргәнеште кәметә һәм дуҫтарса аралашыу мөмкинлеген арттыра, шулай ҙа аш - аш урынында, эш - эш урынында.

Һөйләшеү рәсми булмаған шарттарҙа үтһә лә, барыбер ҙә рәсми һандарға мөрәжәғәт итмәй булмай. Ирек Ишмөхәмәт улы белдереүенсә, беренсе майға ҡарата Өфө ҡалаһы бюджетына 5 миллиард 156 миллион һум аҡса (115,8 процент) ингән. Шуларҙан үҙкилем 3 миллиард 603 миллион һум тәшкил итә. Ғөмүмән алғанда, өс йыл рәттән бюджет килеме арта бара. Бында үҙкилем дә, республика ярҙамы ла күҙәтелә. Бюджеттың сығым өлөшө - 6 миллиард 507 миллион һум. Былтырғы кимәл менән сағыштырғанда, 10 процентҡа күберәк. Иҡтисадтың аныҡ секторындағы динамикалы үҫеш эш хаҡы артыуына ыңғай йоғонто яһай. Эре предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләүселәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы ғинуар-майҙа 32 мең 870 һумға еткән. Был шулай уҡ былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 8,2 процентҡа күберәк.
Йылдың беренсе кварталында йәлеп ителгән инвестицияларҙың дөйөм күләме 3,1 млрд һумға еткән. Был былтырғы ошо осор күрһәткесенән 7 процентҡа күберәк. Әлеге ваҡытта ҡала территорияһында дөйөм хаҡы 167 миллиард һум самаһы тәшкил иткән 102 проект тормошҡа ашырыла. Улар дөйөм алғанда 19 мең эш урыны булдырырға тейеш. Өҫтәүенә, тағы ла 52 проект эшләнеү өҫтөндә һәм уның дөйөм инвестиция күләме 54 миллиард һум тәшкил итә. Улар тағы ла өҫтәмә рәүештә 5 мең эш урыны булдырасаҡ. Инвестицион проекттарҙың тормошҡа ашырылыуының ыңғай яғын эшһеҙлек буйынса рәсми рәүештә теркәлеүселәр һанының кәмеүе лә асыҡ күрһәтә: ул былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 802 кешегә кәмеп (11,8 процент), 6006 кеше ҡалған. Баш ҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеүсе ойошмаларында 1 июнгә ҡарата 21 915 вакансия теркәлгән. Былтыр был ваҡытта 12 мең вакансия булған. Хеҙмәт баҙарында эш тәҡдим итеүселәрҙең ҡырҡа артыуы ҡала иҡтисадының үҫешен тағы бер тапҡыр раҫлай.
Йыл башынан алып биш айҙа 158 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлөп, былтырғы күрһәткесте 1,5 процентҡа үтеп киткән. Барлығы 2011 - 2013 йылдарҙа Өфөлә 14 проблемалы йорт (алданған өлөшсөләр) төҙөлөшө тамамланған. Быйыл шундай 4 йорт төҙөлөшөнөң тамамланыуы планлаштырыла. Республика Хөкүмәте ярҙамы менән был мәсьәлә системалы хәл ителә һәм 2015 йылдың тәүге яртыһында был проблемаға нөктә ҡуйылыр тигән өмөт бар.
"Беҙ - алты йыл дауамында халыҡ үҫеше буйынса ыңғай динамикалы берҙән-бер миллионлы ҡала. Тыуым һаны үлем күрһәткесенән юғарыраҡ, - тип белдерҙе ҡала мэры. - Шулай уҡ халыҡ һаны үҫеүгә миграция сәйәсәте лә йоғонто яһай. Был йәһәттән икенсе йыл рәттән Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан баш ҡаланы даими йәшәү урыны итеп һайлап, күсенеп килеүселәр һаны арта. Мәғлүм булыуынса, бынан өс йыл элек "Өфө ҡалаһы - лайыҡлы йәшәү ҡалаһы" тигән лозунг ташлағайныҡ. Тимәк, был буш саҡырыу ғына булмаған, ә ғәмәлдә эшләй һәм халыҡ үҙенә лайыҡлы йәшәү урынын һайлай. Сөнки ҡалала төҙөкләндереү, уңайлы шарттар булдырыу буйынса күп эшләнә. Иң мөһиме - эре һәм урта бизнес даирәһендә ҡайнаусыларҙың аңында ҡырҡа үҙгәреш булып, улар теге йәки был объект төҙөгәндә уның тирә-яғын төҙөкләндереүгә лә аҡса йәлләмәҫкә кәрәклеген аңланы. Әлеге ваҡытта инвесторҙар ҡала хакимиәте менән берлектә ҡала инфраструктураһын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша".
Байрам тантанаһын баш ҡала шундай һәм башҡа бик күп өлкәләрҙә ыңғай күрһәткестәр һәм үҫеш менән ҡаршылай. Һәм, әлбиттә, мөмкинлектән файҙаланып, Ирек Ишмөхәмәт улы даими рәүештә һыҙыҡ өҫтөнә алған фекерен тағы бер тапҡыр ҡабатланы: "Ҡала көнө, тиһәк тә, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 440 йыллығын байрам итергә әҙерләнәбеҙ. Был дата рәсми юбилей түгел, шулай ҙа матур сара ойошторасаҡбыҙ. "Ни өсөн Өфө ҡалаһының түгел, ә Өфө ҡәлғәһенең 440 йыллығы?" - тигән һорауҙар һәм ошо тема буйынса бәхәстәр күп булды. Тағы бер тапҡыр шуға иғтибарығыҙҙы йәлеп итәм: беҙ үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙан, боронғо тарихыбыҙҙан оялырға тейеш түгелбеҙ. Тарихсылар Боронғо Өфө территорияһында биш ҡала булыуын билдәләй һәм улар рәсми теркәлгән. Уларға 1500 - 2000 йыл. Өфө ярымутрауында кешеләр борондан йәшәгән. Аҫаба башҡорттарҙың бында килеүе X-XI быуаттар сигендә теркәлә. Һәм беҙ бөгөн бер нисә теория йәшәүен, хәҙерге Өфөгә ысынлап та нисә йәш булыуын асыҡлау өсөн ошо һәм уның яҡын-тирәһендәге территорияла күп эштәр башҡарырға бурыслы икәнебеҙҙе аңларға тейешбеҙ.
Ата-олатайҙарыбыҙҙың, Рычковтың тикшеренеүҙәрендә ҡала-ҡәлғәгә нигеҙ һалынған 1574 йылда Иҫке Өфө урынында ҙур төрки ҡалаһы, уның урындағы халыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуы билдәләнә. XVIII - XIX быуаттарҙа Өфө ҡалаһы территорияһынан бик күп артефакттар Санкт-Петербугҡа ебәрелеүе бер кемгә лә сер түгел. Шуға күрә, ғалимдарҙың, белгестәрҙең оҙайлы бәхәсенән һуң, был датаны Өфө ҡәлғәһенең юбилейы итеп үткәрергә ҡарар ителде".

Шулай итеп...
Ҡала башлығы вазифаһын, ниһайәт, тарихҡа битараф булмаған, уны белгән, уға ихтирам менән һәм һаҡсыл ҡараған кешенең биләүе ҡыуандыра. Ләкин тарих менән бәхәскә инергә тырышыусылар ҙа юҡ түгел: ҡала урамдарындағы рекламаларҙа һаман да "Өфөгә - 440 йыл" тигән яҙыуҙар эленеп тороуын дауам итә...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.14 | Ҡаралған: 1631

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru