«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТ ОЛАТАЙЫБЫҘ БӘПӘНӘЙ ПОЛКЫНДА ҺУҒЫШҠАН
+  - 

1940 йылдың март аҙағы. Йылы сыуаҡ көн. Ауылдың ололары урам башында урынлашҡан колхоз келәте янына йыйылған. Атайым менән беҙ ҙә уларға барып ҡушылдыҡ. Бер аҙҙан күктә ал ҡыҙыл, зәңгәрһыу ҡыҙыл уттар күренә башланы. Нәҡ көслө ямғыр яуғандағы кеүек ялтлап-ялтлап китә. Үҙе тик төньяҡ-көнбайышта Сейәбар тауы офоғонда ғына. Шул ваҡыт ҡарттарҙың иң олоһо Әҙһәм бабай: "Уй, Алла! Был "ҡан яуыуы" бит. Ҡайҙалыр йыраҡта ҡан ҡойош бара, күрәһең", - тине. Ә бригадир Ситдыҡ еҙнә: "Эйе, нәҡ шул яҡта фин һуғышы бара бит", - тип ҡеүәтләне. Әҙһәм бабай: "Эй, был донъя, бер ҙә ҡан ҡойошһоҙ, ыҙғыш-талашһыҙ, һуғыш-ҡырылышһыҙ тормай шул. Ана, беҙҙең ырыу башы Ҡотсәләм олатай ҙа бит 1736-1740 йылдарҙа Ҡараһаҡал ихтилалында ҡатнашыусы Бәпәнәй Төрөпбирҙин полкында күҙәтеүсе булып, яралар алып, саҡ әйләнеп ҡайтҡан кеше булған..."- тип, бөтәбеҙҙе лә ауыҙына ҡаратты. "Шунан, шунан? Уның тураһында һөйлә әле, олатай", - тип төпсөнә башлағас, белмәгәндәр белеп ҡалһын, тиеп, һөйләп алып китте.

