«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕҘ ТҮҘЕМЛЕ ЛӘ УЛ, Ә БАШҠАЛАР?
+  - 

Түҙемлек, тигәндән, беҙҙең башҡортта инде ул ундай хазина! Тап шул арҡала, йәғни республикаға исем биргән халыҡтың түҙемле булыуы арҡаһында (хәҙер инде уны толерантлылыҡ тиҙәр) башҡа милләт вәкилдәре өсөн йәннәттер ул беҙҙең Башҡортостаныбыҙ.

Элек-электән түҙемлелек, киң күңеллелек күрһәткән, толерантлы булған халҡым һәм был әлеге көндә лә шулай дауам итә. Күңелдең киңлеге шуға тиклем барып еткән ки: бөгөнгө көнгә аҫаба башҡорт ерендә йәшәп ятҡан милләттәр һаны 160-ҡа тулып киткән, имеш! Ҡайһы берәүҙәр был мәғлүмәтте оло ҡаҙаныш күреп, яйы сыҡҡан һайын миҙал йә флаг урынына болғарға ярата. Шул уҡ ваҡытта улар бер нәмәне иҫәпкә алмай: ана шул үҙ ерендә һәм үҙ ере хаҡына күпте күреп, күпте кисергән халыҡҡа ҡарата мөнәсәбәттең түҙеп торғоһоҙ була барыуы ғына һис борсомай маңҡорттарҙы. Башҡорт халҡының ҡанлы һәм дә ҡаһарман тарихы биттәрен һанламау, уның аҫабалыҡ хоҡуғын, шуға дәлил мәғлүмәттәрҙе әйләнгән һайын юҡҡа сығарырға маташыуҙар, тарих ҡатламдарында ҡалған эҙҙәрҙе нисек тә юйырға, бысраҡҡа буярға тырышыуҙар бер ҙә генә халҡыма ҡарата толерантлы мөнәсәбәт тураһында һөйләмәй. Тарихи мәғлүмәттәрҙе күҙгә элмәйенсә, ҡоро инҡар итеүгә ҡоролған фараздарын берҙән-бер дөрөҫ ҡараш, "һуңғы инстанция" тип раҫларға маташыуҙар иң дөрөҫө була инде, улайһа?
Бер-береңә түҙемле, ихтирамлы булыумы, сабырлыҡ күрһәтеүме - толерантлыҡ төшөнсәһен нисек кенә әйләндереп, нисек кенә тулғандырма, уға ниндәй генә синонимдар эҙләмә - әгәр ҙә был күп милләттәр йәшәгән төбәк эсендәге бер йә бер нисә генә халыҡҡа хас сифат икән, тимәк, был түҙеү, биткә төкөрөүҙе ҡабул итеү, йәғни күнеү тип атала. Ә толерантлыҡ - ул күп ҡырлы булһа ғына үҙ-ара ихтирамды аңлата. Толерантлы булыу-булмауҙың төбөндә бер ғиллә ятыуын да шәйләмәй булмай. Һәр кем толерантлы була алмай. Күңеле керһеҙ, изгелекле, яҡты уйлы, иманлы һәм дә тәбиғәте менән юғары мәҙәниле Аллаһ балалары өсөн генә хастыр был сифат, үәт! Ахырҙа шулай тип күңелде йыуатырға ла, бөтөн был ығы-зығыға сал тарихлы милләттәргә генә хас олпатлыҡ, зирәклек, уйсанлыҡ, бөйөклөк үрҙәренән күҙ ташлап, көлөмһөрәп ҡуйырға ғына ҡала, күрәһең, халҡыма...

Фәтих МУЛЛАҒОЛОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.01.15 | Ҡаралған: 1729

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru