«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕРҘӘМ САФТАРҘА МӘСКӘҮ БАШҠОРТТАРЫ ЛА АТЛАНЫ
+  - 

Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы "Беҙ берҙәм" лозунгыһы аҫтында илһөйәрҙәр сафы тантаналы рәүештә Мәскәү урамдары буйлап үтте. Был сараға бөтәһе 75 меңгә яҡын кеше ҡушылды.

Унда Рәсәй парламенты партияларының бөтә лидерҙары ла - сәйәси дәғүәселәр: Дәүләт Думаһы вице-спикеры, "Берҙәм Рәсәй"ҙең Генераль советы секретары Сергей Неверов, "Ғәҙел Рәсәй" партияһы рәйесе Сергей Миронов, ЛДПР лидеры Владимир Жириновский һәм КПРФ лидеры Геннадий Зюганов тәү тапҡыр бергә ҡатнаштылар. Бынан тыш, тантанала Рәсәйҙең күпселек төбәктәре, милли республикалар вәкилдәре һәм баш ҡалала йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың яҡташлыҡ ойошмалары, шул иҫәптән Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташлыҡ йәмғиәтенең 400-ҙән ашыу ағзаһы ҡатнашты.
Акция милләте, йәшәгән урынына ҡарамаҫтан, рәсәйҙәрҙең берлеге, милләт-ара татыулыҡ һәм теләктәшлек рухында үтте. Ул шулай уҡ тышҡы сәйәси ҡатмарлыҡтар осоронда Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтенә ышаныс белдереү ҙә ине. Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташлығы милли республикалар вәкиллектәре сафында атлаусы иң күп һанлы төркөм булды. Башҡортостандың Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһының 200-ҙән ашыу ағзаһы, шулай уҡ Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ Башҡортостан флагтары һәм "Рәсәй төбәктәре менән көслө", "Беҙ берҙәм", "Путин - беҙҙең президент", шулай уҡ "Күмәк ағас дауылдан ҡурҡмаҫ" тигән һәм башҡа шундай башҡорт мәҡәл-әйтемдәренең русса тәржемәһе яҙылған лозунгылар тотоп, ҡурай моңдары яңғыратып, баш ҡала урамдарынан үтте.
"Көнбайыш бөгөн Рәсәйҙе ныҡлыҡта һынай, ләкин беҙ быға үҙебеҙҙең берҙәмлек, татыулыҡ менән яуап тоторға бурыслыбыҙ, - ти "Башҡортостан яҡташлығы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы ағзаһы Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Римма Ҡарасурина. - Был тап башҡорт әкиәтендәге кинәйә - һепертке һымаҡ: уны берәмләп һындырыуы бик еңел, ә бөтәһен бергә - мөмкин түгел. Бөгөн беҙгә милләтебеҙгә, тотҡан динебеҙгә, ағза булып торған партиябыҙға ҡарап, бүлгеләнмәҫкә, төптән берҙәм булып йәшәргә кәрәк".

Алевтина КРЫЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.14 | Ҡаралған: 1744

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru