«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАРА БӘХЕТ ТӘ БУЛАМЫ?
+  - 

Ваҡлашыу тип һанамаһығыҙ, һәр төрлө тантаналар айҡанлы бер-беребеҙгә матур теләктәр белдереү, ҡотлауҙар хаҡында булыр һүҙем, сөнки үҙ башыңа төшмәй тороп, тәбрикләү һүҙҙәре тураһында әллә ни уйланмайбыҙ икән, тигән фекергә килдем.

Шулай бер көн бик тә ихтирам иткән әхирәтемде "түңәрәк кенә" юбилейы менән башҡортса гәзиттәребеҙҙең береһе аша ҡотларға булдым. Республикала ярайһы билдәле, талантлы, аҡыллы ҡатын ул. Әллә уның шәхесе алдында баҙаным, әллә гәзиткә яҙыу талапсанлыҡ талап итте минән - күңелгә үтеп инерҙәй матур һүҙҙәр килмәй ҙә ҡуя бит башҡа... Нимәләр генә яҙһам да, аҙ булыр төҫлө. Һис килештерә алмағас, һеңлемә мөрәжәғәт итергә булдым. Ни тиһәң дә, башҡорт теле уҡытыусыһы бит әле ул, тием инде үҙемсә. Уның ҡарауы, һеңлекәшем оҙаҡ баш ватып маташманы: биш минут үтеүгә, бер бит ҡотлау тексы алдымда ята ине. Шатланып ҡулға алдым да ул, тик уҡып сыҡҡас, үҙемдең тәүҙә уйлаған ҡотлау һүҙҙәрем күпкә яҡшыраҡ икәнен тойҙом. Һеңлем, ризаһыҙлығымды күреп: "Һуң, апай, шунан да яҡшыраҡ нимә яҙаһың, был ҡотлауҙы бит мин былтырғы гәзиттәрҙән күсереп алдым, журналистарҙан да арттырып булмаҫ инде, үҙең яҙ, улайһа", - тип кенә ҡуйҙы.
Дөрөҫөн әйткәндә, журналистар шәберәк тә яҙыр ине лә, тик ҡотлау тексын тәбрикләүсе кеше үҙе яҙа, баҫтырып сығарыу өсөн аҡсаһын түләй, шуғалыр ҙа, күрәһең, редакция тексҡа төҙәтмәләр индерә алмайҙыр, тип уйлайым. Тик хаталы булмауы ғына шарттыр. Юғиһә, бындай ҡотлауҙарҙа улар "аҡ бәхеттәр " тигән һүҙбәйләнеште ҡулланмаҫ ине, сөнки шундуҡ һорау тыуа бит: "ҡара бәхет" тә буламы ни улайһа?
Унан, телгә маһир хәбәрселәр юбилярҙы "төргөләп" тә маташмаҫ ине ул. "Яҡындарыңдың һөйөүенә төрөнөп йәшә" тигәнде, нисектер, ҡабул итә алмайым. Өшөгәндә, һыуыҡтан ҡалтыранғанда, мунсанан сыҡҡанда төрөнөргә була, ә бына ҡотлағанда... "Ҡурай моңондай оҙон ғүмер" теләү ҙә кемдеңдер еңел ҡулынан ҡалыпҡа әйләнеп китте, ниһайәт. Яҡын кешеләреңде ҡотлағанда, кемдер әйткән, уйлап сығарған әҙер ҡалыпты түгел - улар, бәлки, матур тойолһа ла, - ә үҙеңдең йөрәгеңдән урғылған изге теләктәреңде еткереү күпкә мөһимерәктер, тигән фекергә килдем мин. Шулай түгелме ни? Ғөмүмән, телмәребеҙҙе байытырға тырышайыҡ, тимен. Ә уның өсөн күберәк бер-беребеҙ менән аралашырға, китаптар уҡырға, әсәйҙәребеҙ лөғәттәрен иҫкә төшөрөп торорға кәрәктер...

Фәрзәнә МӘРҘӘНШИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.15 | Ҡаралған: 2215

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru