"Киске Өфө" гәзите хаҡында "Ул заманыбыҙ менән бергә атлай, был уларҙың көнүҙәк темаларында ла бик асыҡ сағыла", тиһәм, уны алдырып уҡыусылар минең менән килешер, моғайын. Гәзиттә баҫылған мәҡәләләр ҡыҙыҡлы һәм фәһемле, шуға күрә ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр "Киске Өфө"нө даими уҡып бараларҙыр, тигән фекерҙәмен.
Бына мин дә гәзитебеҙ сығыштарына битараф булмаған ана шундай уҡыусыларҙың береһе булараҡ, уҡып ҡына ҡалмай, ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр булдым хатта. Хат яҙыуымдың сәбәбе - күптән түгелге һандарҙың береһендә Фирүзә Ишбирҙина тигән автор күтәргән мәсьәлә. Атап әйткәндә, уның "Йыр тыңлағы килә - йөрәктән сыҡҡанын" (№2, 2015) тигән мәҡәләһе тураһында бара һүҙ. Мин автор фекерҙәре менән тулыһынса килешәм, бик дөрөҫ яҙылған. Үҙ йырҙарын башҡарыусы авторҙар хаҡында ла бик дөрөҫ әйтә Ф. Ишбирҙина. Йырсы йәки композитор булыр өсөн музыка мәктәбендә, артабан 4-5 йыл сәнғәт колледжы йә институтында уҡырға кәрәк икәнлеге билдәле бөтәбеҙгә лә. Ә хәҙер кем теләй (әллә түләй?) - шул ҙур сәхнәләрҙән тороп йырлай. Ярай, йырлаһындар ҙа, ти: кешенең ауыҙын томалап булмай. Ә бына башҡарған йырҙары ниндәй һуң - һүҙ бит шул хаҡта бара. Элек сәнғәт әҫәрҙәре "худсовет" тигән бик талапсан комиссия ҡарауынан үткәс кенә ҙур сәхнәләрҙә башҡарыуға сығарыла ине, бөгөн ундай тәртип юҡ, күрәһең: ни көйө, ни һүҙҙәре күңелгә ятышлы булмаған "әҫәрҙәр" күбәйеп киткәнгә күрә әйтәм быны. Төрлө ноталарҙан ҡоршап ҡына көй сығарып булмайҙыр бит инде. Баяғыса, үзбәк йә төрөк мотивтарын файҙаланыу ҙа шунан килеп сығалыр, күрәһең. Халҡыбыҙҙың йыр-көйҙәрен белмәү, өйрәнмәү ҙә сәбәпселер быға, тип уйлайым. Ә бит башҡорттоң моң даръяһы бер ни менән алыштырғыһыҙ шиңмәҫ хазина!
Концерт һәм һәр төрлө мәҙәни сараларҙы шәмбе, йәкшәмбеләрҙә көндөҙ үткәреү тураһындағы фекер ҙә дөрөҫ. Мәҫәлән, мин үҙем Өфө районындағы ауылға күсеп киткәс, элек яратып ҡараған концерт һәм спектаклдәргә йөрөп булмай башланы. Ә минең өсөн улар йән аҙығы ине. Кеше концерт һәм театрҙарға йөрөмәһә, депрессия башлана, тип уҡығаным бар. Киске 9-10-дарға ауылыңа ҡайтыуы ҙур проблема ул, әгәр машинаң булмаһа. Көндөҙгө концерттар тураһындағы мәсьәләне гәзит биттәрендә генә ҡалдырырға ярамайҙыр, тием. Гәзиттә әленән-әле бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле һөйләшеүҙәр ойошторолоп килә. Әлеге мәсьәләне лә, бәлки, филармония һәм театр етәкселәре, Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре менән түңәрәк ҡор артында ултырып кәңәшләшергә кәрәктер?
Эльвира ӘХМӘТЙӘНОВА.
Өфө районы.
РЕДАКЦИЯНАН: Гәзитебеҙ сығыштарына битараф ҡалмаған уҡыусыларыбыҙҙың береһе - Эльвира Әхмәтйәноваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уның хаты бының менән генә тамамланмай, артабанғы юлдарҙа автор Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарына ҡағылышлы фекерҙәре менән дә уртаҡлаша. Был хаҡта ошоға тиклем "Киске Өфө" биттәрендә сығыштар байтаҡ булғанға күрә, хатты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы адресына ебәреү маҡсатҡа ярашлы булыр, тип табылды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|