- Был хәл 1738 йылдың йәйендә Урал тауының көнсығыш ауылында Миндәк йылғаһы башындағы Сатра яланы (хәҙер уны Шантара Ҡарағайлы тип йөрөтәләр) йәйләүендә була. Бер көн һары таңда Дауыт ҡарттың әбейе тәһәрәт алырға тип аласыҡтан сыға. Шул саҡ яҡында ғына, йыуан ҡарт ҡайын артынан бер кеше башының берсә күренеп, берсә йәшенеүен шәйләп ҡала. Әбей ҡото осоп, тәһәрәтен дә бөтөрмәй, аяҡтунын күтәреп тота ла, аласыҡҡа инеп китә. Күп тә үтмәй, ҡулына суҡмар тотҡан Дауыт килеп сыға һәм: "Илһеңме, яуһыңмы, кем бар унда?"- тип оран һала. Шул саҡ ҡайын артынан: "Был мин, Дауыт ағай, Ҡотсәләм ҡустың... Тик мин инәнән тыума яланғасмын. Берәй аяҡтунмы, күлдәкме, еләнме килтер әле", - тип башын ғына күрһәтә. Ҡотсәләмгә бер аяҡтун, йоҡа сәкмән килтереп кейҙерәләр ҙә, аласыҡҡа йүнәләләр. Был саҡта ишек алдына әбейҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар йыйылып та өлгөргән була. Сәй эсеп, ул-был иткәс, йәйләүҙәге бөтә халыҡ йыйыла. Ошо йыйында Ҡотсәләм олатай үҙе менән ниҙәр булғанын бәйнә-бәйнә һөйләп бирә: "Беҙ бынан сығып киткәс тә Көркәк, Ҡырҡты, Ирәндек тауҙары буйындағы ҡышлауҙарға һуғыла-һуғыла, илен-халҡын урыҫтарҙың ҡыйырһытыуынан һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкә әҙер ир-егеттәрҙе үҙебеҙҙең төркөмгә ҡуша-ҡуша, ниһайәт, Бәпәнәй Төрөпбирҙиндең ғәскәрен барып таптыҡ. Бәпәнәй тәүге күрешеүҙән үк мине төҫмөрләп: "Һин әллә Теләүҙәрҙәнме?" - тип һораны. Мин уға: "Теләү үк түгел, әммә уларға сиктәш йәшәүсе Күбәләктәрҙән, Торһай аҫтындағы Оҙонгүл күле буйы башҡорттарынан", - тип яуапланым.
Артабан бер нисә бәрелештә лә ҡатнаштым. Бәпәнәй менән Ҡараһаҡал араһындағы бәйләнеш элемтәсеһе булып йөрөнөм. Ә аҙаҡ, сослоғом, абайлығым, яҡшы хәтерле булыуым һәм тәүәккәллегем арҡаһында күҙәтеүсе булып йөрөнөм. Аҙаҡ, ишетә беләһегеҙҙер, Яйыҡ буйындағы Аҡтүбәлә урынлашып, батша ғәскәрен ҡаршы алырға йыйындыҡ. Мине тағы ике иптәш менән ҡаршы яҡ ғәскәрҙәре тураһында мәғлүмәт алып ҡайтыу өсөн Яйыҡтың үренә ебәрҙеләр. Батша ғәскәрҙәре Олағор менән Оҙонғор тау һырттарының башы тирәһендә Яйыҡтың һул яҡ яры буйында Талҡаланан (Верхнеуральск) Себергә илтеүсе оло юл буйында туҡталған булған (тимәк, хәҙерге Науруҙ менән Ташҡая ауылдары араһындағы Ташлы яр тирәһе булып сыға). Ошо түбәгә етәрәк, унда аттарҙы, уҡ-һаҙаҡтарҙы һәм берәүебеҙҙе ҡалдырҙыҡ. Ә икебеҙ түбәнең ике яҡ ауышына йүнәлдек. Ҡая таштар араһында уңайлыраҡ урынды табып, оҙаҡ та ятманым, аңғармаҫтан мине эләктереп тә алдылар, сырмап алып та киттеләр. Убаның төньяҡ ауышына килтерҙеләр. Ҡараһам, ике иптәшем дә бәйле ултыра. Икеһе лә туҡмалған, береһе ҡан ҡоҫа. Китте һорауҙар-түпәләүҙәр. Бер аҙҙан һуң беҙҙең икебеҙҙе яр башына килтереп, инәнән тыума сисендерҙеләр. Ә ярға яҡын ғына урында "шеш" әҙер ине инде ("шеш" - ул ҡаҡ ағастан яһала. Ике аршын оҙонлоғондағы орсоҡто уртаһындағы ҡаҡҡыс бүлкәсенә тиклем ергә ҡағалар. Унан язаланыусыны арты менән шул шешкә ултырталар. Уның юғары осо кәүҙәнең эсенән үтеп, баш яғынан килеп сығырға тейеш була). Мине тотоп сырмарға килеүҙәрен шәйләгәс, янымдағы ике урыҫты йыға һуҡтым да, ҡаянан Яйыҡҡа һикерҙем. Түбәнгә осоп барғанда уң үксәнең яныуын ғына тойҙом. Һыу аҫтында йөҙөү минең өсөн ауыр түгел. Бер аҙ йөҙөп, бер ҡумырыҡ аҫтына инеп, үксәне ус менән ҡыҫып яттым. Бер аҙҙан: "Ҡотсәләм, сыҡ! Улар беҙҙе ҡурҡытыу өсөн генә сисендергәндәр икән. Сыҡ!"- тигән оранды ишеттем. Тағы бер аҙҙан: "Инәй! Уй Алла!"- тигән әсе тауыш ишетелде лә, тауыштар тынды. Ошо ҡумырыҡ аҫтында төн уртаһына ҡәҙәр яттым. Унан, көс-хәл менән йөҙөп, Яйыҡтың уң яҡ ярына үҙебеҙҙең яҡҡа сыҡтым. Көсөк ҡышлауҙары яғына ынтылдым. Ләкин көс юҡ, һыу үксәнән ҡанды күп һурған. Унан ҡайҙа атлап, ҡайҙа үрмәләп, ҡайҙа шыуышып, емеш-еләк, йыуа, бетлекәй, балтырғандарҙы һоғона-һоғона бына дүрт тәүлек тигәндә һеҙгә килеп еттем, Аллаға шөкөр",- тип һүҙен тамамлаған Ҡотсәләм олатай. Ә Ҡотсәләм олатайҙың ҡырҙа йөрөүе арауығында бына ошо Оҙонгүл ауылы барлыҡҡа килгән дә инде. Уға Көсөкбай, Әмин-Тәзәк, Әсәт, Дауыт, Йосоп олатайҙар нигеҙ һалған. Уларға Ҡотсәләм олатай, һуңыраҡ Әптел, Һары икмәктәрҙең Ғиззәтуллаһы һәм Абҙаҡ яғынан Ишемдәр килеп ҡушылып, төрлө баҫҡынсыларға ҡаршы тора алырлыҡ ауылға әүерелгән. Бер йыл үткәс, Ҡотсәләм олатай Теләүҙәр ырыуы Тағараҡ (Алтыаяҡ) ауылы ҡыҙына өйләнә. Шулай итеп, беҙҙең Ҡотсәләмдәр ырыуы сылбыры башланып китә, - тип һүҙен бөтөрҙө Әҙһәм бабай. Бөгөн Оҙонгүл ауылында йәшәүселәрҙең күпселеген Ҡотсәләмдәр ырыуы нәҫелдәре тәшкил итә. Шулай уҡ Һары икмәктәр, Әптелдәр, Ишемдәр, Дауыттар ырыуы нәҫелдәре йәшәп ята. Ошондай матур тарихтарҙы үҙебеҙ менән алып китеп, быуындар бәйләнеше өҙөлөүгә сәбәп булмайыҡ, уларҙы балаларыбыҙға һөйләй йөрөйөк, тип әйтергә теләгәндән яҙҙым был хәтирәне.

Ишмөхәмәт РАМАҘАНОВ.
Учалы районы Оҙонгүл ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.08.14 | Ҡаралған: 1898

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru