«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Мәктәбегеҙ яңы уҡыу йылына ниндәй әҙерлек менән килә? Хәл ителә алмай ҡалған мәсьәләл
+  - 

Әлфир ҒАЙСИН, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры: Яңы уҡыу йылын тулы әҙерлек менән ҡаршылайбыҙ. Быйыл гимназияны 156 бала тамамлап сыҡҡайны, һөҙөмтәләр, йылдағыса, бик ҡыуандырҙы: ошо уҡыусыларыбыҙҙың 90-95 проценты самаһы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Һигеҙенсе класҡа республикабыҙ райондарынан барлығы 160 бала (шуларҙың унлабы - Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән) ҡабул ителде. Уҡыу йорто корпустарына, класс бүлмәләре һәм кабинеттарға тулыһынса ремонт эшләнде, улар тейешенсә йыһазландырылды. Ә шулай ҙа иң ҙур яңылығыбыҙ шул: "Урал" хәйриә фонды ярҙамында гимназия-интернат биләмәһендә 60 миллион һумға бына тигән ҙур спорт комплексы төҙөлдө, "Шоңҡар" тигән ҡанатлы исем бирҙек уға. 540 һәм 300 кв.метр майҙанлы заманса йыһазландырылған ике залы бар. Әле унда спорт йыһаздарын ҡабул итеү һәм урынлаштырыу, шулай уҡ комплекстың эргә-тирәһен төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Объект яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер, ул ошо көндәрҙә тантаналы рәүештә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Быйыл матбуғатта уҡыусылар формаһы тураһында күп һүҙ алып барылды, ләкин беҙҙең өсөн был йәһәттән бына 8 йыл инде бер ниндәй проблема ла юҡ. Сөнки беҙ күптән үҙ формабыҙҙы булдырғанбыҙ: үҫмерҙәр ҡара костюм, аҡ күлдәктә, ә ҡыҙҙар элекке классик стилдә - яғаһы, ең остары аҡтан тегелгән күлдәк һәм аҡ алъяпҡыста йөрөргә күнеккән. Ә бына спорт формаһын һәр класс үҙенсә фасон һәм биҙәлештә хәл иткән. Футболкаларының түшенә һәм арҡаһына баланың исем-фамилияһы яҙылған. Уҡыу әсбаптары, дәреслектәр менән дә бер ниндәй проблема юҡ, фәҡәт бөтөн көстө тырышып уҡырға йүнәлтергә генә ҡала.

Фәнил НУРИЕВ, Республика Башҡорт лицей-интернаты директоры: Нисек кенә үкенесле факт булмаһын, әммә яңы уҡыу йылын беҙгә үҙ бинабыҙҙа түгел, ә былтырғы кеүек үк, 5-се ҡала һөнәрселек училищеһына "өйҙәш" булып ҡаршыларға тура килә... Беҙҙең уҡыу корпусы авария хәлендә тип табылһа ла, ремонт мәсьәләһен һаман булһа хәл итә алмайбыҙ. Республиканың Мәғариф министрлығына ла, хатта унан юғарыраҡ кимәлдәргә лә мөрәжәғәт итеп ҡарауыбыҙ әлегә яуапһыҙ ҡала килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яңы уҡыу йылын яҡты өмөттәр бағлап ҡаршылайбыҙ, сөнки фиҙаҡәр эш һөҙөмтәләре үҙ емешен биреп тора. Күптән түгел булып үткән август кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, БДИ һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең лицей күрһәткестәре иң яҡшыһы! Уҡыусы балалар, уларҙың ата-әсәләре араһында ла лицей ҙур абруй менән файҙалана, беҙҙең мәктәпкә инергә теләүселәр сират тора - был да эшебеҙгә аныҡ баһа. Йыл һайын 7-се синыфҡа өсәр класс уҡыусы туплана. Улар математика, рус, башҡорт һәм сит телдәрҙән үткәрелеп килгән полиолимпиада һөҙөмтәләре нигеҙендә һәм балаларҙың дөйөм өлгәш кимәле, портфолио мәғлүмәттәренә ҡарап һайлап алына. Быйыл, мәҫәлән, бындай олимпиадала 3 меңгә яҡын бала ҡатнашты. Балаларҙың йәшәү шарттарына килгәндә иһә, ятаҡ, дөйөм туҡланыу мәсьәләләре буйынса зарланырлыҡ сәбәптәр юҡ, тиер инем. Мәғлүм булыуынса, беҙҙең лицей сит телдәр өйрәнеүгә, төп дисциплиналарҙы инглиз телендә уҡытыуға йүнәлеш тота, шуға күрә аҙаҡ аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн ата-әсәләр ошо предметтан өҫтәмә дәрестәр, факультатив сәғәттәр кәрәклеге тураһында ла хәбәрҙар булырға тейеш, тимәксемен.

Рәшиҙә МОСТАФИНА, Өфө районы Шамонин дөйөм белем биреү мәктәбе директоры: Белеүегеҙсә, мәктәбебеҙ әле өр-яңы, беҙ унда ни бары дүртенсе уҡыу йылыбыҙҙы ҡаршылайбыҙ. Шуға күрә әллә ни ҙурҙан ҡубып ремонт эштәренә тотонорға тура килмәһә лә, кәрәк урындарын буяп, йыуып, тәҙрәләрҙе ялтыратып ҡуйҙыҡ - балаларҙы матур, яҡты, йәмле класс бүлмәләре көтә. Яңы уҡыу йылына әҙерлек нигеҙҙә шунан ғибәрәт булды: 1-се класҡа кескәйҙәрҙе ҡабул итеү эше менән шөғөлләндек. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл беҙҙең мәктәпкә 100 бала тәүләп аяҡ баҫасаҡ! Беренселәр генә лә, тимәк, тотош дүрт класс, тигән һүҙ, ә шуның икәүһе башҡорт класы буласаҡ. Башҡорт телен уҡытыу, милли кластар асыу йүнәлеше һаҡланасаҡ. Сөнки балаһын тап ошо кластарға бирергә тырышып тороусы ата-әсә байтаҡ булып сыҡты. Үҙебеҙҙең уҡытыу тәжрибәһенән дә күренеүенсә, башҡорт кластары ҡайһы яғы менәндер барыбер айырылып тора: балалар тыңлаусан, тәртипле, иманлы. Был әлеге ата-әсәләрҙең дә фекере. Туған тел, мәҙәниәт һәм сәнғәтебеҙ буйынса үткәрелеп килгән һәр төрлө конкурстар, байрамдарҙа ихлас ҡатнаша беҙҙең уҡыусылар. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурстарында, "Байыҡ" балалар бейеү бәйгеһендә ҡатнашып, һайлап алыу турҙарын уңышлы үтергә, илһамланып сығыш яһарға насип булды балаларыбыҙға. Үҙҙәре, үҙҙәренән бигерәк ата-әсәләре бик ҡәнәғәт ҡалды. Шуны ла әйтеп китеү кәрәктер: Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә һәләтле балалар менән эш буйынса тәжрибә майҙансығы программаһын тамамлап, икенсе йүнәлештә - уҡытыуҙа электрон саралар ҡулланыу буйынса эш башланыҡ.

Илдар МОТАЛОВ, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры: Уҡыу йылына әҙерлекте район комиссияһы килеп тикшерҙе һәм ыңғай баһа бирҙе. Уҡыу әсбаптары, дәреслектәр етерлек, тик бына мәктәбебеҙҙең компьютер паркын яңыртыу талап ителә - быныһын, әлбиттә, тиҙ арала ғына хәл итеп булмаҫтыр, ахыры...
Яңы уҡыу йылында яңылыҡ булырҙай тағы шул хәбәрҙе әйтеп китер инем: быйылдан беҙ ата-әсәләр теләге буйынса ике йүнәлештәге профилле кластар булдырҙыҡ. Физика-химия һәм социаль-гуманитар фәндәрҙе тәрәнерәк өйрәнеүгә күсәсәк өлкән класс уҡыусылары, сөнки, һуңғы йылдарҙағы күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, беҙҙең гимназияны тамамлаған йәштәрҙең күбеһе медицина һәм хоҡуҡ йүнәлешендәге һөнәрҙәрҙе һайлай. Әйткәндәй, балаларҙы социаль-гуманитар йүнәлеш буйынса әҙерләүҙә ең һыҙғанып эшләүсе егәрле уҡытыусыбыҙ - тарих фәндәре кандидаты Наил Әминевтың фиҙаҡәр хеҙмәтенә баһа биреп китеүҙе кәрәк тип табам. Ғөмүмән, гимназиябыҙҙа әҙерлекле, тәжрибәле кадрҙар эшләй, был йәһәттән проблемалар юҡ. Шуғалыр ҙа, күрәһең, ҡайһы бер алыҫыраҡ йәшәгән ата-әсәләрҙең дә балаларын беҙҙең гимназияға бирергә тырышып тороуы бер ҙә ғәжәп түгел. 1-се класҡа 90 бала ҡабул иттек. Был, бер яҡтан, ҡыуаныслы, әлбиттә, тик мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: урын етешмәй. Нисек кенә булмаһын, былар яйлап хәл ителер, иң мөһиме - гимназия балаларға төплө, заманса белем биреү, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә әҙер.

Гөлназ ӘХМӘҘИЕВА, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры: Үҙ көсөбөҙ менән ремонт эштәре үткәрҙек. Бигерәк тә ата-әсәләрҙең фиҙаҡәр тырышлығын күреү ҡыуаныслы: кабинеттарҙы, класс бүлмәләрен буяп, тәртипкә килтереп, йыһазландырыуҙа уларҙың ярҙамы бик ҙур булды. Йәй буйы 1-се класҡа киләсәк балаларҙың документтарын ҡабул иттек, ата-әсәләре, кескәйҙәрҙең үҙҙәре менән аралаштыҡ: быйыл 130 бала мәктәбебеҙ тупһаһына тәүләп аяҡ баҫасаҡ. Мәғлүм булыуынса, быйыл октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тула. Беҙҙең гимназия арҙаҡлы яҙыусының исемен лайыҡлы йөрөтә, тип әйтә алам. Был юбилейға әҙерлекте беҙ күптән башланыҡ. Октябрҙә Мостай Кәрим һәйкәле янында уның әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡып, флеш-моб үткәрергә ниәтләйбеҙ. Күренекле дата айҡанлы был сараға халыҡ шағирының ижадын һөйөүселәрҙе лә саҡырабыҙ.
Яңы уҡыу йылын башлап ебәргәндә үткән уңыштарҙы барлап алыу ғәҙәте лә бар. Беҙ хаҡлы рәүештә үҙебеҙҙең йәш шашкасыларыбыҙ, Европа беренселеге призерҙары - Рәсәй чемпиондары Марсель Шәрәфетдинов, Ридан Сафин, Айҙар Дәүләтов, Кристина Осипова менән ғорурланабыҙ. Быйыл июндә улар икенсе йыл рәттән шашка буйынса Сочи ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй беренселегендә чемпион титулын яулап ҡайттылар. Улар Рәсәйҙә иң көслө тренер Александр Мельниковтың тәрбиәләнеүселәре.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.14 | Ҡаралған: 1939

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru