«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҪАЛЫ БАЛАҪ ҺУҒАЙЫҠ!
+  - 

Миәкә районында үткән "Аҡмулла нәсихәттәре" республика фольклор байрамы барышында район мәҙәниәт йорто фойеһында оҫтабикәләр араһында "Күҙ теймәһен ҡулыңа!", ә маһир ир-егеттәрҙең "Беләгеңә көс-ҡеүәт!" тип аталған күргәҙмәләрендә барыһы 30 кеше ҡатнашты. Башҡорт халҡының ижади маһирлығын ауылдарҙа, оло йәштәге инәйҙәр менән аралашҡанда күреп булыуына тағы бер ҡат инандырҙы был сара.

Бөгөн баҙарҙа йәнең теләгән нәмәне зауығыңа ҡарап һайлап алырға мөмкин булған заманда күптәр ыҙалап, күҙ нурын ҡалдырып, ҡул эштәре менән булышып ултырырға теләмәй. Йәштәр үҙҙәре тегеп, бәйләп, сигеп ултырғансы, бөтә кәрәкле әйберҙе һатып алыуҙы хуп күрә. Ә бына оло быуын кешеләре ғүмер буйына яратып тотҡан шөғөлдәрен ташларға ашыҡмай. Шундай оҫтабикәләрҙең береһе, Миәкә районы Ҡолтайҡаран ауылынан Зөбәржәт Йәнекәйеваның һуғылған аҫалы балаҫтар тураһында һөйләгәндәре үтә фәһемле тойолдо.
- Миңә күп йәштәштәрем кеүек үк мәктәптә оҙаҡ белем алыу эләкмәне, һигеҙенсе синыфты тамамлағас та эшкә сығырға тура килде, - ти Зөбәржәт апай. - Шуға күрә, ун алты йәшемдән алып балаҫ һуғам, әле лә яратҡан шөғөлөмдән айырылғаным юҡ, тип әйтер инем, быйыл ҡышҡыһын ғына туҡтап торҙом. Юғиһә, быға тиклем йылына дүртәр балаҫ һуғып һата инем. Башҡорт балаҫтары биҙәктәренең төрлөлөгө, сағыу төҫтәр ҡулланып эшләнеүе менән күҙҙең яуын алып тора. Мин был күргәҙмәгә алып килгән алты балаҫыма сәскә биҙәге, батмус аҫаһы, төшөргәнмен, ҡалған оҫтабикәләр япраҡлы батмус, самауыр тояғы, ромб формаһындағы биҙәктәр һалып һуҡҡандар. Әле ҡарап торам да, һарыҡ йөнөн буяп, аҫалы балаҫ һуғыусылар әле лә районыбыҙҙа күп икән, тигән фекергә киләм. Әҙер иләнгән ептәрҙән һуғылған балаҫтарҙың сифаты ҡайтыш булыуын яҡшы белгән оҫтабикәләр, ни тиклем генә ауыр булмаһын, элекке традицион ысулдарҙы ҡулланып эшләүен дауам итә.
Был һөнәргә мин күрше әбейҙән өйрәнеп ҡалғайным, Өфөлә йәшәүсе Зөһрә ҡыҙыма бар оҫталығымды тапшырырға тырыштым. Хәҙер ул минең эшемде дауам итә - аҫалы балаҫтар һуға, дебет шәлдәр бәйләй, Аллаға шөкөр. Ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар борондан килгән шөғөлөбөҙҙө өйрәнеп ҡалырға бик үк теләк белдереп бармай. Беҙҙең быуынға инде заманаһы шулай тура килеп, әйберҙе баҙарҙан алыр урынға, үҙебеҙ яйын күреп эшләргә өйрәнеп, шуларҙы һатып, балаларҙы ҡарарға, уҡытырға аҡса таба инек. Мин был аҫалы балаҫтарҙан тыш, дебет шәл дә бәйләргә, сигеү сигергә лә, кейем тегергә лә маһир булдым. Тик, ҡыҙғанысҡа күрә, сүпләм эшләргә генә өйрәнмәнем. Сүпләмде лә балаҫ һуғыу станогы ярҙамында эшләгәндәр борон, бер-нисә өлгөһө һаҡланып ҡалһа ла, уны һуға белеүселәр юҡ. Ҡиммәтле һәм зауыҡлы заманса балаҫтарҙы һатып ҡына алабыҙ, тигән фекерҙә булған йәштәрҙе нисек тә булһа был уйҙарынан баш тарттырырға ине. Оҫталыҡ ҡандан бирелһә лә, ҡул эштәре менән булышырға теләмәгән милләттәштәр киләсәктә маһирлығын юғалтып, ошоноң кеүек боронғо шөғөлдәрҙең серҙәрен онотоп бөтөп ҡуймаһын ине...

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.01.15 | Ҡаралған: 1717

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru