«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘРЕБЕҘ ҮҘ ТЕЛЕБЕҘҘӘ ЙЫРЛАҺЫН
+  - 

Йәйҙең иң сағыу тамашаларының береһе - "Бөйөк дала" III Асыҡ республика башҡорт рок-фестивале тамашасының хәтерендә ниндәй булып һаҡланасаҡ?

Лариса МӘМБӘТОВА, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе: "Бөйөк дала" башҡорт рок-фестиваленең төп маҡсаты булып милли рок йүнәлеше традицияларын үҫтереү, рок жанрында ижад итеүсе музыкаль коллективтарға, төркөмдәргә ярҙам итеү һәм, әлбиттә, уларҙы бер ҡорға йыйыу, берләштереү тора. Йылдан-йыл уның уның ҡатнашыусылары ла, тамашасылары ла арта. Өфө, Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарынан ғына түгел, Ҡаҙағстан Республикаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән килгән коллективтар һәм солистарҙың сығышын 4-5 мең тирәһе тамашасы ҡараны. Фестиваль уларҙың барыһының да күңелендә матур һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырыуына шигем юҡ.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында республиканың бар райондарында ла рок төркөмдәре күпләп барлыҡҡа килгәйне. Йәштәрҙең рок музыкаһы аша үҙенең тауышын ишеттереү теләге көслө булғандыр. Башҡорт эстрадаһы күгендә бер-бер артлы "Каруанһарай", "Дәрүиш", "Ант", "Аҡйондоҙ", "Рух" рок төркөмдәре ҡабынды, был йүнәлеш ярайһы ғына үҫеш тә алғайны. Тора-бара райондарҙа эшләп килгән төркөмдәр юҡҡа сыҡты. Шуға ла башҡорт рогы йүнәлешен йәнләндереү эшмәкәрлеген башлап ебәреү өсөн быйыл фестивалгә Урал аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтарын, уларҙың урынбаҫарҙарын, мәҙәниәт бүлеге етәкселәрен, мәҙәниәт йорттары директорҙарын саҡырҙыҡ. Әлегә тиклем Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Ҡаҙағстан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итһәк, киләсәктә "Ҡурай" телеканалы менән берлектә проект булдырып, Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә көн итеүсе башҡа төрки телле халыҡтарҙы саҡырып, "Бөйөк дала" фестиваленең статусын үҫтереү теләге бар. Шуға ла республика райондарында ла рок йүнәлеше алға китһен, уға йәштәрҙе, балаларҙы ылыҡтырырға ине. Мәҫәлән, районыбыҙҙың "Рух" төркөмө бөгөн дә бик популяр, уны бар башҡорт йәштәре лә яратып тыңлай. Хәҙер беҙҙә уларға лайыҡлы алмаш булырҙай йәштәр күп, "Аҡъяр" тип аталған төркөмдө тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Иң мөһиме, өсөнсө тапҡыр ғына үтеүенә ҡарамаҫтан, "Бөйөк дала" фестивале бер урында тапанмай, ул үҫеш юлында. Тамашасыға ҡыҙыҡлы булһын өсөн, сараны төрләндерергә тырышабыҙ. Былтыр байкерҙарҙы, Сибайҙан "Ҡара дракон" клубын саҡырғайныҡ. Быйыл байкерҙарҙың һанын арттырҙыҡ, улар Сибай, Баймаҡ, Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан килделәр һәм яҡшы итеп сығыш яһанылар. Орск ҡалаһының авиация клубы сығышы, ошо уҡ ҡаланың утлы акробатик-экстремаль шоуы фестивалде йәнләндереп ебәрҙе. Халыҡ ял итте, бейеп, күңелен асты.
Шулай ҙа "Бөйөк дала" башҡорт рок-фестиваленең үҙенсәлеге - был сарала тере тауыш ишетергә мөмкин, уны тыңлаған һайын тыңлағы килеп кенә тора. Ике йыл рәттән махсус аппаратураны арендаға алһаҡ, быйыл район хакимиәте Мәскәүҙән ҡорамалдар, музыка ҡоралдары һатып алды. Йәштәребеҙ үҙебеҙҙең йырҙарҙы тыңлаһын, ижад итһен, илһөйәр булып үҫһен, ә беҙ үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнсә быға ярҙам итәсәкбеҙ.

Ләйсән ДАЯНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.14 | Ҡаралған: 1438

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru