Башҡортостан Республикаһының "Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт асыҡ КВН лигаһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән "Башҡорт Юниор КВН лигаһы"ның беренсе ярымфинал уйыны үтте. Баш ҡала уҡыу йорттарынан, республиканың төрлө райондарынан йәмғеһе ете команда үҙ-ара көс һынашты.
Бер нисә йыл рәттән үткәрелә килгән саралар тора-бара ғәҙәткә әйләнеп, матур бер байрамға әүерелеп китә. Көтөп алынған саралар араһында "Башҡорт Юниор КВН лигаһы" уйыны ла ныҡлы урын алды. Мәктәп уҡыусылары был уйындарға бар тырышлығын һалып, ихлас әҙерләнә. Быйыл лиганың тәүге ярымфинал уйынында ҡатнашыусы командаларҙың сығышын күргәндән һуң, юмор ҙа етди ҡараш талап итә икән, тигән фекер тыуҙы. Ул етдилек эшеңде еренә еткереп эшләү, көләмәсте һөйләгәндә үҙеңдең ҡиәфәтеңә, интонацияңа иғтибарлы булыу, урынлы ғына шаярта белеүҙә сағыла. Әйтергә кәрәк, командалар был ҡағиҙәне күҙ уңында тотҡан, баш ҡала тамашасыһы алдында беренсе тапҡыр сығыш яһаусы ҡатнашыусылар ҙа яҡшы әҙерләнгән. Улар араһында ҡаушап йә ярты юлда һүҙҙәрен онотоп, тотлоғоп ҡалыусылар булманы. Хатта микрофондары эшләмәй киткәндә лә ҡысҡырып һөйләп, залды геү килтереп көлдөрөп алдылар. Әйтергә кәрәк, йыл да ҡабатланған был күренеш командаларҙың ныҡлығын, отҡорлоғон, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда нимә эшләүҙәрен һынау өсөн ойоштороусылар тарафынан махсус уйлап табылған алым кеүек тойола башланы.
"Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт асыҡ КВН лигаһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Урал Кәримов әйтеүенсә, КВН - ул спорт кеүек, һуңғы минутҡа тиклем көрәшергә, танауыңды төшөрмәҫкә кәрәк. Ярыш сәмен тойоп өлгөргән Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназия-лицейының "Һарыҡты кем ашаған" КВН командаһы был һүҙҙәрҙең хаҡ булыуына инандырып та ҡуйҙы: йыл да беренселекте бирмәгән "Башҡорттар.ру" квн-сылары менән бер рәттә иң юғары баһаға лайыҡ булдылар. "Бөтә көләмәстәрҙе лә үҙебеҙ уйланыҡ. Бөгөн уңышлы сығыш яһауыбыҙҙың серен командабыҙ составында ҡыҙҙар булмауҙан күрәбеҙ. Күптән Өфөгә килеп "Башҡорт Юниор КВН лигаһы" уйындарында ҡатнашыу теләге бар ине, ниһәйәт, йөрьәт иттек", - ти Илнур Үлмәҫбаев, "Һарыҡты кем ашаған" КВН командаһының иң мәҙәк егете. Дыуан районының "Ҡара юрға" һәм "Төньяҡ амурҙары" командалары, Әбйәлилдән "Шилмалар", Өфө мәктәптәренән "Хыялый-зыялыйҙар", "Һупайлы дәрүиштәре" командалары ла һынатманы. Улар башҡортса юморға һыуһап килеүселәрҙе, залға йыйылған балаларҙы көнүҙәк проблемалар, ил-донъя хәлдәре, мәктәп тормошона ҡағылышлы көләмәстәре менән һыйланы.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, "Башҡорт Юниор КВН лигаһы"ның быйылғы сезон уйындарына төньяҡ-көнсығыш райондары бик әүҙем ҡушылған, Башҡортостандың был төбәгенән бөтәһе 15 команда ҡатнашырға теләк белдергән. Ә бына Сибай ҡалаһынан, киреһенсә, КВН уйындарында ҡатнашырға теләк белдереүсе командалар ике тапҡырға кәмегән. Был күп осраҡта финанс мәсьәләләре менән бәйле, тип һанай ойоштороусылар.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
"Башҡорт Юниор КВН лигаһы" фестивалдәрендә республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе балалар әүҙемләшһен, халыҡ был бәйгенең башҡорт телен, юморын үҫтереүҙәге әһәмиәтен баһалаһын өсөн икенсе ярымфинал уйындары Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрелде, унда тағы ла ете команда көс һынашҡан. Һөҙөмтәләр буйынса, Сибай ҡалаһының "Кендек" КВН-командаһы иң юғары балл йыйған, Стәрлетамаҡтан "ЖэКа", Өфөнән "Рәссамдар", Учалынан "Тик ҡыҙҙар" командалары ла бик уңышлы сығыш яһаған. Шуны билдәләргә кәрәк, ойоштороусылар башҡорт КВН уйындарын артабан да үҫтереү өсөн күп көс һала, был тамашаға инеү хаҡы бушлай булыуында ла сағылды. Киләсәктә "Башҡорт КВН Юниор лигаһы"ның финал уйыны ла Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәреләсәк, тип көтөлә.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА